Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Телдә — аҡыл һәм ҡеүәт
Телдә — аҡыл һәм ҡеүәтҺүҙ — аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә кеше рухының үлсәме, күрһәткесе. Халыҡҡа уның мәғәнәһен һәм ҡиммәтен аңлатыу мөһим. Салауат ҡалаһында үткән “Һүҙ ҡәҙере” республика конкурсы тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотто.

Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыуға арналған сарала дүрт тиҫтәгә яҡын бәйгесе көсөн һынаны. Программаға ярашлы, Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, Юнир Салауатов, Земфира Хөсәйенова, Азамат Юлдашбаев ҡатнашлығында сәхнә оҫталығы дәрестәре, эстрада-һөйләү жанрын үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
Һүҙҙең баһаһы — әйтелгәндән һуң. Абруйлы жюри ағзалары бәйгеселәрҙең араһынан иң оҫталарҙы билдәләне. I дәрәжә дипломға З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары һәм Тәтешле районынан Фәрит Йыһангиров лайыҡ булды. Ишембайҙың “Хазина” фольклор ансамбле менән Өфөнән Гөлмирә Исмәғилева иһә икенсе урынды алды. Гөлмирәгә тағы ла бер уңыш йылмайҙы — “Шоңҡар” журналы уны фотосессияға саҡырҙы.
Өсөнсө баҫҡыста — Хәйбулла районынан Ғәзиз Әбделмәнов, Учалынан Ринат Сиражетдинов, Салауат ҡалаһынан Ринат Ибәтуллин, “Пигмалион” пантомима халыҡ театры. “Йолалар һәм булышлыҡ итеү” номинацияһында еңгән Илһам Шәмсетдиновты “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов бүләкләне. Тантаналы сарала шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат ҡалаһы хакимиәте, “Салауат” гәзите, Тибет дауалау һәм фәнни-тикшеренеү үҙәге үҙ приздарын тапшырҙы.
Р. ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.

Гөлли МӨБӘРӘКОВА:
— Һүҙ оҫтаһы булыу өсөн туҡтауһыҙ эҙләнеү, күнекмәләр талап ителә. Был йәһәттән сығыш яһаусыларҙың әҙерлеге төрлөсә булды. Араларында тетрәндергес итеп, образға инеп шиғыр һөйләгәндәр һоҡланыу уятты. Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәренән өҙөктәрҙе ифрат оҫта, тасуири һөйләп биргәндәр булды. “Һүҙ ҡәҙере” конкурсының киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ кимәлдә үтеренә ышаныс ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә