Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эҙәрмәндәргә рәхмәт
Эҙәрмәндәргә рәхмәтЯугир 68 йыл үткәс тыуған ауылында ерләнде

Һуғыш… Был һүҙҙе ишеткәс тә, күңелде әрнеү ҡатыш һағыш биләп ала. Миллиондарса баланы етем иткән, быуыны ла ҡатмаған үҫмерҙәрҙе иртә ир ҡорона индергән, һөйөп-һөйөлөр саҡтарында ғына йәп-йәш ҡатындарҙы тол ҡалдырған, ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәләрҙең сәстәренә иртә сал ҡундырған ҡәһәрле афәт ул һуғыш.

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ғафури районынан 5723 яугир һәләк була. Ташбүкән ауылынан яуға киткән Барый Ибләмин улы Баймырҙин быға тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә була. Ниһайәт, “Иҫтәлек” эҙәрмән төркөмөнөң ныҡышмалы эш алып барыуы һөҙөмтәһендә уның тиңһеҙ алышта батырҙарса һәләк булыуы асыҡланды.
Яңыраҡ Барый Баймырҙиндың һөйәктәрен тыуған яғына – Ташбүкән ауылына алып ҡайттылар. Барый Ибләмин улы 1942 йылда фронтҡа алынып, 1944 Эҙәрмәндәргә рәхмәтйылдың йәйендә хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙы” килә. Сержант Баймырҙин 239-сы дивизияһының 813-сө уҡсылар полкы составында дошманға ҡаршы алыша. 1944 йылдың 22 июнендә уларҙың полкы Ленинград өлкәһе Псков районының Уткино ауылы эргәһендә һөжүмгә күсә. Миномет, пулеметтарҙан туҡтауһыҙ пуля һәм бомба ямғыры яуҙырған дошманға ҡаршы башта штраф батальонында хеҙмәт итеүселәрҙе ебәрәләр. Улар артынса 813-сө полк һөжүмгә ташлана. Ошо мәхшәрҙә Барый Баймырҙиндың ғүмере өҙөлә лә инде.
“Иҫтәлек” эҙәрмән төркөмө командиры Олег Ромашов ошолар хаҡында ентекләп һөйләне. Һуғыш барған урында ҡаҙыу эштәре алып барып, улар окоптарҙан 30 совет һалдатының кәүҙәһен соҡоп ала. Барый Баймырҙиндың шәхесен асыҡларға уларға сержанттың каскаһы һәм алюминдан эшләнгән тәмәке янсығы ярҙам итә. Унда “На память от Гайфуллина другу Баймурзину. Волховский фронт. 23 августа 1943 года” тигән яҙыу була. Йылдар үткәс, үҙ төҫөн юғалтҡан, бер сите серей башлаған янсыҡты Олег Васильевич ҙур тулҡынланыу менән яугирҙең ейәнсәре Гөлнур Баймырҙинаға тапшырҙы.
— Олатайыбыҙҙың һөйәктәре табылыуы хаҡындағы хәбәрҙе ишеткәс, башта ышанмайыраҡ торҙоҡ. Эҙәрмәндәр ҙур эш башҡарған. Уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, — тине Гөлнур Радик ҡыҙы.
Тыуған ауылы Ташбүкәндә Барый Баймырҙинды хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар. Тәүҙә Ташбүкән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Азимова яугирҙең ҡыҫҡаса биографияһы менән таныштырҙы. Фәйрүз Ғимаҙиев, Эльвира Мөлөкова сығыш яһап, “Иҫтәлек” эҙәрмәндәр отрядына сауаплы эш башҡарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уларҙың сығышына Ташбүкән ауылы аҡһаҡалы Зәки Кейекбаев та ҡушылды.
Ташбүкән ауыл клубы эргәһендә уҙғарылған матәм митингыһында ҡатнашыусылар яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскә гөлләмәләре һалғас, зыяратҡа юлланды. Барый Баймырҙиндың һөйәктәрен мосолман йолаһына ярашлы хөрмәтләп ерләнеләр. Залп яңғыраны. Красноусол мәсете имам-хатибы Рауил хәҙрәт Иваев мәрхүмгә йыназа уҡыны, туғандары хәйер-саҙаҡа өләште. 68 йылдан һуң булһа ла Барый Баймырҙиндың һөйәктәре тыуған тупрағында ерләнде.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә