Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы ҡанундар әхлаҡ ҡануниәтенә ярашлымы?
Яңы ҡанундар әхлаҡ ҡануниәтенә ярашлымы?Ышаныстар һәм борсолоуҙар
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе


Әҙәм балаһы бер ваҡытта ла һил генә йәшәмәгән. Һәр дәүер ҡабатланмаҫ табыштары һәм юғалтыуҙары, асыштары һәм хаталары менән килә. Шуға ла һәр заман кешеһе үҙе йәшәгән осорҙо иң ҡатмарлы йылдар тип һанаған. Беҙ ҙә бөгөн шундай фекерҙәбеҙ.
Көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр әле хәл ителмәһә, улар киләсәктә тағы ла ҡатмарлыраҡ буласаҡ. Ә асыҡ яуап талап иткән ҡәтғи һорауҙар кәмемәй, арта ғына.

Беҙҙең үҙ Рәсәйебеҙ бар

Яңыраҡ “Литературная газета”ла (31 октябрь — 6 ноябрь һанында) тарих фәндәре докторы Юрий Жуков менән ойошторолған “Мина под государство” исемле әңгәмә баҫылып сыҡты. Билдәле тарихсының һүҙҙәре бөгөнгө ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙең, фән әһелдәренең, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең уй-фекере, ынтылыш-теләге менән бик ауаздаш.
Тәжрибәле ғалим Юрий Жуков Рәсәй Федерацияһында милли республикаларҙың булыуын илдең киләсәге өсөн ифрат ҡурҡыныс күренеш итеп күрә һәм киҫкен сараларға саҡыра: “Не хотим развала России — изменим национальную политику. Решительно, коренным образом”; “Теперь настала пора отказаться от национально-территориальных образований”; “Пора признать: одна страна — одна нация и один язык. Только так избежим второго акта пьесы, разыгранного в 1991-м”; “Хочешь говорить на национальном языке? Пожалуйста, дома, в кругу друзей и в первых классах школы, пока не овладеешь русским”.
Бындай саҡырыуҙар беҙгә байтаҡтан таныш. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Жириновский күптән инде ошо хаҡта лаф ора. Ғәҙел ҡанундар булмау сәбәпле, илдең иң бай кешеләренең береһенә әйләнгән олигарх Михаил Прохоров та яңыраҡ “Гражданлыҡ платформаһы” партияһы съезында Конституцияны үҙгәртергә, Рәсәйҙәге милли республикаларҙы һәм округтарҙы бөтөрөргә, илдә яңы административ-территориаль бүленеш булдырырға тигән тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Сәйәсмәндәрҙең йәки шул өлкәгә ынтылыусыларҙың бындай белдереүҙәре үҙеңә халыҡ иғтибарын йәлеп итергә тырышыуҙан да тыуырға мөмкин — уныһы аңлашыла. Ә инде танылған ғалим-тарихсы ошолай фекер йөрөтә икән, уның ниәттәре пиарға, сенсацияға ғына ҡоролмаған. Бындайҙар Рәсәйҙәге федераль ҡоролошто илдең киләсәге өсөн зарарлы тип таный, Ватаныбыҙҙың йәшәү мөмкинлеген унитар дәүләт рәүешендә генә күрә.
Юрий Жуковтың телдәргә мөнәсәбәте бына нисек: “Если говорить всерьез, я полагаю, украинская мова не является языком с точки зрения филологической науки. Даже в те времена (XX быуат башы. — Р.Б.) украинский и белорусский языки имели хождение только в селах и местечках. Были говором неграмотных крестьян. Своего рода диалекты, как орловско-курский или северный, которые тогда были ощутимыми”.
Нисәмә быуат буйына әҫәрҙәр ижад ителгән, донъяға танылған дәүләттәрҙең күпме миллион гражданы һөйләшкән телдәрҙе бөгөн шулай танымайҙар икән, бындай ғалимдарҙың Рәсәй Федерацияһындағы вағыраҡ телдәргә мөнәсәбәте һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Инҡар итеүҙәр ҙә беҙҙең өсөн яңылыҡ түгел. Мәҫәлән, күп төрки телдәрҙең (ҡаҙаҡ, үзбәк, башҡорт һәм башҡалар) бары татар теленең шиүәләре булыуы хаҡындағы уйҙырмаларҙы XXI быуат башында уҡ уҡығайныҡ һәм уға үҙ ҡарашыбыҙҙы белдергәйнек.
2012 йылдың октябрь башында Рәсәйҙәге дәүләт милли сәйәсәте стратегияһының проекты донъя күрҙе. Был документҡа ҡарата төрлө ижтимағи ойошма, айырым ғалимдар тарафынан ҡаты тәнҡит һүҙҙәре әйтелде. Проектта Рәсәйҙә меңәр йыл йәшәгән халыҡтар тураһында ләм-мим. Авторҙарҙың фекеренсә, дөйөм Рәсәй гражданлығының асылы милләттәрҙең илдән айырылғыһыҙ булыуы менән билдәләнә. Элек СССР-ҙағы барлыҡ кешенән “берҙәм Совет халҡы” яһарға тырышһалар, хәҙер, стратегия проектында әйтелгәнсә, “дәүләди милли сәйәсәттең маҡсаты ошолай: Рәсәй Федерацияһының күп милләтле халҡының (Рәсәй милләтенең) гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу”.
Милли сәйәсәттең стратегияһын билдәләмәксе был проект бик буталсыҡ килеп сыҡҡан. Бәлки, уның авторҙары (исемдәре аталмай) төп маҡсаттарын шулай йәшереберәк торорға тырышҡандыр. Әммә был документтың төп нигеҙе — халыҡтарҙың хоҡуғын милли-мәҙәни автономия менән сикләү, илдәге төрлө милләт вәкилдәрен берҙәм Рәсәй милләтенә туплау.
Хәҙер ниндәй генә идеялар тәҡдим ителмәй! Мәҫәлән, Дағстан Республикаһы парламенты, Рәсәй Федерацияһы субъекттары этнос атамаһын йөрөтөргә тейеш түгел, милли республикаларҙың исемен үҙгәртергә кәрәк, тип иҫәпләй. Был хаҡта матбуғатта айырым автор әйтһә, ни асыу. Тотош парламент шулай сығыш яһаһын әле!
Милли республикаларҙы бөтөрөп, губерналарҙан торған унитар дәүләт төҙөүҙе талап итеүселәр АҠШ-ты үрнәккә күрһәтмәксе. Йәнәһе, ул илдә кем генә юҡ, әммә японы ла, ҡытайы ла, шотланды ла, мексиканы ла бер телдә һөйләшә, һәммәһе лә американдар — бер милләт кешеләре. Имеш, беҙ ҙә шулай йәшәй алмайбыҙмы ни?
АҠШ дәүләтен был ергә диңгеҙ-океан аша төрлө яҡтан йыйылған милләт вәкилдәре барлыҡҡа килтерһә, Рәсәй иленә башҡорттар, сыуаштар, татарҙар, яҡуттар, Төньяҡ Кавказ халыҡтары һәм башҡалар ҡайҙандыр ситтән ябырылмаған, улар тыуған ерендә быуаттар буйы йәшәгән, ҡаты һынауҙарҙа ла милли асылын юғалтмаған, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, мәғарифын, матбуғатын үҫтергән. Рәсәйҙәге төп халыҡтарҙың сәйәси-административ билдәләнеше, үҙ-ара бәйләнеше федерализм принциптарына ҡоролған, Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы, милли республикаларҙың төп закондары менән нығытылған.
Мостай Кәрим әйтмешләй, рус түгелмен, ләкин россиянмын. Был һүҙҙәрҙе шулай дауам итке килә: рус түгелбеҙ, ләкин россиянбыҙ, россиянбыҙ, ләкин башҡортбоҙ, татарбыҙ, бүрәтбеҙ, марибыҙ... АҠШ беҙгә үрнәк түгел — үҙ тарихыбыҙ, яҙмышыбыҙ, күп милләтле, күп республикалы Рәсәйебеҙ бар.
Мәсьәлә кемдер тарафынан уйлап сығарылған этнократия, республикаларҙағы милли элитаның ниндәйҙер амбициялары менән генә сикләнмәй. Һүҙ ошонда меңәр йылдар буйы йәшәгән халыҡтарҙың бөгөнгө һәм киләсәк яҙмышы хаҡында. Барса халыҡты бергә уҡмаштырып, бөтәһен дә Рәсәй милләтенә әйләндерергә, унитар дәүләт төҙөргә саҡырыуҙар милли мәктәптәрҙең йәшәйешенә бәйле айырыуса ҙур борсолоу тыуҙыра.

“Эй, меҫкен уҡытыусым!..”

Яңы ҡанундар әхлаҡ ҡануниәтенә ярашлымы?Мәғариф өлкәһендә тәжрибәләр ифрат йышайҙы. Әлбиттә, тормош бер урында ғына тормай, халыҡ алға барһын, үҫеш дауам итһен өсөн ниҙер үҙгәрергә, иҫкелекте яңы ҡараштар, алымдар алмаштырырға тейеш. Уңыштарға тик эҙләнеүҙәр аша өлгәшергә мөмкин. Ләкин һәр үҙгәреш асышҡа килтерә алмай. Бала күңелен туҡтауһыҙ, йыш ҡына хатта зарарлы тәжрибә үткәреү полигонына әйләндерергә ярамай.
Йәмғиәт үҫешендәге яңы ижтимағи шарттар, элекке тәғлимәттәрҙең юҡҡа сығыуы, яңыларының ҡатмарлы ҡаршылыҡтар тыуҙырыуы, айырыуса заманса технологиялар, компьютер, Интернет, глобализм яңы быуындың фекерләү үҙенсәлегенә, донъяға ҡарашына, социаль психологияһына көслө, йыш ҡына кире йоғонто яһай. Хәҙерге ҙур тиҙлек, ҡабалан ҡарарҙар дәүерендә йәштәрҙең халыҡсан ерлектән, меңәр йылдар буйы тупланған рухи ҡиммәттәрҙән һаман нығыраҡ айырылыуы уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендә ҙур юғалтыуҙарға килтерә.
Был мәсьәлә берәүҙе лә урап үтмәй, сөнки һәр кемдең ҙур тормошҡа юлы белем алыуҙан башлана. Шуға ла Рәсәйҙә мәғариф тураһында яңы закон проекты буйынса фекер алышыу бер нисә йыл барҙы, уның байтаҡ урыны ҡаты тәнҡитләнде, бик ҡәтғи төҙәтмәләр индерелде. Закон проекты октябрҙә Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.
Ошо темаға фекер алышыу, проектҡа тәҡдимдәр, төҙәтмәләр индереү маҡсатында Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарынан, дәүләт эшмәкәрҙәренән, мәғариф тармағы етәкселәренән, йәмәғәтселек вәкилдәренән эш төркөмө төҙөлдө. Тупланған фекерҙәр ҡаралып, йыйнаҡ системаға килтерелгәндән һуң, Дәүләт Думаһына ебәрелде. Мәскәүҙә ошо мәсьәлә буйынса үткәрелгән йыйылышта Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов та сығыш яһаны.
Закон проектына үҙ ҡарашын белдереп, ҡайһы бер урындарына асыҡлыҡ индереүҙе һорап шылтыратыусылар, хат яҙыусылар күп. Был аңлашыла ла: әле әҙерләнгән документ һәр кешенең, һәр милләттең яҙмышы, тотош илдең киләсәге өсөн үтә мөһим буласаҡ.
Мәғарифҡа ҡағылышлы теләһә ҡайһы яңы закон уҡыусы менән уҡытыусы хаҡында хәстәрлекте үҙәккә ҡуйырға тейеш. Һуңғы ваҡытта мәктәптәрҙең матди хәлен яҡшыртыу, педагогтарҙың эш хаҡын күтәреү буйынса күп эш башҡарыла, әммә уҡытыусының ғәйәт яуаплы хеҙмәте барыбер тейешенсә баһаланмай, аҡсаһы лайыҡлы түләнмәй.
Борон кешеләр Аллаһы Тәғәләгә “Эй, Остазым, Уҡытыусым!” тип өндәшер булған. Уҡытыусы һүҙенә ниндәйен бөйөк мәғәнә һалынған! Ә бөгөнгө хәлдәр нисегерәк һуң? Мәктәп балалары араһында “Эй, меҫкен уҡытыусым!” тигәндәре ишетелһә, бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Изге вазифаны башҡарыусыларға уҡыусылары араһында ла йәлләп, хатта түбәнһетеп ҡараусылар бар. Ҡайһы бер балалар менән уҡытыусыларҙың йәшәү шарттарын, матди мөмкинлеген сағыштырып ҡарағыҙ. Иртәнсәк мәктәптәргә үтерлек түгел: күпселек ата-әсә балаларын машинала килтерә. Ә уҡытыусылар араһында ҡышҡы һыуыҡта туҡталышта ҡалтыранып торғандар, эшкә этелә-төртөлә ҡала транспортында килгәндәр аҙмы ни? Яҡшы фатирҙарҙа, ҡатлы-ҡатлы затлы коттедждарҙа йәшәгән уҡыусыларҙың тормошо менән һуңғы тинен кеше торлағында көн күргән өсөн түләгән йәш уҡытыусыларҙың аяныслы хәлен сағыштырырлыҡмы? Шулай булғас, уҡытыусыға өҫтән ҡарау, уны кәмһетеү осраҡтары нисек йышаймаһын? Өҫтәүенә, мәғариф тураһындағы яңы закон проектында ауыл педагогтарының тормош-көнкүреш шарттарына бәйле элекке ташламалар “тейеш”тән икеле-микеле “мөмкин” тигән (имеет право — вправе) кимәлгә төшөрөлә.
Тормош туҡтауһыҙ яңырған, ҡараштар үҙгәргән, яңы дәүләт закондары барлыҡҡа килгән хәлдә лә, һәр милләттең быуаттар буйы һаҡлана килгән рухи ҡануниәте — әхлаҡ кодексы бар. Ғәҙеллек, тоғролоҡ, ярҙамсыллыҡ, быуындар араһындағы бәйләнеш, ғаилә татыулығы, ғәзиз ил-еребеҙҙең берҙәмлеге һәм именлеге өсөн ҡаһарманлыҡ ҡылыу — милләттең мәңгелек рухи ҡиммәттәре һәм төп таяныстары. Иң һәләкәтле саҡтарҙа ла, закондар ғына түгел, хатта дәүләт ҡоролошо үҙгәргәндә лә, улар милләтебеҙгә үҙ булмышын һаҡлап ҡалырлыҡ көс биргән.
Федераль дәүләт ҡануниәтенән, ил Хөкүмәте етәкселәренән шәхес һәм милләт хоҡуҡтарының, туған телдең, халыҡсан рухтың һаҡланыуын, яҡланыуын талап итәбеҙ. Был ғәҙел дәғүәләребеҙ һәр саҡ көнүҙәк. Һуңғы ваҡытта улар айырыуса үткерләнә бара. Мәсьәләнең көндән-көн киҫкенләшеүе һәр беребеҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй.
Күпселек дәғүә туған телде, дәүләт телдәрен уҡытыуға бәйле. Башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт теле булараҡ уҡытыу һәм уҡыу хоҡуғы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының конституциялары менән, тимәк, закон нигеҙендә, гарантияланған. Әммә һуңғы ваҡытта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ирекле уҡытыу тураһында һүҙ йышайҙы. Быны ҡәтғи талап иткән ата-әсә лә бар. Мәғарифтың яңы федераль стандарттары буйынса былтырғы уҡыу йылынан башҡорт теле дәүләт теле булараҡ I класта уҡытылманы, быйылғылар менән дә шул уҡ хәл. Етмәһә, БДИ-ға әҙерләнеү өсөн ваҡыттың күп талап ителеүенә һылтанып, X һәм XI кластарға ла башҡорт теле дәүләт теле булараҡ индерелмәй. Ошолай дауам итһә, биш-алты йылдан ул бөтөнләй уҡытылмаясаҡ. Шундай ғәҙелһеҙлек барлыҡҡа килә: белем биреүҙең яңы федераль стандарттарындағы талаптар граждандарҙың Конституция тарафынан яҡланған хоҡуҡтарын инҡар итә, дәүләт ҡануниәтенә ҡапма-ҡаршы килә.
Мәғариф буйынса яңы закон проектында ла быға тейешенсә иғтибар бирелмәгән. Беҙҙең Дәүләт Йыйылышынан ғына түгел, башҡа субъекттарҙан да ҡәтғи төҙәтмәләр тәҡдим ителде, әммә улар иҫәпкә алынырмы?
Был мәсьәләләр, әлбиттә, халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Әммә шундай һорауҙы ла бирмәү мөмкин түгел: хоҡуҡтарыбыҙҙы үҙебеҙ тейешенсә файҙаланабыҙмы? Ғәмһеҙлегебеҙ арҡаһында үҫеп килгән быуынға насар йоғонто яһамайбыҙмы?
Яңы стандарттарҙа, шулай уҡ ҡануни документтарҙа милләттәрҙең сәйәси үҙаллылығын ҡыҫҡан, туған телдең үҫешен сикләгән хәлдәр менән килешеп булмай. Ә шул уҡ ваҡытта башҡорт телендәге китаптарҙы, гәзит-журналды уҡыуҙан, башҡорт тамашаларына йөрөүҙән беҙҙе ниндәй ҡануниәт йә иһә хөкүмәт күрһәтмәһе тыя? Һуңғы ике тиҫтә йылда матбуғат баҫмалары, театрҙар, филармонияларыбыҙ артты, әммә милли гәзит-журнал уҡыусыларыбыҙ көндән-көн кәмей, тамашасылар менән дә — шундай уҡ күңелһеҙ хәл. Ә башҡорт класы була тороп та, балаһын урыҫса уҡырға биргән милләттәштәребеҙ аҙмы ни? Ата-әсәһендә туған телгә шундай мөнәсәбәт булғас, балалар ниндәй булып үҫһен? Башҡортса китап уҡымаған, гәзит-журнал алдырмаған, театрҙарыбыҙға, төрлө кисәләребеҙгә йөрөмәгән ғаиләләрҙә телебеҙгә, йыр-моңобоҙға ниндәй мөхәббәт тәрбиәләнһен? Дәүләт теле лә бит иң элек ғаилә теленән башлана. Совет заманында туған телдән көсләп айыртылған, бишек йырын, әкиәттәр моңон тыңламай, башҡортса белмәй үҫкән башҡорттарға балаларын яңы милли мөхиттә, халыҡсан ерлектә тәрбиәләүе еңел түгел, әлбиттә. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙе уҡытыу, тәрбиәләү эшендә лә шундай уҡ ауырлыҡтар тыуа.
Дәүләт ҡанундары үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, рухи асылын, әхлаҡ ҡағиҙәләрен, телен-моңон һаҡлап ҡалған халыҡ ҡына киләсәккә ышаныслы ҡарай ала. Милләттәрҙе туған теле һаҡлар, милләт әгәр телен һаҡлаһа.

Барыһы ла — “Әлифба”нан

Һәр ауыл, ҡала мәктәптән башлана. Халыҡтың, илдең хәл-торошо, рухы, көсө белем усағына нигеҙләнә, сөнки бында бөгөнгөбөҙ генә түгел, киләсәгебеҙ тәрбиәләнә, үҫә, оло юлға әҙерләнә. Юҡҡамы ни һуңғы йылдарҙа, мәғариф өлкәһендә ҡулайлаштырыу күренештәре йышайғанда, “мәктәбе бөтһә, ауыл да бөтә” тигән һүҙҙәр айырыуса йыш әйтелә. Белем усаҡтары һүнһә, тотош Ватан ҡаҡшай.
Һәр ауыл, ҡала мәктәптән башлана, тинек. Ә уҡыу йорто үҙе кемдән, нимәнән тамыр ала һуң? Белем усағына тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан сабый өсөн — беренсе уҡытыусыһынан, бергә хәреф танырға өйрәнгән иптәштәренән, класташтарынан. Яҙмыштағы үҙгәрештәр арҡаһында баланың башҡа мәктәпкә күсеүе, уҡытыусыларының алмашыныуы ихтимал. Ләкин, уҡыуын ҡайҙа ғына дауам итһә лә, дәреслектәр уның менән бергә буласаҡ.
Мәктәп иң элек изге “Әлифба”нан, унан һуң башҡа әсбаптарҙан башлана. Дәреслектәр — тотош Федерацияла һәм милли республикаларҙа белем биреүҙең беренсе һәм төп сараһы. Беҙ уҡыған осорҙа, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, унан аҙаҡ та күпме быуын балаларының ҡулында төрлө фән буйынса бер үк дәреслек булды, уларҙың күбеһе тотороҡло һаҡланды. Әлбиттә, үҙгәрештәр ҙә барҙыр. Мәҫәлән, “Әлифба” яңырҙы. Уның ҡарауы, күпселек әсбап шул көйө ҡат-ҡат баҫылды, үҙенсә классикаға әйләнде.
Һәр заман, бигерәк тә хәҙерге дәүер үҙенең ҡәтғи талаптарын ҡуя. Илдәге һәм республикалағы тарихи үҙгәрештәр, яңы сәйәси мөхит, ҡатмарлы замандағы ҡаҙаныш һәм ҡыйралыштар, табыш һәм юғалтыуҙар мәктәп дәреслектәренең дә яҙмышын урап үтмәне. Рәсәй һәм Башҡортостан конституциялары нигеҙендә республика мәктәптәрендә башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ уҡытыла башлауы яңы уҡыу әсбаптарына ихтыяжды тағы ла көсәйтте. Был ғәйәт яуаплы тармаҡта уҡытыусылар һәм ғилми белгестәр тарафынан байтаҡ эш башҡарылды. Хәҙер беҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса урыҫ мәктәптәре, урыҫ мәктәптәрендә белем алған бүтән милләт балалары, милли мәктәптәр өсөн айырым дәреслектәр сығарыла.
Әммә был өлкәлә әлегә етерлек тәжрибә тупланмаған. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен башҡа милләт балаларына уңышлы уҡытыу өсөн тәү сиратта уларҙы дәрескә ылыҡтырыу, иғтибарын яуларлыҡ саралар таба белеү, әсбаптарҙың ябай һәм ҡыҙыҡлы булыуы мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп дәреслек бындай талаптарға яуап бирмәй. Ҡатмарлы ғилми тел менән дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен ентекле аңлатырға тырышыу дәрестәрҙе күңелһеҙ итә, уҡыусыларҙы биҙҙерә. Бындай алым менән башҡа милләттең генә түгел, хатта үҙебеҙҙең балаларҙы ла башҡорт теленә яҡынайтып булмаясаҡ.
Бер дәреслектең аҙаҡҡы өлөшөндә бирелгән мәғлүмәткә иғтибар итегеҙ: “Бюро грамматических справок. Башкирский язык относится к тюркской группе языков. Основными признаками башкирского языка являются: А. Агглютинативность — последовательное присоединение аффиксов (окончаний) к основе слова. Например: китап-тар-ҙың (у книг), где китап — основа (корень) слова, аффикс -тар — показатель множественного числа, -ҙың — показатель родительного (притяжательного) падежа. Сравните: русский язык — флективный; один и тот же аффикс дает несколько значений: книг-и, где аффикс -и показывает и род (женский), и падеж (родительный), и число (единственное — ?). Бында әйтелгән икенсе һәм өсөнсө сифаттарға туҡталып тормайым.
Ошондай иҫкәрмә лә бирелгән: “В методических целях термины и грамматические понятия даются в более популярной форме. И поэтому могут наблюдаться кое-какие несоответствия с данными научной грамматики башкирского языка”.
Китаптың титулына “Х. А. Толомбаев. М. С. Дәүләтшина. Башҡорт теле. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. 3-сө баҫма. Яңыртылған. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған. Өфө, 2010” тип яҙылған.
Дәреслектең һуңғы өлөшөндәге “Грамматик белешмәләр бюроһы”ндағы мәғлүмәт уҡытыусылар өсөн бирелгән тип әйтеүҙәре бар. Әммә педагог уларҙы балаларға еткерергә тейеш бит. Ә телдең агглютинатив йәки флектив булыуы хаҡында һөйләү III класс балаһының зиһененә бер нисек тә барып етмәйәсәк. Телдең йәнле яңғырашына, арбаусан тылсымына ғилми төшөнсәләр аша түгел, мауыҡтырғыс алымдар менән генә ҡыҙыҡһыныу уятырға мөмкин.
Күп уҡытыусы урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы йәнле һөйләшеү, аралашыу, һорау-яуап рәүешендә башларға, артабан ҡатмарлыраҡ төшөнсәләргә күсергә тырыша, төрлө күргәҙмә әсбапты файҙалана. Бындай осраҡта предметты һәр бала яратып өйрәнә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Башҡорт телен өйрәнәм” тигән тапшырыу бар, әммә ул балаларҙы мауыҡтырырлыҡ түгел. Сығарылыштарҙың береһендә Башҡортостанда кантонлыҡ осоро тураһында һөйләнеләр, шул заманға бәйле атамаларҙы башҡортса һәм урыҫса әйтеп, яҙып барҙылар. Тарихты өйрәнергә кәрәк, ләкин былай ялҡытҡыс итеп түгел.
Эйе, мәктәп “Әлифба”нан, дәреслектәрҙән башлана. Был хәҡиҡәт барлыҡ ил һәм заман өсөн зарури, уҡытыуҙың бик мөһим ҡануны. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу йәһәтенән борсолор сәбәп етерлек. Ә бына барлыҡ Рәсәй мәктәптәрендәге федераль дәреслектәрҙе байҡаһаң, сәсең үрә торорлоҡ. Хәҙер бит һәр фәндән әллә күпме әсбап баҫып сығарыла. Уларҙың күпселегенән уҡыусының ғына түгел, уҡытыусыларҙың башы әйләнерлек. Уйлап ҡарағыҙ: тарих буйынса 140-тан ашыу мәктәп дәреслеге бар, физкультуранан — утыҙлап. Дөйөм һан былтырғынан ике тапҡырға күберәк — 2500 дана! Шаҡ ҡатырлыҡ бит!
Үҙәктә мәктәп дәреслектәренең сифатына һәм һанына дәүләт контроле булдырыу тураһында ҡырҡыу һөйләшеүҙәр әленән-әле уҙғарыла. Төрлө варианттағы әсбаптарға тейешле талап ҡуйыуҙа Рәсәй Фәндәр академияһының, Рәсәй Мәғариф академияһының яуаплы булыуы тураһында ҡат-ҡат иҫкәртелһә лә, китаптар ғалимдар тарафынан ике ҡат иләктән үткәрелеп, тейешле кимәлгә еткерелә тип раҫлаһалар ҙа, урыҫ телен уҡытыуҙа башланғыс кластарҙан уҡ балаларҙың башын Эльконин-Давыдов системаһы буйынса бутау дауам итә. Йәш быуындың аңын томалау, хатта иманды, әхлаҡты емереү миҫалдары артҡандан-арта. Мәҫәлән, В. Ланцберг тигән авторҙың (Ул ниндәй шағирҙыр?) ун алты юлдан торған “Весенщина” тигән әйбере бына ошолай башлана:
Расцвелипы, проросливы все лесучьи,
Залихважничали, высунулиству.
Медвежадины, волчатники, лисучьи
Просыпадали в балдень хмельнаяву.
Стрекозавры, черепащерицы
По дубовникам своим
Босикомые летащатся –
Все порхаханьки бы им!
Ҡуйылған һорауҙарға яуап бирер өсөн бала ошо мәғәнәһеҙлектән мәғәнә эҙләргә тейеш була. Был миҫал алынған сығанаҡ: “Е.И. Матвеева, Тетрадь по литературному чтению № 1, 4 класс, 7-е (!) издание, М., 2012”.
Ә бына Т.Ф. Курдюмованың V класс өсөн әҙерләнгән хрестоматияһынан (М., 2012) балалар уҡып һөйләргә тейешле әкиәт өҙөгө: “И приходят жеребцы из морских коней на запах этих кобыл, и выходят на сушу, и осматриваются. Но никого не видят, и тогда они вскакивают на кобыл, и удовлетворяют свою нужду, и слезают с них, и хотят они увести их с собой, но кобылы не могут уйти с жеребцами, так как они привязаны”.
Бөйөк урыҫ әҙәбиәтенең әллә күпме хрестоматияға һыйып бөтмәҫлек аҫыл үрнәктәре бар. Шулар була тороп, мәктәп дәреслектәренә ошондай оятһыҙ, хаяһыҙ текстарҙың килеп инеүе — рухи мираҫҡа күҙ йомоу ғына түгел, баланың гонаһһыҙ йөҙөнә төкөрөү ул. Шуныһы аяныслы: был китап бер тапҡыр ғына сыҡмаған, XX быуаттың аҙағынан алып ҡат-ҡат баҫылған, быйыл да донъя күргән.
Әҙәбиәт дәрестәрендә генә түгел, башҡа фәндәрҙе, мәҫәлән, математиканы уҡытҡанда ла матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа һөйөү, Тыуған илгә тоғролоҡ тәрбиәләү Рәсәй педагогикаһында иң мөһим алым була торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер был йолалар ҙа емерелә. Түбәндәге миҫалға элегерәк тә иғтибар иткәйнем, әле тағы ла иҫкә төшөрмәй булмай: “Ковбой Джо зашел в бар и попросил у бармена бутылку виски за 3 доллара, трубку на 6 долларов, 3 пачки табака и 9 коробок непромокаемых спичек, цену которых он не знал. Бармен потребовал с него 14 долларов 80 центов (в 1 долларе 100 центов), на что Джо вытащил пистолет. Бармен пересчитал снова и исправил ошибку. Как Джо догадался, что бармен пытался его обсчитать?” (Дорофеев Г.В., Петерсон Л.Г. Математика. 5 класс. Часть 1. М., 2006, с. 124). Математика дәреслегендәге был миҫал уҡыусыға ниндәй үрнәк күрһәтәлер?
Мәктәп дәреслектән башлана. Уҡытыуҙың да, тәрбиә эштәренең дә нигеҙе — әсбаптарҙа. Улар бер-береһенән айырылғыһыҙ, икеһе лә бик мөһим. Хәҙерге мәғлүмәт ташҡынының тәрбиәне, рухиәтте ҡыҫырыҡлауы тормоштағы йәмһеҙ күренештәрҙе арттыра.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәребеҙҙе бик ныҡ камиллаштыраһы, уҡыусы күңеленә үтемле, уҡымлы итәһе бар. Шуныһы ҡыуандыра: әле федераль дәреслектәрҙән телгә алынғанға оҡшаш бысраҡ миҫалдар беҙҙең белгестәребеҙ әҙерләгән китаптарҙа юҡ. Киләсәктә лә шулай була күрһен.

Әлмисаҡтан килгән һуғыш

Әҙәм балаларының күбеһе Аллаға мөкиббән инанып, ул ҡушҡанса ғибәҙәт ҡылып йәшәмәһә лә, кеше өсөн иманлы булыу, рухи аманаттарға тоғролоҡ һаҡлап, уларҙы киләсәк быуындарға тулы килеш еткереү һәр саҡ изге бурыс һаналды. Совет йәмғиәтендә нисәмә тиҫтә йыл буйына динһеҙҙәр тәрбиәләнде, кеше сабый сағынан уҡ Алланан ситләтелде.
Һуңғы 20—25 йылда халыҡтар рухи тамырҙарын тәрәндән барлай, дини йолаларҙы тергеҙә. Мәсеттәр, сиркәүҙәр төҙөлә, рухани мәктәптәре, мәҙрәсәләр асыла, дини әҙәбиәт баҫыла.
Ләкин Иблис тә йоҡлап ятмай: һуңғы йылдарҙа яуыз ҡотҡоларын айырыуса ярһып тарата, кешеләрҙе аҙҙырыу өсөн бөгөнгө юғары технологияларға ҡоролған өгөт-нәсихәт сараларының барыһын да эшкә егә. Кеше күңелендә изгелек менән яуызлыҡ араһында әлмисаҡтан килгән һуғыш әлеге заманда аяуһыҙ рәүештә дауам итә.
Зиһенде сабый саҡтан уҡ яман йоғонтоларҙан һаҡлау, иман нуры менән яҡтыртыу өсөн тырышлыҡ артҡанда мәктәп программаларына дин дәрестәренең индерелеүе бер ҙә ғәжәп түгел.
Әммә һәйбәт ниәттән башланған был эш төрлө бәхәс тыуҙырҙы. Минең дә һорауҙарым бар. Беренсенән, дини мәҙәниәт нигеҙҙәрен уҡытырлыҡ педагогтарҙы әлеге мәлдә нисек еткерәһең, кәрәкле дәреслектәрҙе ҡайҙан алаһың? Бының өсөн Башҡортостанда ғына өс меңдән ашыу уҡытыусы әҙерләргә, бихисап китап баҫтырырға кәрәк. Ҡулайлаштырыу маҡсатында мәктәптәр ябылғанда йәки уларҙың статусы үҙгәртелгәндә, педагогтар эшһеҙ ҡалғанда, әллә күпме ҡаҙна аҡсаһын дин дәрестәренә сарыф итеү дөрөҫмө? Икенсенән, милләттәр татыулығы тормошобоҙҙоң нигеҙе бит — яңы дәрестәр индерелгәс, бер кластағы балалар төрлө дин буйынса төркөмләнә башлаһа, улар араһында тарҡаулыҡ, көсөргәнеш барлыҡҡа килмәҫме? Өсөнсөнән, башҡорт телен дәүләт теле кимәлендә республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә өйрәтеү башҡа фәндәргә сәғәттәрҙе аҙайта тип зарланыусылар бар, ә бына дин дәрестәре программаның нәҡ төбәк өлөшө иҫәбенә уҡытыла, тимәк, был йәһәттән хоҡуғыбыҙ тағы ла нығыраҡ ҡыҫыла. Логика ҡайҙа? Дүртенсенән, дини мәҙәниәт нигеҙҙәрен IV класта уҡытыу — баланың психологияһын аңламау йәки уның менән бөтөнләй иҫәпләшмәү ул. Меңәр йыл буйына бик киҫкен бәхәстәр тыуҙырған, хатта фажиғәле бәрелештәргә килтергән бындай ҡатмарлы төшөнсәләр 10-11 йәшлек уҡыусының зиһененә барып етерме?
Дини мәҙәниәттәрҙе, һис шикһеҙ, өйрәнергә кәрәк, ләкин әлеге һорауҙар урынлы шик-шөбһә тыуҙыра. Ошоларҙан сығып, барлыҡ дини мәҙәниәттәрҙең нигеҙенә тарих дәреслегендә айырым бүлек бирелеп, ул VIII йәки IX класта, балаларҙы төркөмдәргә бүлмәйенсә уҡытылһа, әлеге һорауҙар, моғайын, тыумаҫ ине, тимәксемен.

* * *

Беҙҙең халыҡ “хәрәкәттә — бәрәкәт” тип бик белеп әйткән. Кешелектең тарихы — камиллыҡҡа табан үҫеш юлы ул. Әммә хәҙерге ҙур тиҙлек заманында хәрәкәт бәрәкәткә генә түгел, һәләкәткә лә килтерә. Техник ҡаҙаныштар, етеҙлектәр күпме рухи ҡиммәтте тапап үтә!
Ҡарарҙар һәм ҡанундар ҡабалан яҙылмаһа, һәр һүҙ уйлап, урынына еткереп әйтелһә, хәрәкәттәге һәләкәттәр ҙә аҙыраҡ булыр ине.

Редакциянан. Мәҡәләлә күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышырға саҡырабыҙ — һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, рухташтар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872