Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дауахана үҙе сәләмәт булырға тейеш
Дауахана үҙе сәләмәт булырға тейешХалыҡтың һаулығын ҡайғыртырға тейешле дауахана, баш табип үҙе “ауыр сиргә” тарыған. Медицина учреждениеларының техник, санитар торошо ҡот осмалы, ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттарының байтағы ябылған, табиптар етешмәй, төҙөлөш, ремонт өсөн бүленгән 14 миллион һумдан ашыу бюджет аҡсаһы әрәм-шәрәм ителгән. Былтыр Красноусол район үҙәк дауаханаһы эшмәкәрлегенә тикшереү ойошмалары шундай баһа бирҙе. Ауыр ваҡытта Зәбиҙә Ҡужина баш табип итеп тәғәйенләнде. Унан һуң йылдан ашыу ваҡыт үтте. Бөгөн дауаханала хәлдәр нисек, үҙгәрештәр бармы?

– Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы, райондағы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге тәртипһеҙлек барлыҡ республикаға мәғлүм булды, хатта Президентҡа ишетелде. Насар хәлдәге ойошманы үҙ иңегеҙгә алырға нисек батырсылыҡ иттегеҙ?
– Ысынлап та, хәлдәр үтә ныҡ мөшкөл ине. Суд приставтары дауахананы ябырға фарман да сығарғайны. Үҙемдең дә, ошо район кешеһе булараҡ, бындағы сәләмәт булмаған мөхитте, ауырыуҙарҙың тейешле ярҙам ала алмауын күреп, йөрәк әрнене. Бығаса ун йылдан ашыу поликлиника мөдире вазифаһын башҡарғас, халыҡ менән эшләү, ойоштороу йәһәтенән тәжрибәм етәһе. Шуға ла үҙ көсөмә ышандым.
– Һеҙҙең менән осрашҡанға ҡәҙәр палаталарҙа булдым, дауаланыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре менән һөйләштем. Улар һуңғы осорҙағы ыңғай үҙгәрештәргә Дауахана үҙе сәләмәт булырға тейешҡыуанып бөтә алмай. Бүлмәләргә душ кабинаһы ҡуйылған, ҡайнар һыу бирелгән. Хатта бер инәй: “Ашау-эсеү шул тиклем һәйбәт, курорттағы һымаҡ, элекке кеүек, шул дарыуҙы һатып ал, быныһы кәрәк, тип тә аптыратмайҙар”, – тине. Табиптар, шәфҡәт туташтары ла, хәҙер кәрәкле бөтә ҡорамал бар, рәхәтләнеп эшләйбеҙ, тип фекерҙәре менән ихлас уртаҡлашты.
– Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровтың хәстәрлеге менән бер йыл эсендә күп эш башҡарылды. Тәүге мәлдә рентген аппараты ла боҙоҡ ине. Уны Стәрлетамаҡтан, Талбазынан алып торғоланыҡ. Тора-бара яңы рентген, флюорография ҡоролмаһына эйә булдыҡ. Әлбиттә, ошоғаса йыйылған барлыҡ проблеманы хәл итеү өсөн бюджет аҡсаһы ғына етмәй. Шуға ла төрлө юлдарын эҙләйбеҙ, яҡташтарға, эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Өфөләге 2-се стоматология поликлиникаһының баш врачы Венер Ғафаров ауылдарҙағы барлыҡ участка дауаханаларына теш дауалау ҡорамалы алып бирҙе. “Газ-Сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Рәйес Күскилдин, Буруновка ауыл хакимиәте башлығы Марат Рәхмәтуллиндың тос ярҙамын тоябыҙ. Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов сабыйҙарҙың уйын бүлмәһенә төрлө кәрәк-яраҡ бүләк итте, уйынсыҡтар алып бирҙе, балалар майҙансығын йыһазландырҙы. Бағыусылар булышлығы менән дүрт машина һатып алдыҡ.
Дауахана үҙе сәләмәт булырға тейеш– Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев бер сығышында райондарҙа ғына түгел, хатта Өфөлә лә табиптарҙың етешмәүе хаҡында һөйләгәйне. Ысынлап та, ниндәй генә заманса ҡорамал ултыртып ҡуйма, квалификациялы белгестәрһеҙ маҡсатҡа өлгәшеү мөмкин түгел...
– Врачтарҙың етешмәүе, ауырыуҙарҙың үҙ мәлендә тейешле ярҙам ала алмауы төп проблемаларҙың береһе булды. Был йүнәлештә лә һөҙөмтәле эшләргә тырышабыҙ. Ошо арала ғына ун өс табипты эшкә алдыҡ. Хәҙер бөтә белгестәр ҙә бар. Тик яңыраҡ ҡына ғаилә хәленә бәйле күҙ табибы эштән китте.
– “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килеүселәр ҙә барҙыр…
– Ете кеше ҡайтты. Сәйетбабала бер участка терапевы, педиатр эш башланы, ҡалғандары – район үҙәгендә.
– Тәжрибәле табиптарҙан кемдәрҙе билдәләр инегеҙ?
– Бөтәһе лә үҙ эшенә намыҫ менән ҡарай. Шулай ҙа терапевтарҙан Гәүһәр Ғәббәсованы, Мария Жигайлоны, реаниматологтарҙан Фаил Камаловты, Татьяна Савкинаны атап үтер инем. Поликлиника мөдире Эльвира Ғөбәйҙуллина хаҡында ла тик маҡтау һүҙҙәре ишетәбеҙ. Терапевт Гүзәл Ноғоманова, йәш булыуына ҡарамаҫтан, абруй яулап өлгөрҙө. Һәйбәт ойоштороусы ла, белемле лә.
– Йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән хәлдәр нисек?
– Район үҙәгендәге 1-се мәктәп, яңы бинаға күскәс, бушап ҡалды. Әле ул төҙөкләндерелә, ихатаһы тәртипкә килтерелә. Алла бирһә, Красноусолдағы иң күркәм йорт буласаҡ. Тиҙҙән шунан ете-һигеҙ врачҡа бушлай фатир биреләсәк.
– Бер нисә йыл элек Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба участка дауаханалары ябылып та торҙо. Бөгөн бөтә урында ҡулайлаштырыу сәйәсәте бара. Ошо һылтау менән уларҙың ишегенә лә йоҙаҡ эленмәҫме?
– Әлбиттә, ауыр заманда йәшәйбеҙ. Бюджетта аҡса наҡыҫ. Әммә нисек кенә ҡыйын булмаһын, дауаханаларҙы ябырға хаҡыбыҙ юҡ. Кеше өсөн иң ҡиммәтлеһе һаулыҡ икәнлеген оноторға ярамай. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров та был хаҡта йыш иҫкәртеп тора, ярҙам итә. Ә теләге булған кешегә йүне табыла. Беҙ ошо арауыҡта, киреһенсә, шаҡтай ғына эштәр атҡарып өлгөрҙөк. Ыңғай миҫалдар байтаҡ. Әле Еҙем-Ҡаран дауаханаһын иркенерәк бинаға күсереү ниәтендә тырышып йөрөгән мәл. Ауыл хакимиәтенең элекке бинаһын төҙөкләндереп бөткәс, дауахана шунда урынлашасаҡ. Бығаса Сәйетбабала бер генә табип эшләһә, хәҙер – өсәү.
– Фельдшер-акушерлыҡ пункттары хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине?
– Ғәҙәттә, ярҙам һорап иң тәүҙә ауылдағы медпунктҡа баралар. Ҡан баҫымын үлсәтеү, укол ҡаҙатыу өсөн генә тиҫтәләрсә саҡрым алыҫлыҡтағы участка дауаханаһына, район үҙәгенә йөрөп булмай. Икенсенән, хәҙер ауылдарҙа өлкән йәштәгеләр күп. Үкенескә ҡаршы, райондағы ҡырҡ өс медпункттың 16-һы ябылғайны. Уларҙың барыһын да яңынан тергеҙҙек. Бағыусылар ныҡ ярҙам итте. Әле Юлыҡ ауылында бина төҙөкләндерелә. Ҡауарҙы менән Һабайҙағыһын “Красноусол” шифаханаһының баш табибы Фаяз Мәжитов ипкә килтерергә булышлыҡ итте. Уларҙы кәрәкле йыһаз менән тәьмин итеп бөткәс, дарыуҙар һатыуҙы юлға һаласаҡбыҙ. Тиҙҙән Байымбәт, Туғай ауылдарындағы медпункттарҙы ла ремонтларға тип торабыҙ.
– Сабыйҙарҙың үлеме буйынса ла район иң алдынғылар рәтендә ине…
– Дауаханалағы хужаһыҙлыҡ сабыйҙарҙың үлемендә лә сағылмай ҡалманы. Был йәһәттән дә эште башланыҡ. Балаларҙың, йөклө ҡатындарҙың һаулығын тикшереү йәһәтенән баш табиптың урынбаҫары вазифаһын булдырҙыҡ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан тәжрибәле педиатр, Өфөләге 21-се ҡала дауахананан акушер-гинекологты эшкә саҡырҙыҡ. Хәҙер бер бала ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Әлбиттә, ауылдарҙағы, ғаиләләге хәлдәрҙе врачтар үҙҙәре генә белеп бөтә алмай. Шуға ла был юҫыҡта ауыл хакимиәттәре менән берлектә эшләйбеҙ.
– Тағы ниндәй хәл итәһе мәсьәләләр бар?
– Мебелде яңыртырға кәрәк, ихатаны ла тәртипкә килтерәһе ине, сөнки дауахана үҙе һәр яҡлап сәләмәт булырға тейеш.
Венер ИСХАҠОВ әңгәмәләште.
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы һәләк булған Рәсәй Геройының улы менән һөйләшеүҙәр алып бара
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән...

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан 02.02.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Мөғжизәләр яланы» уйынында автомобиль отҡан...

Тотош уҡырға 2

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла

Республикала Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла 02.02.2026 // Йәмғиәт

Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, документ әҙер....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған 02.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә

Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә 02.02.2026 // Йәмғиәт

Февралдән улар индексациялана, пособиелар күберәк түләнә....

Тотош уҡырға 3

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды 31.01.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә