Гәзитебеҙ хеҙмәткәрҙәренең ауылдарға йөрөп, халыҡ менән күҙмә-күҙ осрашып, яҡындан аралашыуы араны яҡынайтыуҙың иң дөрөҫ ысулы икәнлегенә ҡайтанан инанаһың. Ысынлап та, республикала башҡорт телендә “Башҡортостан” тигән ижтимағи-сәйәси баҫма сығарылыуын белмәүселәр ҙә бар. Ҡайһы берәүҙәрҙең: “Ул башҡортсамы?” — тип һорауы күңелде өйкәп ҡуйһа ла, барлыҡ сабырлығыңды йыйып, гәзитебеҙҙең аҙнаһына биш тапҡыр сыҡҡаны һәм бер тапҡыр нәшер ителгән “Йома” һаны ла барлығын һәүетемсә генә аңлатып биреүҙе хуп күрәһең. Өлкән быуын кешеләре хәтерендә иһә баҫмабыҙ һаман да “Совет Башҡортостаны” булып ҡалған.
Йомағужа ауылында “Матбуғатҡа яҙылыу көнө” быйыл икенсе тапҡыр үткәрелә. 5400 кеше йәшәгән һәм шуның 64 процентын милләттәштәребеҙ тәшкил иткән ауылдың тиражыбыҙҙы арттырыу резервы булып тороуын әйтеп тораһы ла түгел. Ауыл хакимиәте башлығы Мират Рыҫҡолов, урындағы мәҙәниәт йорто директоры Рафиҡ Ҡотлоғужин, сараға халыҡты йәлеп итеү сараһын күреп, һәр ергә алдан иғлан элдертте, ойошма һәм учреждение етәкселәре менән бәйләнешкә инде. Һөҙөмтәлә мәҙәниәт йортоноң тамаша залы шығырым тулы уҡ булмаһа ла, йыйылған халыҡ “Башҡортостан” гәзите менән яҡындан танышыу мөмкинлеген алды. Почта бүлексәһе начальнигы Рәмзиә Әлимғолова гәзиткә яҙылырға теләүселәргә квитанция тултырҙы. Әҙме-күпме, әммә ошо көндә яҙылған 11 кеше киләһе йылдың тәүге яртыһында баҫмабыҙҙы алдырып уҡыясаҡ. Бынан тыш, урындағы балалар өсөн социаль приют һәм ике урта мәктәп етәкселәре “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылыу буйынса эш алып барасаҡ. Хәйер, район һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла был йәһәттән Йомағужала ғына түгел, тотош районда эште киң йәйелдергән.
Кисәлә “Башҡортостан”ға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды. Баҫмабыҙҙың көн һайын сыҡҡанына беренселәрҙән булып яҙылған ауыл аҡһаҡалы Мозафар олатай Дауытов ауылдаштары алдында былай тип сығыш яһаны:
— Мин йыл да ике-өс мең һумға төрлө баҫмаларға яҙылам, һәр береһен башынан аҙағына тиклем уҡып барам. Башҡорт булараҡ, беҙ үҙ гәзит һәм журналдарыбыҙҙы алдырырға тейеш. Юғиһә, балаларҙың һаны етмәүгә һылтанып, мәктәптәрҙе япҡан һымаҡ, милли баҫмаларыбыҙҙың да юҡҡа сығыуы бар. Киләсәккә нигеҙ бөгөндән һалына бит: балаларығыҙ һеҙҙең башҡортса гәзит-журнал уҡығанығыҙҙы күреп үҙҙәре үк шуға ылығасаҡ.
Йомағужала кешеләрҙе эш урындары менән тәьмин иткән ике мәктәп, балалар приюты һәм балалар йорто, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы, “Водоканал+сервис”, “Йомағужа йылылыҡ сервисы”, “Электр селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, “УКС” кеүек учреждениелар һәм предприятиелар бар. Ауыл хакимиәте ошо тиклем халыҡтың көнкүреш-эшмәкәрлеген ойоштора, көндәлек мәсьәләләрен хәл итә. Ауыл халҡы, шәхси предприятиелар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойоштороп, йәшәү әмәлен таба. Шәхси ярҙамсы хужалығында күпләп мал аҫраусылар байтаҡ. Ауыл етәкселәре әйтеүенсә, халыҡтың яртыһын электән йәшәгәндәр тәшкил итһә, ҡалғандары — Йомағужа һыу һаҡлағысын төҙөү барышында ситтән йәлеп ителгәндәр. Һыу һаҡлағыс сафҡа индерелгәс, нәҡ улар өсөн эшһеҙлек мәсьәләһе килеп тыуған да инде. Әле ир-аттың күпселеге ситтә – Өфөлә, Ырымбур өлкәһендә, Себерҙә һәм башҡа тарафтарҙа — ғаиләһен аҫрарлыҡ бол таба.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.