Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
1932 йылда Башҡортостан буйынса дәүләт сәйәси идараһы органдары (ОГПУ) тарафынан ошондай исем менән асылған агентура эшендә Хәйбулла һәм Ейәнсура райондарында Совет власына ҡаршы эш иткән контрреволюция ойошмаһы тикшерелә. Бер йыл буйы ошо органдар төркөмдөң етәкселәрен, уның бүлектәрен, һөжүм итеү ваҡытын асыҡлауға күп көс һала.

Хәҙер инде ул саҡта бер ниндәй ҙә контрреволюция ойошмаһының булмауы барыбыҙға ла мәғлүм. Колхоз рәйесе, бригадир, ауыл Советы хеҙмәткәрҙәренең эше ҡәнәғәтләндермәгән, фәҡирлектән йонсоған ҡайһы бер кешеләрҙең уйламай әйтелгән һүҙҙәре активистар тарафынан Совет власына ҡаршы ҡотҡо булараҡ ҡабул ителә. Язаға тарттырыу органдары Совет власының дошмандарына ҡаршы көрәш буйынса әүҙем эшен күрһәтеү маҡсатында байтаҡ ялған агентура эштәре “аса” ул йылдарҙа. Ғәйепһеҙ кешеләр суд хөкөмөн дә көтөп тормайынса язаға тарттырыла.
“Төпкөл” тип аталғаны Башҡортостан буйынса дәүләт сәйәси идараһы органдарының 1933 йылдың 25 сентябрендәге ҡарары менән агентура-тәфтиш эштәре иҫәбенә индерелә. Ләкин уға тиклем дә, август айында уҡ, кешеләрҙе күпләп ҡулға алыу башлана. Тәү сиратта власҡа ҡаршы баш күтәргән ойошма башлыҡтары тип Ашҡаҙар ауылында йәшәгән Зәйнулла Ғәлиәскәр улы Батыров, Яңы Васильевка утарынан Владимир Феофанович Павлов, Ураҙбайҙан Ғатау Лоҡман улы Соңғоров ҡулға алына. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр райондарынан 113 кеше төрмәгә ябыла.
Әйтергә кәрәк, улар башта үҙ ғәйебен танымай, бер аҙҙан ғына фекерен тамырынан үҙгәртеп, революцияға ҡаршы эшмәкәрлек алып барыуы хаҡында әйтә.
1885 йылда элекке Һамар губернаһының Боғорослан өйәҙендәге Яңы Якушкин ауылында дин әһеле ғаиләһендә тыуып үҫкән Владимир Феофанович Павлов ойошма етәксеһе итеп күрһәтелә. Хөкөм ителгәнгә тиклем ул Яңы Васильевка утарында фельдшер булып эшләй. Августа ҡулға алынһа ла, был кеше декабрҙә генә ғәйебен танып, йәшерен эш алып барыуы хаҡында һөйләп бирә. 1933 йылдың 10 декабрендәге һорау алыу барышында ул 22 майҙан, йәғни крәҫтиәндәр араһында үлем, аслыҡтан шешенеү осраҡтары йышайғандан алып, үҙендә контрреволюцион кәйеф һәм Советтарға ҡаршы дошманлыҡ хисе, нәфрәт уяныуы, ғаиләһе менән уға ла ошо аслыҡты татырға тура килеүе, Совет власының крәҫтиәндәргә ҡарата ғәҙел булмаған сәйәсәт алып барыуын күреп, бындай хәлдән ҡораллы ихтилал ғына ҡотҡара ала, тигән һығымта яһауы хаҡында әйтә.
Тағы ла дүрт көндән Владимир Павлов Соңғоров Ниғәмәтте көрәштәше тип таныта. Ул шулай уҡ башҡорт отрядтары етәксеһе Мортазиндың ихтилал башланғас та ғәскәргә тауыш-тынһыҙ баш күтәреүселәр яғына сығырға фарман бирәсәген раҫлай.
Павлов ихтилалға ҡағылышлы аныҡ сараларҙы әйтә алмай. Ҡулға алынған Вәлиулла Мөхәрәм улы Билаловтың күрһәтмәләренә ҡарағанда, Павлов Аҡъяр һәм Йылайыр ауылдарын баҫып алып, халыҡты ҡоралландырырға, “Ҡыуандыҡ” тимер юл станцияһын яуларға һәм Ырымбур, Орск ҡалаларына юлланырға ниәтләгән.
Күп томлы енәйәт эшен уҡығанда чекистарҙың һай, төҫһөҙ фантазияһына хайран ҡалаһың. Уҡый-яҙа белмәгән крәҫтиәндәрҙе язалап, ғәйепте танырға мәжбүр иткән, шул рәүешле Йылайыр ауылын яулау планын үҙҙәре үк төҙөгән.
Ҡулға алынған Зәйнулла Батыров менән Искәнйәр Билалов 1933 йылдың 12 авгусында ете кеше һыбай Йылайырға юлланыуҙары хаҡында һөйләй. Имеш, унда ҡорал яулау маҡсатында ГПУ бүлексәһенә һәм район милицияһына һөжүм итергә уйлағандар. Шул уҡ ваҡытта Батыровтың юнғыһынан тыш, берәүһенең дә ҡоралы булмаған. Йылайыр ауылында фекерҙәштәрен осрата алмағас, дуҫтар Ашҡаҙар ауылына әйләнеп ҡайтҡан.
Бындай мәғлүмәттәргә ышаныуы ҡыйын. Нисек инде ҡоралһыҙ ете кеше, ОГПУ менән милицияның район бүлексәләренә һөжүм итеп, уңышҡа өлгәшә алһын?!
Туҡмау-язалау юлы менән тәфтишселәр 1933 йылда Һаҡмар йылғаһының үрге ағымында 600 кешенән торған отряд ойошторолоуын, уның баш күтәреүселәр менән бергә сығыш яһау өсөн сигнал көтөүен “асыҡлай”. Асылда иһә 113 кешенең ҡулға алыныуына уларҙың социаль хәле сәбәпсе була.
Күптәренең анкета мәғлүмәттәрендә “кулак” тип яҙыла. Һаҡ аҫтына алынғандар араһында Граждандар һуғышы геройы Муса Мортазиндың кавалерия бригадаһы яугирҙәре лә була. Ашҡаҙар ауылынан Хөснөтдин Дәүләт улы Атанов, Искәнйәр Шәймәрҙән улы Билалов, Зәйнулла Ғәлиәскәр улы Батыров, Ҡарайәндән Ишмырҙа Танһыҡбай улы Дәүләтбирҙин, Ҡаҙырша ауылынан Зариф Садиҡ улы Ыҡбаев шул сәбәпле һаҡ аҫтына алына. Зариф Ыҡбаев Граждандар һуғышы йылдарында Мортазиндың бригадаһында взвод командиры булған өсөн генә контрреволюция ойошмаһы етәкселеге иҫәбенә индерелә. Совет власына ҡаршы эшмәкәрлектән тыш, уға бесән ваҡытында колхоз сапҡысын күрәләтә түңгәккә төкөтөп боҙған, тип дөйөм милеккә зыян килтереүсе ғәйебе лә тағыла.
Тикшереү барышында тәфтишкә бер ниндәй ҡағылышы булмаған органдар тарафынан ҡулға алыу саралары үткәрелә. 1933 йылдың 7 октябрендә Бикбау ауыл Советы Хөсәйен Бикмөхәмәт улы Күсәкәевте холоҡ төҙәтеү йортона оҙата.
Ҡайһы берәүҙәр аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында һаҡ аҫтына эләгә. Ҡаҙырша ауылынан Мөхәмәтғәлим Ғилман улы Билалов, 1933 йылдың авгусында власҡа ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, Йылайырҙағы холоҡ төҙәтеү йортона ебәрелә. Уның атаһы, 66 йәшлек Ғилман Сәлимғафар улы Билалов ошо уҡ йылдың 19 сентябрендә Йылайыр ауылына улына тип аҙыҡ-түлек килтерә. Холоҡ төҙәтеү йортона рөхсәтһеҙ ингән өсөн иң элек биш тәүлеккә ҡулға алына, һуңыраҡ контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнә. Медицина тикшереүе һығымтаһы нигеҙендә 1934 йылдың 19 ғинуарында ғына шартлы рәүештә язаға тарттырылып, төрмәнән сығарыла.
1920 — 1921 йылдарҙа Чукари-Ивановка ауылына барған өсөн генә урындағы Совет власы органдарына ҡаршы күтәрелгән ихтилалда ҡатнашҡандар тип һаҡ аҫтына алыныусылар ҙа байтаҡ була. Эш буйынса ғәйепләү һығымтаһы өс төркөмгә бүленә: тәүгеһе — 66, икенсеһе — 35, өсөнсөһө 12 кешенән тора. Уларҙа билдәләнеүенсә, ғәйепләнеүселәрҙең күбеһен кулактар, дин әһелдәре, аҡ гвардеецтар, Чукари-Ивановкалағы кулактар ихтилалында ҡатнашыусылар тәшкил итә. Башҡортостан буйынса дәүләт сәйәси идараһы бүлегенең 1934 йылдың 27 февралендәге һәм 8 мартындағы ҡарары менән был кешеләрҙең барыһы ла ғәйепле тип таныла. Шуларҙың утыҙ алтыһы — 10, өсәүһе — 8, утыҙ бише — 5, унауһы 3 йылға концлагерға оҙатыла. Һигеҙ кеше — 5, өс кеше 3 йылға Ҡаҙағстанға һөрөлә. 18 кеше шартлы рәүештә язаға тарттырыла. Күптәр тыуған яғына ҡайта алмайынса, сит-ят ерҙә вафат була. Иректән мәхрүм итеү урындарынан ҡайтҡандарын да ялған ялыуҙар менән Сталин төрмәләренә, концлагерҙарға ҡайтанан ябалар.
(Аҙағы бар).
Йәүҙәт ТОРОМТАЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә