Кем килә арбала? Мәйет...Федоровка. Ошо көндәрҙә район полицияһына ҡото алынған кешеләр мөрәжәғәт иткән: ат егелгән арбала мәйет ята! Тәфтиш фаразына ҡарағанда, 28 йәшлек был кешене 32 йәшлек танышы үлтергән – ыҙғышҡандан һуң уның башына үҙе яһаған мылтыҡтан атҡан. Әле “Үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған, ғәйепләнеүсенән һорау алыу бара.
Араҡы еткәнме башына, инвалидмы?Бәләбәй. 24 йәшлек ҡатын үҙенең йәшелсә баҡсаһында үле килеш табылған. Уның үлтерелеүе билдәле булғас та, полиция шунда уҡ шикле кешене тотҡан. Ҡатындың өйҙәш ире 36 йәшлек инвалид булып сыға. Баҡһаң, 23 октябрҙә үк бергәләп араҡы эсеп ултырғанда араларында ыҙғыш сыға, һәм теге әҙәм ҡатындың башына утын менән бер нисә тапҡыр һуға, тегеһе шунда уҡ йән бирә.
Тәмәке кеше ғүмеренә торошлоБелорет. Күптән түгел төнгө сәғәт өстә ҡаланың шәхси секторындағы ағас йортта янғын сыҡҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы хәбәр итеүенсә, утты һүндергәс, унда 80 йәшлек әбей менән уның ике улының янған мәйеттәре табылған. Янғын сығыуға тәмәке тартыу сәбәпсе тип фаразлана.
Бына һиңә педагог!Өфө. Республика Прокуратураһы 36 йәшлек Петр Игнатьевҡа ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған. Юғары педагогик белемгә эйә булған был кеше Интернеттағы социаль селтәрҙә үҙе асҡан биттә бәлиғ булмаған һәм 14 йәшкә етмәгән балаларҙың порнографик һүрәттәрен урынлаштырған. Игнатьев ғәйебен тулыһынса таныған, хәҙер уға 10 йылға саҡлы иркенән мәхрүм ителеү янай.
Ярай әле анонимсылар барБаҡалы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Баҡалы” муниципаль-ара бүлегендә урындағы состав менән эшләү буйынса төркөм етәксеһенең алдашыуы һәм үҙ вазифаһын яман ниәттә файҙаланыуы асыҡланған. Ул үҙенең ҡыҙын документтар тултырыусы итеп эшкә урынлаштырған, ләкин тегеһе бер көн дә эшләмәйенсә декрет ялына киткән һәм һөҙөмтәлә законһыҙ рәүештә 63 мең һум аҡса алған. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығына аноним хәбәр килгәс, тикшереүселәр был етәксене һәм уның ҡыҙын эштән бушатырға, аҡсаны кире ҡайтарырға ҡушҡан.
Наркомандар ҡалмағандыр ҙаӨфө, Стәрлетамаҡ, Салауат. Ошо өс ҡалала наркотиктарға ҡаршы акция рәүешендә 846 сара ойошторолған, уларҙа 127 мең кеше ҡатнашҡан. Акция барышында наркотиктар әйләнешенә ҡағылышлы 181 енәйәт асыҡланған, наркотикты медицинаға бәйле булмаған маҡсатта файҙаланған өсөн 36 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. “Ышаныс телефондары”на наркомания енәйәттәре ҡылыныуы тураһында 194 кеше шылтыратҡан, уларҙың егерме бере дөрөҫлөккә тап килгән, һәм был енәйәттәр буйынса әле хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә.
Иң хәүефһеҙ урын – суд залыНуриман. 57 йәшлек пенсионер ҡатын суд ултырышына бер литр бензин менән шырпы тотоп килгән, ләкин приставтар һәм полиция уның әйберҙәрен тартып алған.
Ҡатын өсөнсө йыл ҡәйенһеңлеләре менән судлаша, сөнки 2009 йылда тегеләре уға үлтереү менән янаған. Суд уларҙы ғәйепле тип тапҡан һәм компенсация түләтергә ҡарар сығарған, ләкин ҡәйенһеңлеләре хөкөм ҡарары буйынса юғары инстанцияға ялыу биргән. 4 декабрҙәге ултырышҡа апай шуға бензин тотоп килгән дә инде. Был ҡылығын ул, суд ҡәнәғәтләнерлек ҡарар ҡабул итмәһә, үҙ-үҙен яндырырға йыйыныуы менән аңлатҡан.
Криминаль хроника сығанаҡтарынан.