Әҙәм балаһы йыш ҡына төрлө хатаға дусар була. Быны Аллаһы Тәғәлә үҙе “кешенең яратылыуы менән көсһөҙ” тип аңлата. Шул уҡ ваҡытта хаталарҙы һәр ваҡыт ғәфү итеп, ихлас тәүбәләребеҙҙе ҡабул ҡылырға әҙер тороуын да әйтә.
Һәр кеше үҙенсә уйлап эш иткәнгә һәм ҡайһы саҡта хаталар ҙа булғанға күрә, ғаиләлә йәки коллективта ихтилафтар, ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә. Был — тәбиғи хәл. Әммә ҡаршылыҡтар тауыш-ғауғаға килтерергә тейеш түгел. Был мәсьәләне дини йәһәттән бер аҙ яҡтыртып үтергә булдыҡ.
Тамырҙарыбыҙға яманлыҡ хас түгелҒаиләлә атай-әсәйҙең бер-береһе менән әрләшеүе, төрлө ыҙғыш баланың күңеленә ҙур йәрәхәт һала. Беренсенән, ул донъяның йәмен, наҙын, өлкәндәрҙең мөхәббәтен юғалтһа, икенсенән, шул тәрбиәгә өйрәнеп, буйһоноп, күнегеп үҫә.
Бындай ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән бала күберәк ваҡытын урамда үткәреүсән һәм башҡа тиңдәштәренә насар үрнәк булып тора.
Ата-бабаларыбыҙҙа бер-береһен яманлау осрағы булдымы икән? Насар һүҙ ҡулланыу аҡыллы кешенең эшеме? Тамырҙарыбыҙҙан айырылып, кемдәргә эйәрәбеҙ?
Рәсүлебеҙ: “Кешене әрләү — яманлыҡ”, икенсе бер хәҙистә: “Мосолман — шул уҡ кеше, әгәр башҡа мосолмандар уның ҡулынан да, теленән дә ауырлыҡ күрмәһә”, — тигән.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә иманлы кешеләргә: “Әй, иман килтереүселәр! Берегеҙ икенсегеҙҙе кәмһетеп көлмәһен! ...Бер-берегеҙҙең ғәйебен ғәйбәт итеп һөйләмәгеҙ! Бер-берегеҙгә алама ҡушамат таҡмағыҙ!” — тип мөрәжәғәт итә.
Үҙең эшләмәһәң, башҡаны өйрәтмәНәсихәт — ул аҡыл өйрәтеү, тип уйлайҙыр күптәребеҙ. Был — ҙур хата. Нәсихәт саф күңеллелек, ихласлыҡ нигеҙендә башҡарыла. Ә һүҙ менән өгөтләү, дөрөҫ юл күрһәтеү — уның бер төрө генә. Нәсихәт әйтеүгә Аллаһы Тәғәлә шундай шарт ҡуйған: “Әй, иман килтергәндәр, ни өсөн үҙегеҙ башҡармаған эштәрҙе һөйләйһегеҙ? Аллаһы Тәғәләнең ундайҙарҙан күңеле ҡайта”.
Кеше башҡаға нәсихәт әйтә икән, үҙе шул эште башҡарған булырға тейеш. Был — раббыбыҙҙың шарты. Үҙе ҡыл да ҡыбырҙатмайынса, башҡаларға аҡыл һатҡан кеше нәфрәт кенә уята. Һөҙөмтәлә, асыу итеп, киреһенсә, яманлыҡ ҡылыныуы ихтимал. Рәсүлебеҙ үҙеңә ҡушылған эштәрҙе башҡарып, кешегә өйрәткән хәлдә лә: “Өйрәтегеҙ, әммә еңел итеп, ҡыуандырып, бер үк кенә нәфрәтләндермәгеҙ!” — тигән.
(Илдар хәҙрәт Хәйруллиндың “Ислам донъяһында мең дә бер һорау” тигән китабынан).