Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫтауҙа
Сәхәбәләр ерләнгән НарыҫтауҙаИлсеғол ауылы эргәһендәге изге Нарыҫтауға сәфәргә ҡойма ямғыр яуғанда ҡуҙғалдыҡ. Барыр еребеҙҙә Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең сәхәбәләре Зәйет улы Зөбәйер, Зөбәйер улы Абдрахман ерләнгән. Өҫкә ишелеп төшөрҙәй тойолған ҡара болоттар Өфөнө сыҡҡас та хәтһеҙ ваҡыт оҙатып килде. Ҡояш ҡалҡып, байтаҡ ара үткәс кенә асылды көн. Мәсет менән танышыу тантанаһының йәме китер инде тип борсолоуыбыҙ юҡҡа булған — Миәкә ерендә ап-аяҙ, һил һәм ҡояшлы көн ҡаршы алды.

Еңел автомобилдәр бер-бер артлы килә тора, халыҡ ашыға-ашыға әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған мәсеткә табан күтәрелә бара. Ғәҙәти булмаған тантананың шаһиттары республиканың төрлө төбәгенән йыйылған. “Ғәҙәти булмаған” тиеүебеҙҙең сәбәбе шунда: был — Рәсәйҙә изгеләр һәм әүлиәләр ерләнгән урында төҙөлгән тәүге мәсет. Уның нигеҙ ташы май айында ғына һалынған һәм биш манаралы ап-аҡ иман йорто ни бары биш ай эсендә ҡалҡып сыҡҡан. Изге бурысты 15-се төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре тормошҡа ашырған. Эш барышында ошо ерҙең ғәжәйеп көскә эйә булыуы, ҡөҙрәтлелеге йәнә раҫланған — эргә-тирәлә Сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫтауҙаяуған ямғырҙың ҡыҙыу эш барған урында тамсыһы ла төшмәгән. “Әгәр үҙ күҙҙәрем менән күрмәһәм, был хәлгә һис кенә лә ышанмаҫ инем”, — ти урындағы “Яңырыу” (“Возрождение”) хәйриә фонды директоры Миңлейәр Йәнтүрин.
Хәҙерге тикшеренеүселәр раҫлауынса, сәхәбәләр Башҡортостан биләмәһендә 630-сы йылдарҙа йәшәгән. Улар Урал тауы һәм Ағиҙел йылғаһы буйҙарына Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тәҡдиме буйынса ислам динен таратыу өсөн ебәрелгән булған. Мәсет төҙөүҙе ойоштороусылар әйтеүенсә, нәҡ беҙҙең төбәктең һайланыуы һис тә юҡҡа түгел, сөнки ата-бабаларыбыҙ иманлы, нурлы халыҡ иҫәпләнгән.
Былтыр Зәйет улы Зөбәйер һәм Зөбәйер улы Абдрахман ерләнгән урын семәрле ап-аҡ тимер ҡоролма менән уратып алынғайны һәм сәхәбәләрҙең исеме яҙылған ҡәбер ташы ҡуйылғайны. Әле иһә, әйтеүебеҙсә, изгеләр ерләнгән Нарыҫтау итәгендә аҡ мәсет ҡалҡты.
Тантана Белорет районынан килгән Исмәғил хәҙрәттең аят уҡыуынан башланды. Артабан дәррәү тәҡбир әйтеп мәсеткә аяҡ баҫтылар. Аҙан тауыштары, Ҡөрьән уҡыуҙар тирә-яҡҡа яңғырап, нур таратты. Ысын мәғәнәһендә күркәм байрамға әүерелде иман йорто менән танышыу сараһы. Изгеләр рухына бағышлап доға ҡылынды, вәғәздәр уҡылды. Халҡыбыҙға бүләк итеп ебәрелгән бөтөн донъяға билдәле әүлиәләр өсөн Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтле булып, рух яңыртыуҙан мосолман ҡәрҙәштәрҙең йөҙө балҡыны, күңеле сафланды. Һәр кем, үҙ өлөшөн индерергә теләп, изге урында ағас ултыртты, зыярат ҡылып, иман яңыртты.
Бинаны төҙөүгә күп көс һалған хажи Салауат Килдин әйтеүенсә, Төркиәлә, Сүриәлә һәм башҡа ғәрәп илдәрендә сәхәбәләр ерләнгән урындарҙа мәсеттәр бар. Ә бына Рәсәйҙә ошоғаса бындай изге эшкә тотоноусы булмаған.
Сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫтауҙа— Беҙҙә лә сәхәбәләргә хөрмәт күрһәтергә өйрәнергә кәрәк. Аллаһ Тәғәлә өлөшлө кешеләрҙе нәҡ төбәгебеҙгә ебәргән икән, уға рәхмәтебеҙҙе ошондай ғәмәлдәребеҙ менән еткерергә бурыслыбыҙ. Нарыҫтауҙағы изге урындың нуры тотош Рәсәйгә таралырына ышанабыҙ, — тине Салауат Әмирхан улы.
Мәсет манараһының бишәү булыуының да ғилләһе бар икән. Дүртәүһе — хәлифәләрҙе, ә урталағыһы Пәйғәмбәрҙе һынландыра, тиҙәр.
Биләмә матур итеп ҡоймаланған. Төҙөкләндереү эштәре бөгөн-иртәгә тамамланырға тора. Әүлиәләр шишмәһе лә ҙур үҙгәреш кисергән. Ул да кәртәләп алынған. Шифалы һыуҙан ауыҙ итеү һәм ҡойоноу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ошо шишмә һыуы менән йыл әйләнәһенә сихәтләнергә мөмкин, сөнки ул туңмай. Составында көмөш булыу сәбәпле, иҫкермәй ҙә. Ял урыны ла булдырылған.
Миңлейәр Йәнтүрин әйтеүенсә, Нарыҫтау итәгендә ҙур мемориаль комплекс буласаҡ. Теләүселәр Ислам дине һабаҡтары аласаҡ. Ҡунаҡхана ла төҙөмәкселәр, сөнки элек-электән ошо изге урынға сит илдәрҙән дә, башҡа төбәктәрҙән дә халыҡ күп килә. Илсеғол ауылының ветерандар советы рәйесе Рифҡәт Ниғмәтуллин әйтеүенсә, ата-бабалар борон-борондан Нарыҫтауға күтәрелгән. Көс-хәл менән атлағандар ҙа, үрмәләп йә имгәкләп, йылына бер тапҡыр булһа ла бында килергә тырышҡан.
Эргәләге тау башында Иҙеүкәй менән Мораҙым ҡәберлегенә тимерҙән семәрләп эшләнгән ҡоролма ҡуймаҡсылар. Әлегә ул таштар менән уратылған.
Тарихи урындар онотола, тейешле иғтибарҙан ситтә ҡала, тип борсолоу белдерелгән мәлдә, сәхәбәләребеҙ ерләнгән тауҙа мәсет ҡалҡытып, теләгән һәр кемдең изгеләр рухына арнап доға ҡылыуы һәм намаҙ уҡыуы өсөн шарттар тыуҙырыу — бик сауаплы ғәмәл. Ошо эште башлаусыларға һәм уны атҡарыусыларға халыҡ оло рәхмәтен еткерҙе. Әйткәндәй, иман йорто йәмәғәтселек һәм республиканың хәйриә фондтары аҡсаһына төҙөлгән. Был — Миәкә ерендәге 23-сө мәсет.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Миәкә районы,
Илсеғол ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә