Баҫыуҙарҙа уңыш йыйылып бөттө, мал-тыуар йылы ҡураларға инде. Ниһайәт, башҡарған эштәрҙе байҡар, һөҙөмтәләрҙе барлар ваҡыт етте. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған саралар республика кимәлендә үтеп, райондарға күсте. Бөгөн Саҡмағош районы эшсәндәре оло байрамға йыйылды.
Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, район игенселәре дөйөм республика бураларына тос өлөш индерҙе — барлығы 80 мең тонна иген һалды. Гектарынан уңыш 24,6 центнер тәшкил итте. Сөгөлдөрсөләр иһә 2168 гектарҙан 47,9 мең тонна “татлы тамыр” йыйҙы. Уртаса гектар ҡеүәте — 240 центнер. Районда көнбағыш үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә: бөтәһе 2,7 мең тонна уңыш йыйылған.
Малсылыҡҡа килгәндә, 33 һөтсөлөк, 13 йылҡысылыҡ фермаһы эшләй. Барлығы 25349 баш һыйыр малы (7441 һауын һыйыры), 1312 ат аҫрала. Быйылғы 10 айҙа саҡмағоштар 34372 тонна һөт (былтырғыға ҡарағанда 12,1 процентҡа күберәк), 3543 тонна ит (9,5 процентҡа артығыраҡ) етештергән. Районда тоҡомсолоҡ эше киң йәйелдерелгән: алты ферма, өс завод бар.
Быйыл хужалыҡтарҙа трактор, машина паркын яңыртыу яҡшы бара. Бөтәһе 195 миллион 630 мең һумлыҡ техника һәм малсылыҡ тармағы өсөн ҡорамалдар алынған. Тейешле кимәлдә башҡа төр дәүләт ярҙамы күрһәтелә, үҙҙәре лә баҙар шарттарында эшләү юлын эҙләй, таба. Иң мөһиме — саҡмағоштар яңы эш урындары булдырырға, элеккеләрен һаҡларға, социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә тырыша.
Теҙген оҫтаның ҡулында булғас...Ауыл хужалығы предприятиеларының күпселегендә финанс-иҡтисади хәл малсылыҡҡа бәйле. Малың ишле, уға аҙыҡ та етерлек булһа, техникаң геүләп эшләһә, уңышлы һәм табышлы көн итә алаһың. Райондың “Заря” ауыл хужалығы кооперативы бөгөн тап шундайҙар иҫәбендә: малсылыҡта ла, үҫемлекселек өлкәһендә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Йәмғиәттең алдынғылар рәтенә сығыуына уға идара теҙгенен оҫта ойоштороусы, тәжрибәле һәм эшкә бөтмөр етәксе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Зәбир Фәнил улы Ғилемхановтың алыуы булышлыҡ иткәндер, моғайын. “Заря”ла элек-электән малсылыҡҡа етди иғтибар бүленә, сөнки тоҡомсолоҡ заводы булараҡ ул республиканың күп кенә хужалыҡтарын сифатлы мал менән тәьмин итә. Йыл һайын кооператив 50-гә яҡын баш мал һатып, үҙ
ҡаҙнаһын байыта. Ауыр йылдарҙа ла һыйырҙарҙы кәметеүгә юл ҡуйылманы, киреһенсә, арттырыуға өлгәштеләр. Бөгөн ҡара-сыбар тоҡомло 1500 баш мал заманса механизацияланған биналарҙа аҫрала. Күптән ҡул көсө ҡулланмайҙар. Йәй яҡшы ремонт үткәргәндәр, мал иркен йөрөһөн өсөн ялан кәртәләр эшләнгән, яңы тыуған быҙауҙарға айырым йылы бүлмәләр бар. Малсыларға ла уңайлы шарттар булдырылған, һәр яҡлап иғтибар һәм ихтирам күрһәтелгәс, һәлкәүҙәр юҡ, эш һорап килеүселәр күп.
Ҡышҡылыҡҡа ауыл эшсәндәре етерлек күләмдә мал аҙығы етештергән, бесән-һаламға ҡытлыҡ юҡ, соҡорҙар силос-сенаж менән тулы. Шартлы бер баш малға 36 центнер мал аҙығы берәмеге тура килә.
– Мал ҡышлатыу уңышлы ғына бара. Ойоштороу эше яҡшы ҡуйылғас, әҙерлек кимәле юғары булғас, ҡыйынлыҡтар кисермәйбеҙ, – ти хужалыҡ етәксеһе Зәбир Ғилемханов. – Әле малдар теремек һәм көр генә. Эшселәрҙең күңеле күтәренке, сөнки хеҙмәт хаҡы ярайһы уҡ ҙур һәм ваҡытында түләнә. Шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға бушлай аҙыҡ та бирелә.
Әйткәндәй, йәмғиәттә, нигеҙҙә, район үҙәге халҡы эшләй. Етәкселек хеҙмәт хаҡын ысынлап та тотҡарламаҫҡа тырыша, сөнки бер-ике тапҡыр һуңлатһаң, малсыларҙан ҡолаҡ ҡағыуың бар. Ә эшсе ҡулдар һәр ерҙә лә кәрәк бит.
Бөгөн 100-ҙән ашыу кеше хужалыҡ йөгөн тарта. Ололар менән бер рәттән, бында егет һәм ҡыҙҙар ҙа тырышып эшләй. Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап эшкә ҡайтҡан белгестәр ҙә бар. Алмаш үҫә, киләсәктә юғары квалификациялы белгестәргә лә, малсыларға ла һис ҡытлыҡ булмаҫ, моғайын.
“Заря”ла зоотехник һәм ветеринарҙар көслө, яһалма ҡасырыу уңышлы ҡулланыла. Йыл да көтөүгә яңы таналар индерелә. Әле 300 баш һауын һыйыры бар. Көнөнә 5,5 тонна һөт һауып алалар, эшкәртеүгә иһә 5 тоннанан ашыу продукция оҙатыла. Саҡмағош май заводы ла йәмғиәттең һөтөнә өҫтөнлөк бирә. Малдарҙың ауыҙынан аҙыҡ өҙөлмәгәс, ул төрләндереп тә бирелгәс, көндәлек тулайым һауым арта.
Йәмғиәт, һыйыр малы аҫрау менән бер рәттән, йылҡысылыҡ тармағына ла иғтибар бирә – башҡорт тоҡомло ат үрсетәләр. Үрсем алыу эше яҡшы ҡуйылған.
Бында үҙ эшенең оҫталары йыйылған, һәр кем фиҙаҡәрлек күрһәтә. Һауынсылар Тәслимә Ғарифуллина, Фәнилә Булатова, быҙау ҡараусылар Флорида Яҡупова, Зилина Ғилемйәнова, Рузилә Ишбулдина, көтөүселәр Фәһим Ғилемханов, Денис Ғайсин, механизаторҙар Мират Ҡәҙерханов, Мәсғүт Зыякиев кеүектәрҙең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ.
Яңы йорт – ауыл йәме, йәшәү ғәме«Герой» колхозына ҡараған ауылдарҙа төҙөлөш йылдам бара. Дөйөм хужалыҡтыҡынан тыш, шәхси йорттар ҡалҡыуы ғәҙәти күренешкә әйләнгән, тиһәң дә хата булмаҫ. Мәҫәлән, бөгөн дүрт ауылда 27 хужа өй күтәрә.
Ҡаран ауылы халҡы ла был йәһәттән ҡалышмай. Ҡасан ғына әле: «Колхоз таралып, фермалар бөтһә, ауыл да юҡҡа сығасаҡ инде», – тип хафаланған кешеләргә йән ингәндәй. Һуңғы йылдарҙа хужалыҡ аяҡҡа баҫып китеп, үҙ йүнен үҙе күрә, тоҡомло мал ишәйҙе. Шағир әйтмешләй, гөрләп эшлә лә йырлап йәшә генә! Алтмышлап йорттан торған Ҡаранда быйыл ғына ла биш өйгә нигеҙ һалынды, стеналар күтәрелде.
Ирле-ҡатынлы Олег Ситдиҡов менән Рәмилә Муллайәнова (һүрәттә) эшен быйыл ғына башлаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, киләһе йылға өй эсен рәтләү мәшәҡәттәре генә тороп ҡалған.
– Колхоз, туғандар ярҙам итмәһә, үҙебеҙ генә башҡарып сыға алмаҫ инек, – ти хужа.
Рәмилә – уңған һауынсы, Олег иһә – үҙ эшен белгән ветеринар. Тырышлыҡтарын күреп, хужалыҡ етәкселәре уларға транспорт, техника менән дә ярҙам итә, аҡса яғынан да үпкәләтмәй.
– Донъя көтәм тигән кешегә бер ни ҙә йәл түгел, – ти «Герой» хужалығы рәйесе Фәрғәт Ваһапов. – Ундайҙарға йәштәр программаһы буйынса дәүләт ярҙамы буласаҡ, колхоз идараһының да һәр ваҡыт ишеге асыҡ.
Эшкә дәрттәре ташып торғанда, донъя көтөргә сәмдәре урғылғанда, өй һалып, үҙ аллы йәшәргә ынтыла йәш ғаилә. Алла бойорһа, тип әйтәйек, икенсе йылға ошо ваҡытҡа өй ҙә туйларҙар әле…
"Алға"ның эше алда– Моғайын, эшселәрегеҙҙе гел алға барырға һәм алдынғы булырға саҡыраһығыҙҙыр әле, йәмғиәтегеҙҙең исеме "Алға" булғас, – тигән шаяртыуға: "Районда былай гел маҡтап телгә алалар, өлгө итеп ҡуялар, тимәк, һәр саҡ алдабыҙ инде", – тип яуапланы "Алға" колхозы" ауыл хужалығы кооперативы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рушан Ғайсин.
Тоҡомсолоҡ заводы, ысынлап та, төбәктә иң яҡшылар иҫәбендә: уңған, бөтмөр эшсәндәре малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һынатмай. Бөгөн бында алты ауылдан 200-гә яҡын кеше тырышып эшләй. Мал ҡышлатыу әле башланып ҡына тора. Хужалыҡтың 2720 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыры йылы ҡураға ингән, шартлы һәр баш малға 36,9 центнер мал аҙығы әҙерләнгән.
"Бөгөн шул етмәй, быныһы кәрәк ине, бер ниндәй ҙә ярҙам юҡ", – тип ҡул ҡаушырып ултырмай "Алға"ның малсылары. Йәй ауыл эшсәндәре, мал аҙығы етештереү менән бер рәттән, өс һөтсөлөк фермаһына матур итеп ремонт та үткәргән. Хәҙер ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай. Етәкселек уңайлы шарттар булдырыуға күп көс һала, бының өсөн аҡса йәлләмәй. Көйәнтә менән һыу ташыу, ҡул менән мал аҙығы таратыу күптән инде тарихта ҡалған. Бөгөн "Хозяин" комплексы күп кенә эште яңғыҙы башҡара. Әйткәндәй, йәмғиәт ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға иғтибар бүлә. Быйыл, мәҫәлән, 14 миллион һумлыҡ техника алғандар. Бынан тыш, ике фермала 2 миллион һумлыҡ һауын машинаһы менән һөт үткәргесте алмаштырғандар. Йәйге лагерҙарҙа ла эш күптән механизацияланған, мәҫәлән, йәйләүҙәргә 28 һөт һауыу станогы урынлаштырылған, тағы ла биш тонна һыйҙырышлы һөт һыуытҡыс һатып алғандар.
– Аҡса сығып ҡына тора, хәҙер уны йәлләгән заманалар үтте. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн иҫкенән ҡотолоп, яңы ҡорамалдарға күсергә кәрәк, – ти Рушан Рифҡәт улы.
Хужалыҡтың 670 баш һауын һыйыры бар. Заманса техника һөҙөмтә бирмәй ҡалмай, әлбиттә: һөт етештереү күләме күпкә артҡан. Саҡмағош һөт заводына көн дә 8 тонна продукция оҙаталар, литрын 13 һум менән тапшыралар. Һауынсылар Гөлназ Зәйнуллина, Резеда һәм Эльвира Сәлимовалар, Фәнәҙиә Ғарифуллина айына һәр һыйырҙан уртаса биш меңдән ашыу килограмм һөт һауып ала. "Бында беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе ихтирам итәләр, етәкселек яғынан һәр саҡ иғтибар булғас, эшләүе лә күңелле", – ти һауынсы ҡыҙҙар.
Ит етештереүҙә лә хужалыҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ун ай эсендә 2706 центнер ит етештерелһә, 1900 центнеры сауҙаға сығарылған. Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ йыл һайын 100 баш мал һаталар. Иглин, Учалы яҡтары "Алға"ның тоҡомло малына өҫтөнлөк бирә. Көтөү таналар менән яңыртылып тора. Бынан тыш, хужалыҡтың 133 баш йылҡыһы ла бар.
Йәмғиәт яҙғы-көҙгө баҫыу эштәренә ситтән техника йәлеп итмәй, МТС ярҙамынан баш тартҡан, сөнки үҙҙәренең бына тигән техника паркы бар. Әле урамда ҡыш башы булыуға ҡарамаҫтан, паркта ремонт эше туҡтамай, яҙға әҙерлек бара. Алдынғы механизаторҙар Данис Исламов, Владик Хазипов, Илшат Сафиуллин, Азат Ғабдрафиҡовтар техниканың төҙөклөгөн тикшерә, запас частар йүнләй.
Йәмғиәттә эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ, йәштәр ҙур теләк менән ауылда ҡала. Юғары һәм махсус белемлеләр ҙә колхозға ҡайта. Шуныһы ҡыуаныслы: күптәре хеҙмәттәге уңыштары өсөн республика кимәлендәге наградаларға лайыҡ булған. Водитель Рөстәм Ҡаҙыханов, мәҫәлән, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре байрамы алдынан "Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Хужалыҡта 25 йылдан ашыу комбайнсы булып эшләгән Дамир Сәлимов, яңы ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Айнур Ханнанов та бөгөн — алдынғылар рәтендә. Раил Сәлимов, Рөстәм Сәйғафаров, Хәҙис Хәбиров, Динар Мөхтәров – үҙ эшенең оҫталары. Яһалма ҡасырыусылар Клара Ғабдрафиҡова менән Вәзих Фәтиховтарҙың тырышлығын да билдәләп үтергә була.
“Иң мөһиме — кешелә киләһе көнгә ышаныс уятыу”“Герой” — үҙ иҫәбенә йәшәгән, бөгөн һис кемгә, һис ҡайҙа бурысы булмаған һирәк хужалыҡтарҙың береһе. Исеменә күрә есеме булһын, тигән шикелле, үткән быуаттың 50-се йылдары һуңында колхозға атаманы Иҫке Балаҡ ауылында тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Вәхит Ғәлимовтың батырлығы хөрмәтенә биргәндәр. Биш ауылды берләштергән хужалыҡ эшсәндәре һынатмай — районда ғына түгел, республикала алдынғылар рәтендә.
— Геройҙарса эшләй инде беҙҙең “герой”ҙар, — тип йылмая хужалыҡ етәксеһе Фәрғәт Фәрит улы Ваһапов. — Әлбиттә, бар уңыштың сере — халыҡтың уңғанлығында. Ләкин, минеңсә, иң мөһиме — кешелә киләһе көнөнә ышаныс уятыу.
Ысынлап та, артта ҡалған йәки бөтөнләй үк тарҡалған хужалыҡтарҙа кешеләрҙең эшенә битарафлығы һис кенә лә ялҡаулыҡтарына бәйләнмәгән бит, ә хеҙмәттәре
өсөн тейешле баһа күрмәүҙәренә, ғаиләләренең матди хәлен яҡшырта алмауҙарына, урындағы етәкселеккә ышанмауҙарына килеп төртөлә. Бер республика, район, хужалыҡ эсендә генә “ожмах утрауы” төҙөп булмағандай, заманында “Герой” колхозы ла мөшкөл хәлдә ҡалған — банкротлыҡҡа төшөп, уның иләгенән үткән. Шулай ҙа, аҡыл менән егәрлелекте туплап, кире аяҡҡа баҫҡандар, үҙ мөлкәттәрен үҙҙәре һатып алғандар, эшкә еккәндәр. Ғөмүмән, саҡмағоштар — тырыш халыҡ. Уларҙың эшһөйәрлеге, донъя көтөүгә сәме тураһында уйынлы-ысынлы былай тиҙәр: береһе ҡапҡа буяһа, икенсеһе ҡоймаһын яңырта, береһе ҡоймаҡ ҡойһа, күршеһе белен бешерә. Эшкә дәрте, сәме булмаһа, “Герой” колхозы ауыл хужалығы етештереү кооперативы хеҙмәткәрҙәре 2009 һәм 2012 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнер инеме ни?!
Малсылыҡ — табышлы тармаҡ. Быны Саҡмағошта яҡшы аңлайҙар. “Герой”ҙа ғына ла һыйыр малы 2196 баш иҫәпләнә, шуның 600-ө — һауын һыйыры. Быйылғы 10 ай һөҙөмтәһе буйынса һәр һыйырҙан 6188 литр һөт һауылған! Был — “тере” аҡса. Әйткәндәй, шәхси хужалыҡтарҙа ла малды күпләп тоталар. Көн һайын халыҡтан өс тоннаға яҡын аҡ йыйылып, комбинатҡа оҙатыла. Был йәһәттән хатта эре хужалыҡтар ҙа көнләшерлек.
Малсылыҡтың тағы бер отошло яғы — тоҡомсолоҡ. Колхозда уға ныҡлы иғтибар бирәләр, ҡара-сыбар тоҡомло таналар үрсетеп, республика райондарына һаталар. Игенселектә лә һынатмайҙар. Бөтәһе 6391 гектар һөрөнтө майҙанда иген культуралары, мал аҙығы өсөн күп йыллыҡ үлән үҫтерелә. Быйыл, мәҫәлән, игендең гектарынан 23 центнер уңыш алғандар. Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, шәкәр сөгөлдөрөнөң һәр гектары 268 центнер “татлы тамыр” биргән.
Техника яғына килгәндә, сәсеү осоронда ла, уңыш йыйғанда ла ситтән ярҙам көтмәй “Герой” игенселәре. Иҫке техниканы яйлап яңыларына алмаштырыу хужалыҡ иҫәбенә алып барыла. Быйыл ғына ла баҫыуҙарға өр-яңы ике “Полесье” комбайны, шулай уҡ “Полесье” маркалы мал аҙығы етештереү агрегаты, һабан-сәскестәр сыҡҡан.
Иң ҙур байлыҡ — кеше. Уның мәнфәғәтен ҡайғыртмаһаң, эш һөҙөмтәһе лә булмаясаҡ. Был йәһәттән бөтә ауылдарҙа ла социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышалар: юлдар һалынған, “зәңгәр яғыулыҡ” үткән, үҙәкләштерелгән һыу торбалары өйҙәренәсә ингән. Эш хаҡына килгәндә, ауылдарға бигүк хас булмаған тәжрибә бар: айҙың тәүге аҙнаһында уҡ колхозсыларҙың шәхси картаһына Һаҡлыҡ банкы аша аҡса күсерелә.
Мәҙәниәт усаҡтарына ла туҡталып үтәйек. Йәшерен-батырыны юҡ: байтаҡ ерҙә улар һүнгән йәки тулы көсөнә дөрләмәй. Бында иһә Ҡаран ауылында яңыһын асҡандар. Район, хужалыҡ иҫәбенә!
Әгәр йөҙҙәр араһынан бер нисә уңғандың исемен атамаһаң, әйтер һүҙ тулы булмаҫ ине. Нисек инде һауынсылар Ләлә Әхмәтйәнованы, Рәмилә менән Эльза Муллайәноваларҙы, Заһиҙә Ғәлләмованы, малсылар Илдар Ғилфанов, Айҙар Ғиматов, механизаторҙар Илдус Мөлөков, Рәҡит Камалов, Наил Сөләймәнов, шоферҙар Марс Муллайәнов, Наил Йыһаншин, Роберт Рәхимов кеүектәрҙе телгә алмайһың?
“Герой”ҙар, ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы еңергә тырышып, хеҙмәттә алған бурыстарына өлгәшер өсөн геройҙарса алға атлай.
Маҡсатлы хужалыҡРеспубликала тормошҡа ашырылған “500 ферма” программаһы Башҡортостандың аграр сәйәсәтендә мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды. Уға ярашлы 500 һөтсөлөк фермаһы төҙөләсәк һәм үҙгәртеп ҡороласаҡ. Был эш күп кенә райондарҙа ҙур ҡолас менән бара.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының Яңы Балтас ауылындағы дүрт һөтсөлөк фермаһында капиталь ремонт үткәрелә. Совет осоронда төҙөлгән элекке биналар, яңы һөт блогы урынлаштырылғандан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк.
Декабрҙә 550 баш һыйыр малына иҫәпләнгән өс ферма сафҡа инәсәк. Бынан тыш, заманса механизацияланған бер һауын залы менән быҙаулатыу бүлексәһе үҙ ишеген асасаҡ. Әйткәндәй, бындай зал әлегә Башҡортостанда тәүгеһе. Төҙөлөш тамамланғас, малсыларға эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар буласаҡ. Ашхана, ял итеү бүлмәһе ҡаралған, ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр өсөн айырым йыуыныу бүлмәләре асыласаҡ. Бөгөн бер һөтсөлөк фермаһы бинаһында һәм һауын залында үҙгәртеп ҡороу эше тамамланып килә. Ҡалған биналарҙа иһә әлегә һөт үткәргестәр, елләткес урынлаштырыу, тәҙрә ҡуйыу, резина иҙән һалыу, стеналарҙы һылау дауам итә. Һәр кем биналарҙы тиҙерәк сафҡа индереү маҡсаты менән йәшәй. Төҙөүселәр, бынан тыш, силос соҡоро буласаҡ майҙанда ла эш алып бара. Ферманың тирә-яғы төҙөкләндерелә. Һауын залын сифатлы һыу менән тәьмин итеү маҡсатында ике километр оҙонлоғонда торба үткәргес һуҙғандар. Ифрат ҙур яуаплылыҡ
талап иткән эш иртәрәк тә тамамланыр ине, әммә хужалыҡ был проектта ҡатнашыу хоҡуғына июлдә генә эйә булған.
– Төҙөлөштө шунда уҡ башланыҡ, – ти хужалыҡ рәйесе Илфир Зарипов. – Проекттың хаҡы – 110 миллион һум. Аҡсаға ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һатып алдыҡ. Шулай уҡ төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн сығымдар ҡаралған.
Кооператив етәкселеге белдереүенсә, элекке биналарҙы яңыртыуға, республика Хөкүмәте бүлгән аҡсанан тыш, үҙҙәренең дә финансы йүнәлтелә. Мәҫәлән, техника алыуға ғына йәмғиәт үҙ кеҫәһенән 8 миллион аҡса тотонған. Бынан тыш, кредит та юллағандар. Һатып алынған ауыл хужалығы техникаһы, ҡоролмалар өсөн 8 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Был, әлбиттә, ҙур ғына ярҙам – файҙаланылған аҡсаның бер өлөшө йәмғиәт кассаһына кире ҡайтҡан тигән һүҙ. Ләкин төҙөлөш-монтаж эштәре өсөн субсидия әле булһа алынмаған, әгәр ҙә киләсәктә тейешенсә ярҙам тоймаһалар, кооператив өсөн был ифрат ауырға төшәсәк.
Әле хужалыҡта иҫке һөтсөлөк фермалары етерлек, һәр береһен модернизациялау өсөн күп кенә сығым талап ителә. “Иҫке биналарға капиталь ремонт үткәргәнсе, күмәк мал өсөн яңы фермалар төҙөү күпкә отошлораҡ булыр ине”, – тип үҙенең шәхси фекере менән дә уртаҡлашты Илфир Зарипов.
Тоҡомсолоҡ заводында әле 1800-ҙән ашыу һыйыр малы аҫрала, шуның 600-гә яҡыны – һауын һыйыры. Ун ай йомғаҡтары буйынса, һәр һыйырҙан уртаса биш мең литр һөт һауып алғандар.
“500 ферма” программаһына таянып, аграр хужалыҡ киләсәктә һөт етештереүҙе тағы ла арттырыу маҡсаты менән йәшәй. Яңыртылған фермалары, механизацияланған ҡоролмалары, ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы, тырыш һәм егәрле малсылары булғанда йәмғиәт ниәттәренә өлгәшер, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Махсус битте Самат ҒӘЛИН, Рәлис УРАҘҒОЛОВ, Владимир КАРАБАНОВ (фото) әҙерләне.