Яугир 68 йыл үткәс тыуған ауылында ерләнде
Һуғыш… Был һүҙҙе ишеткәс тә, күңелде әрнеү ҡатыш һағыш биләп ала. Миллиондарса баланы етем иткән, быуыны ла ҡатмаған үҫмерҙәрҙе иртә ир ҡорона индергән, һөйөп-һөйөлөр саҡтарында ғына йәп-йәш ҡатындарҙы тол ҡалдырған, ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәләрҙең сәстәренә иртә сал ҡундырған ҡәһәрле афәт ул һуғыш.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ғафури районынан 5723 яугир һәләк була. Ташбүкән ауылынан яуға киткән Барый Ибләмин улы Баймырҙин быға тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә була. Ниһайәт, “Иҫтәлек” эҙәрмән төркөмөнөң ныҡышмалы эш алып барыуы һөҙөмтәһендә уның тиңһеҙ алышта батырҙарса һәләк булыуы асыҡланды.
Яңыраҡ Барый Баймырҙиндың һөйәктәрен тыуған яғына – Ташбүкән ауылына алып ҡайттылар. Барый Ибләмин улы 1942 йылда фронтҡа алынып, 1944 йылдың йәйендә хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙы” килә. Сержант Баймырҙин 239-сы дивизияһының 813-сө уҡсылар полкы составында дошманға ҡаршы алыша. 1944 йылдың 22 июнендә уларҙың полкы Ленинград өлкәһе Псков районының Уткино ауылы эргәһендә һөжүмгә күсә. Миномет, пулеметтарҙан туҡтауһыҙ пуля һәм бомба ямғыры яуҙырған дошманға ҡаршы башта штраф батальонында хеҙмәт итеүселәрҙе ебәрәләр. Улар артынса 813-сө полк һөжүмгә ташлана. Ошо мәхшәрҙә Барый Баймырҙиндың ғүмере өҙөлә лә инде.
“Иҫтәлек” эҙәрмән төркөмө командиры Олег Ромашов ошолар хаҡында ентекләп һөйләне. Һуғыш барған урында ҡаҙыу эштәре алып барып, улар окоптарҙан 30 совет һалдатының кәүҙәһен соҡоп ала. Барый Баймырҙиндың шәхесен асыҡларға уларға сержанттың каскаһы һәм алюминдан эшләнгән тәмәке янсығы ярҙам итә. Унда “На память от Гайфуллина другу Баймурзину. Волховский фронт. 23 августа 1943 года” тигән яҙыу була. Йылдар үткәс, үҙ төҫөн юғалтҡан, бер сите серей башлаған янсыҡты Олег Васильевич ҙур тулҡынланыу менән яугирҙең ейәнсәре Гөлнур Баймырҙинаға тапшырҙы.
— Олатайыбыҙҙың һөйәктәре табылыуы хаҡындағы хәбәрҙе ишеткәс, башта ышанмайыраҡ торҙоҡ. Эҙәрмәндәр ҙур эш башҡарған. Уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, — тине Гөлнур Радик ҡыҙы.
Тыуған ауылы Ташбүкәндә Барый Баймырҙинды хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар. Тәүҙә Ташбүкән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Азимова яугирҙең ҡыҫҡаса биографияһы менән таныштырҙы. Фәйрүз Ғимаҙиев, Эльвира Мөлөкова сығыш яһап, “Иҫтәлек” эҙәрмәндәр отрядына сауаплы эш башҡарғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Уларҙың сығышына Ташбүкән ауылы аҡһаҡалы Зәки Кейекбаев та ҡушылды.
Ташбүкән ауыл клубы эргәһендә уҙғарылған матәм митингыһында ҡатнашыусылар яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскә гөлләмәләре һалғас, зыяратҡа юлланды. Барый Баймырҙиндың һөйәктәрен мосолман йолаһына ярашлы хөрмәтләп ерләнеләр. Залп яңғыраны. Красноусол мәсете имам-хатибы Рауил хәҙрәт Иваев мәрхүмгә йыназа уҡыны, туғандары хәйер-саҙаҡа өләште. 68 йылдан һуң булһа ла Барый Баймырҙиндың һөйәктәре тыуған тупрағында ерләнде.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.