Шығырым тулы тамаша залында күпселекте ир-ат тәшкил итә. Бик һирәк осрай торған күренеш, шулаймы? Республика башҡорт лицейын төрлө йылдарҙа тамамлаған йәштәр туған уҡыу йортоноң 20 йыллыҡ байрамын ошолай дәррәү йыйылып билдәләне.
Тарихҡа күҙ һалғанда, үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Өфөлә үҙенсәлекле белем усағының барлыҡҡа килеүе йәш милләттәштәребеҙ өсөн яңы мөмкинлек асты. Башҡорт, төрөк, урыҫ, инглиз телдәрен яҡшы белгән, милләтен үҫтерә алырҙай ир-егет әҙерләү маҡсаты менән ойошторолған уҡыу йортона Төркиәнән
килгән Хөсәйен бей Шенгүндең етәкселек итеүе, тәрбиәселәрҙең дә ошо уҡ милләттән булыуы тәүге мәлдә ғәжәп күренеш кеүек тойолғайны.
— Өр-яңы башланғысҡа нигеҙ һалынған ифрат матур осор булды, — тип иҫкә алды шул ваҡытты әлеге кисәлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова. — Барыһы ла "аҡ ҡағыҙҙан" башланһа ла, маҡсатыбыҙ аныҡ, яҡты булғанлыҡтан, эшебеҙҙең һөҙөмтә биреренә, белем усағының тиҙ арала иң яҡшылар иҫәбенә инеренә ышандыҡ. Өмөтөбөҙ аҡланды.
Республика башҡорт лицейы егеттәре элек-электән һәләтле, етди, һәр эштә өлгөр булыуы менән айырылып торҙо.
— Был һыҙаттарға уҡыу йорто "Республика башҡорт-төрөк лицейы" булып йөрөгән осорҙа нигеҙ һалынды, — тине белем усағын асыуға күп көс һалған уның өсөнсө директоры Марат Хафизов. — Лицейҙа тәү баштан уҡ ныҡлы белем биреү менән бер рәттән, тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленде. Бында Хөсәйен бейҙең, төрөк тәрбиәселәренең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Лицей директоры, эше ни ҡәҙәр күп булмаһын, һәр уҡыусы менән айырым һөйләшеп ултырырға ваҡыт таба торғайны.
Ата-әсәгә лә ишеге һәр саҡ асыҡ булды. Төрөк педагогтарында тағы ла шундай матур һыҙат бар: улар күмәк кеше араһында бер ваҡытта ла баланың кәмселектәре хаҡында һөйләмәй, йөҙөн йыртмай. Был, белеүегеҙсә, Рәсәй мәктәптәренең күбеһенә хас түгел. Беҙҙә бит директорҙар ҙа, ҡағыҙ мәшәҡәтенән арына алмайынса, уҡыусыларға тейешенсә иғтибар бүлмәй. Ошо йәһәттән төрөктәр белем биреүгә икенсе төрлө ҡараш алып килде, яңы алымдар менән эшләргә өйрәтте.
Лицейҙы төрлө йылда тамамлаған егеттәрҙе белемгә ынтылыш, ныҡышмалылыҡ, рухлылыҡ, олоһона ла, кесеһенә лә ихтирам кеүек уртаҡ һыҙаттар берләштерә. Әлеге байрамда был тойғоларҙың көсө айырыуса ныҡ һиҙелде. Туған мәктәптәренең бөгөнгө хәле — мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙең тулҡынына эләгеп, балаларҙың башҡа бинала белем алырға мәжбүрлеге — ныҡ борсой элекке уҡыусыларҙы. Әммә зарланып ултырмайҙар, лицейға көсөнән килгәнсә ярҙам итәләр. Мәҫәлән, Илсур Сөләймәнов 2010 йылда булдырған "Үҫеш фонды"
уҡыу йортонда олимпиада йүнәлешен үҫтереүгә, семинарҙар, оҫталыҡ кластары ойоштороуға, матди-техник торошто нығытыуға булышлыҡ итә. Лицейҙы тамамлаған башҡа егеттәр ҙә ихлас ярҙам иткәнлектән, фондтың ҡеүәте көндән-көн нығый. Әлеге күркәм байрам да — уларҙың ҡаҙанышы.
— Башҡортостанда ғына түгел, илдә билдәлелек алған лицейыбыҙ йәшәргә тейеш, беҙ уға ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, — тине белем усағының яҙмышы өсөн янған егеттәр.
Уларҙы әлеге уҡыусылар ҙа ҡеүәтләне: "Бәхетемде ситтә түгел, һиндә табырмын!" тип йырлауҙары, ҡурайҙа һыҙҙырып уйнауҙары милли уҡыу йортоноң яҡты киләсәгенә ышанысты тағы ла нығытты.
Белем усағы өсөн 20 йыллыҡ ғүмер, әлбиттә, күп түгелдер. Әммә, кеше яҙмышы менән сағыштырғанда, дәрт-маҡсаты ташып торған арғымаҡ кеүек мәле. Йүгәнләрлек батырҙары булғанда, алға ҡарай сабасаҡ та сабасаҡ әле ул!
Ринат МАНСУРОВ, тәүге — 1996 йылғы — сығарылыш уҡыусыһы, эшҡыуар-юрист:
— Заманында Республика башҡорт-төрөк лицейында белем алыуым менән бәхетлемен. Директор, уҡытыусы, тәрбиәселәребеҙ ифрат хәстәрлекле булды, һәр ҡайһыбыҙға шәхес итеп ҡараны. Ҙур рәхмәт уларға! Башҡорт, төрөк, инглиз, урыҫ телдәренән, теүәл фәндәрҙән ныҡлы белем биреүҙәре эшемдә ҙур ярҙам булһа, тәрбиәүи йәһәттән төплө кәңәштәре тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтә.
Лицейыбыҙҙың әле бер аҙ һынылыш мәле. Әммә республикабыҙға ғына түгел, тотош илгә яҡшы белгестәр әҙерләгән уҡыу йортобоҙ бирешмәйәсәк, сөнки уның үҙ йөҙө, йүнәлеше, иң мөһиме — артабан йәшәргә теләге, аныҡ маҡсаттары бар.