Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнселлеккә ни етә!
Йүнселлеккә ни етә!Фермерҙар яҡлау таба

Уҙған йәй ҡоро булды, ер яуым-төшөм юҡлыҡтан, дым етмәгәнлектән сарсап йонсоно. Әммә был Мәсетленең ауыл хужалығы эшсәндәрен бик өркөтмәне — ең һыҙғанып тир түктеләр. Һөҙөмтәлә уларҙың арыу-талыуһыҙ хеҙмәте Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан тейешле баһа алды. Район хакимиәте башлығы Иван Петрович Могильников менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

— Мәсетлеләр йылды нисек тамамлай?
— Ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләгәндә, районыбыҙға "Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙәге юғары күрһәткестәре өсөн" дипломы тапшырылды. Мәсетлеләр быға һуңғы тиҫтә йыл эсендә тәүге тапҡыр өлгәште, шуға ла урындағы халыҡ өсөн был баһа — ҡыуаныслы ваҡиға. Быйыл районда ауыл хужалығы продукцияһы етештереү, алдағы йылдар менән сағыштырғанда, ярайһы уҡ юғары булды — гектарынан 9,4 центнер уңыш алынды, барлығы 20 мең тоннанан ашыу иген йыйылды.
Малсылыҡ тармағында ла ыңғай үҙгәрештәр бар. Былтыр һыйыр башынан тәүлегенә 6,7 килограмм һөт һауыла ине, быйыл һауым артты — тәүлегенә 10,8 килограмм тәшкил итә, был иһә үткән йылдағынан 4,1 килограмға күберәк. Был йәһәттән беҙ бөгөн республикала өсөнсө урындабыҙ. Һөт етештереүгә тос өлөштө 10-15 баш һыйыр тотҡан шәхси хужалыҡтар индерә: уларҙан йыл башынан 5 мең тоннаға яҡын һөт йыйылған, был күрһәткес буйынса беҙ бөгөн Башҡортостанда беренсе урында. Йылды уңышлы тамамлауға республика Хөкүмәтенең даими иғтибары һәм ҙур ярҙамы мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, быйыл беҙ, һис ҡасан да булмағанса, техника яңырта алдыҡ.
— Ҡайһы хужалыҡтарҙың эш күрһәткестәрен билдәләр инегеҙ?
— Тотош районда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының яртыһы — Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативыныҡы, дүрттән бер өлөшө — "Йондоҙ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенеке, ҡалғаны — фермер хужалыҡтарыныҡы. Әйткәндәй, һуңғы осорҙа фермер хужалыҡтарын үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Фермерҙарға субсидиялар бүленә. Тотош ғаиләләре менән ошо эшкә тотонғандар айырым иғтибар үҙәгендә.
— Фермерлыҡ — эшҡыуарлыҡтың бер тармағы ла. Ә дөйөм алғанда, районда эшҡыуарҙар күпме, нимә менән шөғөлләнәләр?
— Мәсетлелә барлығы 766 эшҡыуар бар. Уларҙың урындағы ҡаҙнаға индергән өлөшө тотош бюджеттың 20 процентын тәшкил итә. Эшҡыуарҙарҙың байтағы алыпһатарлыҡ менән мәшғүл, етештереү менән шөғөлләнеүселәр һаны арта. Мебель фабрикаһы йыһаздары бик сифатлы һәм зауыҡлы. Сыр цехы ризыҡтарын да халыҡ бик хуш күрә. Дөйөмләштереп әйткәндә, ауылда эш бар, хеҙмәткә ынтылып тороусыларҙы — фермерҙармы, эшҡыуарҙармы — һәр йәһәттән яҡларға әҙербеҙ.

Йүнселлеккә ни етә!Исеменә күрә есеме

Ете йыл элек ойошторолған “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән тотороҡло хужалыҡтарҙың береһе. Исеменә күрә есеме – хужалыҡҡа, йондоҙҙоң биш ҡанатылай, биш ауыл ҡарай. Уларҙың һәр ҡайһыһында – Яңы Мишәрҙә, Иҫәнбайҙа, Ясинда, Көршәлелә һәм Аҙнағолда – эш йылдан-йыл ыңғайға бара.

“Йондоҙ” буш урында барлыҡҡа килмәгән – биләмәләрендә элек гөрләп торған Фрунзе исемендәге колхоз булған. Бигерәк тә крәҫтиән бәкәленә ныҡ һуҡҡан үҙгәртеп ҡороу йылдарында, башҡа күптәр кеүек үк, ул да бөлгөнлөккә төшкән. Бөтөнләй тарҡалмаған, әммә артабан ҡәҙимгесә эшләй ҙә алмаған. Шуға ла әлеге биш ауыл халҡы яңы йәмғиәт барлыҡҡа килеүҙе шатлыҡлы ваҡиғалай ҡабул иткән. “Йондоҙ” асылда күнегелгән тармаҡтар – үҫемлекселек һәм малсылыҡ – менән шөғөлләнә. 2500 гектарҙа иген үҫтерелә, 700 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 300 һыйыр аҫрала, 40 күс умарта тотола.
— Былтырғы запас быйылғы ҡоролоҡҡа бирешмәү мөмкинлеге бирҙе, — тине хужалыҡ етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Юрис Латипов. – Бесәнде яуым-төшөм урап үтмәгән башҡа урындарҙа ла саптыҡ.
Хужалыҡта етештерелгән продукцияның күп өлөшө Оло Ыҡтамаҡтағы балалар шифаханаһына һәм күрше Свердловск өлкәһендәге Ямаши ҡалаһының һөт комбинатына, Балаҡатайға һатыла, ҡалғаны хужалыҡ мәнфәғәттәрендә ҡулланыла. Юрис Хәйҙәр улы билдәләүенсә, бында эшләгән 80 кешенең яртыһынан ашыуы 40 – 50 йәштәрҙә. Араларында өлгө булырҙайҙары ла етерлек. Мәҫәлән, Байрас, Ғилмейәр, Айрат Хәйретдиновтар. Өсөһө лә шәп механизатор. Айраттың “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме бар. Был нәҫелдең гүзәл вәкиле – һауынсы Наилә Хәйретдинова ла ошо исемгә лайыҡ булған. Водителдәр Вәғиз Шафиҡов менән Сабирйән Закиров та ифрат уңған. Бригадир Рифат Хәкимов вазифаһына бик етди, яуаплы ҡарауы менән айырыла. Дөйөмләштереп әйткәндә, “биш ҡанатлы” “Йондоҙ”ҙа эш ҡайнай, шуға ла халыҡтың көнитмеше һәйбәт, киләсәге өмөтлө.

Йүнселлеккә ни етә!“Алтын балыҡ”лы “Батыр”

Һөләймән ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫкән, ауыл хужалығы институтын тамамлаған Әсләм Хафизов – ысын мәғәнәһендә батыр: бәһлеүәндәй был ир-егет 17 генә йәшлек сағында милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы булып танылған, артабан биш йыл рәттән маҡтаулы исемен раҫлаған, халыҡ-ара ярыштан да ошо титулды алып ҡайтҡан.

— Көрәшергә мине әйләнә-тирәлә билдәле оҫта Ҡәләү Зәйнетдинов ағай өйрәтте, — тип иҫкә ала Әсләм Әбүбәкир улы. — Колхоз һабантуйында, бер туған ағайҙарым Әкрәм һәм Әғләм менән көрәшеп, тәкә алғаным да булды.
Әйткәндәй, ул — ике тапҡыр милли һәм билбаулы көрәш буйынса спорт мастеры ла. Еңеү артынан еңеүгә өлгәшергә күнеккән был мөһабәт кеше тормошонда тағы бер батырлыҡ ҡыла: 2002 йылда элекке “Нуриман” колхозының Һөләймән бригадаһында 800 гектар, “Комсомол” колхозының Бурансы бүлексәһендә 2200 гектар ер алып, крәҫтиән эшенә тотона. Ул асҡан “Батыр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бына ун йыл инде бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай үҫтерә, мал үрсетә.
— Ике йөҙ баш мал һыйҙырышлы аҙбар төҙөнөк, — ти Әсләм Хафизов. – Лизинг аша кәрәкле техника алдыҡ, ике тракторыбыҙ, комбайныбыҙ, сәсеү агрегатыбыҙ бар.
Йәмғиәт эшен һөҙөмтәле ойоштороуҙа был ҡаһарман егет “Комсомол” колхозы рәйесе булғанда туплаған тәжрибәһенә таяна. Хужалыҡ етештергән һөт Мәсәғүт комбинатына оҙатыла. Йәш үгеҙҙәрҙе урындағы халыҡ һатып ала. Һыйыр итен иһә “Батыр”ҙың үҙ кафеһында файҙаланалар.
Мәсетле менән Салауат райондары араһындағы юл буйында урынлашҡан “Алтын балыҡ» кафеһы – юлсыларҙың яратҡан урыны. Тыштан да, эстән дә бик күркәм. Бында әҙерләнгән ризыҡ тәмле, ашнаҡсылары мөләйем, итәғәтле. Милли батырға һәр эшендә тормош юлдашы Лира Һөләймән ҡыҙы ярҙамлаша – башланғыстарын хуплай, баҫыуҙан арып-талып ҡайтҡанын да алсаҡ йылмайып ҡаршы ала, кәрәк саҡта файҙалы кәңәш тә бирә. Сығышы буйынса Әбйәлил районынан. Һөнәре – география уҡытыусыһы. Ә тормоштағы төп тәғәйенләнеше яҡшы ҡатын, хәстәрлекле әсә булыуҙыр, моғайын. Матур ғаилә ҡороу – Лира менән Әсләм Хафизовтар өсөн йәнә бер батырлыҡтыр. Былай тиеүем юҡҡа түгел: заман ҡатмарлы, тормош еңел түгел тип тормайынса, улар биш бала тәрбиәләй. Лира ханым “Герой-әсә” миҙалына лайыҡ булған. Тимәк, ул да батыр. Уларҙың өлкән ҡыҙы Әлфинә медицина университетын тамамлай, терапевт булмаҡсы. Улдары Тимерғәзе — ауыл хужалығы университеты студенты, әле армияла хеҙмәт итә. Тағы өс улдары эргәләрендә: Арыҫлан – V, Алсын I класта уҡый, кинйәләре Артурға 3 йәш тулды. Күренеүенсә, “Алтын балыҡ”лы “Батыр”ҙа эш тә, тормош та ифрат яйлы.


Автор: Мәсетле районынан тупланманы Хөриә АБЫҘГИЛДИНА әҙерләне
Фото: Владимир КАРАБАНОВ фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр 08.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр...

Тотош уҡырға 24

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола 08.08.2025 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында һөт ризыҡтары фестивале 2011 йылдан үткәрелә....

Тотош уҡырға 27

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә 08.08.2025 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Цюрупа һәм Коммунистик урамдары төҙөкләндерелә....

Тотош уҡырға 27

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин менән осрашты

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин менән осрашты 08.08.2025 // Йәмғиәт

Осрашыуҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, муниципалитеттың...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана
8 августа көслө магнит дауылы көтөлә

8 августа көслө магнит дауылы көтөлә 07.08.2025 // Йәмғиәт

8 августа көслө магнит дауылы көтөлә...

Тотош уҡырға 28

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты 06.08.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты...

Тотош уҡырға 31

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла 06.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла...

Тотош уҡырға 30

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде 06.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде...

Тотош уҡырға 29

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә 06.08.2025 // Йәмғиәт

Көҙгө сессияла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында...

Тотош уҡырға 35

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты 06.08.2025 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды 05.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Гранттарының икенсе конкурсына 346 ғариза тапшырылған, коммерцияға ҡарамаған...

Тотош уҡырға 65