Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уларға дәғүә юҡ
Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Транснефтепродукт” нефть продукттарын ташыу буйынса акционерҙар компанияһы” башлығы Владимир Шиманович менән осрашты.
Былтыр “Транснефтепродукт” акционерҙар компанияһы” менән республиканың Ер һәм мөлкәт министрлығы араһында махсус килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Сарала ошо компанияға ингән “Уралтранснефтепродукт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү эшмәкәрлеге, шулай уҡ килешеүҙең үтәлеше хаҡында һүҙ барҙы.
Республика етәксеһе бөгөн предприятие эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.
– Һеҙгә дәғүәбеҙ юҡ. Киләсәктә лә эште ошолай дауам итһәк, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ, – тине.
Владимир Шиманович 2010 йылдан Башҡортостан биләмәһендә “Уралтранснефтепродукт”ҡа инвестиция күләменең бер юлы 12 тапҡырға күбәйеүе, киләһе йылдарҙа йәнә үҫәсәге, һалымдың, түләүҙәрҙең артасағы, хеҙмәткәрҙәрҙе ҡыҫҡартыуға юл ҡуйылмаясағы хаҡында белдерҙе.
И. ХАҠОВ.


Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре

Кисә Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ундағы социаль һәм иҡтисади өлкәләрҙәге хәл менән танышты.

Республика башлығы бер нисә сәнәғәт, сауҙа, белем биреү, спорт объектында булды. Көндөң икенсе яртыһында ул “Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм биләмәләр — үҫеш нөктәһе” II республика форум-күргәҙмәһе эшендә ҡатнашты.
Был хаҡта гәзитебеҙҙең киләһе һанында тулыраҡ уҡығыҙ.

Л. ДӘҮЛИЕВА.


Хакимиәттәрҙә кемдәр башлыҡ?

Ошо көндәрҙә республиканың муниципаль райондарында контракт буйынса район хакимиәте башлыҡтарын тәғәйенләү буйынса Совет ултырыштары булды.

Ишембай районында конкурс йомғаҡтарына ярашлы Ғайсин Марат Хөсәйен улы, Көйөргәҙе районында — Ҡотләхмәтов Әхәт Йәүҙәт улы, Шишмә районында — Уразмәтов Флүр Зиннур улы, Әбйәлил районында — Сыңғыҙов Рим Һатыбал улы, Әлшәй районында — Мостафин Дамир Радик улы, Ауырғазы районында — Ишемғолов Марат Баязит улы, Баҡалы районында — Андреев Александр Георгиевич, Краснокама районында — Ғилмуллин Рәзиф Мөхәмәтнур улы, Кушнаренко районында — Йосопов Алмас Мәмдүх улы, Миәкә районында — Насиров Зәйнулла Хәбибулла улы, Нуриман районында — Носратуллин Азамат Ризуан улы, Тәтешле районында — Гәрәев Рушан Ҡәҙим улы, Балтас районында — Ғәлләмов Рәфил Әмин улы, Бәләбәй районында — Мурмилов Юрий Александрович, Балаҡатай районында — Мехоношин Павел Иванович, Бишбүләк районында — Ғатауллин Наил Ғабдулла улы, Бөрө районында — Хорошилов Николай Анатольевич, Благовар районында — Коземаслов Юрий Александрович, Бүздәк районында — Хажиев Радик Әнүәр улы, Борай районында — Нурисламов Борис Шәрәфғәли улы, Дәүләкән районында — Бикбулатов Закир Ғизелхаҡ улы, Дүртөйлө районында — Хәйруллин Ринат Мәсғүт улы, Йәрмәкәй районында — Шәйхетдинов Ғафуан Мәҙийәр улы, Ейәнсура районында Байсурин Әлфәрис Сәлихйән улы район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.


Салауаттар — Өфөлә

2–4 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Салауат башҡорт дәүләт драма театрының гастролдәре үтә.

Салауаттар Өфө тамашасыһын Туфан Миңнуллиндың “Әллә яңылыш, әллә яҙмыш”, “Риүәйәт”, Мөҙәрис Багаевтың “Мөхәббәт күле” пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр менән һөйөндөрәсәк.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин сәхнәләштергән был спектаклдәр күңелегеҙгә хуш килер, моғайын.

С. НӘЗИРОВ.


Тарих менән бөгөнгөнө бәйләп

Төрки диалектология буйынса XII конференция 1982 йылда үткән ошондай уҡ сараның 30 йыллығына, күренекле башҡорт телсе-диалектологы, филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына — 80, “Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге (Көнбайыш диалект)” китабының өсөнсө томы донъя күреүгә 25 йыл тулыуға арналды.

— Заман ауырлыҡтарына ҡарамайынса, Төрки диалектология буйынса IX төбәк конференцияһында ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ көсөн һалған совет төркиәтселәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, — тине форумдағы сығышында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова. — Улар араһында билдәле тел белгесе Нәжибә Мәҡсүтованың исеме 30 йыл элек булған конференция менән айырыуса тығыҙ бәйле. Ғалимәнең тырышлығы арҡаһында төбәк кимәлендәге сара артабан Бөтә Союз статусын алды, конференция материалдары буйынса “Төрки телдәр диалектологияһы мәсьәләләре”, “Төрки телдәренең диалектологияһы һәм лингвогеографияһы мәсьәләләре” исемле академик мәҡәләләр йыйынтығы донъя күрҙе.
Д. ИШМОРАТОВА.


Илдең киләсәге фекер алышты

Ошо көндәрҙә Өфөлә миллионлы ҡалаларҙың йәштәр саммиты уҙғарылды. Унда секция ултырыштарында фекер алышыу барҙы, миллионлы ҡалалар йәштәренең советы ойошторолдо.

— Һәләтле йәштәргә төрлө яҡлап үҫешергә ярҙам итеү — беҙҙең төп маҡсатыбыҙҙың береһе, — тине, саммитта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. — Ил менән идара итеү киләсәктә һеҙҙең бурысығыҙ буласаҡ. Яңы эш урындары булдырыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, төрлө өлкәлә реформалар үткәреү буйынса фекерҙәрегеҙҙе ишетергә теләйбеҙ.
Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр уҙғарылған был сарала Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург, Ҡазан, Омск, Түбәнге Новгород, Силәбе, Һамар, Дондағы Ростов, Волгоград, Пермь, Красноярск ҡалаларынан юғары уҡыу йорттары студенттары, аспиранттары, фән әһелдәре, шулай уҡ төбәктәге йәштәр ойошмаларының вәкилдәре ҡатнашты.
А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә