Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Бәхетемде ситтә түгел, Һиндә табырмын!"
"Бәхетемде ситтә түгел, Һиндә табырмын!"Шығырым тулы тамаша залында күпселекте ир-ат тәшкил итә. Бик һирәк осрай торған күренеш, шулаймы? Республика башҡорт лицейын төрлө йылдарҙа тамамлаған йәштәр туған уҡыу йортоноң 20 йыллыҡ байрамын ошолай дәррәү йыйылып билдәләне.

Тарихҡа күҙ һалғанда, үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Өфөлә үҙенсәлекле белем усағының барлыҡҡа килеүе йәш милләттәштәребеҙ өсөн яңы мөмкинлек асты. Башҡорт, төрөк, урыҫ, инглиз телдәрен яҡшы белгән, милләтен үҫтерә алырҙай ир-егет әҙерләү маҡсаты менән ойошторолған уҡыу йортона Төркиәнән "Бәхетемде ситтә түгел, Һиндә табырмын!"килгән Хөсәйен бей Шенгүндең етәкселек итеүе, тәрбиәселәрҙең дә ошо уҡ милләттән булыуы тәүге мәлдә ғәжәп күренеш кеүек тойолғайны.
— Өр-яңы башланғысҡа нигеҙ һалынған ифрат матур осор булды, — тип иҫкә алды шул ваҡытты әлеге кисәлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова. — Барыһы ла "аҡ ҡағыҙҙан" башланһа ла, маҡсатыбыҙ аныҡ, яҡты булғанлыҡтан, эшебеҙҙең һөҙөмтә биреренә, белем усағының тиҙ арала иң яҡшылар иҫәбенә инеренә ышандыҡ. Өмөтөбөҙ аҡланды.
"Бәхетемде ситтә түгел, Һиндә табырмын!"Республика башҡорт лицейы егеттәре элек-электән һәләтле, етди, һәр эштә өлгөр булыуы менән айырылып торҙо.
— Был һыҙаттарға уҡыу йорто "Республика башҡорт-төрөк лицейы" булып йөрөгән осорҙа нигеҙ һалынды, — тине белем усағын асыуға күп көс һалған уның өсөнсө директоры Марат Хафизов. — Лицейҙа тәү баштан уҡ ныҡлы белем биреү менән бер рәттән, тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленде. Бында Хөсәйен бейҙең, төрөк тәрбиәселәренең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Лицей директоры, эше ни ҡәҙәр күп булмаһын, һәр уҡыусы менән айырым һөйләшеп ултырырға ваҡыт таба торғайны. "Бәхетемде ситтә түгел, Һиндә табырмын!"Ата-әсәгә лә ишеге һәр саҡ асыҡ булды. Төрөк педагогтарында тағы ла шундай матур һыҙат бар: улар күмәк кеше араһында бер ваҡытта ла баланың кәмселектәре хаҡында һөйләмәй, йөҙөн йыртмай. Был, белеүегеҙсә, Рәсәй мәктәптәренең күбеһенә хас түгел. Беҙҙә бит директорҙар ҙа, ҡағыҙ мәшәҡәтенән арына алмайынса, уҡыусыларға тейешенсә иғтибар бүлмәй. Ошо йәһәттән төрөктәр белем биреүгә икенсе төрлө ҡараш алып килде, яңы алымдар менән эшләргә өйрәтте.
"Бәхетемде ситтә түгел, Һиндә табырмын!"Лицейҙы төрлө йылда тамамлаған егеттәрҙе белемгә ынтылыш, ныҡышмалылыҡ, рухлылыҡ, олоһона ла, кесеһенә лә ихтирам кеүек уртаҡ һыҙаттар берләштерә. Әлеге байрамда был тойғоларҙың көсө айырыуса ныҡ һиҙелде. Туған мәктәптәренең бөгөнгө хәле — мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең тулҡынына эләгеп, балаларҙың башҡа бинала белем алырға мәжбүрлеге — ныҡ борсой элекке уҡыусыларҙы. Әммә зарланып ултырмайҙар, лицейға көсөнән килгәнсә ярҙам итәләр. Мәҫәлән, Илсур Сөләймәнов 2010 йылда булдырған "Үҫеш фонды" "Бәхетемде ситтә түгел, Һиндә табырмын!"уҡыу йортонда олимпиада йүнәлешен үҫтереүгә, семинарҙар, оҫталыҡ кластары ойоштороуға, матди-техник торошто нығытыуға булышлыҡ итә. Лицейҙы тамамлаған башҡа егеттәр ҙә ихлас ярҙам иткәнлектән, фондтың ҡеүәте көндән-көн нығый. Әлеге күркәм байрам да — уларҙың ҡаҙанышы.
— Башҡортостанда ғына түгел, илдә билдәлелек алған лицейыбыҙ йәшәргә тейеш, беҙ уға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, — тине белем усағының яҙмышы өсөн янған егеттәр.
Уларҙы әлеге уҡыусылар ҙа ҡеүәтләне: "Бәхетемде ситтә түгел, һиндә табырмын!" тип йырлауҙары, ҡурайҙа һыҙҙырып уйнауҙары милли уҡыу йортоноң яҡты киләсәгенә ышанысты тағы ла нығытты.
Белем усағы өсөн 20 йыллыҡ ғүмер, әлбиттә, күп түгелдер. Әммә, кеше яҙмышы менән сағыштырғанда, дәрт-маҡсаты ташып торған арғымаҡ кеүек мәле. Йүгәнләрлек батырҙары булғанда, алға ҡарай сабасаҡ та сабасаҡ әле ул!
Ринат МАНСУРОВ, тәүге — 1996 йылғы — сығарылыш уҡыусыһы, эшҡыуар-юрист:
— Заманында Республика башҡорт-төрөк лицейында белем алыуым менән бәхетлемен. Директор, уҡытыусы, тәрбиәселәребеҙ ифрат хәстәрлекле булды, һәр ҡайһыбыҙға шәхес итеп ҡараны. Ҙур рәхмәт уларға! Башҡорт, төрөк, инглиз, урыҫ телдәренән, теүәл фәндәрҙән ныҡлы белем биреүҙәре эшемдә ҙур ярҙам булһа, тәрбиәүи йәһәттән төплө кәңәштәре тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтә.
Лицейыбыҙҙың әле бер аҙ һынылыш мәле. Әммә республикабыҙға ғына түгел, тотош илгә яҡшы белгестәр әҙерләгән уҡыу йортобоҙ бирешмәйәсәк, сөнки уның үҙ йөҙө, йүнәлеше, иң мөһиме — артабан йәшәргә теләге, аныҡ маҡсаттары бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. DOĞAN COŞKUN
    DOĞAN COŞKUN от 20.12.2012, 18:26
    Большое спасибо Марату Agay, Firedevs Apay,

  2. Ебург
    Ебург от 21.12.2012, 12:41
    Бес молодец!

Комментарий өҫтәргә