Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Эпштейн эшләтә

Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһының 1-се лицейына “РОСНАНО-ның мәктәптәр лигаһы” генераль директоры Михаил Эпштейн килде. Белем усағы ошо ойошмаға инергә йыйына.
“1-се лицейҙа емешле хеҙмәттәшлек алып барырҙай, юғары кимәлдә оҫталыҡ дәрестәре бирерҙәй уҡытыусылар бар”, – тине ҡунаҡ. Әлеге проект Рәсәйҙә ике йылдан ашыу тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты — мәктәптәр менән бизнес араһында күпер һалыу, фәнни эш менән шөғөлләнгән уҡыусыларҙы дәртләндереү.
Салауат ҡалаһы.


Ике фермер грант алды

Быйыл эш башлаған фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса маҡсатлы программала ҡатнашыусыларҙың иң лайыҡлылары билдәләнде. Стәрлебаш районынан ике фермерҙың эше юғары баһаланды, һәм улар грантҡа эйә булды.
Ямғырсы ауылынан Илдар Ғәскәров 1 миллион 350 мең һум күләмендәге ярҙамға сертификат алды. Был аҡсаға ул тоҡомло таналар алырға йыйына. Түбәнге Ибрай ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Ильяс Шафиҡов иһә симменталь тоҡомло мал, техника һатып алырға ниәтләй.
“Стәрлебаш шишмәләре”.


Көрәшселәребеҙ — Волга буйы һәм Урал чемпиондары

Ошо көндәрҙә Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһында өлкәндәр һәм 1994 – 1996 йылғы йәштәр араһында көрәш буйынса “Урал кубогы” Бөтә Рәсәй турниры үтте.
Сарала Татарстан, Мари Иле республикаларынан, Пермь крайынан, Төмән, Силәбе өлкәләренән иң көслө көрәшселәр ҡатнашты. Башҡортостандың данын яҡташтарыбыҙ Айнур Әхмәров менән Рәдиф Аҡсурин яҡланы. Шуныһы ҡыуаныслы: ике батырыбыҙ ҙа турнир чемпионы исемен яуланы.
“Ашҡаҙар таңдары”.
Федоровка районы.


Стәрлетамаҡта “Йыл эшҡыуары” билдәләнәсәк

30 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм биләмәләр — үҫеш нөктәләре” тип аталған республика форум-күргәҙмәһе асыла.
Сара барышында “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойоштороласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Секция ултырыштары тауар етештереүселәр менән сауҙа предприятиелары араһындағы мөнәсәбәттәр, йәштәр бизнесы, эшҡыуарҙарҙы яҡлауҙың хоҡуҡи нигеҙҙәре кеүек темаға арналасаҡ. Форум-күргәҙмәлә шулай уҡ “Йыл эшҡыуары-2012” республика конкурсының еңеүселәре тәбрикләнәсәк.
“Ашҡаҙар”.


Көтөп алынған сара

Бөгөн Тәтешле районы үҙәгендә удмуртса халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусы йәштәрҙең “Жужась кизилиось” VI төбәк-ара конкурсы башланды. Был ярыш ике йылға бер тапҡыр халыҡтың милли йолаларын, телен, мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында үткәрелә.
— Бөгөнгә конкурста ҡатнашыуға 33 ғариза килде. Балтас, Борай, Ҡалтасы, Яңауыл райондарынан, Удмурт Республикаһынан да башҡарыусылар бар. Йәш йырсылар ике төркөмгә бүленеп сығыш яһаясаҡ, – тип хәбәр итте “Яңы Тәтешле” удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге директоры Антонида Шәйбәкова.
“Тәтешле хәбәрҙәре”.


Хаҡлы ялдағылар сәйәхәт итә

Ауырғазы районында пенсионерҙарға ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ. Улар өсөн махсус социаль экскурсиялар программаһы төҙөлгән. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хаҡлы ялдағыларҙы Йәғәфәр ишандың ҡәберенә, райондың иҫтәлекле урындарына алып барған. Ололар Мораҙым ҡурғандары, Ҡорманай мәмерйәһе кеүек урындарҙы барып күргән.
Районда әлеге ваҡытта 11 мең пенсионер иҫәпләнә. Хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе сәйәхәт итеү, уҡыу, компьютер үҙләштереү мөмкинлегенән баш тартмай. Мәҫәлән, социаль туризм буйынса төбәк-ара программаны былтыр 30 ветеран файҙаланған булһа, быйыл 68 кеше сит тарафтарға сәйәхәт ҡылған.
“Ауырғазы хәбәрҙәре”.


Өләсәйҙәр шатлығы — ейәнсәрҙәр


Салауат районының Лағыр мәҙәниәт йортонда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған тамаша үтте.
“Мираҫ” фольклор ансамбле Бәпес һөйөү йолаһын күрһәтте. Һуңынан жюри ағзалары өләсәйҙәрҙе менән ейәнсәрҙәрен оҫталыҡта, таһыллыҡта, шуҡлыҡта һынаны. Ололар әкиәт һөйләне, йырланы, бейене. Улар теккән, бәйләгән матур әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо. Бергәләп бешергән тәмле-татлы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаштылар. Өләсәйҙәр бала бағыу, ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиәләү үҙенсәлектәрен барланы.
“Йүрүҙән”.
Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Рима ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә