Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ...”
Заманыбыҙ тураһында әрнеүле уйланыуҙар

Башҡорт, ғөмүмән, төрки халыҡтарҙың ҡәҙерле һәм һөймәлекле шағиры Мифтахетдин Аҡмулла ауыҙынан сыҡҡан һүҙ менән башланған ошо юҫыҡтағы мәҡәлә бер нисә йыл әүәл республикалағы журналдарҙың береһендә донъя күргәйне инде. Бәлки, әйтелгән һүҙ менән хушланырға ла кәрәк булғандыр. Әммә ағын һыу кеүек түгел, ә ел-дауыл һымаҡ ҡотороноп үтеүсе тормош ваҡиғаларҙы алмаштырып ҡына сикләнмәй, уларға баһаларҙы ла үҙгәртә.

Әҙәм балаһының тәбиғәтендә аңлатып бирә алмаҫтай бер феномен бар: изгелек итһәң, йыш ҡына яуызлыҡ емешен татыйһың, ихлас, тырыш хеҙмәт күрһәтһәң, башыңа туҡмаҡ төшә, бурысҡа аҡса биреп торһаң, дошманға әүереләһең. Боронғолар: “Таш менән атҡанға аш менән атығыҙ”, — тип өгөтләп, ахыры, хаслыҡты дуҫлыҡ йылыһы менән еңергә өмөтләнгән.
Халыҡ, ғөмүмән алғанда, һис ҡасан да яңылышмай, ләкин уның быуаттар буйы һаҡлап һәм тулыландырып килгән рухи ҡанундары ла беҙҙең әхлаҡһыҙ заманда емерелә, шикелле. Үҙ иленең мәртәбәһен һанламаған быуын менән бер һауаны һуларға һәм бер инештең һыуын эсергә мәжбүрбеҙ. Ололар һүҙенә илтифат булмаған илдә хатта йөрәк ярып сыҡҡан сабыйҙың да ҡәҙере булмай. Телевизор экрандарын байҡайһың да, гәзит биттәренә күҙ һалһаң, бар донъя, аҡылынан ваз кисеп, үлтереш, фәхеш, аҡса өсөн йән алыш юлына баҫҡан икән, тип уйлайһың. Уйлау нимә, ҡан һәм күҙ йәше йәшәү рәүешебеҙгә әйләнә кеүек, бына-бына беҙ шунда сәсәп үлербеҙ һымаҡ.
Донъя, әлбиттә, мәңгелек түгел, әммә кеше ғүмере өсөн меңдәрсә йылдар ҙа — мәңгелек. Әҙәм балаһы үҙ хеҙмәтенән кинәнес табып йәшәһен өсөн Хоҙай Ер йөҙөндә һәммәһен дә бар иткән. Улай ғына ла түгел, Аллаһу Тәғәлә үҙенә тип тәғәйенләнгән мал-мөлкәтте кеше тағы ла ишәйтер, рәхәтлек донъяһын үҙ ҡулдары менән төҙөр тип өмөтләнгән. Ә беҙ...
Аңлашылалыр, мин бында донъяла барған ғәләмәттәргә ҡарата борсолоуымды белдерәм. Һүҙ Рәсәй тураһында ла бармай, Башҡортостанға ла ишара яһау юҡ. Хәйер, бер үк күк аҫтында йәшәгәс, донъя йөҙөндә ни бар, ул, тулҡындың осо булып булһа ла, беҙҙең ярға ла килеп һуға. Емергес тулҡындар юлына — быуа, дауылдар юлына шаршау ҡорор әмәлдәр юҡ.
Башҡортостаныбыҙ байтаҡ йылдар именлекте һәм халыҡтарының дуҫ-татыулығын иң оло хазина күреп йәшәүсе ил булды. Был эш һәм ижад менән мәшғүл халыҡтар өсөн тәбиғи хәл. Яҙғы баҫыуҙа, ғәҙәттә, ике төрлө зат була: тупраҡҡа орлоҡ һибеүсе игенсе һәм уның баш осонда ҡысҡырышып осоусы сәүкәләр. Һәр кемдең үҙ шөғөлө — кемдер ашлыҡ үҫтерә, икенсе берәүҙәр: “Дөрөҫ эшләмәйһең, мин былай итер инем”, — тип фәстерә.
Бының да үҙ логикаһы бар. Иген иккәндә, йорт һалғанда йә балалар уҡытҡанда, барабан һуҡмайҙар бит. Хеҙмәт шөғөлө әхлаҡ кимәленә ҡуйылған йәмғиәттә башҡарыласаҡ эштәр хаҡында ҡысҡырып йөрөмәйҙәр. Тоталар ҙа эшләйҙәр. Башҡортостан да шулай тыйнаҡ холоҡло хужа һымаҡ. Мостай ағай Кәрим әйтмешләй, “маҡтанмайбыҙ, маҡтанырға урыны булғанда ла”. Әгәр шаулашһаҡ та, ул — байрамдарҙа, ҡәрҙәштәребеҙҙе күреү шатлығынан. Ә былай, көндәлек тормошта, Башҡортостан, зиннәтле һарайҙар һымаҡ итеп, йорттар төҙөй, асфальт юлдар һала, фестиваль-конкурстар үткәрә — иҡтисади хәле сәләмәт, сәйәси тормошо тотороҡло һәр дәүләт башҡара торған эштәр менән мәшғүл.
Республикалағы башҡарылған хәл-ғәмәлдәр хаҡында яҙыла, һөйләнелә килә. Ул, әлбиттә, кем алдындалыр хисап биреү йәки маҡтаныу өсөн түгел. Ҡайһы саҡ, республика өҫтөнә нахаҡ ғәйбәт өйөүселәрҙең күҙенә бөтөн булған эште төртөү зарурлығы килеп тыуа. Әммә күрмәгән күрәғараларға ниндәй күҙлек кейҙерергә һуң? Ғөмүмән, ундайҙарға Башҡортостаныбыҙҙы етәкләп йөрөтөп күрһәтеү кәрәкме икән?
Мин — байтаҡ ғүмер кисергән, яҙмыш тарафынан гел генә иркәләнмәгән оло кеше. Элек ниҙәр эшләнгәнлеген, бөгөн ниҙәр башҡарылыуын сағыштырырға тулы форсатым бар. Власть алдында яҡшатланыу ғәҙәтенән дә азатмын. Әгәр кемдәрҙер власты ниндәйҙер өҫтөнлөк тип һанай икән, ул яңылыша, власть — йөк. Ауыр йөк. Фекер эйәһе Жан-Жак Руссо: “Закон сығарыу власы — дәүләттең йөрәге ул, ә башҡарыу власы — уның мейеһе”, — тигән. Дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр бит, һәм республикабыҙ идара итеү системаһында ошо ике орган да бер-береһен тулыландырып эшләй.
Ноябрь уртаһында, ниһайәт, донъя аҡ биләүгә төрөндө. Ер йөҙөнә йәнә сафлыҡ ятты. Йонсоған, арыған, күҙ йәштәре менән йыуынып, ҡайғы менән һөртөнгән тормошобоҙҙо бер аҙға ғына булһа ла нурландырырға теләгәндәй, ергә паклыҡ төштө.
Аҡ төҫтә тәрән мәғәнә бар. Сабый донъяға килгәс үк уны ап-аҡ биләүҙәргә биләйҙәр. Исем биргәндә уға аҡ бәхеттәр, аҡ юл теләйҙәр. Ғүмерҙең ахырғы юлына оҙатҡанда ла әҙәм балаһын аҡ кәфенгә төрәләр. Шуның өсөн, аҡ күбәләктәр кеүек өйөрөлөп ҡар яуа икән, һуғыш һәм енәйәттәр менән йәрәхәтләнгән, алдыҡ һәм мәкерлектәр менән бысранған еребеҙҙе тәбиғәт үҙе сафландырырға теләйҙер.
Яурыныма күбәләк-ҡарҙар
ҡуна —
Фәрештәнең ике ҡанаты.
Һана: әле нисә таңым ҡалған,
Һуҡмай микән һуңғы сәғәтем?
Республикала ишле балалар табып тәрбиәләгән әсәләргә йылына бер нисә мәртәбә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Бүләк алыусы әсәләрҙең йөҙөнә иғтибарлабыраҡ ҡараһаң, ул күҙҙәрҙәге йылылыҡ, нур, мөхәббәт бөтә донъяны яҡтыртып ебәрер кеүек. Ошо әсәләрҙең хәстәрҙәре янында беҙҙең булыр-булмаҫ мәшәҡәттәр нимә лә, башҡарған эштәребеҙҙе әсә иңенә төшкән йөк менән сағыштырырлыҡмы ни? Республикабыҙҙың хәҙерге етәкселегендә лә, ғаиләнең иң изге даирә булып ҡалыуын аңлау күренгәндәй.
Әммә, үҙебеҙҙе ни ҡәҙәре генә дәртләндерһәк тә, ғаилә һәм бала ҡәҙерен боронғоларса ихласлыҡ һәм әхлаҡи яуаплылыҡ менән белеүҙән барыбер алыҫбыҙ. Бала табыу йорттары менән моргтар араһында барыусы өҙлөкһөҙ ярышта үлем йорттары өҫтөн сыға. Республикабыҙҙа ла яңы тыуған сабыйҙарҙың теге донъяға китеүселәрҙән өҫтөнлөгө бер нисә районда ғына күренә. Рәсәй халҡы, шул иҫәптән илебеҙҙә көн күреүсе байтаҡ ҡәүемдәр, үлеп юғалыу юлына баҫты. Ошо проблеманы өйрәнеүсе Наталья Римашевскаяның әйтеүенә ҡарағанда, әжәл менән алышта халҡыбыҙ ун биш йыл инде еңелеп килә. Һәр йыл Рәсәй халҡы уртаса бер миллион кешегә кәмей. Профессор шулай уҡ “кире ҡайта алмау нөктәһе” тигән термин да уйлап сығарған. Ошо нөктәгә еткән ҡәүемдең ҡабаттан тергеҙелә алыуына өмөт юғала икән. Демографтарҙың күҙаллауынса, 2025 йылға илебеҙҙә 125 миллион, тағы сирек быуаттан 100 миллион кеше ҡалыуы ихтимал.
Әллә нужа ҡыуа, әллә генетик тамырҙар тарта, һуңғы йылдарҙа ҡала кешеләренең ауылға күсеүе күренә башланы. Тик шуныһы: ауылға олоғайған, хәлһеҙләнгән халыҡ ҡайта. Ә ауыл... Һуңғы ун өс йыл эсендә Рәсәй картаһынан 11 мең ауыл һәм 290 ҡала юйылған. Быу булып күккә осҡан. Дөрөҫөрәге, теге донъяға күскән. Тағы ун өс мең ауыл — һәр унынсыһы тиерлек — халыҡһыҙ тороп ҡалған. Улар, әлбиттә, ҡағыҙҙа бар, сөнки һәр береһендә күсеп китер ере булмаған ҡарт-ҡоро ғаилә көн күрә.
Күҙ алдына килтерергә тырышығыҙ: бына беҙ сәй эсәбеҙ, эшкә йөрөйбөҙ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ сериалдарҙы, эстрада “йондоҙҙары”ның тамашаларын ҡарайбыҙ, ә шул мәлдә, һәр көн, Рәсәйҙә ике ауыл юҡҡа сыға. Ә инде, күңелһеҙ иҫәп-хисапты дауам итһәк, быйылғы ун айҙа 730 мең кешене юғалтҡанбыҙ. Псков йәки Новгород өлкәләрендә ошо хәтлем халыҡ йәшәй. Шул сама кеше Карелия йәки Мордовия, Орел, Амур өлкәһенең халҡын тәшкил итә. Тимәк, һәр йыл илебеҙ бер губернаға әҙерәк була бара. Бындай дәүләттең киләсәге бармы һуң?
Мин был юлы бандитлыҡ ҡорбандары булған, юл-транспорт фажиғәләренә эләккән, һыуҙа батып, эскелектән үлгән кешеләр тураһында һөйләргә йыйынмайым. Был юҫыҡта һүҙ алып барғанда төрмәләрҙә һәм колонияларҙағы миллион ватандашыбыҙҙы ла онота алмайбыҙ. Әммә улар — әүҙем тормоштан ваз кискән, ярты үлек халыҡ урамдарҙағы хәйерселәр, асарбаҡтар, йорт-ерһеҙҙәр, ата-әсәһе тере килеш етем ҡалған балалар, тыумаҫ элек ғүмерҙәре өҙөлгән сабыйҙар. Әйтерһең, беҙ күрмәгән-белмәгән яман көс халҡыбыҙға ҡаршы аяуһыҙ һуғыш алып бара. Һөжүмдең ҡайҙан булырын, йәндәребеҙҙең ҡайһыһын ҡыйырын белмәйбеҙ. Бәлки, белергә теләмәйбеҙҙер ҙә. Әйткәндәй, ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алырға тейешле дәүләт уларҙың һанын үҙе лә белмәй: йә 580 мең ти, йә 620 мең тип раҫлай. Нисек кенә булһа ла был һандар — йән өшөткөс. Өҫтәүенә, тағы бер нисә мәғлүмәт: Рәсәйҙең баш гинекологы Владимир Куликовтың раҫлауынса, ауырға ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙың 30 проценты ғына сабыйына йән бирә икән. Тимәк, 100 сабый донъяға килгәндә, 215 – 230-ының ғүмере өҙөлә.
Килтерелгән һандар һеҙҙе ышандырҙымы? Йөрәгегеҙҙә ут ҡабындымы? Тәмәке тоҡандырғанға ҡарағанда күңел усағында ут ҡабыҙыу артығыраҡ. Тәмәке тигәндәй, ул бәлә халҡыбыҙҙың тағы бер әжәле булып бара. Йылына 400 мең ватандашыбыҙ ғүмерен тәмәке төтөнө менән осора. Рәсми статистикаға, әлбиттә, ышаныс аҙыраҡ, әммә тәмәкесе 36 миллион ҡәрҙәшебеҙҙән ир-аттың 80 проценты һәм ҡатын-ҡыҙҙың яртыһы мәктәп йәшендә үк тарта башлаған. Хәҙер ундан 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең өстән бер өлөшө тарта, шуларҙың 12 процентының был ғәҙәт ҡанына һеңгән. 1986 йылдан бирле тәмәкесе ҡыҙҙарҙың һаны өс тапҡырға артҡан. Миңә урамда, баҙарҙа сәскә һатыусы сибәр ҡыҙҙарҙың тәмәке тартыуын, һыра һемереүен күреүе ғәжәп сәйер. Матурлыҡ, наҙ әшәкелек менән нисек һыйыша ала икән? Әхлаҡлылыҡтың ҡанатын ҡайырғанда һәм намыҫыңдың күҙен томалағанда, бөтәһе лә мөмкин, ахыры. Америкала тәмәкеселәрҙе халыҡ алдында аҫҡандар, Төркиәлә осло ҡыуалға ултыртҡандар, Италияла тере килеш диуарға көпләгәндәр, имеш, тигән риүәйәттәр бар. Бындай вәхшилектәр хәҙер мөмкин түгел. Әммә 1604 йылда Англия короле Яков I яҙып ҡалдырған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ: “Тәмәке тартыу — күҙ өсөн ғәйәт насар, танау өсөн сирҡанғыс, мейе өсөн зыянлы һәм үпкә өсөн ҡурҡыныс ғәҙәт”. Бөйөк Петр батшаға ҡәҙәре Рәсәйҙә лә тәмәкеселәргә ҡараш бик ҡырыҫ булған.
Кеше башына төшкән бәлә-ҡаза сығанағын әллә ҡайҙарҙан эҙләй. Насар йәшәүебеҙҙә океан аръяғындағы ниндәйҙер көстәр ҙә ғәйепле һымаҡ. Йәки етәкселәребеҙ зирәк һәм йүнсел түгел. Унан ҡалһа, ҡар көткәндә — ямғыр яуа, көнбайыштан сығыр тип өмөтләнһәң, ҡояш, ғәҙәтенсә, көнсығыштан килеп ҡалҡа. Йонсотҡан проблемаларҙың сәбәбен үҙебеҙҙән табырға тырышһаҡ икән. Ғүмер баҡый нимәгәлер һәм кемгәлер һылтанып йәшәү мөмкин түгел.
...Ыҙғар ҡышты һағыныу ситен тойолһа ла, һағындырған икән. Уның ябалаҡ-ябалаҡ ҡарҙары, ботаҡтарға ҡунған гәлсәр бәҫтәре, тәҙрә быялаһындағы ғәжәйеп биҙәктәре гел генә юҡһындырып торған. Аҡ төҫ һис ҡасан да ялҡытмай. Паклыҡта донъяның һәм кеше күңеленең иң матур сифаттарылыр.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы, татлы Еңеү шарабын әсе күҙ йәштәренә шыйыҡлатып эскән йылдар. Йөрәктәр берсә яҙын талға ҡунған һандуғастай талпына йә ямғырлы көҙ кеүек иламһырай башлай.
Иленең яртыһы харабаларҙа ятҡан һәм донъя тотҡаһы булған улдарын-ҡыҙҙарын ғына түгел, бәлки, бихисап сабыйҙарын да юғалтҡан халыҡтың ул саҡтағы кисерештәрен, үҙ башынан үткәрмәгәс, бөгөнгө кешеләр аңлай аламы икән? Аслыҡ һәм етемлек ергә эйелткән халыҡ, һуғышта еңеү шауҡымынанмы, дәртлерәк, бер-береһенә ярҙамсылыраҡ һәм берҙәмерәк ине, ахыры.
Мин ауыл кешеләренең эшкә дәррәү ҡуҙғалып, унан кисен йырлашып ҡайтып инеүҙәрен әйтмәйем. Хәйер, йырлап йәшәгән кешенең күңелендә кер булмай. Икенсе факт бөгөн булһа ғәжәпләндерә: ил күләмендәге бер генә сәйәси байрам да, мәҫәлән, ауылыбыҙ клубында спектакль йә концертһыҙ үтмәй. Сәхнә биҙәү әйберҙәре, артистарҙың кейем-һалымы тәбиғи, ауыл буйлап йыйып алына. Уйнаусылар ҙа таныш, әммә был байрам кәйефен һүрелтмәй.
Концерт иһә бигерәк шәп. Егеттәр һәм ҡыҙҙар, хорға теҙелеп:
Э-эх, йәш ҡыҙҙар!
Э-эх, йәш егеттәр...
Матурҙар, алтын кеүектәр,
Эштә ялҡын кеүектәр, —
— тип клуб күтәрелеп китерҙәй итеп һуҙып ебәрһә, һүнгән тигән йөрәктә лә осҡон ҡабына ине.
(Дауамы бар).
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
публицист.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872