Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәшәү рәүешенә — икенсе күҙлектән
Шәкәр диабеты — етди сир. Дарыу менән дауаланыуҙан тыш, ул туҡланыу рационын үҙгәртеүҙе лә талап итә. Әммә был тәмле ашау∂ы сикләүҙе йәки унан бөтөнләй баш тартыуҙы аңлатмай. Рационды дөрөҫ ойоштороу диабеттың беренсе тибында сәләмәтлек торошоноң насарланыуына юл ҡуймай, ә икенсе тибында һаулыҡтың яҡшырыуына булышлыҡ итә. Төп бурыс — организмда углеводтар алмашыныуын контролләү һәм глюкозаның кинәт күп миҡдарҙа ҡанға инеүенә юл ҡуймау.
Шәкәрҙе алмаштырыусы сорбит, ксилит, сахарин, аспартам, сукралоза кеүек татлы аҙыҡтарҙы файҙаланырға тәҡдим итәбеҙ. Ә шәкәр күп тупланған кәнфит, шоколад, туңдырма, бал, киптерелгән еләк-емеште ашау һеҙҙең сәләмәтлеккә зарар ғына килтерәсәк.
Йышыраҡ ашағыҙ. Көндөҙгө туҡланыу рационын бер нисә порцияға бүлһәгеҙ, асығыу тойғоһонан да, артыҡ күп ашауҙан да ҡотолорһоғоҙ. Түбән калориялы, төрләндереп әҙерләнгән туҡланыу рационы нәҡ һеҙҙең өсөн. Уның энергетик ҡиммәте 2300–2500 ккал тәшкил итергә тейеш. Диабет сиренән яфаланған ауырыуҙар өсөн махсус туҡланыу системаһы эшләнгән (9-сы диета тип йөрөтөлә). Ауырыуҙың яҡындары өсөн дә ҡулайлы ул.
Ниндәй аҙыҡ-түлекте ашарға мөмкин?
— Арыш, бойҙай, көрпәнән бешерелгән икмәк, тәмләткестәр ҡушылмаған ҡамыр аҙыҡтары, махсус “диабетик” икмәк.
— Йәшелсә аштары, щи, борщ, окрошка, һимеҙ булмаған иттән һәм балыҡтан бешерелгән һурпалар.
— Һимеҙ булмаған һыйыр йә иһә тауыҡ ите. Һыуҙа йәки мейестә бешерелгән балыҡ.
— Һөт, кефир, йогурт, майһыҙ эремсек һәм тоҙһоҙ сыр.
— Ҡарабойҙай, тары, һоло бутҡалары.
— Аҙ миҡдарҙа углеводтар тупланған йәшелсә: кәбеҫтә, баклажан, помидор, ҡыяр, салат.
Ауырыуҙар спиртлы эсемлектән бөтөнләй баш тартырға тейеш. Ликер һәм шарапта сир өсөн зарарлы шәкәр бар. Өҫтәүенә бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң алкоголь бауырҙан глюкозаның килеүен тотҡарлай һәм уның ҡандағы кимәлен ҡырҡа кәметә. Был ауырыуҙарҙың сәләмәтлеге өсөн бик хәүефле.
Шәкәр диабетына юлыҡҡандар өсөн диета тотоуҙың һис тә ҡатмарлылығы юҡ. Иң мөһиме — аҙыҡтағы ябай углеводтар миҡдары саманан артмаһын. Бының өсөн майлы, ҡыҙҙырылған, шәрбәтле аҙыҡтан баш тартырға тура киләсәк. Самаһыҙ артыҡ ашау ҙа, асығыу ҙа сәләмәтлек өсөн насар. Ваҡыты-ваҡыты менән белгестәрҙән кәңәш һорап тороу ҙа һис ҡамасауламаҫ.
Ниндәй уйҙырмаларҙан арынырға кәрәк?
Шәкәр диабеты киң таралғанлыҡ буйынса йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренән ҡала өсөнсө урында тора. Ер шарында йәшәүсе халыҡтың 2–3 проценты яфалана унан. Был сир хаҡында бик күп белгән, мул тәжрибә туплаған кеүек булһаҡ та, һаман да хәүефле уйҙырмаларҙан арына алмайбыҙ.
Бына шуларҙың береһе — шәкәр диабетына шәкәр ғәйепле.
Ғәмәлдә рациондағы шәкәр менән диабеттың үҫеше һис тә бәйле түгел. Диабеттың беренсе тибы — асылда нәҫелдән килгән генетик сир, ул шәкәрҙе глюкозаға тарҡатыусы инсулин етештерелеүҙең боҙолоуына бәйле.
Ә диабеттың икенсе тибы, нигеҙҙә, кәүҙәнең артыҡ ауырайыуына ярашлы үҫешә, организмдың инсулинға һиҙгерлеге боҙола. Был хәл шәкәрҙе күп ашауҙан ғына барлыҡҡа килмәй, уға дөрөҫ туҡланмау һәм аҙ хәрәкәтләнеү сәбәпсе. Диабет — йоғошло сир, тип шикләнеүселәр ҙә осрай.
Ғалимдар инсулинды асҡандан һуң бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә сирҙең кешенән кешегә йоғоуын раҫлаған бер осраҡты ла миҫалға килтерә алмай.
Диабет — сир түгел, тип раҫларға тырышыусылар ҙа бар. Уларҙың фекеренсә, кеше үҙендә бер ниндәй ауыртыныу тоймай, йүткермәй, һыҙланмай...
Дөрөҫ, шуға күрә лә ауырыуҙың башланғанын ваҡытында һиҙеп ҡала алмайбыҙ. Табипҡа ла һуңға ҡалып мөрәжәғәт итәбеҙ. Әммә диагноз ҡуйылғандан һуң сиргә бәйле бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ, сөнки организмдың етди өҙлөгөүҙәргә дусар булыуы бар. Мәҫәлән, бөйөрҙөң үҙ функцияһын үтәмәүе, инсульт, миокард инфаркты, хатта һуҡырайыу хәүефе бик көслө.
Сирҙең ниндәй формаһына, дәрәжәһенә эйә булыуға ҡарамаҫтан, табиптарҙың һәр талабын үтәү һәм һаулыҡ торошон күҙәтеп тороу мөһим. Диета тотмау, дауаланмау һөҙөмтәһендә сирҙең ҡырҡыулашыуы һәм кешене ваҡытынан алда үлемгә дусар итеүе ихтимал. Күреүегеҙсә, ауырыуҙарға туҡланыу өсөн әллә ниндәй ҡатмарлы махсус аҙыҡ-түлек талап ителмәй, сикләүҙәр ҙә артыҡ күп түгел. Еңел үҙләштерелеүсе диетик аҙыҡ һау-сәләмәттәр өсөн дә файҙалы.
Спорт күнекмәләре зыянлы, тип хәрәкәтләнеүҙән ваз кисеүселәр ҙә ныҡ яңылыша. Физик көсөргәнеш, күнекмәләр сирлеләр өсөн һулар һауалай мөһим. Тән ауырлығын кәметеү генә түгел, матдәләр алмашыныуын яҡшыртыу өсөн дә бындай әүҙемлек, хәрәкәтсәнлек кәрәк. Врач менән кәңәшләшегеҙ, спорт күнекмәләренән тыш, бәлки, һеҙҙең өсөн велосипедта йөрөү, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеү ҙә файҙалылыр?
Шәкәрҙе күп ашама — диабет менән сирләрһең! тигәнде ғүмерегеҙҙә аҙ ишетмәгәнһегеҙҙер. Әммә “тәмлетамаҡ”тарҙы сир әллә ҡайҙан урап үтһә, шәкәрһеҙ сәй эскәндәргә “диабет” диагнозының ҡуйылыуы тағы ла ғәжәберәк тойола. Хроник сир шәкәр ашағандан түгел, ә организмда шәкәрҙең йәки глюкозаның үҙләштерелмәй башлауы арҡаһында барлыҡҡа килеүен иҫтә тотайыҡ. Әммә сирҙе аҙҙырмау өсөн рациондағы шәкәр миҡдарын кәметергә тура киләсәк, сөнки ул тән ауырлығын арттыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә