Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кешеләргә ышаныс ҡайтарыусы
Кешеләргә ышаныс ҡайтарыусыБашҡорт ере элек-электән күрәҙәлек итеү, дауалау һәләтенә эйә имселәре, әүлиәләре менән дан тота. Үҙенсәлекле һәләт эйәләренең береһе – Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында йәшәүсе өләсәйем Мәүлиҙә Фәхрислам ҡыҙы Мәҡсүтова. Күңел күҙе менән кешенең тормошон күргән, сирен тойған һәм шифалы ҡулдары менән дауалау көсөнә эйә булған өләсәйемдең яҙмышы юғалтыуҙар, үкенестәр, ҡайғы-хәсрәт сылбырынан үрелгән. Бөгөн ул һәр көнөн мохтаждарға ярҙам итеүгә бағышлай – өмөтө һүрелгәнгә ышаныс өҫтәй, кәңәштәр бирә, сирлеләрҙе дауалай, бағымсылай, юғалған әйберҙәрҙе табыша.
– Бала саҡта табип булырға хыялланғайным, әммә күмәк ғаиләлә беребеҙгә лә уҡыу йортона инеү бәхете теймәне. Алты йәшемдә атайым үлеп китте, – тип үткәндәрен иҫкә төшөрә ҡәҙерлебеҙ. - Беҙ, өлкәндәр, әсәйгә өй эштәрендә, кесе туғандарыбыҙҙы ҡарауҙа төп терәк-таяныс булдыҡ. Күптәребеҙ мәктәпте ташлап, эшкә урынлашты. Етебеҙ араһынан бер үҙем унынсыны тамамланым. Салауат медицина училищеһына йүнәлтмә лә алғайным, тик паспорт юлларға аҡсам булмағас, уҡыуҙы кисектереп, һыйыр һауырға тотондом. Күңел төпкөлөнә инеп оялаған табип булыу хыялы барыбер йөрәгемде өтөп-өтөп ала торғайны. Хоҙай биргән булмышым үҙен шулай һиҙҙерткәндер, күрәһең.
Өләсәйемдең тормошона йәм һәм бәрәкәт өҫтәп, бер-бер артлы ғәзиз сабыйҙары донъяға килә. Бишенсеһен көткәндә олатайым үлеп китә. Өләсәй һәр балаһына матур тәрбиә, белем бирә, киләсәктәренә бәхет юрай. Балаларым ҡытлыҡ күрмәһен, үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаһын, етеш йәшәһен тип тырыша ул. Ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, гөрләтеп туйҙар үткәрә. Дүртенсе балаһы Илсурҙы армияға оҙата. Һәр береһенең тормошона ҡыуанып, донъяны йәмләгән ейән-ейәнсәрҙәренең йылыһын татып, шатлыҡ нурына ҡойоноп ҡына йәшәһә ине лә бит... Хоҙай уға тағы ла аяуһыҙ һынау ебәрә – Чечняла хеҙмәт иткән улының үлем хәбәрен ала. Киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлаған һөйөклө балаһы цинк табутта ҡайта. Бер ҡайғы алдында ла бөгөлөп төшмәгән өләсәйем төн эсендә ҡартая, хәлһеҙләнә. Мәрт хәлендә ике ай самаһы дауаханала ятҡандан һуң көс-хәл менән аңына килә. Кешеләрҙең үткәне, киләсәге, юғалтыуҙары көтмәгәндә күҙ алдына баҫа. Сихри йылылыҡҡа, мөғжизәле нурға тулған һул ҡулы дауалау һәләтенә эйә була.
Өләсәйемдең шәл бәйләү оҫталығына ла һоҡланмаған кеше юҡ. Ул “Башҡорт шәле” бәйгеһендә гран-при яуланы, ә республика кимәлендәге шәл бәйләү оҫталары конкурсында икенсе урынды алды. Үҙенә генә хас зауыҡ, оҫталыҡ менән башҡарылған ҡул эштәренән дә сихри йылылыҡ бөркөлә.
Зөлфиә МӘҠСҮТОВА,
Таймаҫ ауылының Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияһының VI класс уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә