Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һандар артында — кеше яҙмышы
“Рәсәйҙә ярлылар һаны кәмей бара...” Ышанырғамы, ышанмаҫҡамы был һүҙҙәргә? Йәшәү минимумы тип аталған “кәрзин” хаҡын төҙөгәндә кем нимәһе менән уйлап, ниҙе күҙ алдына килтерәлер — аңламаҫһың. Статистик һандарҙа ла сәйер әйберҙәр килеп сығып тора: Рәсәй Федераль Пенсия фонды оло йәштәгеләрҙең көнитмешен күҙаллап бирә, Иҡтисади үҫеш министрлығы башҡа һандарға таянып эш итә, Халыҡ-ара банктың үҙ аршины. Һәр береһенең фараздарын килтереп, башватҡысты сисеп, үҙебеҙсә һығымталар яһап ҡарайыҡ.

Ошо көндәрҙә Росстат тағы бер сәйер һандар килтерҙе. Баҡһаң, 2008 йылда — бөтөн донъя көрсөгөнөң иң ҡоторған сағында — Рәсәйҙә ярлылар һаны тотороҡло тип һаналған йылдарға ҡарағанда ла аҙыраҡ булған икән дә баһа. Әйтәйек, унан алдағы 2007 йылда 13,3 процент рәсәйле ярлылыҡ сигендә йәшәһә, көрсөк ваҡытында был күрһәткес 13,1 процентҡа төшкән. Аптырамаҫ та инең, әгәр йылдың яҡшы килеп, әйбер хаҡтары түҙерлек булған 2006 йылда Рәсәйҙә 15,2 процент, йәғни 21,5 миллион, ә 2005 йылда 25,2 миллион (17,7 процент) кеше ярлылыҡ сигендә йәшәмәһә! “Ҡорос утта сыныға” тигән һүҙҙәр нәҡ Рәсәй халҡына ҡағыла һымаҡ, шулай булмаһа, нисек инде бөтөн донъяла, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә иҡтисади көрсөк бара һәм... ярлылар һаны кәмей!
“Независимая газета” хәбәрсеһенә Росстатта бының сәбәбен аңлатҡандар. Ведомствоның етәксеһе Владимир Соколин әйтеүенсә, 2008 йылдың ярты йылы тотороҡло булып, һандарға йоғонто яһамай ҡалмаған. Бынан тыш, ярлыларҙың иң күбе — пенсионерҙар. Һуңғы йылдарҙа пенсияға төрлө өҫтәмәләр булып тора, был да ярлылыҡтан сығыуға булышлыҡ итә, имеш. “Көрсөк ваҡытында эш хаҡы кәмеү иҫәбенә ярлылар менән байҙар араһында айырма тигеҙләнә төшә”, — ти Соколин. Ҡайһы яҡҡа тигеҙләшәлер — белмәҫһең, моғайын, көрсөк һәр хәлдә байлыҡ-муллыҡ яғына ауышмайҙыр.
Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә ярлылыҡ кимәле кешенең уртаса килеменә ҡарап билдәләнә, ә Рәсәйҙә был һыҙыҡ аҙыҡ ҡулланыуҙың физиологик минимумынан үткәрелә. Беҙ астан шешенмәҫ өсөн күпме аҙыҡ ҡулланырға тейешлекте төбәк һәм федераль властар билдәләй. Шулай итеп, Иҡтисади үҫеш министрлығы киләһе йылдарға ла ҡулланыу кәрзиненең, пенсия, пособиелар минимумын алдан планлаштыра ала. Был инде илдәге ярлылыҡты күҙалларға ярҙам итә. Мәҫәлән, министрлыҡтың 2008–2012 йылдарға фаразына ҡарағанда, ярлылыҡ сиге 2009 йылда 14 процентҡа тиклем артып, 2011 йылға 13,7–13,9, ә 2012 йылға 13,3–13,7 процентҡаса төшөргә тейеш ине.
Халыҡ-ара банк эксперттары иһә башҡаса фаразлай: 2009 йылда улар... “яҡын арала Рәсәйҙә ярлылар һаны тағы 2,75 миллионға артасаҡ” тип белдергәйне. Был иһә 2008 йылғы көрсөк кимәленә (ул йылда ярлылар 1,1 миллион кешегә артҡан) тағы 4,7 миллион кеше өҫтәләсәк тигән һүҙ. Социаль үҫеш һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, 2007 йылда ярлылар 18,7 миллион кеше булһа, 2008 йылда 18,5 миллионды тәшкил иткән. Һуңғы йылдарҙа был һандың үҫеүе мөмкин. Халыҡ-ара банк эксперттары билдәләүенсә, эшһеҙҙәр араһында ярлылыҡ тағы 4,8 процентҡа, балалы ғаиләләрҙә 2009 йылғы күрһәткестәргә ҡарағанда 4 процентҡа, пенсионерҙар араһында 3 процентҡа артыуы ихтимал.
Алда телгә алғанса, һандарҙы төрлө ойошма төрлөсә бирә. Нисек кенә булмаһын, уларҙың 0,01 проценты артында ла кеше яҙмышы, илебеҙ киләсәге ята. Әйткәндәй, йәшәү минимумы кимәлен һәр төбәк үҙе билдәләй. Мәҫәлән, Рәсәйҙә тотош алғанда быйыл ул 5564 һум тәшкил итә. Башҡортостанда — 5220 һум, Татарстанда — 4302, Сыуашстанда — 4812, Һамарҙа — 5487... Иң ҡиммәтле кәрзин Мәскәүҙә — 7137 һум, Мәскәү өлкәһендә — 5674, Архангель өлкәһендә — 6425, Мурманскиҙа — 7627, Ямал-Ненец автономиялы округында — 8425, Хабаровск крайында — 7326, Камчаткала — 11361 һум. Иң осһоҙо: Дағстанда — 4527 һум, Сыуашстанда — 4818, Мари-Илендә 4700 һум... (Мәғлүмәттәр Рәсәй Пенсия фондынан алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Укыусы
    Укыусы от 17.10.2012, 12:15
    Был материалды кем яҙҙы икэн? Авторы юксы. Бик төплө анализ яһалган бит. Беҙ ҙә матбуғаттағы шапыртып яҙыуҙарға ышанып етмәйбеҙ. Һеҙ дөрөҫлөктө ярып һалғанһығыҙ, рәхмәт!

Комментарий өҫтәргә