Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «Өфө» тиһең дә ҡарайһың…
«Өфө» тиһең дә ҡарайһың…Сәғит Агиштың «Мәхмүтов» повесындағы ҡупым егетте хәтерләйһегеҙҙер. Ауылдаш малайҙы эйәртеп баш ҡалаға йәнә килгәс, ул харап белдекле ҡиәфәттә: «Дә-ә-ә, Өфө быйыл хәртәйгән!» — тип һуҙып ебәргеләй. Бер нисә көн эсендә ҡала буяуын салбар балаҡтарына һеңдереп өлгөргән егеттең, борсаҡты эре ярып, «бывалый» булып күренергә теләүен аңларға ла була.
Кемделер ҡала, башкөллө сорнап, үҙ өйөрмәһенә алып инеп китә. Икенсе берәүҙәр, уның ҡырыҫ тәбиғәте менән күҙмә-күҙ осрашһа ла, баш ҡала сихыры, романтик тәьҫораттар менән йәшәй. Һәр хәлдә, Өфө һис кемде лә ғәмһеҙ, уйһыҙ ҡалдырмайҙыр.
Алтмыш беренсе йылдың июль баштары ине булһа кәрәк. Университеттың тәүге курсын теүәлләп, уҡыу программаһында ҡаралған фольклор экспедицияһына сығып киттек. Ниәтебеҙ – Силәбе өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙан йырҙар, әкиәттәр, риүәйәттәр, ғөмүмән, нимә ишетәбеҙ, шуны йыйып, Өфөгә алып ҡайтыу.
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ҡасабаһындағы станцияла поезд, «пока!» тигәндәй, ҡыҫҡа ғына гудок бирҙе лә үҙ юлынан артабан китте. Биштәрҙәребеҙҙе яурынға элеп, беҙ вокзал эргәһендәге саңлы кескәй генә скверҙа тороп ҡалдыҡ. Тимер юл эргәлә генә булһа ла, кешеләр әбәк-һәбәк кенә үткеләй. Сквер тирәләп ултыртылған акация әллә саңдан, әллә эҫенән әлһерәп төшкән. Ҡайҙандыр шап та шоп туп типкән тауыш килә — стадион-маҙар яҡындыр, шәт.
Етәксебеҙ Әнүр ағай Вахитов артабанғы юлыбыҙҙы асыҡлағансы, үҙебеҙҙең күңелде үҙебеҙ асып алырға булдыҡ. Төркөмөбөҙҙә өрлөктәй буйлы, көләс йөҙлө, ҡойоп ҡуйған баянсы Тимербай Исхаҡов, шәп йырлаған, Мәскәүҙәге ГИТИС-тың бер нисә курсынан әйләнеп ҡайтып, беҙгә килеп ҡушылған Фәхри Ҡужин бар бит әле. Бүтәндәребеҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Әлеге әбәк-һәбәк халыҡты тертләтеп, һөрәнләп, ҡапыл йырлап ебәрҙек.

Ағиҙелдең буйы йәмле,
Гөл сәскәле далаһы.
Шул Иҙелдең ярҙарында
Матур Өфө ҡалаһы.
Эх, Өфө ҡалаһы –
Йәмле Иҙел буйында…

Йәшлек бит, үҙебеҙҙе танытыу теләге лә булғандыр инде. Бәлки, Башҡортостанданбыҙ, Өфөнәнбеҙ тигән маһайыу ҙа. Һәр хәлдә, беҙҙең тирәлә йыйылып өлгөргән халыҡҡа кемдәр икәнебеҙҙе һәм ҡайһы ҡаланан килеп төшөүебеҙҙе аңғарта алдыҡ шикелле. Ошо мәлдә беҙҙең йөрәктәрҙә Өфө һәм уның менән ғорурланыу ғына ине.
Нисәмә йыл үткән. Яҙҙар етеп, Ағиҙелдән боҙҙар диңгеҙгә нисә мәртәбә киткән. Тауҙарҙы ла, ҡалаларҙы ла кешегә оҡшаталар. Әҙәм балаһын йылдар һәм донъя йөгө сүктергән һымаҡ, тау билдәрен дә ҡар-боҙ һығылта. Ҡалалар яҙмышы иһә бүтәнсәрәк: ваҡыт уларҙы олоғайтмай, бәлки уларҙың йөҙөнә йәшәйә барыу мөһөрөн генә һала.
Илдең баш йорто һәм халыҡтың дәүләтселеген кәүҙәләндергән ҡалалар, бөгөн пәйҙә булып, иртәгәһенә генә йәшәүҙән туҡтамай. Дәүләт менән ҡәүемдең мәртәбәһе тураһында уның пайтәхетенә ҡарап фекер йөрөтөргә мөмкин. Бына Өфөбөҙҙө мин ярты быуаттан ашыу беләм, шуның утыҙ биш йылын шунда йәшәйем. Илле йыл ғүмер хатта ҡала өсөн дә хәтһеҙ ваҡыт. Хәҙерге Октябрь проспекты үткән аралыҡта алтмышынсы йылдар башында әле картуф сәселгәнлеген, Көньяҡ автовокзалы урынында аэропорт булғанлығын, ике ҡаланы – Өфө менән Черниковскты – трамвай юлы ғына тоташтырғанын йәштәрҙең күпселеге баш ҡала тарихын уҡып ҡына беләлер. Унан бирле, боронғо һәм индустрия тыуҙырған яңы ҡала берләшеп, оло мегаполисҡа әүрелде. Нисәмә биҫтә төҙөлдө, Иҫке Өфө, Нижегородка, Затон үҙҙәре бер ҡала һымаҡ. Сипайлово тип йөрөтөлгән сиғандар биҫтәһе ана ниндәй күркәм урын булып китте. Ҡала киңәйеү менән бергә, тәбиғи, уның социаль, мәҙәни, коммуналь, сауҙа хеҙмәтләндереүе инфраструктураһы ла үҫә барҙы. Ғөмүмән, ҡала тормошо унда йәшәүсе халыҡтың һис ваҡыт ҡәнәғәтләндермәй торған талаптары, ихтыяждары, ҡала властарының ҙур пландары һәм ғәҙәттә үтәлеп еткерелмәй торған вәғәҙәләре менән үрелеп бара.
Алтмышынсы йылдарҙың башын-уртаһын – университет студенты булып йөрөгән ваҡытты – һағынып хәтерләйем. Күп урамдары ағас йорттарҙан торған ҡала беҙгә, ауылдан килгән балаларға, бәлки, ят тойолмағандыр. Ҡаланың тирә-яғын әйтеп тә тораһы түгел, парктар, скверҙар, хәҙерге кеүек тәрбиә күрмәһә лә, ағас-ҡыуаҡтарға күмелеп ултыра. Урамдар, ихаталар ҙа – гөл-баҡса. Ауыл төҫө ҡаланы боҙмай ул. Йәшеллек, боронғо матур особняк-йорттар, бәпкә үләнле урамдар, үҙ ғәҙәттәре менән, оло бер ғаилә булып йәшәгән ихаталар – Рәсәй ҡалаларына төҫ биргән патриархаллек һыҙаттары элекке Өфөнө лә тарихлы, традициялы ҡалалар рәтенә индерә ине. Тарихсылар, бәлки, Өфөгә нигеҙ һалыныуға мең йылдан күберәк ваҡыт үтеүен иҫбатлай алыр. Тарих сәйәси ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүгә хеҙмәт итә башлаһа, фаразлау ҙа хәҡиҡәт рәүешен ала. Әммә тормошон ҡәлғә булып башлаған Өфөнөң 438 йыл ғүмере лә ғибрәтле тарих, һоҡланғыс ваҡиғалар, үкенесле хәлдәр менән тулы.
Мәскәүҙең күп йыллыҡ хакимы Юрий Лужков ҡапыл ғына властан киткәс, халыҡ телендә һәр даим йөрөгән фекер йәнә ҡалҡып сыҡты. Ил пайтәхетенең ниндәй архитектура концепцияһына таянып төҙөлөүе белгестәрҙең, йәмәғәтселектең ризаһыҙлығын тыуҙыра килде. Ләкин мэрҙың авторитар ихтыяры һис нәмәлә лә бәхәстәргә, альтернатив фекергә урын ҡалдырманы. Ғөмүмән, ҡала башлығы, шағир әйтмешләй, «Һәр фәнгә маһир мулла» рәүешендә йөрөнө. Әммә тарихтың ғилләһе унда ла түгел: Юрий Михайлович отставкаға оҙатылғандың иртәгәһенә үк Мәскәүҙе үҫтереүҙең генераль планын ҡабаттан ҡарау, башланған ҡайһы бер төҙөлөштәрҙе туҡтатыу, ҡуйылған һәйкәлдәрҙе һүтеп алыу тураһында һүҙ ҡуйырҙы. Мәскәү хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары булып күп йылдар эшләгән, төҙөлөш комплексын етәкләгән Владимир Ресин, әйтерһең, Лужков киткәс кенә аңына килгән. Ҡала төҙөү тирмәне ҡороп һүтеү менән бер микән ни?
Мәскәүҙәге һуңлап килгән «зыялылыҡ инҡилабы» һәм үкенесле фекерҙәр беҙҙә лә күренер, ишетелер ул. Һәр хәлдә, ваҡиғаларҙы күҙәтә йөрөй шундай һығымтаға ла киләһең.
Башҡортостандың баш ҡалаһында ғүмер итеү бөгөн ғорурлыҡ уятамы? Рәхәтме бында беҙгә?
Өфө – һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә хасил булған «яңы байҙар» ҡалаһы. Улар кеҫәһенә иҫәп тотоп, ҡала эсендә элиталы йорттар, ҡала тирәләй коттедждар, пентхаустар, бунгалолар төҙөлә. Әйткәндәй, төҙөлөш статистикаһына ошо майҙандар ҙа инә, һәм Өфө торлаҡты күп төҙөүсе мегаполистар иҫәбендә йөрөй. Ә һеҙ һәр квадрат метры 50-70 мең һум булған фатирҙы һатып ала алыр инегеҙме? Төҙөлөшкә ҡағылышлы йәнә бер мәсьәлә. Өфөнөң боронғо өлөшөндә күп ҡатлы йорттарҙы тығыҙлап ултыртыу ғәҙәте туҡтамай. Ҡала етәкселәре быны ниндәй зарурлыҡ менән аңлаталыр, әммә Өфө йәшел ихаталарын юғалтып бөттө тиерлек, бала-саға уйнарлыҡ, ҡарт-ҡоро сығып йөрөрлөк, сабыйҙарҙы һауа һулатырлыҡ урындар, ғәмәлдә, юҡ. Ҡаланы планлаштырған саҡта йәмәғәтселек фекерен өйрәнмәйҙәр, халыҡтың ризаһыҙлығы ла ваҡ-төйәк мәсьәләләргә генә ҡайтарып ҡалдырыла.
Ҡала һәм уның хужалығы тураһында фекер йөрөткәндә, беҙҙең кеүек ябай кеше мегаполистарҙы төҙөү һәм уға идара итеү принциптары тураһында уйламай. Бында беҙгә уңайлымы? Беҙ Өфөнө һағынып, үҙ йортобоҙ тип ҡайтырға ынтылып торабыҙмы? Миллион кешене үҙенә һыйындырғас, Өфө ошо миллиондың һәр ҡайһыһына игелекле әсәй булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта иҫәпһеҙ-һанһыҙ сауҙа-күңел асыу комплекстары, бизнес-үҙәктәр, ҡиммәтле бутиктар кем өсөн төҙөлә, тиҫтәләрсә ресторандар, төнгө клубтар, салондар кемдәрҙең кәйефен ҡарай? Йорт-ерһеҙҙәр тураһында әйтмәйем, элиталы йорттар эшҡыуарлыҡ өсөн кәрәк, ә бюджеттан наҡыҫ ҡына хеҙмәт хаҡы алғандар, пенсионерҙар, отставкаға сыҡҡан хәрбиҙәр, ғәрип-ғөрәбә, етемдәр өсөн осһоҙло, әммә уңайлы фатирҙарҙы кем хәстәрләр?
Беҙ студент булып йөрөгән саҡта Ленин һәм хәҙерге Вәлиди урамдары тирәһендә «сәпсек Ғәйфулла» ҡушаматлы теләнсе бер ҡарт та, хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты урынындағы баҙарҙа кешеләрҙе маҙаһыҙлаған яңғыҙ ҡарсыҡ ҡына күренә торғайны. Ғөмүмән, һоранып йөрөү башҡортта ла, татарҙа ла ғәрлек һанала. Хәҙер иһә хәйер һораусылар, асарбаҡтар, эскеселәр, жуликтар, наркомандар Өфөлә эркелеп йөрөй, һәм улар ҡәҙимге кешеләр өсөн уңайһыҙлыҡ ҡына түгел, хәүеф сығанағына әүерелде.
Республикабыҙ баш ҡалаһы үҙенең тарихи йөҙөн, күңелдәрҙе уйнатырлыҡ патриархаллеген, хатта романтик провинциаллеген юғалтты. Әгәр Ҡазан ҡоласлы төҙөлөш барышында ла боронғо архитектура ҡомартҡыларын һипләй һәм һаҡлап ҡала алһа, Өфөнөң тарихын һәм үҙенсәлекле йөҙөн билдәләрлек йорттар беҙҙә емереп юҡ ителде. Дәү йорттар, ялтыр быялалы офистар күтәрелгән һайын Өфө уртаҡул ҡалалар рәтенә күсә бара.
Бер миллион кеше эркелеп көн күргән ҡалала сирек миллион еңел автомобиль йөрөй. Юлға һыймағас, улар йәйәүлеләрҙе тротуарҙарҙан ҡыҫырыҡланы. Мәсьәләне нисектер хәл итергә тырышыу йөҙөнәндер, ҡала етәкселәре үҙәктәге урамдарҙы киңәйтеү эшен алып бара. Хуп. Автомашиналар, исмаһам, тротуарҙан елдермәҫ. Шул уҡ ваҡытта тарайтылған тротуарҙарҙа бордюрҙар коляскалы әсәләр йә ғәриптәр, ололар ғына түгел, бәлки һау кешеләр ҙә үтмәҫлек бейек һалына. Ошондай ябай ғына мәсьәлә лә проблемаға әйләнә. Әйткәндәй, урам эштәре барышында йөҙҙәрсә ағас киҫеп ырғытылды. Халҡыбыҙҙың һөйөклө шағиры Назар ағай Нәжми үҙе маҡтап йырлаған Өфө йүкәләренең фәжиғәһен күрһә, ни хәл түҙер ине икән? Ҡала булмышын байрамдарҙа асманды балҡытҡан фейерверктар ҙа, һәр диуарҙы сыбарлаған граффити «әҫәрҙәре» лә, урам тултырып йөрөгән сит ил автомашиналары ла билдәләмәй. Уның асылы… Хәйер, һүҙҙе Өфөлә тыуып, әле лә уның өсөн янып-көйөп йәшәүсе бер кешенең әйткәне менән тамамлап ҡуяйыҡ:
– Әҙәм балаһы уратып алған ғәмәли донъя һыҙаттарын үҙенә һеңдерә бара. Һалҡын һәм иманһыҙ архитектуралы ҡалала оло бер кеше машиналар ташҡын булып ағылған юл аша икенсе яҡҡа сыҡмаҡ итә, ә һис кем ярҙам йөҙөнән уға ҡул бирмәй. Бөтәһе лә, тимәк, шулай булырға тейеш тә тип уйлай. Таш джунглиҙа йәшәп, үҙебеҙ ҙә бәғерһеҙ һәм миһырбанһыҙға әйләнә барабыҙ.
Был – Өфөнөң бөгөнгө йөҙө.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873