Эпштейн эшләтәОшо көндәрҙә Салауат ҡалаһының 1-се лицейына “РОСНАНО-ның мәктәптәр лигаһы” генераль директоры Михаил Эпштейн килде. Белем усағы ошо ойошмаға инергә йыйына.
“1-се лицейҙа емешле хеҙмәттәшлек алып барырҙай, юғары кимәлдә оҫталыҡ дәрестәре бирерҙәй уҡытыусылар бар”, – тине ҡунаҡ. Әлеге проект Рәсәйҙә ике йылдан ашыу тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты — мәктәптәр менән бизнес араһында күпер һалыу, фәнни эш менән шөғөлләнгән уҡыусыларҙы дәртләндереү.
Салауат ҡалаһы.
Ике фермер грант алдыБыйыл эш башлаған фермерҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса маҡсатлы программала ҡатнашыусыларҙың иң лайыҡлылары билдәләнде. Стәрлебаш районынан ике фермерҙың эше юғары баһаланды, һәм улар грантҡа эйә булды.
Ямғырсы ауылынан Илдар Ғәскәров 1 миллион 350 мең һум күләмендәге ярҙамға сертификат алды. Был аҡсаға ул тоҡомло таналар алырға йыйына. Түбәнге Ибрай ауылынан крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Ильяс Шафиҡов иһә симменталь тоҡомло мал, техника һатып алырға ниәтләй.
“Стәрлебаш шишмәләре”.
Көрәшселәребеҙ — Волга буйы һәм Урал чемпиондарыОшо көндәрҙә Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһында өлкәндәр һәм 1994 – 1996 йылғы йәштәр араһында көрәш буйынса “Урал кубогы” Бөтә Рәсәй турниры үтте.
Сарала Татарстан, Мари Иле республикаларынан, Пермь крайынан, Төмән, Силәбе өлкәләренән иң көслө көрәшселәр ҡатнашты. Башҡортостандың данын яҡташтарыбыҙ Айнур Әхмәров менән Рәдиф Аҡсурин яҡланы. Шуныһы ҡыуаныслы: ике батырыбыҙ ҙа турнир чемпионы исемен яуланы.
“Ашҡаҙар таңдары”.
Федоровка районы.
Стәрлетамаҡта “Йыл эшҡыуары” билдәләнәсәк30 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар һәм биләмәләр — үҫеш нөктәләре” тип аталған республика форум-күргәҙмәһе асыла.
Сара барышында “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойоштороласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Секция ултырыштары тауар етештереүселәр менән сауҙа предприятиелары араһындағы мөнәсәбәттәр, йәштәр бизнесы, эшҡыуарҙарҙы яҡлауҙың хоҡуҡи нигеҙҙәре кеүек темаға арналасаҡ. Форум-күргәҙмәлә шулай уҡ “Йыл эшҡыуары-2012” республика конкурсының еңеүселәре тәбрикләнәсәк.
“Ашҡаҙар”.
Көтөп алынған сараБөгөн Тәтешле районы үҙәгендә удмуртса халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусы йәштәрҙең “Жужась кизилиось” VI төбәк-ара конкурсы башланды. Был ярыш ике йылға бер тапҡыр халыҡтың милли йолаларын, телен, мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында үткәрелә.
— Бөгөнгә конкурста ҡатнашыуға 33 ғариза килде. Балтас, Борай, Ҡалтасы, Яңауыл райондарынан, Удмурт Республикаһынан да башҡарыусылар бар. Йәш йырсылар ике төркөмгә бүленеп сығыш яһаясаҡ, – тип хәбәр итте “Яңы Тәтешле” удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге директоры Антонида Шәйбәкова.
“Тәтешле хәбәрҙәре”.
Хаҡлы ялдағылар сәйәхәт итәАуырғазы районында пенсионерҙарға ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ. Улар өсөн махсус социаль экскурсиялар программаһы төҙөлгән. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хаҡлы ялдағыларҙы Йәғәфәр ишандың ҡәберенә, райондың иҫтәлекле урындарына алып барған. Ололар Мораҙым ҡурғандары, Ҡорманай мәмерйәһе кеүек урындарҙы барып күргән.
Районда әлеге ваҡытта 11 мең пенсионер иҫәпләнә. Хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе сәйәхәт итеү, уҡыу, компьютер үҙләштереү мөмкинлегенән баш тартмай. Мәҫәлән, социаль туризм буйынса төбәк-ара программаны былтыр 30 ветеран файҙаланған булһа, быйыл 68 кеше сит тарафтарға сәйәхәт ҡылған.
“Ауырғазы хәбәрҙәре”.
Өләсәйҙәр шатлығы — ейәнсәрҙәрСалауат районының Лағыр мәҙәниәт йортонда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған тамаша үтте.
“Мираҫ” фольклор ансамбле Бәпес һөйөү йолаһын күрһәтте. Һуңынан жюри ағзалары өләсәйҙәрҙе менән ейәнсәрҙәрен оҫталыҡта, таһыллыҡта, шуҡлыҡта һынаны. Ололар әкиәт һөйләне, йырланы, бейене. Улар теккән, бәйләгән матур әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо. Бергәләп бешергән тәмле-татлы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаштылар. Өләсәйҙәр бала бағыу, ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиәләү үҙенсәлектәрен барланы.
“Йүрүҙән”.
Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Рима ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА әҙерләне.