Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ябайһың да, бөйөкһөң дә
Ябайһың да, бөйөкһөң дәУҡытыусыларымды һәр ваҡыт оло ихтирам менән иҫкә алам. Шуларҙың береһе – Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы Гәрәева. Беҙҙе, ҡасандыр БДУ-ның икенсе курсында уҡып йөрөгән йәш егет-ҡыҙҙы, остазыбыҙ “әҙәбиәт” тигән ымһындырғыс, тылсымлы донъяға алып инеп, уның серҙәрен асып һалыу өсөн бар тырышлығын, көсөн бирҙе. Үҙе ғәҙел, үҙе талапсан, ғәжәп күп белгән уҡытыусыбыҙҙың һәр әҙәби әҫәр буйынса ентекле эшләүенә, төплө анализлауына хайран ҡала торғайныҡ. Үҙебеҙ ҙә уның кеүек булырға ынтылдыҡ.

Бөгөн, ул замандарҙан алып күп ваҡыт үткәс тә, остазыбыҙ беҙҙе һоҡландырыуҙан туҡтамай. Күптән түгел иң ҙур хеҙмәтенең осона сыҡты — докторлыҡ диссертацияһын яҡлап, профессор дәрәжәһен алды. Һаман да ең һыҙғанып яңы быуын йәштәрен башҡорт әҙәбиәте тигән рухи хазина менән таныштырыуын дауам итә.
...Оло диңгеҙгә сыҡҡан был яҙмыштың инеш башы алыҫ Учалы яҡтарына барып тоташа. Тыуған ауылы Илтабанда, унан Ҡунаҡбай мәктәбендә белем алғас, Гөлфирә Гәрәева БДУ-ның башҡорт-урыҫ бүлегенә уҡырға инә. Университетты уңышлы тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башлай. 1992 — 1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы була. 1995 йылдан алып әлегә ҡәҙәр БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһында эшләй. Башҡорт, башҡорт-урыҫ, башҡорт-сит ил телдәре бүлектәрендә “Әҙәбиәт ғилеменә инеш”, “XX быуат башҡорт әҙәбиәте тарихы”, “Хәҙерге әҙәбиәт дәресе” кеүек дәрестәр, махсус курстар, семинарҙар алып бара.
1990 йылда “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә психологизм” темаһына — кандидатлыҡ, ә 2010 йылда “ХХ быуаттың икенсе яртыһында башҡорт прозаһының үҫеш үҙенсәлектәре” темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Ғалимәнең диссертацияһы һөҙөмтәләре Халыҡ-ара тикшеренеү институтының ғилми һәм проект эшмәкәрлегенең ҡулланылыш даирәһенә индерелгән.
Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙының ғилми хеҙмәттәрен барлай башлаһаң, уларҙың ифрат күп, төрлө яҡлы булыуы, тәрәнлеге хайран ҡалдыра. БДУ-ла һабаҡ бирергә, бихисап әҙәби әҫәргә тәнҡит мәҡәләләре яҙырға, юғары уҡыу йорттары өсөн программалар төҙөргә, беҙҙең илдә генә түгел, Польша, Чехия, Төркиә, Болгария, Ҡырғыҙстанда ғилми мәҡәләләр менән сығыш яһарға, республика, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара конференцияларҙа, симпозиумдарҙа ҡатнашырға — барыһына ла өлгөрә тырыш уҡытыусы. Мәктәптәр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. 1999 — 2007 йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаттарында башҡорт әҙәбиәтен ныҡлы өйрәнеү буйынса махсус курстар алып барһа, 2000 йылдан Башҡортостан Мәғариф министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы ойошторған Бәләкәй фәндәр академияһының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” секцияһына етәкселек итә. Бында ул йәш таланттарҙы үҫтереүгә күп көс һала, гимназияларҙың сығарылыш класс уҡыусыларын һөнәри йәһәттән әҙерләй. Шулай уҡ уҡытыусылар өсөн методик ҡулланмаларҙың рецензенты һәм мөхәррире лә булды.
Хәҙерге әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, студенттарҙың өҫтәл китабына әйләнгән, башҡорт әҙиптәрен бөтөн донъяға танытҡан урыҫ-инглиз телендәге “Писатели земли башкирской” био-библиографик белешмәне сығарыуға ла күп көс һалған Гөлфирә Гәрәева. Төркиәлә донъя күргән «Истории тюркских литератур» исемле күп томлыҡты әҙерләүҙә лә ихлас ҡатнашҡан.
Уҡытыусы-ғалимә факультеттың тәрбиәүи эшендә лә ҡайнап йәшәй: башҡорт яҙыусылары менән осрашыу кисәләре ойоштора, “Шоңҡар” әҙәби-ижади берекмәһенең сараларын үткәрешә. Тынғыһыҙ ғалимә алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н, юғары уҡыу йорттары өсөн “XX быуат башҡорт әҙәбиәте” тигән дәреслекте яҙыуҙа, башҡорт телендә “Ҙур юридик һүҙлек”те әҙерләүҙә ҡатнаша, “Башҡортостан энциклопедияһы” өсөн мәҡәләләр яҙа. Әле ул “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның етенсе томына, М. Кәрим ижады буйынса энциклопедияға материалдар әҙерләй, “Актуальные проблемы современного литературного процесса” (2012 г.) магистрлыҡ программаһын төҙөгән. Шулай уҡ “Китап” нәшриәтенә ғалимәнең “Заман башҡа — заң башҡа: ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт прозаһында алым һәм стиль мәсьәләләре” тигән монографияһы баҫмаға тапшырылған. Уның донъя күреүен беҙ, әҙәбиәт белгестәре, түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Башҡорт әҙәбиәтенә сәйәси-идеологик ҡыҫымдарҙан азат, прозалағы яңы үҫеш тенденцияларын теоретик планда анализлаған бындай китаптарға ихтыяж ҙур.
Күптән түгел Гөлфирә Гәрәеваның һигеҙенсе монографияһы донъя күрҙе. Был китабы менән ғалимә башҡорт әҙәбиәтенең данын Рәсәйгә генә түгел, бөтөн донъяға таратты. Быйыл иһә Германияла “Основные идейно-художественные направления башкирской прозы” исемле хеҙмәте донъя күрҙе. Был — башҡорт әҙәбиәте өсөн ҙур ваҡиға, дәррәү алҡышларлыҡ ҙур шатлыҡ!
Филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы ғаиләһендә лә бәхетле. Тормош юлдашы Рим Гәрәев — музыка сәнғәте белгесе, 30 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Күркәм пар ике бала үҫтерҙе. Ләйсән мәктәпте, Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, ғаилә ҡорҙо. Радмир иһә быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инде. Гәрәевтәрҙең ғаиләһенә сәләмәтлек, бәхет, ижади үрҙәр юлдаш булһын!
Роза Хөснуллина,
БДУ-ның Нефтекама филиалы доценты, филология фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә