Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаулыҡты һаҡлау — дәүләт сәйәсәтенең үҙәгендә
Һаулыҡты һаҡлау — дәүләт сәйәсәтенең үҙәгендәБашҡортостанда һуңғы һигеҙ йылда уҙғарылған юғары кимәлдәге йыйындарҙың күпселеге һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлы булыуы осраҡлы түгел, сөнки медицина мөмкинлектәрен киңәйтеү беҙҙә — социаль сәйәсәттең иң мөһим йүнәлештәренең береһе. Ултырыштың Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылында республикала демографик хәлдең торошона һәм уны яҡшыртыу сараларына арналыуы ла логик эҙмә-эҙлелектең бер сағылышы, тармаҡты үҫтереү буйынса оҙайлы сроклы төбәк программаһының дауамы булып күҙаллана.

Күсмә ултырыштың пленар өлөшөндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың сығышында яңғыраған һандар беҙгә әлегә борсолорға урын ҡалдырмаған төҫлө тойолһа ла, киләсәктә сабыйҙар тыуымының ҡырҡа кәмеүе көтөлөүе, Башҡортостандың тыуым буйынса илдә 24-се урында тороуы, йыл да 55 мең кешенең яҡты донъянан китеүе демографияны яҡшыртыуҙа ҡырҡа һынылыш талап ителеүен раҫлай.
2005 йылдан алып республикала тыуым 27,8 процентҡа артһа, үлем кимәле — 5,6 процентҡа, яңы тыуған сабыйҙар үлеме 1,8 тапҡырға кәмегән.
Йылдан-йыл федераль квоталар буйынса юғары технологиялы ярҙам алыусылар күбәйә, былтыр унан файҙаланыу мөмкинлеге 91 процент тәшкил иткән. Табиптарҙың раҫлауынса, демографик хәлде яҡшыртыуҙың төп юлы — үлемдең ҙур өлөшөн тәшкил иткән йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, инсульт, диабет һәм яман шештәрҙе кәметеү. Улар донъяла бөтә үлем осраҡтарының өстән ике өлөшөн биләй. Һуңғы осорҙа был тәңгәлдә бәләкәй генә булһа ла еңеүҙәр булыуын билдәләргә кәрәк. Яңы маҡсатлы программалар, финанс ярҙамы һөҙөмтәһендә ҡан әйләнеше системаһы сирҙәрен — 12,9, йөрәк ишемияһын — 4,7, миокард инфарктын 27,3 процентҡа кәметергә мөмкин булды.
Халыҡты һаҡлау лозунгыһы яңылыҡ түгел, әммә был мәсьәләгә тағы ла етдиерәк ҡарау үлемде кәметеүгә, тыуымды арттырыуға һәм миграция сәйәсәтен көйләүгә ҡағылған өс проблемаға иғтибарҙы ҡырҡа арттырыу мөһимлеген дә билдәләне Президент. Башҡортостанда 1 квадрат километр майҙанға ни бары 28 кеше тура килә. Биләмәләрҙе үҙләштереү ауырлыҡ менән бара. Ә ил буйынса хәл тағы ла мөшкөлөрәк. Туҡһанынсы йылдар башында мәктәп уҡыусыларының һаны 730 мең булһа, ул хәҙер 430 мең тирәһе генә.
Бөтә иғтибарҙы тыуымды арттырыуға йүнәлтеп кенә демографик көрсөктән сығып булмауын сит илдәр тәжрибәһенән сығып та аңлата алабыҙ. Президенттың әйтеүенсә, хатта матди байлыҡ та, яҡшы тормош шарттары ла, социаль ярҙам да “тыуымды арттырыусы генератор” була алмай. Иң мөһиме — беҙгә үлем осраҡтарын кәметеү буйынса ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Быға яҡшы миҫалдар ҙа бар: мәҫәлән, 2008 йылдан бала табыусы әсәләр үлемен өс тапҡырға кәметеү мөмкин булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә халыҡ сир-сорҙан ғына ҡырылмай, йыл да 16-18 мең кеше тәбиғи булмаған үлем ҡорбаны була. Йәштәр эскелектән, наркоманлыҡтан юҡҡа сыға, һыуҙа, юл фажиғәләрендә үлә. Вафат булыусыларҙың өстән бер өлөшөн тап улар тәшкил итә лә инде.
Халыҡты яҡшы йәшәүҙән, юғары хеҙмәт хаҡы түләнгән ергә күсеп китеүҙән тыйып та, сикләп тә булмай. Республиканан башҡа төбәктәргә китеүселәрҙең артыуы йыл да күҙәтелә (быйылғы туғыҙ айҙа — 31-32 мең тирәһе). Һис булмағанса, 16 мең үҫмер белем алыу өсөн Рәсәйҙең башҡа төбәктәрен һайлаған. Тимәк, йәштәрҙе төйәгенә ылыҡтырыу өсөн вуздарҙың рейтингы, статусы юғары булыуы ла бик мөһим хәҙер.
Демографияның тотороҡло үҫешенә өлгәше — иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Хатта яңы программаларҙың, төплө уйланылған проекттарҙың да уны сисеүҙә көсһөҙ ҡалыуы ихтимал. Әммә мәсьәләнең ҡырҡыулығын күрмәү һәм уның етдилеге менән иҫәпләшмәү мөмкин түгел.
“Иҡтисадтың юғары мәктәбе” милли тикшеренеү университетының Демография институты директоры Анатолий Вишневский үҙенең сығышында республикалағы демографик хәл торошона төплө анализ яһаны. Уңған халыҡ ғүмер баҡый ҡышҡа ингәндә ғаиләһе хаҡында ниндәй хәстәрлек күргән, алдағы демографик көрсөккә лә шундай уҡ етди әҙерлек менән инеү мотлаҡ, тип белдерҙе ул. Ғалим иҫбатлауынса, урындағы власть үлем осраҡтарын кәметеү буйынса әлегә бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланмай. 2030 йылдарға эшкә һәләтлеләрҙең һәм репродуктив йәштәге әсәләрҙең кәмейәсәген, оло йәштәгеләрҙең артыуын, өҫтәмә социаль сығымдарҙың күбәйеүен дә бөгөндән иҫәпкә алырға саҡырҙы ғалим.
Халыҡтың сәләмәтлек торошона кире йоғонто яһаған ҡайһы бер проблемалар, ҡаҙаныштар, эш тәжрибәһе тураһында ла сығыштар яңғыраны. Үкенескә ҡаршы, кеше сәләмәтлеге медиктарға ғына бәйле түгел. Тәүге өс урында кешенең тормош рәүеше, тышҡы һәм генетик факторҙар тороуын да онотмайыҡ.
Динә Арыҫланова




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә