Әбейҙәр сыуағы ифрат күңелһеҙ тамамланды. 29 сентябрҙә Башҡортостанға ҡайғылы хәбәр килде – Ханты-Манси автономиялы округындағы заводтарҙың береһендә ҙур янғын сыҡҡан, вахта ысулы менән эшләгән типһә тимер өҙөрлөк ике яҡташыбыҙ һәләк булған, икәүһе – ауыр хәлдә.
"Инвест-Ойл" фирмаһының нефть шламы эшкәртеү заводы Төмән – Ханты-Мансийск юлында урынлашҡан. Янғын ике ҙур ангарҙа сыҡҡан – ут 2,3 мең квадрат метр самаһы майҙанды ялмап алған. Күптәр ялҡындан ҡасып ҡотола алһа ла, һигеҙ кеше ағыулы төтөнгә тонсоғоп йәки янып һәләк булған, тағы ла тиҫтәгә яҡын кеше ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Күңелһеҙ исемлектә – Йылайыр районының Воскресенка ауылынан Венер Ейәнғолов (1987 йылда тыуған), Мәләүездән Хәниф Ишмөхәмәтов (1963).
Ҡалтасынан Валерий Петраевтың (1983) һәм Йылайыр районының Матрай ауылынан Эльдар Теүәлевтең (1975) ғүмере өсөн әле табиптар көрәшә, егеттәрҙең туғандары Ханты-Манси округына юлға сыҡҡан. Дүшәмбелә ауыр хәлдәге дүрт кешене Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының самолеты менән Мәскәү дауаханаларына оҙатыуҙары мәғлүм булды. Фажиғәнән һуң ойошторолған "ҡыҙыу линия"ға шылтыратып, улар араһында яҡташтарыбыҙҙың барлығын белдек: Валерий Петраев – Мәскәүҙең Вишневский исемендәге 3-сө хәрби-клиник госпиталендә, Эльдар Теүәлев ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәрҙе дауалау буйынса махсуслашҡан 36-сы дауаханала медицина ярҙамы ала.
Социаль селтәрҙәр һәм башҡа сығанаҡтар аша кешеләр тураһында төрлө мәғлүмәт тупларға мөмкин. Белеүебеҙсә, Венер Ейәнғолов – һөнәре буйынса уҡытыусы (социаль селтәрҙә үҙе шулай тип яҙған), өйләнгән, ҡатыны менән ике йәшлек ҡыҙы Эльвинаны тәрбиәләгәндәр. Улар төпләнгән Воскресенка бер нисә тиҫтә йорттан торған бәләкәй генә ауыл икән. Быға тиклем тулы булмаған урта мәктәп эшләгән, быйылдан иһә уны ла япҡандар.
Ғаиләһе өсөн янып-көйгән Венер эшһеҙлек мәсьәләһен яҡташтарыбыҙ өсөн ҡәҙимгегә әүерелгән юл менән хәл иткән: вахта буйынса алыҫ тарафҡа юлланған. Тәүге сәйәхәте үк шулай фажиғәле тамамланыр тип кем уйлаһын...
Мәләүез егете Хәниф Ишмөхәмәтовтың да ҡатыны, ҡыҙы терәк-таянысһыҙ тороп ҡалған.
Йәрәхәтләнгән Валерий Петраев хаҡында ла бер аҙ хәбәрҙарбыҙ. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, ҡотҡарыусы булып эшләгән. Әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе Валерийҙы Себер тарафына юлландырған – нефть шламын эшкәртеүсе заводҡа слесарь булып эшкә урынлашҡан. Ул да вахтаға тәүге тапҡыр барған – өйҙән өс аҙна элек сығып киткән. Фажиғәлә мөғжизә менән тере ҡалған Валерий өсөн ата-әсәһе, һөйөклө ҡатыны һәм дүрт йәшлек улы Вячеслав борсола.
Шулай уҡ ауыр хәлдәге яҡташыбыҙ Эльдар Теүәлев – Йылайыр районының Матрай ауылынан, ике бала атаһы. Башҡаларҙан айырмалы, уның вахта менән эшләү тәжрибәһе бар.
Хәҙер иһә фажиғәнең сәбәптәрен барлап ҡарайыҡ. Урал федераль округының мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, янғынға тиклем заводта шартлау яңғыраған. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары предприятиела хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлеү-үтәлмәүен тикшерә. Билдәле булыуынса, "Инвест Ойл" фирмаһы нефть ятҡылыҡтарынан шыйыҡ нефть шламы ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса Рәсәйҙең иң ҙур нефть компанияларының береһе "Роснефть" акционерҙар йәмғиәте үткәргән тендерҙа еңгән. Шулай уҡ завод – дәүләт экология экспертизаһының ыңғай һөҙөмтәһен алған төбәктәге берҙән-бер предприятие. Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Ринат Ғиззәтуллин әйтеүенсә, ведомство Росприроднадзорҙың ошо документты әҙерләгән үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген дә тикшерәсәк.
Был фажиғә йәмғиәтебеҙҙең тын алышын тағы бер раҫланы кеүек: бынан йыл самаһы элек ошондай уҡ ҡурҡыныс хәбәр Һамар өлкәһенән килгәйне. Шул төбәктә вахта ысулы менән эшләгән дүрт яҡташыбыҙҙың кәүҙәһен эш биреүсе компания вәкилдәренең тауыш-тынһыҙ ғына тыуған яғына – Ейәнсура районына килтереп китеүе, был тәңгәлдә әллә күпме сәйер үҙенсәлектәр булыуы хаҡында матбуғат биттәрендә лә яҙылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегәсә фажиғәнең рәсми сәбәптәре асыҡланмаған. Хәйер, бынан яҡындарын юғалтҡан кешеләргә һис тә еңеллек килмәй – кемдер ҡәҙерле балаһыҙ, терәк-таяныс булған ирһеҙ, яратҡан атайһыҙ тороп ҡалған икән, был бушлыҡты бер ниндәй ҙә матди һәм рухи ярҙам менән тултырыу мөмкин түгел...
Яҡташтарыбыҙ яҡшы тормошта йәшәгәндән сит-ят тарафҡа бәхет эҙләп сығып китмәй – быны иҫбатлап тораһы ла түгел. Әгәр ҙә үҙебеҙҙә ғаиләне аҫрарлыҡ, донъя көтөрлөк аҡса түләгән эш урындары булһа, берәү ҙә яҡындарын хафаға һалып башҡа төбәктең юлын тапамаҫ ине. Берәүгә лә сер түгел: Башҡортостандың иҡтисадына файҙа килтерерлек әллә күпме эшсе ҡулдарыбыҙ Себерҙә аҡса эшләй, ҡатын-ҡыҙҙар иһә Италияны үҙ итә. Илебеҙҙә белгестәрҙең хаҡы ни тиклем түбән баһаланғанын да үрҙәге миҫалдар иҫбатлай: һәләк булған һәм йәрәхәтләнгән яҡташтарыбыҙҙың махсус белеме бар, әммә һөнәр буйынса эшләү форсаты табылмаған – ауыл хужалығы белгесе, мәҫәлән, нефть шламын эшкәртеү заводына слесарь булып эшкә ингән. Эйе, хәҡиҡәт ябай: ҡайҙа нефть һәм газ – шунда аҡса, ҡалған һөнәрҙәрҙең баһаһы уғата түбән. Ил иҡтисады артабан да ошо юҫыҡта үҫешһә, бындай хәл тағы ла ҡабатланмаҫ тимә...
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Александр КОРОТКОВ, Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:– Яҡташтарыбыҙҙың шундай фажиғәгә тарыуын ишетеү бик ауыр. "Булдырам-табам" тип йөрөгән йәш ғаилә башлығының һәләк булыуы икеләтә ҡыҙғаныс, әлбиттә. Ата-әсәһе, яҡындары өсөн был айырыуса ҙур юғалтыу. Һәләк булған Ейәнғоловтың һәм әле Мәскәүҙә дауаланған Теүәлевтең ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.
Елена МАЗИЕВА, Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе:– Яҡташыбыҙ Хәниф Ишмөхәмәтовтың вафаты тураһында ишеткәс, яҡындары ҙур тетрәнеү кисерҙе – уларға психолог ярҙам күрһәтә. Хакимиәт хәлде иғтибарға алды – ғаилә ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ.
Лилиә МИҺРАНОВА, йорт хужабикәһе, Күгәрсен районы:– Яңылыҡтарҙан насар хәбәр ишеткәс, йөрәгем ярыла яҙҙы: ике аҙна элек кенә иремде Себергә эшкә оҙатҡайным, бер айға тип китте. Яҡынымдың тауышын телефон аша ишеткәс кенә тынысландым. Ә һәләк булған егеттәрҙең яҡындарына ни тиклем ҡыйын! Уларға түҙемлек теләйем.
Ирем вахта ысулы менән өс йыл эшләй, мин балалар менән донъя көтәм. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт – минең иңдә, уҡыу йылы башланғас, мәшәҡәттәр тағы артты. Ни хәл итәһең, үҙебеҙҙә аҡсалы эш юҡ бит.
Венера ДӘҮЛӘТҠОЛОВА, дәүләт учреждениеһы хеҙмәткәре, Ейәнсура районы:– Вахтаға сығып китеп эҙһеҙ юғалған яҡташтарым барлығын беләм. Яҡындарын билдәһеҙлек ни тиклем ғазаплағанын улар үҙҙәре генә аңлайҙыр. Сит-ят ерҙә йөрөгәнсе, тыуған төбәктә үҙ эшеңде асып та аҡса эшләп була. Миңә ҡалһа, был күпкә хәүефһеҙерәк.
Айгөл ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, уҡытыусы, Өфө ҡалаһы:– Таныштарымдың улы вахта ысулы менән Себерҙә эшләне. Ул да сит-ят тарафта әрәм булды – һыуға батып үлде. Ханты-Манси автономиялы округындағы фажиғә хаҡында ишеткәс, шул егет иҫемә төштө: юғары белемле, тәртипле, инсафлы кеше ине. Ғаилә ҡорам тип хыялланды, бер аҙ аҡса туплайым тип, Себергә юлланды... Кемгәлер, күрәһең, Себерҙең “оҙон аҡсаһы” яҙмайҙыр...