Башҡорт ере элек-электән күрәҙәлек итеү, дауалау һәләтенә эйә имселәре, әүлиәләре менән дан тота. Үҙенсәлекле һәләт эйәләренең береһе – Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында йәшәүсе өләсәйем Мәүлиҙә Фәхрислам ҡыҙы Мәҡсүтова. Күңел күҙе менән кешенең тормошон күргән, сирен тойған һәм шифалы ҡулдары менән дауалау көсөнә эйә булған өләсәйемдең яҙмышы юғалтыуҙар, үкенестәр, ҡайғы-хәсрәт сылбырынан үрелгән. Бөгөн ул һәр көнөн мохтаждарға ярҙам итеүгә бағышлай – өмөтө һүрелгәнгә ышаныс өҫтәй, кәңәштәр бирә, сирлеләрҙе дауалай, бағымсылай, юғалған әйберҙәрҙе табыша.
– Бала саҡта табип булырға хыялланғайным, әммә күмәк ғаиләлә беребеҙгә лә уҡыу йортона инеү бәхете теймәне. Алты йәшемдә атайым үлеп китте, – тип үткәндәрен иҫкә төшөрә ҡәҙерлебеҙ. - Беҙ, өлкәндәр, әсәйгә өй эштәрендә, кесе туғандарыбыҙҙы ҡарауҙа төп терәк-таяныс булдыҡ. Күптәребеҙ мәктәпте ташлап, эшкә урынлашты. Етебеҙ араһынан бер үҙем унынсыны тамамланым. Салауат медицина училищеһына йүнәлтмә лә алғайным, тик паспорт юлларға аҡсам булмағас, уҡыуҙы кисектереп, һыйыр һауырға тотондом. Күңел төпкөлөнә инеп оялаған табип булыу хыялы барыбер йөрәгемде өтөп-өтөп ала торғайны. Хоҙай биргән булмышым үҙен шулай һиҙҙерткәндер, күрәһең.
Өләсәйемдең тормошона йәм һәм бәрәкәт өҫтәп, бер-бер артлы ғәзиз сабыйҙары донъяға килә. Бишенсеһен көткәндә олатайым үлеп китә. Өләсәй һәр балаһына матур тәрбиә, белем бирә, киләсәктәренә бәхет юрай. Балаларым ҡытлыҡ күрмәһен, үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаһын, етеш йәшәһен тип тырыша ул. Ҡыҙҙарын кейәүгә биреп, гөрләтеп туйҙар үткәрә. Дүртенсе балаһы Илсурҙы армияға оҙата. Һәр береһенең тормошона ҡыуанып, донъяны йәмләгән ейән-ейәнсәрҙәренең йылыһын татып, шатлыҡ нурына ҡойоноп ҡына йәшәһә ине лә бит... Хоҙай уға тағы ла аяуһыҙ һынау ебәрә – Чечняла хеҙмәт иткән улының үлем хәбәрен ала. Киләсәгенә ҙур өмөттәр бағлаған һөйөклө балаһы цинк табутта ҡайта. Бер ҡайғы алдында ла бөгөлөп төшмәгән өләсәйем төн эсендә ҡартая, хәлһеҙләнә. Мәрт хәлендә ике ай самаһы дауаханала ятҡандан һуң көс-хәл менән аңына килә. Кешеләрҙең үткәне, киләсәге, юғалтыуҙары көтмәгәндә күҙ алдына баҫа. Сихри йылылыҡҡа, мөғжизәле нурға тулған һул ҡулы дауалау һәләтенә эйә була.
Өләсәйемдең шәл бәйләү оҫталығына ла һоҡланмаған кеше юҡ. Ул “Башҡорт шәле” бәйгеһендә гран-при яуланы, ә республика кимәлендәге шәл бәйләү оҫталары конкурсында икенсе урынды алды. Үҙенә генә хас зауыҡ, оҫталыҡ менән башҡарылған ҡул эштәренән дә сихри йылылыҡ бөркөлә.
Зөлфиә МӘҠСҮТОВА,
Таймаҫ ауылының Р. Солтангәрәев исемендәге гимназияһының VI класс уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы.