Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр һүҙебеҙҙе уйлап һөйләйек
Әҙәм балаһы йыш ҡына төрлө хатаға дусар була. Быны Аллаһы Тәғәлә үҙе “кешенең яратылыуы менән көсһөҙ” тип аңлата. Шул уҡ ваҡытта хаталарҙы һәр ваҡыт ғәфү итеп, ихлас тәүбәләребеҙҙе ҡабул ҡылырға әҙер тороуын да әйтә.
Һәр кеше үҙенсә уйлап эш иткәнгә һәм ҡайһы саҡта хаталар ҙа булғанға күрә, ғаиләлә йәки коллективта ихтилафтар, ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә. Был — тәбиғи хәл. Әммә ҡаршылыҡтар тауыш-ғауғаға килтерергә тейеш түгел. Был мәсьәләне дини йәһәттән бер аҙ яҡтыртып үтергә булдыҡ.

Тамырҙарыбыҙға яманлыҡ хас түгел

Ғаиләлә атай-әсәйҙең бер-береһе менән әрләшеүе, төрлө ыҙғыш баланың күңеленә ҙур йәрәхәт һала. Беренсенән, ул донъяның йәмен, наҙын, өлкәндәрҙең мөхәббәтен юғалтһа, икенсенән, шул тәрбиәгә өйрәнеп, буйһоноп, күнегеп үҫә.
Бындай ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән бала күберәк ваҡытын урамда үткәреүсән һәм башҡа тиңдәштәренә насар үрнәк булып тора.
Ата-бабаларыбыҙҙа бер-береһен яманлау осрағы булдымы икән? Насар һүҙ ҡулланыу аҡыллы кешенең эшеме? Тамырҙарыбыҙҙан айырылып, кемдәргә эйәрәбеҙ?
Рәсүлебеҙ: “Кешене әрләү — яманлыҡ”, икенсе бер хәҙистә: “Мосолман — шул уҡ кеше, әгәр башҡа мосолмандар уның ҡулынан да, теленән дә ауырлыҡ күрмәһә”, — тигән.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә иманлы кешеләргә: “Әй, иман килтереүселәр! Берегеҙ икенсегеҙҙе кәмһетеп көлмәһен! ...Бер-берегеҙҙең ғәйебен ғәйбәт итеп һөйләмәгеҙ! Бер-берегеҙгә алама ҡушамат таҡмағыҙ!” — тип мөрәжәғәт итә.

Үҙең эшләмәһәң, башҡаны өйрәтмә

Нәсихәт — ул аҡыл өйрәтеү, тип уйлайҙыр күптәребеҙ. Был — ҙур хата. Нәсихәт саф күңеллелек, ихласлыҡ нигеҙендә башҡарыла. Ә һүҙ менән өгөтләү, дөрөҫ юл күрһәтеү — уның бер төрө генә. Нәсихәт әйтеүгә Аллаһы Тәғәлә шундай шарт ҡуйған: “Әй, иман килтергәндәр, ни өсөн үҙегеҙ башҡармаған эштәрҙе һөйләйһегеҙ? Аллаһы Тәғәләнең ундайҙарҙан күңеле ҡайта”.
Кеше башҡаға нәсихәт әйтә икән, үҙе шул эште башҡарған булырға тейеш. Был — раббыбыҙҙың шарты. Үҙе ҡыл да ҡыбырҙатмайынса, башҡаларға аҡыл һатҡан кеше нәфрәт кенә уята. Һөҙөмтәлә, асыу итеп, киреһенсә, яманлыҡ ҡылыныуы ихтимал. Рәсүлебеҙ үҙеңә ҡушылған эштәрҙе башҡарып, кешегә өйрәткән хәлдә лә: “Өйрәтегеҙ, әммә еңел итеп, ҡыуандырып, бер үк кенә нәфрәтләндермәгеҙ!” — тигән.

(Илдар хәҙрәт Хәйруллиндың “Ислам донъяһында мең дә бер һорау” тигән китабынан).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә