Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йомағужалар баҫмабыҙҙы үҙ итә
Йомағужалар баҫмабыҙҙы үҙ итәГәзитебеҙ хеҙмәткәрҙәренең ауылдарға йөрөп, халыҡ менән күҙмә-күҙ осрашып, яҡындан аралашыуы араны яҡынайтыуҙың иң дөрөҫ ысулы икәнлегенә ҡайтанан инанаһың. Ысынлап та, республикала башҡорт телендә “Башҡортостан” тигән ижтимағи-сәйәси баҫма сығарылыуын белмәүселәр ҙә бар. Ҡайһы берәүҙәрҙең: “Ул башҡортсамы?” — тип һорауы күңелде өйкәп ҡуйһа ла, барлыҡ сабырлығыңды йыйып, гәзитебеҙҙең аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡаны һәм бер тапҡыр нәшер ителгән “Йома” һаны ла барлығын һәүетемсә генә аңлатып биреүҙе хуп күрәһең. Өлкән быуын кешеләре хәтерендә иһә баҫмабыҙ һаман да “Совет Башҡортостаны” булып ҡалған.
Йомағужа ауылында “Матбуғатҡа яҙылыу көнө” быйыл икенсе тапҡыр үткәрелә. 5400 кеше йәшәгән һәм шуның 64 процентын милләттәштәребеҙ тәшкил иткән ауылдың тиражыбыҙҙы арттырыу резервы булып тороуын әйтеп тораһы ла түгел. Ауыл хакимиәте башлығы Мират Рыҫҡолов, урындағы мәҙәниәт йорто директоры Рафиҡ Ҡотлоғужин, сараға халыҡты йәлеп итеү сараһын күреп, һәр ергә алдан иғлан элдертте, ойошма һәм учреждение етәкселәре менән бәйләнешкә инде. Һөҙөмтәлә мәҙәниәт йортоноң тамаша залы шығырым тулы уҡ булмаһа ла, йыйылған халыҡ “Башҡортостан” гәзите менән яҡындан танышыу мөмкинлеген алды. Почта бүлексәһе начальнигы Рәмзиә Әлимғолова гәзиткә яҙылырға теләүселәргә квитанция тултырҙы. Әҙме-күпме, әммә ошо көндә яҙылған 11 кеше киләһе йылдың тәүге яртыһында баҫмабыҙҙы алдырып уҡыясаҡ. Бынан тыш, урындағы балалар өсөн социаль приют һәм ике урта мәктәп етәкселәре “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылыу буйынса эш алып барасаҡ. Хәйер, район һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла был йәһәттән Йомағужала ғына түгел, тотош районда эште киң йәйелдергән.
Йомағужалар баҫмабыҙҙы үҙ итәКисәлә “Башҡортостан”ға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды. Баҫмабыҙҙың көн һайын сыҡҡанына беренселәрҙән булып яҙылған ауыл аҡһаҡалы Мозафар олатай Дауытов ауылдаштары алдында былай тип сығыш яһаны:
— Мин йыл да ике-өс мең һумға төрлө баҫмаларға яҙылам, һәр береһен башынан аҙағына тиклем уҡып барам. Башҡорт булараҡ, беҙ үҙ гәзит һәм журналдарыбыҙҙы алдырырға тейеш. Юғиһә, балаларҙың һаны етмәүгә һылтанып, мәктәптәрҙе япҡан һымаҡ, милли баҫмаларыбыҙҙың да юҡҡа сығыуы бар. Киләсәккә нигеҙ бөгөндән һалына бит: балаларығыҙ һеҙҙең башҡортса гәзит-журнал уҡығанығыҙҙы күреп үҙҙәре үк шуға ылығасаҡ.
Йомағужала кешеләрҙе эш урындары менән тәьмин иткән ике мәктәп, балалар приюты һәм балалар йорто, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы, “Водоканал+сервис”, “Йомағужа йылылыҡ сервисы”, “Электр селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “УКС” кеүек учреждениелар һәм предприятиелар бар. Ауыл хакимиәте ошо тиклем халыҡтың көнкүреш-эшмәкәрлеген ойоштора, көндәлек мәсьәләләрен хәл итә. Ауыл халҡы, шәхси предприятиелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойоштороп, йәшәү әмәлен таба. Шәхси ярҙамсы хужалығында күпләп мал аҫраусылар байтаҡ. Ауыл етәкселәре әйтеүенсә, халыҡтың яртыһын электән йәшәгәндәр тәшкил итһә, ҡалғандары — Йомағужа һыу һаҡлағысын төҙөү барышында ситтән йәлеп ителгәндәр. Һыу һаҡлағыс сафҡа индерелгәс, нәҡ улар өсөн эшһеҙлек мәсьәләһе килеп тыуған да инде. Әле ир-аттың күпселеге ситтә – Өфөлә, Ырымбур өлкәһендә, Себерҙә һәм башҡа тарафтарҙа — ғаиләһен аҫрарлыҡ бол таба.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә