Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тылсым юҡ, тиһәләр ҙә...
Тылсым юҡ, тиһәләр ҙә...Ул көндө бәхетле ғаилә татлы төш кеүек иҫкә ала хәҙер. Ә бит барыһы ла көтөлмәгәнсә килеп сыҡты... Ғаилә башлығы күрше райондан ҡайтып килә ине. Ҡараһа, юл ситендә бер әбей, машина туҡтатырға тырышып, ҡул болғай. Ир шып туҡтаны ла уны ултыртып алды. Алсаҡ йөҙлө әбей һүҙгә бигерәк әүәҫ булып сыҡты. Ундай кешеләр менән алыҫ араны ла һиҙмәй үтәһең.

Улар, гәпләшә торғас, ҡалаға “һә” тигәнсә килеп тә етте. “Ул тиклем дә пак күңелле кешене күргәнем юҡ ине. Әллә үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырырға инде...” — тип уйланы ир.
— Әбекәй, бәлки, беҙгә инеп сығырһығыҙ, — тип әйтмәйенсә түҙмәне ул. — Юлда тороп өшөгәнһегеҙ бит, сәй эскәс, йылынырһығыҙ. Ә минең кәләш шул тиклем аралашырға ярата. Оло кешенең кәңәшенә лә мохтажбыҙ...
— Рәхмәт инде, балаҡайым... Ысынлап та, ныҡ өшөгәйнем шул.
Ҡарсыҡтың мөләйемлеге, ихласлығы хужабикәгә лә оҡшаны. Һөтлө сәй эсеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Әбей тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты, Тылсым юҡ, тиһәләр ҙә...өйҙәренең бөхтә булыуына ла һоҡланды. Шул саҡ күрше бүлмәнән бала илаған тауыш ишетелде.
— Хәҙер, бәләкәсем, хәҙер.
Әсә бүлмәнән ҡыҙын күтәреп алып сыҡты.
— Ә-ә-ә, балағыҙ ҙа бар икән. Нисә йәш? — Әбей ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡуйҙы.
— Эйе, — тине лә ҡатын, моңһоу ҡарашын тәҙрәгә төбәне. — Яңыраҡ биш йәш тулды, тик, ниңәлер, һаман атламай. Ниндәй генә табипҡа барып ҡараманыҡ...
— Ҡайҙа, үҙем ҡарайым әле...
Ҡулдары менән генә уйнатҡан ҡыҙҙы әбей йәлләп ҡуйҙы. Шунан эстән генә доғалар уҡып, уның быуындарын ыуырға тотондо...
— Хәҙер, бәләкәсем, аяҡҡа баҫтырабыҙ һине, — тине ҡунаҡ өшкөрә-өшкөрә. — Бына, мин әйтте тиерһегеҙ, оҙаҡламай тупылдап атлар әле. — Күпмелер быуындарын ыуғас, әбей ҡыҙҙы иҙәнгә баҫтырҙы.
— Ҡуй-ҡуй, инәй, баҫтырмағыҙ! — Ҡото осоп, ҡатындың йөҙө үҙгәреп китте. — Имгәнеп ҡуйһа! — Шул саҡ бала әсәһенә табан атлап китмәһенме! Күргәненә ышана алмай әсәһенең күҙенән йәш тамды.
Ә ошо көндәрҙә теге һылыуҡай “аяҡ бүләк иткән” ҡунаҡты — Жәүһиә әбейҙе туйына саҡырҙы...
Яңыраҡ 81 йәшен билдәләгән Йәһүҙә Сәлимгәрәеваның имселек һәләтен тирә-яҡта яҡшы беләләр. Һәр саҡ кешегә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер торған әбейҙе халыҡ “Жәүһиә апай” тип кенә йөрөтә. Ҡайһы саҡта табиптарҙың ҡулынан килмәгәндә, уның шифаһы килешә.
— Бер заман Ташкентҡа поезда китеп барам, — ти имсе, хәтирәләргә бирелеп. — Кинәт купеның икенсе ҡатынан берәү иҙәнгә шап итеп килеп төшмәһенме! Ҡолағас та егет иҫен юғалтты ла ҡуйҙы. Шул саҡ берәйһе ярҙам итергә уйлаһасы! Юҡ, ҡуҙғалмайҙар ҙа! “Моғайын, иҫеректер. Туймаҫтай булып эскән”, — тип ҡул һелтәп мыңғырланы берәү. Эскән булһа ла, ул да бит кемдеңдер ғәзиз балаһы. Үҙемдең белгән доғаларымды уҡып, егеттең башын, ҡолаҡ тирәһен ыуғыланым. Бер аҙҙан ул аңына килде. Егет бөтөнләй эсмәгән икән. Күптән быума менән яфаланған, бахырҡай...
Жәүһиә әбей Иглин районының Әмәт ауылында тыуған, 42 йыл ғүмерен Үзбәкстанда йәшәй. Үҙгәртеп ҡороу осоронда кире Башҡортостанға ҡайта. Уйлап ҡараһаң, имсенең үҙ иленә килеп төйәкләнеүе шатлыҡлы ла. Күпме кеше изгелек күргән! Хатта Мәскәү һынлы Мәскәүҙән дә әбейҙе юллап киләләр.
Уның ярҙамы менән эскенән, тәмәкенән баш тартҡан, наркомания бығауынан ҡотолған кешеләрҙе иҫәпләп бөтөрлөк түгел! Ҡырҡ йәшенә етеп, һаман бала таба алмай интеккән ҡатындар ҙа йыш ярҙам һорай.
— Яңыраҡ ҡына 46 йәшен тултырған ауылдашым тәүгегә бәпәйләне, — тип йылмая имсе. — Хоҙай миңә шундай мөмкинлек биргәс, кешеләргә ярҙам итергә кәрәк. Ауылдағы бер ҡатын ғәләмәт ныҡ эсте. “Йәшел йылан” менән дуҫлығы арҡаһында күҙе һуҡырайҙы. Балалары бар ине, йәлләнем бахырҡайҙы. Көн дә өйөнә барып өшкөрөп йөрөнөм. Ун көн эсендә тәким күҙен астым. Хәҙер иҫән-һау йәшәп ята.
Кешене бәхетле итәм, уңыш килтерәм, байлыҡҡа юл асам тип иғлан биргән алдаҡсылар күп арала. Жәүһиә әбей был тиклем дә һәләтен ҡулланып, күптән серегән байға әйләнгәндер тип уйлаусылар барҙыр. Юҡ! Имсегә бындай сифаттар хас түгел. Хатта кешегә ярҙам иткәне өсөн аҡса ла һорамай ул. Сикһеҙ рәхмәтен белдереп, үҙ теләге менән биргәндәрен генә ала. Уныһын да балалар йортона тапшыра, мохтаждарға өләшә.
Жәүһиә әбей былтыр үҙ аҡсаһына ауылында мәсет тә төҙөткән. Ураҙа ғәйетен дә, ҡорбан байрамын да үткәреп тора. Әмәттәге иман йортона халыҡ ҙур теләк менән йөрөй. Ҡасандыр эскелеккә бирелеп, гелән ҡойма янында тәгәрәп ятҡан кешеләр ауылдашының ярҙамы менән араҡының еҫен дә онотҡан. Хәҙер йома һайын мәсет тупһаһын тапайҙар. Әбейҙең кеше ғүмерен ҡотҡарған саҡтары ла күп икән.
— Туймазынан бер ҡатын наркоман улын алып килгәйне, — тип дауам итте һүҙен имсе. — Егет шул хәтлем ябыҡҡан, тере ере ҡалмаған. Тағы ла шуның менән мауыҡһа, ғүмере йәшләй өҙөлөр ине. Ярай әле әсәһе ваҡытында алып килде. Оҙаҡ дауаланым уны... Хәҙер егет ғаилә ҡорҙо, гөрләтеп йәшәп ята. Яңыраҡ рәхмәт йөҙөнән диван бүләк итеп китте. Кешене ҡыуандыра алһам, миңә лә рәхәт булып китә. Егерме йылға йәшәргәндәй тоям үҙемде.
Шул саҡ әңгәмәне телефон шылтырауы бүлде.
— Һаумыһығыҙ! Был Жәүһиә апаймы? Таныштарыбыҙ һеҙгә барырға кәңәш иткәйне. Ирем башы ауыртыуға сыҙай алмай. Ҡайҙа ғына барып ҡараманыҡ...
— Килегеҙ, туғаным, килегеҙ! — тине лә имсе ихлас йылмайып ҡуйҙы. Уның асыҡ сырайынан бүлмә яҡтырып киткәндәй тойолдо.
Айгиз баймөхәмәтов
Иглин районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә