Өләсәй… Ошо һүҙҙе ишеткән һайын мөләйем йөҙлө, йомшаҡ күңелле ҡарт өләсәйем күҙ алдыма килә. Ул – әсәйемдең өләсәһе. Әле 87 йәштә. Оло булыуына ҡарамаҫтан, матур итеп донъя көтә, өйө һәр саҡ таҙа. Яғымлы йылмайыуы, ипле итеп кенә һөйләшеүе күңелде йылыта, тынысландыра. Үҙе шундай ҡатмарлы тормош юлы үткән…
Ҡарт өләсәйем 1926 йылда Аралбай ауылында тыуып үҫә. Хәҙер ул ауыл юҡ инде. Бала сағы бик ауыр йылдарға тура килә. Ата-әсәһе йәшләй генә бер-бер артлы гүр эйәһе була. Ҡусты-һеңлеләрен ҡарарға тип, ФЗО-нан ҡайтаралар. 1945 йылдың 9 майында 150 саҡрым алыҫлыҡтағы Белорет ҡалаһынан йәйәү ҡайтып етә. Һуғыштың тамамланыу хәбәрен оло юл буйындағы ауылдарҙа ишетә.
Һөйөклөбөҙ егәрле, көслө ҡуллы була, шуға уны һәр ваҡыт һал ағыҙыу, урман ҡырҡыу, кәбән ҡойоу кеүек ауыр эшкә ебәрәләр. Ауылда артель ойошторолғас, ҡап һуғыуҙа ҡатнаша.
Ҡарт олатайым һуғыштан ҡайтҡас, уртаҡ тормош ҡоралар, ете балаға ғүмер бирәләр. Барыһы ла аҡыллы, тәрбиәле, эшһөйәр булып үҫә, төрлө һөнәр үҙләштерә. Ҡыҙҙары – юғары белемле уҡытыусылар. Ейән-ейәнсәрҙәре лә юғары уҡыу йорттарын тамамлап, матур ғаиләләр ҡороп, татыу йәшәйҙәр. Ҙурайғас, мин дә ҡарт өләсәйем кеүек әҙәпле, көслө ихтыярлы кеше буласаҡмын.
Ҡәҙерлебеҙ туғандарыбыҙ араһында иң өлкәне. Уны барыбыҙ ҙа яратабыҙ, хөрмәтләп, ҡәҙерләп кенә торабыҙ.
Нәркәс НОРОТҠОЛОВА,
Иҫке Собханғол мәктәбенең V класс уҡыусыһы.
Бөрйән районы.