Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нәре күрке Баҙыян
Нәре күрке БаҙыянБыл яҡтарға тәүләп юлланыуым бишенсе класты тамамлаған йәйҙә булды. “Йомшаҡ урман бесәнен сабырға эшкиндең инде”, — тип һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ебәреп, атайым алыҫтағы бесәнлегебеҙгә мине лә эйәртте. Ағайҙар, ғәҙәттәгесә, велосипедтарына атланды, апайым бейек итеп айлыҡ кәрәк-яраҡ тейәлгән арба өҫтөнә менеп ҡунаҡланы. Ә мине иртә яҙҙа тәрән ҡар ярҙырып үҙебеҙ менгегә өйрәткән тайға атландырҙылар. Ҡыуаһы йә тыяһы юҡ инде уны, арба артынан үҙ яйы менән юртып тик бара. Тик бына эйәре юҡ, үндек кенә һалып бәйләнгәнлектән, ултырыуы яйһыҙ.

Ул яҡтарҙы электән йәйләү тип йөрөтәләр. Ҡайҙалыр алыҫта, Оло Ямантау төбөндә, икәнен белә инем. Унан Инйәр леспромхозы ағас ташый. Күккә ашып ултырған Бәләкәй Ямантауҙың янынан үтеп киттек. Ауыл эргәһендә үҙебеҙ арҡырыға ла, түбәһенә лә үрмәләп йөрөп өйрәнгән тау-ҡаялар менән сағыштырғанда бигерәк мөһабәт булып күренде ул. Бәләкәйе шулай булғас, олоһо иңләп сыҡҡыһыҙҙыр инде...
Эҫе көндә таш юлда үндек өҫтөндә һелкенеп егерме саҡрым үткәнсе, минең тирә-яҡ хозурлыҡтары менән һоҡланырлыҡ дарманым ҡалмағайны. Барып етеп, киң яландарҙың ситендәге шыршылыҡта ҙур ҡыуыш ҡороп, урынлашып алғансы эңер төштө.
— Бында, бейектә, төндәрен һалҡын була, йылы кейенегеҙ, — тип киҫәтте атай, йоҡларға йыйынғанда.
— Ҡайҙа — бейектә? — тип ғәжәпләнеп һораным мин, тирә-яҡта йәйрәп ятҡан иркен болондарҙы, улар барып төртөлгән бейек булмаған түбәләрҙе байҡап. Нәре күрке Баҙыян
— Һин егерме саҡрым буйына яйлап ҡына үргә артылып килдең, шуға тау башында икәнеңде белмәйһең әле, — тине Марат ағайым.
— Был тирә “субальпик” туғайҙар тип атала, — тип ҡушылды Булат ағайым. — Бер саҡрым тирәһе бейеклектә була улар.
— Шуға мин ҡайтҡанда еңел ҡайтам, — тине Марат ағай. — Гел тау аҫтына елдерергә бит.
О-һо! Тап-таҡыр, тип-тигеҙ юлдан кил-кил дә бер километр үргә артылып ултыр әле! Ике-өс йөҙ метрлыҡ ҡына ҡаяларға ла үрмәләй-үрмәләй ахмалға төшөп бөтәһең, ә төшөүе тағы ла ҡыйыныраҡ.
— Бына бынауында, Ослотау итәгендә, борон байрамдар үткәрә, уйындар ҡора торғайнылар, — тип хәтирәләргә төшөп китте атайым. Был ваҡытта беҙ дөрләп янған ут янына теҙелешеп ултырып, тирә-яҡты солғаған ҡараңғылыҡты күҙәтә, урман шауын тыңлай башлағайныҡ. Ул арала тағы ла бер нисә урында усаҡ янғаны күренде, улар йә беҙҙән түбәндәрәк, һыу буйында, йә юғарыраҡ, тау итәгендә үк ялпылдай. Ат янына айыу килеп өркөтмәһен өсөн уларҙың төнө буйы янып сығасағын беләм мин. Хәйер, беҙҙең тирәлә айыу йөрөү ихтималлығын уйлауы ла ҡыҙыҡ һымаҡ.
— Атай, ә һин дә йөрөнөңмө ул уйындарға? — Танауына еҫ керә башлаған, үҙе лә гармунда апаруҡ һыҙҙырған Марат ағайымды һаман Ослотау башындағы киске уйындар ҡыҙыҡһындыра.
Нәре күрке БаҙыянАтайым өндәшмәне, йөҙө яҡтырып китеп, усаҡҡа төбәлеп, ниндәйҙер хәтирәләргә сумғайны ул. Күрәһең, күңеле менән минең һымаҡ малай саҡтарына, ошонда йәйләүгә сыҡҡан, өлкәндәр уйын ҡорғанын ситтән генә көнләшеп күҙәткән замандарына әйләнеп ҡайтҡандыр... Беҙҙең ауылдан Балағош һырты менән генә, көн сығышынан — Нәре һырты, ә көньяҡтан Бәләкәй Ямантау менән ҡаймалған ошо киң оҙон үҙән атайымдың тыуып үҫкән ере икәнен беләбеҙ беҙ. Бая ғына юл буйында уларҙың ауылы ултырған Өкөатҡан яланын үтеп киттек. Унда, элек зыярат булған ҡайынлыҡта, олатайымдың ҡәбере лә һаҡлана. Ул урын рәсми күрһәткестәрҙә һаман да Әхмәтйән утары тип исемләнә әле. Малай ғына сағында атайым ошонан Сатра аша Ҡатауға арҡан баҙарына ла йөрөгән. Ауыр күбә арҡандарын артмаҡлатҡас, атҡа еңелерәк булһын өсөн малайҙарҙы һыбай мендерер булғандар. Ул ҡаланы беҙ хәҙер Силәбе өлкәһендәге Катав-Ивановск тип беләбеҙ.
— Силәбе өлкәһе шулай яҡын ғына булғанмы ни? — тип ағайымдан һорашҡан булдым, әңгәмәне ҡыҙыҡ йүнәлештән бормаҫ өсөн генә.
— Һе, йырағайып киткән тиһеңме? — тип һорау менән яуап бирҙе ул. — Бына, бесән бөткәс, Нәрегә көртмәлегә менерһең, шунан күренеп тора ул.
— Беҙҙең икенсе бесәнлек — Сатра буйындағыһы — шул Силәбе сигендә инде, күрерһең уны ла, — тип әллә йыуатты, әллә дәртләндерҙе Булат ағай.
Географияны өйрәнгәндә ер сигендә булып күренгән Силәбе өлкәһенә үк кереп бесән сабып йөрө әле! Етмәһә, минең йәшемдә атайым да ошонда ғына йәшәгән, анауында аҡҡан йылғала һыу ингән, бәрҙе мискәүләгән... Мин ишетеп кенә белгән Ҡатауға арҡан баҙарына ла барып йөрөгән әле. Әгәр олатайымды 1937 йылда “халыҡ дошманы” тип ҡулға алмаһалар, ҡыҙыҡ, мин дә ошо ерҙе тыуған яғым тиер инемме икән? Шул хаҡта уйлағас, үҙем әлегә күрмәгән Нәре һырты, Оло Ямантау күңелемә бермә-бер яҡынайҙы, уларҙы тиҙерәк күреү теләге менән ойоп киттем мин.
Иртәнге сәйҙән һуң, ғәҙәттәгесә, сабырға төштөк. Был тирә һирәк ағаслыҡ ине, ябай урман сабынлығы инде. Мин йән-яҡҡа ҡарап-ҡарап алғылайым, тик эргәләге ағастарҙан башҡа бер ни күренмәй.
— Хәҙер иҫке диләнкәгә сығабыҙ, төп бесән шунда ул беҙҙең, — тип йыуата миңә ниндәйҙер ҡыҙыҡ күрһәтергә ҡәһәтләнеп йөрөүсе Марат ағай.
Бына сираттағы ҡырҡымды башлар өсөн асыҡ яландың осона барып баҫҡан Булат ағай ҡарағай төбөндә өлгөрә башлаған ҡара көртмәлене өҙөп ҡапты ла беҙҙе көтөп алды:
— Ана, ҡарағыҙ.
Апайым менән ул күрһәткән яҡҡа баҡтыҡ. Әб-бә!.. Ғәжәйеп күренеш асылды беҙҙең алдыбыҙҙа! Беҙ килеп сыҡҡан, һирәк ағастары ҡалған, улар араһынан күтәрелеп килгән ваҡ ҡарағайҙар менән ҡапланған иҫке диләнкә яланын ҡаймаған текә урман һыҙаты өҫтөнән ап-аҡ ҡаялар теҙмәһе ҡалҡҡан... Улар ҡояшта сағыу балҡый, тешле-тешле түбәләре әллә ниндәй рәүештәрҙә, тик береһе генә күбәләй булып барыһынан да бейегерәк һерәйеп баҫҡан. Беҙ ҡарап һоҡланып торған арала ул түбәләр берсә болот күләгәһендә ҡалып ҡарағусҡылланды, берсә тағы ла ялтырап килеп сыҡты, берсә алас-йолас төҫтәр менән уйнаны. Бына ниндәй икәнһең һин, Нәре һырты!.. Мин дә шул тауҙың иң бейек ерендә, үрелеп болотто тоторлоҡ ҡына ерендә, аҫта карта кеүек асылған үҙәндәргә ҡарап торормонмо икән ни?
Аҙаҡ ул түбәләрҙең ҡара болот ҡамауында ҡалғанын да, томан аҫтынан түбәләре генә сәйер һерәйеп торған саҡтарын да күрергә тура килде. Ә ҡыш көнө бесән алырға килгәндә түбән ҡояш аҫтында үтә лә баҙыҡ яна ине улар. Бер тапҡыр хатта һырттың тулған ай нурҙарында ҡойонған сағын да ғәжәпләнеп күҙәттем. Һәр түбәнең айырым исеме бар унда: иң сусайып торғаны — Баҙыян, арыраҡ — Кәзәбил, Олобил... Әле яңыраҡ ҡына Нәре һыртының бер үренә Салауат Юлаев исеме бирелеү тураһында мәғлүмәтте уҡығас, уйға ҡалдым: мин йыраҡтан һоҡланып баҡҡан, ҡала йорттарылай таштарына үрмәләп, билдән булып сырмалған артыштарын йырып, келәмдәй түшәлгән ҡыҙыл көртмәлеһен һоҫоп йыйған таныш түбәләрҙең ҡайһыныһы батырыбыҙ исеме менән аталды икән? Улай тиһәң, тарихи риүәйәттәрҙе иҫләһәң, Салауат ошо тирәләрҙә лә яу әләме күтәреп йөрөгән түгелме?
Ике нәмә әле лә ғәжәпләндерә мине. Унда тим, саҡрым ярымлыҡ бейеклеккә һерәйгән яланғас таш донъяһында, ҡайҙан һыу тора ала? Бар бит, бар! Йәнә лә, ул ерҙәр хәҙер Көньяҡ Урал ҡурсаулығының иң уртаһында тороп ҡалғас, ҡалайтып унда туристар барып менә? Менәләр бит: Интернет селтәрендә Нәре тауҙарына мәҙхиә йырлаған сәйәхәтнамәләр бихисап.
Йыуатҡан нәмә лә бар. Беҙҙең өҙгөләш-йыртҡылаш заманында, баҫыуҙар ғына түгел, урмандар ҙа һатылып, тик табыш сығанағына әйләндерелеп, аяуһыҙ таланған ваҡытта, исмаһам, тим, Инйәр тирәһендә шаҡтай ҡалын ҡәүем булып таралған Шәрәфетдиновтар нәҫеленә баш биргән Әхмәтйән олатабыҙ төйәге тейелмәй ҡалыр. Ҡурсаулыҡ һаҡлар уның һөйәктәрен. Атайымдың әле лә иҫән Рамазан, Хәйерзаман ҡустылары менән бергә уйнап үҫкән тауҙары, һыу ингән, бәрҙе мискәүләгән Рәүәт йылғаһы, улар йәйләгән йәйләү һиллектәре, ап-аҡ булып балҡыған Нәре һырты түбәләренең сағыулығы менән бергә...
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873