Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҡын Көнсығыш һаман иғтибар үҙәгендә
Рәсәйҙең “Ҙур Егерме” илдәренә рәйеслек дилбегәһен ҡабул итеп алыуы, БМО-ның Фәләстинде айырым ил булараҡ таныуы, Мексикала яңы президенттың власҡа килеүе мөһим ваҡиғалар булды.

Рәсәй рәйеслек итәсәк

Билдәле булыуынса, “Ҙур Егерме” илдәре саммиты 2008 йылдан башлап даими уҙғарыла. Тарихы 1999 йылға барып тоташа. Тап ошо йылда Берлинда донъяның иҡтисади йәһәттән алға киткән АҠШ, Япония, Бөйөк Британия, Франция, Италия, Канада һәм Германия кеүек илдәренең финанс министрҙары осрашып, саммит булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. 2008 йылда Францияның ул саҡтағы президенты Николя Саркози менән Бөйөк Британияның премьер-министры Гордон Браун иҡтисади көрсөктән сығыу юлдарын бергәләп эҙләү өсөн ошо форумды йышыраҡ йыйырға тәҡдим итте. Тәүге саммит Вашингтонда үтһә, артабанғылары Лондон (Бөйөк Британия), Питтсбург (АҠШ), Торонто (Канада), Сеул (Көньяҡ Корея), Канн (Франция) һәм Лос-Кабос (Мексика) ҡалаларында уҙғарылды. 1 декабрҙә иһә Мексика форум дилбегәһен Рәсәйгә тапшырҙы. Бер йыл һуҙымында беҙҙең ил “Ҙур Егерме”лә рәйеслек итәсәк. Унда Австралия, Аргентина, Бөйөк Британия, Бразилия, Германия, Италия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Һиндостан, Ҡытай, Канада, Мексика, Индонезия, АҠШ, Сауд Ғәрәбстаны, Франция, Төркиә, Көньяҡ Корея, Рәсәй һәм Европа Союзы инә.
Саммит Санкт-Петербургта үтәсәк. Унда иҡтисадты күтәреү, яңы эш урындары булдырыу хаҡында фекер алышыу көтөлә. Шуныһы ла бар: был форумдың Рәсәй иҡтисадына ҙур файҙа бирере икеле. Ни өсөн тигәндә, уның регламентына ярашлы, ҡабул итеүсе яҡ үҙен борсоған мәсьәләне көн тәртибенә сығара алмай. Унда фәҡәт донъя иҡтисадын күтәреүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡарала. Шулай ҙа “Ҙур Егерме” илдәре саммитының тап Рәсәйҙә уҙғарылыуы сәйәси йәһәттән ҙур әһәмиәткә эйә.

Фәләстин тиң хоҡуҡлы дәүләткә әүерелерме?

30 ноябрҙә БМО-ның Генераль аcсамблеяһы ултырышында Фәләстингә халыҡ-ара ойошманың күҙәтеүсе дәүләте статусы бирелде. Быны 193 ил вәкиленең 138-е хуплаған. Туғыҙ кеше ҡаршы булһа, 41-е икеләнгән, башҡалары тауыш биреүҙә бөтөнләй ҡатнашмаған.
БМО-ның Фәләстинде айырым дәүләт булараҡ таныуын Израилдә оторо ярһып ҡабул иткәндәр. Һуңғы арала был илдәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте йәнә киҫкенләшеп киткәйне. Үткән аҙнала ғына бер-береһен утҡа тотоп, йәнә тоҡанып киткән һуғышта ике яҡтан да байтаҡ ҡан ҡойолдо. Ошондай шарттарҙа БМО-ның ғәрәптәрҙе яҡлап тигәндәй сығыуы, әлбиттә, йәһүдтәргә оҡшаманы. Халыҡ-ара ойошманың был ҡылығына ҡаршы Иордан йылғаһының көнбайыш ярында тағы ла өс мең самаһы коттедж төҙөү менән яуап бирмәкселәр. Билдәле булыуынса, был биләмә — тарихи Фәләстин ере, 1967 йылғы һуғыштан һуң Израилгә күскән бәхәсле урын. Халыҡ-ара ойошмалар был биләмәләрҙе көслөк менән баҫып алынған тип иҫәпләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Израиль бында йыл һайын тиерлек меңәрләп яңы торлаҡ йорт төҙөй.
Ошондай шарттарҙа үҙ ерен сит-яттарға бирмәй ҡырталашҡан ғәрәптәрҙе лә аңларға була кеүек. Инде 45 йыл буйы барған Фәләстин-Израиль һуғышының осо-ҡырыйы күренмәй. АҠШ Фәләстинде айырым дәүләт булараҡ таныуға ҡаршы, сөнки башта уның ут күршеһе булған Израиль менән дуҫтарса мөнәсәт урынлаштырырға теләй. Рәсәй иһә дошманлашҡан ике илдең мөнәсәбәттәрен көйләүҙә “квартет” (Рәсәй, БМО, АҠШ һәм Евросоюз) ҡына ярҙам итә аласаҡ тип бара. Ысынлап та, илебеҙ тәҡдим иткән вариант уңышҡа өлгәшә алыр кеүек. Тик бының өсөн башта ғәрәптәр менән йәһүдтәр араһында барған ҡан ҡойошто туҡтатыу талап ителә. Шуныһын да әйтеп үтмәй булмай: йәһүдтәр араһында ла Фәләстинде айырым дәүләт итеп күрергә теләүселәр бихисап.

Аслыҡҡа ҡаршы көрәшмәксе

Мексика президентын һайлауҙа Энрике Пенье Ньето еңде һәм алдағы алты йылда ил менән идара итеү хоҡуғына эйә булды. Уның инаугурацияһында Рәсәй яғынан Йәмәғәт хәүефһеҙлеге Советы етәксеһе Николай Патрушев ҡатнашты.
Рәсәй — Мексика мөнәсәбәттәрен үҙ-ара аңлашып йәшәүгә ҡоролған тип һанарға була, әммә ныҡлы дуҫлыҡ урынлашҡан тип әйтергә иртәрәктер. Илселәр ошоға юл яра һуңғы йылдарҙа. Ике ил араһында визаһыҙ режим индереү тәҡдиме — шуға табан бер аҙым.
Мексиканың яңы президенты тәүге сығышында уҡ аслыҡҡа ҡаршы көрәш иғлан итеүе хаҡында белдерҙе. Билдәле булыуынса, АҠШ-ҡа терәлеп торған был илдә, үтә байҙар бик күп булмаһа ла, халыҡтың байтағы хәйерселектә көн күрә, аслыҡтан интегеп йәшәй. Тимәк, яңы президенттың идара итеү алымы социаль йүнәлешле буласаҡ тип тоҫмалларға була. Венесуэла президенты Уго Чавес кеүек “социалистик утрау” төҙөүгә уҡталыу булмаһа ярай ҙа.

Самат Ғәлиуллин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә