Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙ — уларҙың вариҫтары
“Ноғмандарҙың өйө күренә. Башҡаларҙан ҙур айырмаһы юҡ: шул уҡ ауыл өйө, иҙәнгә балаҫ йәйелгән, матурлыҡ өсөн стенаға ҡыҙыл башлы һөлгөләр эленеп ҡуйылған. Ишектән ингәс тә уң яҡта – оҙон эскәмйә. Шаршау асылғанда Миңлебикә яңғыҙы эскәмйәлә балаҫ йәйеп маташа...” Аңлашылыуынса, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуға әҙерлек бара. Өй бушап ҡалғас, унда бер аҙҙан Ҡармыш ҡарт килеп инә (Аяғындағы башмағын һалып, эскәмйәгә ултыра ла һөйләнә башлай.)
Ҡармыш. Бына Хоҙайҙың хикмәтенә шаҡ ҡатырһың: был француздарҙы әйтәм, ниндәй яуыздар (башын һелкеп тора ла һөйләнә). Ниндәй башһыҙҙар, Мәскәүгә килеп кергән дә тәхеткә ултырмаҡсы булғандар. Ҡара һин уларҙы, ай, дошмандар, дошмандар, ниндәй иҫкә кереп сыҡмаған эш эшләргә керешкәндәр! Улай анһат ҡына булмай ул, бына ултырҙығыҙ инде тәхеткә. Донъяла француздар ғына тип белгәндәрме икән? Юҡ әле (күкрәгенә һуғып), бында беҙ ҙә бар әле, беҙҙән тыуған балалар ҙа бар. (Пауза.) Рәхмәт йәштәргә, тырыштылар, ярай, дошман һүҙен өҫкә сығарманылар. Рәхмәт йәштәргә, шулай кәрәк, игелек күрһендәр...
Ҡартының алыҫ юлдан ҡайтыусыларҙы ҡурай, скрипка уйнатып ҡаршы алырға теләүенән Миңлебикә риза ла түгел һымаҡ, ни тиһәң дә, һуғыштан һағынып, тилмереп ҡайталар бит. Ә ҡарт иһә үҙенсә уйлай.
Ҡармыш. Һай, юҡты һөйләйһең, уның хәҙер ни ҡайғыһы бар, хәҙер шатланып, дыу килеп, емертә торған саҡ инде, ҡурайын да уйна, скрипкаһын да уйна, яңынан һуғышҡа барырға түгел, инде һуғыштылар, француздарҙы туҙҙырып Мәскәүҙән ҡыуып сығарҙылар. Ни ҡайғы ҡалды инде? Шатлыҡтан башҡа бер нәмә лә юҡ. Дәртең булһа, бына икәү бейербеҙ.
Миңлебикә. Әллә ҡотораһың инде?
Ҡармыш. Барыһын да саҡырығыҙ, барыһын да. (Миңлебикә сығып китә. Үҙ-үҙенә һөйләнә). Бөгөн дә шулай байрам итмәгәс, ҡасан байрам итәһең? Тәхет һынлы тәхетте ҡотҡарып ҡалһындар ҙа, имеш, тып-тын тор, ул саҡта эсеңдә йәнең булмай. Ҡартайыбыраҡ киттем, йәшерәк саҡта булһа, әллә ни эшләр инем әле. Бер ат һуйып, башта бер мискә бал ҡойоп, дүрт ҡурайсы, ике скрипкасы килтереп, дуҫ-иште йыйып, дыу килер инем. Һуңыраҡ булды, беҙ йәш саҡтараҡ булманы.
Күп тә үтмәй, көткән ҡунаҡтары ҡайтып төшә. Ул арала ишектән Ҡармыш инеп: “Әйҙәгеҙ, йөрәкле ғәскәрҙәр, әйҙәгеҙ!” — ти. Уның артынан Солтағай, Солтанҡай, Ноғман килеп инә. Барыһы ла бер иштән кейенгән, өҫтәрендә ҡыҫҡа ғына аҡ сәкмән, билдәрен быуғандар, баштарында — ҡамсат бүрек, аяҡтарында — итек...
Ҡармыш. Әйҙә, ин, ин, кемдәр бар тағы, инегеҙ барығыҙ ҙа! (Ишектән Бибикәй инеп, Солтағайға барғанда, Солтағай тороп ҡаршы килә лә күрешәләр... Ул арала ишектән, ҡулына ҡурай тотоп, Шәмси инә.) Әй, күгәрсендәрем, иҫән генә ҡайттығыҙмы? (Барыһы менән дә күрешәләр).
Драматург осрашыу йолаһын мөмкин тиклем ентекләп тасуирларға тырыша, уларҙың һәр хәрәкәтен күҙ алдында тота.
Ҡармыш. Әйҙәгеҙ, табынға ултырығыҙ әле.
Ноғман. Әйҙә, любизарҙар, ултырығыҙ! (Барыһы ла теҙелеп ултыра...)
Вәликәй. Шулай, француздарҙы Мәскәүҙән осортоп та ҡайттыҡ тиген?
Ноғман. Бешерҙек кенә.
Ҡармыш. Унда беҙҙең ғәскәр күп булғандыр инде?
Солтанҡай. Иге-сиге юҡ, француздар йүгереүҙән бушаманы.
Үҙ-ара һөйләшеү барышында берәү яуҙан ҡайтыусыларҙың бер-береһенә “любизарҙар” тип өндәшеүен тотоп ала.
Вәликәй. Любизар ҙа любизар тип һөйләнәһегеҙ, ниндәй һүҙ ул, әллә бер чин алып ҡайттығыҙмы?
Ноғман. Юҡ, чин түгел ул, һуғышта беҙҙе маҡтап бәйет сығарғандар, шунда любезники-любизар, маладис, маладис, тип йырлайҙар, шуға күрә беҙгә унда любизар тип өндәштеләр.
Ҡармыш. Маҡтарлыҡ булдыра алдығыҙмы икән һуң?
Солтанҡай. Һуғышмаһаҡ, маҡтамаҫтар ине инде.
Ноғман. Һай, ағай, өҙөп сығарҙыҡ. Француздар ҡайҙа инергә белмәне. Аҡыллы тип йөрөтә торған Наполеондары аптырап ҡалған, ти.
Вәликәй. Наполеон тигәне кем?
Солтанҡай. Француздарҙың батшаһы шул Наполеон бит инде.
Ҡармыш. Шул Наполеон тигәндәреме ни инде беҙҙең тәхеткә ултырырға теләгәне?
Солтанҡай. Шул үҙе инде, тәхет ҡайҙа ла ни ҡайҙа. Мәскәүҙән сыҡҡанда йәне иҫән ҡалыуына ла риза булғандыр әле. Һуғып үлтерһәләр, булыр ине тәхет.
Ҡармыш (балды Солтанҡайға биреп). Әйҙә, кейәү, уйнап ебәр әле (Вәли уйнай).
Ошолай мәжлес күңелле генә дауам иткәндә, Шәмси ҡарсыҡ Ноғманға: “Теге һуғыш бәйетен белһәгеҙ, әйтегеҙ әле, беҙ ҙә ишетәйек әле”, — тип өндәшә.
Ноғман (Солтанҡайға ҡарап). Әйҙә инде, любизар, беҙҙән эш ҡалмаһын.
Солтанҡай. Килештереп булырмы икән һуң?
Ҡармыш. Әйҙә, әйҙә, һалдырығыҙ ғына (Ноғман менән Солтанҡай бергә йырлайҙар).
Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға,
Беҙҙең ғәскәр килеп ингәс,
Улар ҡасты далаға.
Любезники-любизар,
Маладис, маладис.
Ноғман менән Солтанҡай йырҙы аҙағына ҡәҙәр дауам итә, мәжлестә ҡатнашыусылар уларҙы бирелеп тыңлай.
Ҡармыш. Бына рәхмәт арыҫландарға, бына рәхмәт.
Шәмси ҡарсыҡ йәнә көтмәгәндә мәжлескә яңы йүнәлеш бирә. Ул тағы ла үҙенең пьеса башындағы вазифаһына кире ҡайта. Был саҡта ул кейәү егете менән ҡыҙ йорто араһында ике яҡты килештереү уйы менән ике арала йөрөп торһа, әле килеп, йәнә шул һүҙҙе ҡуҙғата.
Шәмси. Ике шатлыҡ бергә булһын инде, бергә байрам итәйек.
Ҡармыш. Нисек тағы? Әллә бейергә дәртең бармы? (Көләләр.)
Шәмси (йылмайып). Юҡ, ул түгел, Солтанҡайҙы кейәү итәйек инде, Бибикамалды бирәйек, тим.
Ҡармыш. Һай, бирәбеҙ генә. Шундай арыҫландарға ла бирмәгәс, ул ҡыҙҙар нимәгә, дүрт ҡыҙым булһа, дүртеһен дә бирер инем әле! Рәхмәт, Шәмси апай, бирәйек, бирәйек.
Ноғман. Солтанҡай, бир ҡулыңды, кейәү бул! (Солтанҡай ҡулын бирә.)
Ҡармыш. Бына туй яһайбыҙ!
Шулай итеп, француздарҙың Рәсәйгә баҫып инеп, Мәскәүгә ҡәҙәр килеп етеүе арҡаһында өҙөлөп ҡалған туй йолаһын дауам итеү өсөн ҡайтанан ваҡыт етә, драманың геройҙары Ноғман менән Солтанҡай яңынан шул хаҡта ҡул бирешә. Хәҙер инде улар — әҫәрҙә элекке ябай персонаждар ғына түгел, ә утты-һыуҙы кискән Ватан ҡаһармандары, үҙҙәре әйткәнсә, “любизарҙар”. Белеүебеҙсә, “Любизар” исеме менән тарихҡа инеп ҡалған был йыр — 1812 йылғы Ватан һуғышына арнап сығарылған күп һанлы халыҡ йырҙарының береһе. Риүәйәттәрҙән күренеүенсә, француздар менән ҙур бәрелештән һуң, башҡорттарҙың батырлығына һоҡланып, Кутузов Ҡаһым түрәне: “Любезные мои башкиры, молодцы”, — тип маҡтаған. Ошо хаҡта үҙ яугирҙәренә ҡайтып хәбәр иткәс, улар шунда уҡ үҙҙәренсә: “Любезники-любизар, маладис, маладис”, — тип уны йырға һалған. Был йырҙы беренсе булып халыҡтан драма авторы үҙе яҙып алған һәм, күренеүенсә, пьесаһында бик урынлы файҙаланған. Әммә ул күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады”на индерелгәнсә тулы килеш алмаған. Шуға ҡарамаҫтан, йырҙың тап бына еңеүселәрҙе ҡаршылау мәжлесендә яңғырауы әҫәрҙең героик пафосын көсәйтә, уға тантаналы төҫ бирә.
1812 йылғы Ватан һуғышы темаһының халыҡ ижадында киң сағылыш табыуы хаҡында алда телгә алып үтелгәйне инде. Ул тарихи йырҙар, легендалар, риүәйәттәр, бәйеттәр аша беҙҙең көндәргә килеп еткән. Уларҙы Рәсәй именлеген үҙе тыуып үҫкән тупраҡтың именлегенә тиңләү, ватансылыҡ тойғоһо берләштерә. Был хазиналар халыҡтың үҙ ижад өлгөһө булыуы менән көслө, шуның менән ҡиммәт һәм ҡәҙерле. Уларға выждан азатлығы, рухи бөйөклөк хас. “Ватан ҡаһармандары” драмаһы геройҙары ла ошо традицияға тоғролоҡ һаҡлай. Яугирҙәрҙең һәр һүҙенә, уй-ҡылығына ватансылыҡ хис-тойғоһо үрелеп үҫкән. Ҡармыш ҡарттың еңеүселәрҙе ҡаршылағанда, уларҙың ил алдында күрһәткән батырлығына үҙенсә баһа бирергә тырышыуы шул хаҡта һөйләй.
Драматург Фазыл Туйкин атай-олатайҙарыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән илде ҡурсалау йолаһына бәйле ҡиммәтле рухи мираҫ ҡалдырған беҙгә. Ул – 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт атлы ғәскәрҙәренә үҙенә күрә бер тарихи һәйкәл. Нисек кенә булмаһын, был әҫәр – шул көндәрҙең, шул яуаплы осорҙа башҡорт халҡы кисергән рухи күтәренкелектең йәнле шаһиты. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләгәндә, уның авторы ла хөрмәт менән телгә алынырға хаҡлылыр. Ул беҙгә ике быуаттан һуң шул көндәрҙең эҫе һулышын еткерә.
(Аҙағы. Башы 211 — 214-се һандарҙа).
Зиннур НУРҒӘЛИН,
филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана

Республикала бер айҙан ҡабанға һунар башлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

12 майҙан республиканың Экология министрлығында һунарсыларҙан рөхсәт ҡағыҙы алыуға ғаризалар ҡабул ......

Тотош уҡырға 1

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды

Республикала Еңеү көнө уңайынан 68 ветеран түләү алды 05.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын түләү Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрәкәттәге армияла хеҙмәт иткән йәки хәрби хәрәкәттәр ......

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла 05.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Аҡтауға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана

Өфө аэропортында рейстар тотҡарлана 05.05.2026 // Йәмғиәт

Был үҙгәрештәр һауа киңлеген файҙаланыу буйынса ғәмәлдәге сикләүҙәргә бәйле....

Тотош уҡырға 2

Республикала аномаль эҫе булыуы көтөлә
Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йондоҙло пар икенсегә малай көтә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды

Башҡортостанда Еңеү парадының нисек үтәсәге билдәле булды 04.05.2026 // Йәмғиәт

9 майҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 ......

Тотош уҡырға 1

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла 04.05.2026 // Йәмғиәт

Ишембайҙа «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы ҡуйыла...

Тотош уҡырға 3

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған

Башҡортостанда бала табыу йорттарының береһендә апрелдә 24 игеҙәк тыуған 04.05.2026 // Йәмғиәт

Республика клиник перинаталь үҙәгендә яҙҙың икенсе айы өсөн ҡыуаныслы статистика мәғлүмәттәре менән ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта

Башҡортостанда өс көнгә һауа торошо: ямғыр, йәшен һәм +22° тиклем йылыта 04.05.2026 // Йәмғиәт

Шаршамбы, 6 майҙа, һауа температураһының +22° тиклем күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә