Һүҙ — аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә кеше рухының үлсәме, күрһәткесе. Халыҡҡа уның мәғәнәһен һәм ҡиммәтен аңлатыу мөһим. Салауат ҡалаһында үткән “Һүҙ ҡәҙере” республика конкурсы тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотто.
Ватан һуғышында еңеүгә 200 йыл тулыуға арналған сарала дүрт тиҫтәгә яҡын бәйгесе көсөн һынаны. Программаға ярашлы, Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, Юнир Салауатов, Земфира Хөсәйенова, Азамат Юлдашбаев ҡатнашлығында сәхнә оҫталығы дәрестәре, эстрада-һөйләү жанрын үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
Һүҙҙең баһаһы — әйтелгәндән һуң. Абруйлы жюри ағзалары бәйгеселәрҙең араһынан иң оҫталарҙы билдәләне. I дәрәжә дипломға З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары һәм Тәтешле районынан Фәрит Йыһангиров лайыҡ булды. Ишембайҙың “Хазина” фольклор ансамбле менән Өфөнән Гөлмирә Исмәғилева иһә икенсе урынды алды. Гөлмирәгә тағы ла бер уңыш йылмайҙы — “Шоңҡар” журналы уны фотосессияға саҡырҙы.
Өсөнсө баҫҡыста — Хәйбулла районынан Ғәзиз Әбделмәнов, Учалынан Ринат Сиражетдинов, Салауат ҡалаһынан Ринат Ибәтуллин, “Пигмалион” пантомима халыҡ театры. “Йолалар һәм булышлыҡ итеү” номинацияһында еңгән Илһам Шәмсетдиновты “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов бүләкләне. Тантаналы сарала шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат ҡалаһы хакимиәте, “Салауат” гәзите, Тибет дауалау һәм фәнни-тикшеренеү үҙәге үҙ приздарын тапшырҙы.
Р. ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.
Гөлли МӨБӘРӘКОВА:— Һүҙ оҫтаһы булыу өсөн туҡтауһыҙ эҙләнеү, күнекмәләр талап ителә. Был йәһәттән сығыш яһаусыларҙың әҙерлеге төрлөсә булды. Араларында тетрәндергес итеп, образға инеп шиғыр һөйләгәндәр һоҡланыу уятты. Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” әҫәренән өҙөктәрҙе ифрат оҫта, тасуири һөйләп биргәндәр булды. “Һүҙ ҡәҙере” конкурсының киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ кимәлдә үтеренә ышаныс ҙур.