Смоленскиға үткән юлда ла француз ғәскәре тынғылыҡ таба алмай. Уны атаман Платов казактары, Кудашев командалағындағы партизан отрядтары, Беренсе, Икенсе һәм башҡа башҡорт полктары туҡтауһыҙ эҙәрлекләп килә. Наполеон Смоленскиға 9 ноябрҙә килеп етә, ә инде 13-өндә уны ташлап та китә. Шулай итеп, был ҡалаға ашығып сигенеүе бушҡа ғына була. Смоленск өмөтөн аҡламай, бында уларҙы аслыҡ көтә.
Смоленскиҙан Наполеон, ғәскәрен ҡалдырып, Парижға ҡайтып китә. Француз ғәскәренең ошо көнгә ҡәҙәр үткән юлын документаль нигеҙҙә яҙылға, тип уйларға кәрәк. Орша ҡалаһынан һуң Березина йылғаһы янындағы һуғышҡа ул әҫәрендә ҙур урын бирә. Кутузов, дошман ғәскәрен Березинала ҡамарға һәм тулыһынса ҡыйратырға ниәтләп, барлыҡ көстө бер урынға туплай. Ошонда 30 мең кешене берләштергән адмирал Чичагов ғәскәре сафындағы Икенсе башҡорт полкы һыбайлылары, авангардтағы генерал Булатов корпусы менән берлектә Борисов ауылы янында дошманды ҡыйратып, ике меңгә яҡын офицерҙы әсир итә.
Граф Виттенштейн ғәскәрендәге казачий башҡорт полктары ла дошманды аяу белмәй. Ошондағы бәрелештән һуң Наполеон үҙе саҡ-саҡ ҡасып ҡотолһа ла, уның ғәскәре һәләкәткә дусар ителә. Рус ғәскәрҙәренең һөжүмен бер ни туҡтата алмаған һымаҡ, француздарҙың сигенеүен дә туҡтатырлыҡ көс табылмай.
Яҙыусы яу юлдарын Неман йылғаһынан башлаған башҡорт һыбайлылары өсөн дә, бөтә урыҫ ғәскәре кеүек үк, 1812 йылдың 21 декабренең иҫтәлекле көн булыуын Баш командующийҙың Рәсәй ерен дошман һалдаттарынан тулыһынса таҙартыу уңайы менән иғлан иткән бойороғо аша асып бирә.
Әҫәрҙә автор урыҫ армияһының Парижҡа ҡәҙәр үткән һуғыш юлын документаль нигеҙҙә мөмкин тиклем тулыраҡ һүрәтләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Башкомандующийҙың бойороғо иғлан ителеүгә бер аҙна үткәс, 29 декабрҙә урыҫ ғәскәре Кенигсберг—Данциг, Полоцк һәм Варшава йүнәлешендә француздарға ҡаршы яңы һөжүмгә күсә. Көнсығыш Пруссияла хәрәкәт иткән урыҫ ғәскәре составындағы Беренсе типтәр, Беренсе ҡалмыҡ, Ырымбур атаманы казактары, Беренсе башҡорт, барлығы һигеҙ казачий башҡорт полкы, йылдам һөжүм итеп, Данцигка яҡынлаша.
Беренсе башҡорт полкы ҡамауҙа ҡалған Данциг крепосы янынан Берлин йүнәлешенә күсерелеп, Одер йылғаһын аша сыҡҡандан һуң, генерал-адъютант Чернышев отряды казактарына барып ҡушылғас, Пруссияның баш ҡалаһы Берлин өсөн һуғыш көсәйеп китә. Беренсе башҡорт полкы Берлинды алғандың икенсе аҙнаһы урталарына ҡәҙәр ҡалала ҡалып, барлыҡ көс бергә тупланғас ҡына, Эльбаға табан сигенгән француздарҙы бергәләп эҙәрлекләп барып, Гамбургка баҫып инә.
Әҫәрҙән күренеүенсә, Рәсәй ғәскәренең Баш командующийының Бунцпау ҡалаһында ҡапыл вафат булғандан һуң һуғыш хәрәкәттәренең француз ғәскәрҙәре файҙаһына үҙгәреүе арҡаһында союздаш илдәр Наполеон менән килешеү төҙөй. 1813 йылдың 23 майында ике яҡ был хаҡта ҡул ҡуя. Әммә июль аҙаҡтарында инде һуғыш хәрәкәттәре ҡайтанан башланып китә. Бында союздаш илдәргә Австрия менән Швецияның ҡушылыуы мөһим роль уйнай. Француздар, Эльбаның икенсе яғына сигенергә мәжбүр булып, Дрезден менән Лейпциг араһында ҡыҫырыҡлана.
Дилогия авторы, үҙенә тоғро ҡалып, артабанғы һуғыш хәрәкәттәренең киң панорамаһын тыуҙырырға ынтыла. Француз ғәскәрҙәренең сигенеүе Дрезден, Кульма, Гросбеерен һәм Кацбах эргәһендә урыҫ корпустары тарафынан ҡыйратылыуҙан башлана. Алда Лейпциг өсөн ҡаты һуғыштар тора.
Был ҡала өсөн һуғыштың Наполеондың үҙенең генә түгел, тотош француз армияһының яҙмышын хәл итәсәге берәүгә лә сер түгел ине. Шуға күрә Наполеонға ҡаршы коалициялағы барлыҡ ил ғәскәрҙәре ошо тирәгә туплана. Был бәрелештең “Халыҡтар һуғышы” тип тарихҡа инеп ҡалыуы бушҡа ғына түгел. Әҫәрҙән беҙ ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәһеҙ бөткән тәүге бәрелештең иртәгәһенә башҡорт полктары алдына махсус задание ҡуйылғанын беләбеҙ. Ғәскәр башлығы граф Беннигсен Беренсе, Дүртенсе, Бишенсе, Туғыҙынсы, Ун дүртенсе казачий башҡорт полктарына дошман тылына үтеп инеп, уға көтмәгәндә һөжүм итеү бурысын йөкмәтә. Беренсе булып дошман өҫтөнә ташланыу Беренсе башҡорт полкы өҫтөнә төшә. Уның артынса бүтән башҡорт полктарының да һөжүме аңғармаҫтан һәм етеҙ башҡарыла.
Лейпциг ҡалаһы өсөн дәһшәтле һуғыш өс тәүлеккә һуҙыла. 7 октябрҙә союздаш ғәскәрҙәр тарафынан ул штурм менән алына.
Лейпцигтан һуң Парижға юл да башҡорт атлылары өсөн еңелдән булмай. Әммә уларҙың “Халыҡтар һуғышы”нда тотҡан урыны хаҡында француздар ҡалдырған иҫтәлек улар өсөн — иң ҙур бүләк. Ошондай Европа тарихына мәңгегә инеп ҡалған ваҡиғала үҙеңдең дә ҡатнашлығың булыуын бүтәндәрҙең таныуынан да юғарыраҡ баһа бармы? Ә башҡорт атлыларының үҙҙәрен танытыр иҫтәлектәре был ғына түгел.
Яҙыусы урыҫ ғәскәрҙәренең француздарға ҡаршы һөжүмендә башҡорт полктарының ҡатнашыуын киңерәк планда һүрәтләү ниәтенән һүҙ араһында булһа ла уларҙың төп йүнәлештәге һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашмағандарын да телгә алып үтә.
Беренсе башҡорт полкының әленән-әле бер ғәскәрҙән икенсегә күсереп йөрөтөлөүенең сәбәбе беҙгә Баш командующийҙың дежур-генерал Коновницын менән һөйләшкән ваҡытта асыҡлана. Кутузов, был полктың һәр саҡ әҙер тороуын һәм ҡыйыу эш итеүен иҫтә тотоп, уға һуғыш хәрәкәттәрендә йышыраҡ файҙаланырға тәҡдим яһай. Дежур-генерал шулай уҡ был полктың Баш штаб ҡарамағындағы махсус ғәскәр иҫәбендә тотолоуын белдерә. Әле уның Гамбург янындағы башҡа полктарҙан айырылып китеп, граф Воронцов корпусына килеп ҡушылыуы шуның менән аңлатылырға тейештер. Ул билдәләнгән урынға килеп еткәс тә, ике мең кешене берләштергән Өфө башҡорт уҡсылар полкы менән берлектә Бриен ҡалаһына һөжүм башлай һәм француздарҙы сигенергә мәжбүр итә. Полк генерал-майор Сеславин отрядына ҡушылғас, яңы задание ала. Был отрядтың бурысы — Наполеон ғәскәренең төп йүнәлешен күҙәтеү, партизандар хәрәкәтен көсәйтеү, Силезия менән Баш ғәскәрҙең бәйләнешен булдырыу, дошман тылына үтеп, уның хәрби келәттәрен шартлатыу, айырым отрядтарын ҡыйратыу һымаҡ һанап бөткөһөҙ эштәр. Бриен ҡалаһы эргәһендәге ҡаты һуғыштарҙан һуң француздарҙың ҡайҙа икәнлеген асыҡлау һәм шул хаҡта союздаш ғәскәрҙәрҙең Баш командующийы Шварценбургка хәбәр итеү Беренсе башҡорт полкына иң тәүге бурыс булараҡ йөкмәтелә.
Һөҙөмтәлә Сеславин һәм башҡа отрядтар менән союздаш ғәскәрҙәр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу уларға уңышлы һөжүм итеү мөмкинлеген бирә. Сеславин командалығында Беренсе башҡорт полкы һыбайлылары, Ырымбур һәм Дон казактары менән тығыҙ бәйләнештә, Лаура һәм Сена йылғаларын тоташтырған Орлеан каналын емереп, канал буйынса Парижға аҙыҡ ташыусы ылауҙарҙың юлын өҙә.
Шулай итеп, әҫәрҙә һүрәтләнгәнсә, Францияның баш ҡалаһын беренсе булып хәүеф аҫтына ҡуйыусылар Беренсе башҡорт полкы һәм Дон казактары була. Ике аҙна буйы дошман тылында рейдта уға тынғылыҡ бирмәгән һыбайлылар төп көскә килеп ҡушылғас, ҡала өсөн хәл иткес алышҡа әҙерлек башлана. Унда Париж өсөн барған һуғыш хәрәкәттәре, француздар менән ҡаланы һуғышһыҙ биреү хаҡындағы һөйләшеүҙәр ентекләп һүрәтләнә. Рәсәй императорының талабы бер: Париж бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ бирелергә тейеш, ләкин икенсе яҡ ваҡытты һуҙа. Париж юлындағы һуңғы нығытма Монмартрҙы штурмлағанда күп кенә башҡорт һыбайлылары ла шунда башын һала. Ике яҡтың бишенсе тапҡыр осрашыуында ғына капитуляция шарттарына ҡул ҡуйыла. Францияның баш ҡалаһы еңеүселәр алдында баш һала. “1814 йылдың мартында Сена йылғаһы аша һалынған күпер аша союздаш ғәскәрҙәр Париж ҡалаһына үтте”, тип яҙа ул хаҡта автор. Шулар иҫәбендә атаман Платов казактары, Беренсе, Икенсе, Дүртенсе, Бишенсе, Һигеҙенсе, Ун туғыҙынсы башҡорт, Икенсе мишәр һәм Икенсе типтәр полктары ҡалаға үтә. Союздаш ғәскәрҙәрҙең өҙлөкһөҙ ағымын ҡала халҡы бер тәүлек самаһы күҙәтә.
Ошолай 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт казачий атлы полктарының һуғыш юлы, бер көн килеп, француздар өсөн уҡ-һаҙаҡлы һыбайлы амурҙарға әйләнгән башҡорт һуғышсыларының уларҙың баш ҡалаһының данлы Енисей яланын үҙҙәренә йәйләү итеүе менән тамамлана. Улар ошонда Рәсәй императорының Париждың шундай уҡ күркәм урыны — Моншем тауы буйында үҙ ғәскәренә үткәргән смотрына ҡәҙәр йәйләп, тыуған Уралынан алып уҙған ауыр юлдан һуң тәүге тапҡыр үҙҙәрен тыныс тормош ҡосағында итеп тойһалар ҙа, һис тә ғәжәп түгел. Уларҙың Парижда уҙғарған көндәре, ысынлап та, беҙҙең күҙ алдына шулай килеп баҫа. Әммә уларға, бөтә Европа аша үтеп килгәндәге кеүек, Тыуған илгә лә шундай оҙон юл үтеп әйләнеп ҡайтаһы бар ине әле. Ләкин хәҙер был юлдың һәр саҡрымы таныш, үҙҙәре лә Европа өсөн ят түгел ине. Шуға күрә 200 йылдан һуң да, вариҫтарының ғорурлығына әүерелгән ваҡиғаларҙың үҙ ваҡытында улар өсөн ябай бер күренеш булып тойолоуы һис тә ғәжәп түгел. Бөйөк немец шағиры Гете менән осрашыу, Шварца ауылы сиркәүе манараһында әле лә һаҡланған башҡорт уғының күсермәһе тарихи дәлил булараҡ та, бер үк ваҡытта уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған “төньяҡ амурҙары”ның ҡыйыу яугирҙәр генә түгел, ә юғары гражданлыҡ тойғоһо менән һуғарылған үҙ иленең патриоттары булыуын раҫлаусы факт та. 1812 йылғы Ватан һуғышының тарихы беҙҙең өсөн шуныһы менән ҡиммәт һәм яҡын.
(Аҙағы. Башы 253, 254-255-се һандарҙа).