Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нәҫелебеҙҙең иң оло кешеһе
Нәҫелебеҙҙең иң оло кешеһеӨләсәй… Ошо һүҙҙе ишеткән һайын мөләйем йөҙлө, йомшаҡ күңелле ҡарт өләсәйем күҙ алдыма килә. Ул – әсәйемдең өләсәһе. Әле 87 йәштә. Оло булыуына ҡарамаҫтан, матур итеп донъя көтә, өйө һәр саҡ таҙа. Яғымлы йылмайыуы, ипле итеп кенә һөйләшеүе күңелде йылыта, тынысландыра. Үҙе шундай ҡатмарлы тормош юлы үткән…
Ҡарт өләсәйем 1926 йылда Аралбай ауылында тыуып үҫә. Хәҙер ул ауыл юҡ инде. Бала сағы бик ауыр йылдарға тура килә. Ата-әсәһе йәшләй генә бер-бер артлы гүр эйәһе була. Ҡусты-һеңлеләрен ҡарарға тип, ФЗО-нан ҡайтаралар. 1945 йылдың 9 майында 150 саҡрым алыҫлыҡтағы Белорет ҡалаһынан йәйәү ҡайтып етә. Һуғыштың тамамланыу хәбәрен оло юл буйындағы ауылдарҙа ишетә.
Һөйөклөбөҙ егәрле, көслө ҡуллы була, шуға уны һәр ваҡыт һал ағыҙыу, урман ҡырҡыу, кәбән ҡойоу кеүек ауыр эшкә ебәрәләр. Ауылда артель ойошторолғас, ҡап һуғыуҙа ҡатнаша.
Ҡарт олатайым һуғыштан ҡайтҡас, уртаҡ тормош ҡоралар, ете балаға ғүмер бирәләр. Барыһы ла аҡыллы, тәрбиәле, эшһөйәр булып үҫә, төрлө һөнәр үҙләштерә. Ҡыҙҙары – юғары белемле уҡытыусылар. Ейән-ейәнсәрҙәре лә юғары уҡыу йорттарын тамамлап, матур ғаиләләр ҡороп, татыу йәшәйҙәр. Ҙурайғас, мин дә ҡарт өләсәйем кеүек әҙәпле, көслө ихтыярлы кеше буласаҡмын.
Ҡәҙерлебеҙ туғандарыбыҙ араһында иң өлкәне. Уны барыбыҙ ҙа яратабыҙ, хөрмәтләп, ҡәҙерләп кенә торабыҙ.
Нәркәс НОРОТҠОЛОВА,
Иҫке Собханғол мәктәбенең V класс уҡыусыһы.

Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. reseda
    reseda от 08.01.2013, 18:48
    Бик хуп, Нәркәс!Нәҫелең тамырҙарын, тарихын өйрәнеүеңә афарин!Уңыштар юлдаш булһын!

Комментарий өҫтәргә