Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тибет табибы аптыратты
Тибет табибы аптыраттыӨфөлә "Медицина-2012" күргәҙмәһе тамамланды. 21-се тапҡыр уҙған сарала 150-гә яҡын Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил компанияһы ҡатнашты. Улар төрлө сирҙе иҫкәртеү һәм дауалау буйынса яңы ҡаҙаныштар менән таныштырҙы, ауырыуҙарҙы тәрбиәләү өсөн гигиена әйберҙәрен тәҡдим итте.

Күргәҙмәгә килеүселәр "Нефтсе" мәҙәниәт һарайының өс ҡатында ла күп ине. Бай тарихлы күргәҙмә икенсе тапҡыр һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу федераль программаһы буйынса уҙғарылды. Уның маҡсаты — һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник нигеҙен нығытыу. Был сара күптән белгестәр өсөн үҙ-ара фекер уртаҡлашыу, алдынғы технологиялар менән танышыу майҙанына әүерелде.
Гөлнара Ҡорбанғәлиева исемле мөләйем ҡыҙҙы "Тәмәкене нисек ташларға?" тигән ҙур яҙыу эргәһендә осраттыҡ. Ул алама ғәҙәттән ҡотолорға теләүселәргә файҙалы кәңәштәр әйтә, никотиндың һаулыҡ өсөн зыянын аңлата ине.
— Өфөлә йәшәүселәр өсөн тәмәкегә бәйлелекте бөтөрөү хәҙер күпкә еңелләште. Ундайҙарға бушлай тикшеренеү үтеү һәм табиптан консультация алыу мөмкинлеге тыуҙы, — тине Гөлнара. — Изге эшкә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы (6-сы дауахана) тотондо. Табипҡа яҙылырға теләүселәр эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем 8-987-242-32-32 һандарына шылтыратһын. Һуңынан Шәфиев урамындағы 2-се йорттоң терапия корпусына килергә һәм һигеҙенсе ҡатҡа күтәрелергә кәрәк.
Күргәҙмәгә килеүселәр ҡайһы бер ҡорамалдарҙа сәләмәтлеген бушлай тикшертте, күптәр ҡан баҫымын үлсәтте, табиптар менән кәңәшләште. Республика шифаханалары һәм клиникаларындағы хаҡтар менән дә ҡыҙыҡһыныусылар күп булды.
Иң оҙон сират Тибет медицинаһының ғилми-тикшеренеү үҙәге күргәҙмәһенә йыйылғайны. Быйыл асылған учреждение ниндәйҙер технология ҡаҙанышы менән түгел, ә тел, күҙ һәм пульсҡа ҡарап дөрөҫ диагноз ҡуя белгән табиптары менән аптыратты.
Улар араһынан Тибет медицинаһы белгесе Осор Даваасурэнға сәләмәтлекте тикшерер өсөн бер ниндәй ҙә химик препарат һәм ҡорамал кәрәкмәй икән. Ҡайһы ағзаның ауыртыуын ул кешегә бер ҡараш ташлауҙан һәм ҡан тамырын тотоп ҡарауҙан уҡ белә. Көнсығыш табибының үҙенсәлекле һәләтенә инанғандар араһында Өфөнән Лилиә Кашапова ла бар ине.
— Мине борсоған сирҙе, кешеләрҙә һирәк осрауына ҡарамаҫтан, бик дөрөҫ әйтте. Элек Тибет һәм Ҡытай медицинаһына икеләнеп ҡарай торғайным, хәҙер уның көсөнә ышана башланым, — тине ул.
Был үҙәктә Көнсығыш табиптары тәбиғи дауалау алымдарын ҡулланһа, Көнбайыш медицинаһы кабинеттарында иң алдынғы ҡорамалдар файҙаланыла икән.
— Кешеләрҙе һауыҡтырыу һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн төрлө алымдарҙы ҡулланабыҙ, — тине беҙгә үҙәк директоры Азат Фәйзуллин. — Күргәҙмә үҙебеҙҙе халыҡ араһында танытырға, ышаныс яуларға ярҙам итте.
"Медицина" махсуслаштырылған күргәҙмәһе табиптарға ғына түгел, тотош йәмәғәтселеккә лә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыуы менән оҡшаны. Киләсәктә сара кешеләрҙе сирҙән нисек ҡотолорға ғына түгел, ә уны ҡайһылай итеп иҫкәртергә кәрәклеген дә өйрәтһә, баһаһы тағы ла артыр ине.
Нурзиә ХӘСӘНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә