Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдаштың ышанысы ниңә һүрелгән?
Юлдаштың ышанысы ниңә һүрелгән?Башҡортостанда 6 300-ҙән ашыу кеше инвалид коляскаһын ҡуллана. Тағы ла 3 500-ҙән ашыу яҡташыбыҙҙың — ишетеү, 11 800 самаһының күреү мөмкинлеге сикләнгән. Уларҙың барыһы ла урамда, йәмәғәт урындарында үҙаллы хәрәкәт итә алһын, ҡаршылыҡҡа юлыҡмаһын өсөн 2011 — 2015 йылдарға “Асыҡ мөхит” республика программаһы ҡабул ителде. Уны бойомға ашырыуға 3,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Программа үҙен аҡлаймы? Хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгәндәр йәмәғәт урындарында үҙҙәрен уңайлы тоямы? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында Өфөлә йәшәүсе Юлдаш Хөсәйеновты саф һауала йөрөп килергә саҡырҙым. Беҙгә уның дуҫы Марс Ғабдуллин да ҡушылды.

Юлдаш Урман тыҡрығы урамындағы 6/2 һанлы йортта (һүрәттә) тора. Беҙҙе ул тышта ҡаршы алды. Егет йәшәгән подъездың алдын күргәс, “Асыҡ мөхит” программаһының бында килеп етмәүен аңланыҡ. Ундағы пандус билдәләнгән талаптарға бөтөнләй яуап бирмәй: уртаһында колясканы этеп килеүсегә баҫҡыс ҡаралмаған, яндауыры (тотона торған урын) бер яҡтан ғына ҡуйылған. Күтәрмә сабыйын коляскала йөрөткән әсәләргә лә яйһыҙ.
— Бынан нисек төштөң? — тип бер пандусҡа, бер Юлдашҡа аптырап ҡарайым.
— Осорға өйрәнеп бөттөм инде мин, — тип шаяртып яуап бирҙе егет.
Яңы дуҫтарымдың йәмғиәттәге барлыҡ ҡаршылыҡты көлкө менән еңергә өйрәнеүенә һуңынан күп тапҡыр инанырға тура килде.
Баш ҡала мөхитенең Юлдашҡа ни ҡәҙәр асыҡ икәнен һынар өсөн Урман аралығы менән Йәштәр бульвары буйлап “Башҡортостан” сауҙа үҙәгенә барырға булдыҡ. Был араны егет мөмкин тиклем үҙаллы үтергә тейеш тигән шарт ҡуйҙыҡ, әммә ихатала уҡ Марстың ярҙамы кәрәк булды. Беренсенән, геройыбыҙға асфальттағы тәрән соҡорҙар ҡамасаулай, икенсенән, тегеләй-былай йөрөгән һәм төрлө ергә ҡуйылған автомобилдәр хәүеф тыуҙыра.
Ихатанан төп юлға боролған ерҙә Юлдаш “Импульс” (һүрәттә) селтәренә ҡараған дарыуханаға инергә теләне, ләкин был мөмкин түгел ине. Бейек пандусҡа тайғаҡ плитә түшәлгән, аҫҡыһы ҡуптарылып төшкән, яндауыры бер яҡтан ғына ҡуйылған, уныһы ла яртылаш ҡына. Шулай итеп, егет кәрәкле дарыуҙы һатып ала алманы. Артабан “Урманлы” магазинына еттек. Уның бер түгел, хатта ике пандусы бар, тик файҙаһы ғына юҡ: үҙаллы этенеп менерлек тотҡостар ҙа, арттан этеп барыусыға баҫҡыстар ҙа ҡаралмаған.
— Коляскаға ултырғандан алып магазиндарға ингәнем юҡ, — тине Юлдаш. — “Асыҡ мөхит” тигән программаға ла өмөт тотмайым, сөнки сәләмәт кешеләргә ышанысым бөттө. Барлыҡ дуҫтарым — инвалидтар йәмғиәте ағзалары. Марс менән дә шунда таныштыҡ.
Урман тыҡрығының йәйәүлеләр йөрөй торған юлына тигеҙ асфальт түшәлгән. Юлдашҡа тәгәрмәстәрҙе әйләндереүе еңелләште, әммә бейек бордюрҙар ҡамасауланы. Боролоштағы “Всякая всячина” магазины ла коляскалы кешеләр өсөн ябыҡ: баҫҡыстарҙың икеһендә лә пандус яһалмаған.
Йәштәр бульварына төшкәс, Юлдашҡа үҙаллы йөрөү бөтөнләй ауырлашты. Бындағы бейек бордюрҙар бәләһенә иҫке асфальттың соҡорҙары өҫтәлде. Ике урында егеттәргә тротуар уртаһына уҡ туҡтаған машиналарҙы урап үтергә һәм шунлыҡтан батҡаҡ кисергә тура килде. Күргәндәребеҙҙе фотоға төшөрөп йөрөнөк. Йәйәүлеләр юлын ҡаплаған бер машинаның хужаһына был оҡшаманы.
— Что вы тут ходите? Что снимаете? — тип ҡысҡырып тороп ҡалды ул.
Шул саҡ Юлдаштың ни өсөн сәләмәт кешеләргә ышанмай башлауын аңланым...
“Персей” сауҙа үҙәгенә еткәс, геройыбыҙ бер аҙ туҡтап, хәл йыйырға тәҡдим итте. Әйткәндәй, павильондың ишеге ер менән бер кимәлдә яһалғас, эскә инеүе ҡыйын түгел. Шулай ҙа коляскала йөрөүселәр бында бер нәмә лә һатып ала алмаясаҡ, сөнки сауҙа рәттәренә илтеүсе баҫҡыстар ҡулайлаштырылмаған.
— Һәр соҡорҙа һәм бордюрҙа һелкенеү умыртҡа һөйәген ауырттыра, — тип аңлатты Юлдаш арыуының сәбәбен.
Ул көндә Өфөлә ергә тәүге ҡар бөртөктәре төштө, ҡыш һулышы һиҙелде, өшөттөрә башланы. Бигерәк тә Юлдашҡа һыуыҡ ине: коляска тәгәрмәсен әйләндереүе уңайлы булһын өсөн асыҡ бармаҡлы бирсәткә кейгәйне. Берәй ерҙә эҫе сәй эсергә тәҡдим иткәс, Юлдаш: “Барыбер индермәҫтәр”, — тип ҡаршы төштө. Шулай ҙа юл ыңғайында “Аракс” тигән кафеға туҡталдыҡ. Юлдаш бында бер ҡыйынлыҡһыҙ инде, өҫтәүенә ярҙамсыл һаҡсы ишектәрҙе асып торҙо. Әрмән йырҙары яңғыраған залға үтеп барған саҡта хеҙмәткәрҙәрҙең береһе — әллә официант, әллә администратор — юлыбыҙға арҡыры торҙо.
— Туҡтағыҙ әле, үтмәй тороғоҙ, — тине ул, итәғәтле күренергә тырышып.
Эштең ниҙә икәнлеген барығыҙ ҙа аңлағандыр...
— Ни өсөн ярамай? — тип күҙҙәренә тура ҡараны Юлдаш.
— Аңлайһығыҙмы, э-э-э... Ғәфү итегеҙ инде, — тип һаман уйын аныҡ итеп әйтә алмайынса урынында тапанды элекке союздаш илдән килгән әфәнде.
— Ишеккә “Инвалидтарға инеү тыйыла” тигән яҙыу ҡуйығыҙ, улайһа, — тине уға егет.
Беҙҙе шулай матур ғына итеп оҙаттылар... Егеттәрҙең һәр мәсьәләне юмор менән еңергә өйрәнеүен әйткәйнем инде. Был юлы ла Марс хәлде көлкөгә борҙо:
— Ишеттегеҙме әле, коляскала йөрөүсе Александр Мокин тигән Екатеринбург кешеһе, бер кафены судҡа биреп, әхлаҡи зыян өсөн 100 мең һум түләткән. Уны ла эскә үткәрмәгәндәр. Ҡара әле, Юлдаш, һин дә кис һайын кафелар буйлап йөрөп сыҡ та индермәгәндәрен судҡа бир. Юғиһә ыҙалап эш эҙләгән булаһың.
“Башҡортостан” сауҙа үҙәге алдындағы майҙанға күтәрелгәндә, пандустар уңайһыҙ тип табылды: тотонғостар юҡ, колясканың алғы тәгәрмәстәре урталағы баҫҡысҡа эләгә. Мин ете-һигеҙ секундта менеп етһәм, егеттәр бер минут самаһы күтәрелде. Үҙәккә ингәс, өҫкө ҡатҡа илткән баҫҡыстарҙа пандус тапманыҡ һәм эскалаторға килдек. Бер-бер артлы өҫкә шылған баҫҡыстарға нисек барып баҫырға тип ҡарап торғанда, бер егет ярҙам тәҡдим итте. Колясканы Марс — арттан, әлеге йәш кеше алдан тотоп, көскә менеп еттек. “Күҙе күрмәгәнгә ҡырҡ аҙым араны үтергә ярҙамлашһаң, ожмахҡа эләгерһең”, — ти ололар. Юлдашҡа ярҙам ҡулы һуҙыусы егет тә ҙур изгелек ҡылды. Баяғы кафелағы һалҡын ҡараштан һуң бындай мөнәсәбәт күңелгә шифа кеүек булды.
Ниһайәт, буфетҡа барып етеп, сәй эсергә ултырҙыҡ.
— Бигерәк көслөһөгөҙ икән, егеттәр. Юлдағы бындай ҡаршылыҡтарҙы үтеү күптәрҙең хәленән килмәҫ ине, — тим, бер аҙ йылынғас.
— Беҙ бит спортсылар, — тине Юлдаш. — Инвалидтар йәмғиәтенең “Иҙел” спорт клубында өҫтәл теннисы менән шөғөлләнәбеҙ. Күнекмәгә йөрөй башлағас, көсөм артты, рухым нығынды. Спорт беҙгә илдең төрлө ҡалаларына йөрөү мөмкинлеген дә бирә, үҙеңә йомолмаҫҡа, донъяға асыҡ булырға өйрәтә.
Сәләмәт кеше ун минутта үтерлек, ә коляскала йөрөүсе сәғәттән ашыу барырлыҡ юлда күргән-кисергәндәрҙе йомғаҡлап, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың һүҙҙәрен иҫкә төшөргө килә. “Инвалидтар өсөн төп ҡаршылыҡ — кешеләрҙең аңында”, — тигәйне ул “Асыҡ мөхит” программаһының үтәлешенә арналған бер кәңәшмәлә. Өмөтлө программа беҙҙе физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә уңайлыҡ ҡына түгел, тәү сиратта, ихтирамлы мөнәсәбәт һәм тигеҙ ҡараш булдырырға ла өйрәтһә ине. Был йәһәттән Сочи ҡалаһы хакимиәте матур өлгө күрһәтә — ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәренә инвалидтар менән дөрөҫ мөғәмәлә итеү буйынса дәрес үткәрәләр.
Нурзиә ХӘСӘНОВА

РЕДАКЦИЯНАН. Мәҡәләне яҙыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Өфө ҡалаһының Киров районындағы инвалидтар йәмғиәте етәксеһе Зарема Сәхипгәрәева менән йәмғиәт ағзаһы Марс Ғабдуллинға рәхмәт белдерәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20