Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт һәм яза
Кем килә арбала? Мәйет...

Федоровка. Ошо көндәрҙә район полицияһына ҡото алынған кешеләр мөрәжәғәт иткән: ат егелгән арбала мәйет ята! Тәфтиш фаразына ҡарағанда, 28 йәшлек был кешене 32 йәшлек танышы үлтергән – ыҙғышҡандан һуң уның башына үҙе яһаған мылтыҡтан атҡан. Әле “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, ғәйепләнеүсенән һорау алыу бара.

Араҡы еткәнме башына, инвалидмы?

Бәләбәй. 24 йәшлек ҡатын үҙенең йәшелсә баҡсаһында үле килеш табылған. Уның үлтерелеүе билдәле булғас та, полиция шунда уҡ шикле кешене тотҡан. Ҡатындың өйҙәш ире 36 йәшлек инвалид булып сыға. Баҡһаң, 23 октябрҙә үк бергәләп араҡы эсеп ултырғанда араларында ыҙғыш сыға, һәм теге әҙәм ҡатындың башына утын менән бер нисә тапҡыр һуға, тегеһе шунда уҡ йән бирә.

Тәмәке кеше ғүмеренә торошло

Белорет. Күптән түгел төнгө сәғәт өстә ҡаланың шәхси секторындағы ағас йортта янғын сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы хәбәр итеүенсә, утты һүндергәс, унда 80 йәшлек әбей менән уның ике улының янған мәйеттәре табылған. Янғын сығыуға тәмәке тартыу сәбәпсе тип фаразлана.

Бына һиңә педагог!

Өфө. Республика Прокуратураһы 36 йәшлек Петр Игнатьевҡа ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған. Юғары педагогик белемгә эйә булған был кеше Интернеттағы социаль селтәрҙә үҙе асҡан биттә бәлиғ булмаған һәм 14 йәшкә етмәгән балаларҙың порнографик һүрәттәрен урынлаштырған. Игнатьев ғәйебен тулыһынса таныған, хәҙер уға 10 йылға саҡлы иркенән мәхрүм ителеү янай.

Ярай әле анонимсылар бар

Баҡалы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Баҡалы” муниципаль-ара бүлегендә урындағы состав менән эшләү буйынса төркөм етәксеһенең алдашыуы һәм үҙ вазифаһын яман ниәттә файҙаланыуы асыҡланған. Ул үҙенең ҡыҙын документтар тултырыусы итеп эшкә урынлаштырған, ләкин тегеһе бер көн дә эшләмәйенсә декрет ялына киткән һәм һөҙөмтәлә законһыҙ рәүештә 63 мең һум аҡса алған. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына аноним хәбәр килгәс, тикшереүселәр был етәксене һәм уның ҡыҙын эштән бушатырға, аҡсаны кире ҡайтарырға ҡушҡан.

Наркомандар ҡалмағандыр ҙа

Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат. Ошо өс ҡалала наркотиктарға ҡаршы акция рәүешендә 846 сара ойошторолған, уларҙа 127 мең кеше ҡатнашҡан. Акция барышында наркотиктар әйләнешенә ҡағылышлы 181 енәйәт асыҡланған, наркотикты медицинаға бәйле булмаған маҡсатта файҙаланған өсөн 36 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. “Ышаныс телефондары”на наркомания енәйәттәре ҡылыныуы тураһында 194 кеше шылтыратҡан, уларҙың егерме бере дөрөҫлөккә тап килгән, һәм был енәйәттәр буйынса әле хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә.

Иң хәүефһеҙ урын – суд залы

Нуриман. 57 йәшлек пенсионер ҡатын суд ултырышына бер литр бензин менән шырпы тотоп килгән, ләкин приставтар һәм полиция уның әйберҙәрен тартып алған.
Ҡатын өсөнсө йыл ҡәйенһеңлеләре менән судлаша, сөнки 2009 йылда тегеләре уға үлтереү менән янаған. Суд уларҙы ғәйепле тип тапҡан һәм компенсация түләтергә ҡарар сығарған, ләкин ҡәйенһеңлеләре хөкөм ҡарары буйынса юғары инстанцияға ялыу биргән. 4 декабрҙәге ултырышҡа апай шуға бензин тотоп килгән дә инде. Был ҡылығын ул, суд ҡәнәғәтләнерлек ҡарар ҡабул итмәһә, үҙ-үҙен яндырырға йыйыныуы менән аңлатҡан.
Криминаль хроника сығанаҡтарынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә