Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет аҡсала түгел
Бәхет аҡсала түгелБыйыл 1 ғинуарҙан “Ауыл табибы” федераль программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Уға ярашлы, киләһе биш йылда ауылда эшләргә теләгән 35 йәшкә тиклемге белгестәргә 1 миллион һум аҡса түләнәсәк. Башҡортостан Республикаһы Президенты үҙенең Указы менән уларға тағы ла 100 мең һум өҫтәп түләргә ҡарар итте. Программа ауыл дауаханаларына йәш табиптарҙы йәлеп итеү маҡсатын ҡуя. Проектты эшләүселәрҙең фекеренсә, ул киләһе биш йылда ауылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү мөмкинлеген бирәсәк, медицина уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы ауылға ылыҡтырыуҙың һөҙөмтәле алымына әүереләсәк.
Миллионер табип. Бөгөн был һүҙбәйләнеш ғәҙәти кеүек. Йәш белгескә миллионер булыу өсөн “Биш йыл ауылда эшләргә әҙерһеңме?” тигән һорауға яуап биреү ҙә етә.
Һуңғы ике йылда Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына йәнә туғыҙ белгес килде. Хәҙерге йәштәр тормошҡа бөтөнләй икенсе ҡарашта, унан күпте көтә, эш менән ял араһында тигеҙлек булдырырға тырыша, аҡсаға түгел, белем алыуға, үҫешкә ҙурыраҡ әһәмиәт бирә.
“Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите хәбәрселәре, йәш табиптар менән бергә “түңәрәк өҫтәл” янында йыйылып, ошо хаҡта фекер алышты.

— “Ауыл табибы” программаһы тураһындағы яңылыҡты нисек ҡабул иттегеҙ? Үҙегеҙ өсөн ниндәй ыңғай яҡтарын күрәһегеҙ?
Наталья Исмәғилева:
— Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙең, студенттарҙың ауыл еренә эшкә ҡайтырға ашҡынып тормауы берәүгә лә сер түгел. Тәү сиратта был социаль-көнкүреш мәсьәләләренә, торлаҡтың булмауына, түбән эш хаҡына, үҫеш йәһәтенән мөмкинлектең сикләнеүенә бәйле. Күпселек ауылдарҙағы техник ҡорамалдар ҙа шәптән түгел. Бөтә кеше лә бындай шарттарға яраҡлаша алмай, әлбиттә. Мин биш йыл элек стоматолог дипломы алып, тыуған яғыма — Дыуан районына эшкә ҡайттым. “Ауыл табибы” программаһы хаҡында ишеткәс, унда мотлаҡ ҡатнашырға булдым. Йәшермәйем, миллион һумды үҙең теләгәнсә тотоноу бик ылыҡтырғыс хәл, әлбиттә. Ләкин биш йылға белмәгән-күрмәгән ергә китеү ҙә еңел түгел. Был йәһәттән ныҡлы уйланырға кәрәк. Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһы минең өсөн бик ҡулай булды: тыуған яғым, атай-әсәйем, дуҫтарым алыҫ түгел. Бөтә көсөмдө һалып, тырышып эшләргә генә ҡала.
— Буласаҡ эш урынын һайлағанда, ниндәй мәсьәлә һеҙҙең өсөн иң мөһиме булды?
Айҙар Төхбәтуллин:
— Ҡатыным менән Ырымбур дәүләт медицина академияһын 2010 йылда тамамланыҡ һәм тыуған яғыбыҙға ҡайттыҡ. Ҡатыным шунда уҡ һөнәре буйынса эшкә урынлашты. Ә мин бер йылдан ғына эш таптым. Программа былтыр ғына ғәмәлгә инде бит. Торлаҡ мәсьәләһе хәл ителмәгәнгә күрә, ул яҡтарҙан китергә, миллиондың бер өлөшөн кире ҡайтарырға тура килде. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышына юлландыҡ. Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаштыҡ, уңайлыҡтары булған торлаҡ та бирҙеләр. Медицина учреждениеһы хакимиәтенең, район халҡының ышанысын аҡларға тырышабыҙ.
— Ҡыйғы районы хаҡындағы тәүге тәьҫораттарығыҙ ниндәй булды?
Гөлиә Төхбәтуллина:
— Бындағы тәбиғәт Ырымбур өлкәһендәгенән күпкә айырыла. Ҡыйғының һауаһы саф, сәнәғәт зоналары ла юҡ. Дауалау учреждениелары эшендә байтаҡ айырмалыҡ бар. Мәҫәлән, документтар, талаптар икенсе. Алдан уҡ Интернеттан районды ентекләп өйрәнгәйнек, килгәс, өмөтөбөҙ аҡланды.
— Ҡала дауаханаһында эш тәжрибәһе туплағанһығыҙ. Бында ла бер аҙ эшләп өлгөрҙөгөҙ. Ауыл табибының ҡаланыҡынан ниндәй айырмаһы бар?
Денис Шафиҡов:
— Ауыл дауаханаһында яуаплылыҡ ҙурыраҡ. Ҡалала хирург 30 йәшкә тиклем тәжрибә туплаһа, ауылда тәүге көндән үк университетта алынған белемде ҡулланырға кәрәк. Өҫтәүенә, ауыл хирургы универсаль булырға тейеш. Ҡалала ҡаты сирләгән кешене бер нисә табип күҙәтһә, ауылда был эште бер генә белгескә башҡарырға тура килә. Бөгөн беҙҙең өсөн оло быуындың тәжрибәһен өйрәнеү, үҫтереү бик мөһим.
Алмас Ҡотопов:
— Ауыл менән ҡала дауаханаһының эшендә әллә ни айырма тоймайым. Табиптарҙың барыһына ла, ҡайҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, берҙәй яуаплылыҡ йөкмәтелә. Ҡала дауаханаларында техник мөмкинлектәр ҙурыраҡ, махсус белгестәр ҙә күп, шуға күрә диагностиканың ентеклерәк үткәрелеүе сер түгел.
— Табип тигән исем алып, һөнәри эшмәкәрлеккә тотонғанда, барығыҙ ҙа бурысығыҙҙы намыҫлы үтәргә, табип серен һаҡларға ант итәһегеҙ. Һеҙҙең өсөн нимә мөһимерәк: эшме, әллә ғаиләме?
Ленар Хажиев:
— Медицина хеҙмәткәренең ваҡыты тығыҙ, әлбиттә. Минеңсә, һәр кешенең ныҡлы таянысы булыуы шарт. Эштә ғаиләң өсөн борсолмаһаң, ә өйҙә һине һәм эшеңде аңлаған яҡындарың көтөп алһа ине. Минең кеүек яңғыҙ кешегә үҙ яртыңды бер үк эшмәкәрлек өлкәһенән һайлау яҡшыраҡтыр, моғайын.
Гөлиә Төхбәтуллина:
— Ғүмер буйы невролог булып эшләгән, табип бурысын яуаплы үтәгән, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, кешеләргә күңел йылыһын өләшкән әсәйемдән һабаҡ алам. Буласаҡ балаларыма иғтибарҙы күберәк бүләсәкмен.
Айҙар Төхбәтуллин:
— Барыбыҙ ҙа ғаилә хаҡына эшләйбеҙ. Тимәк, ғаилә һәр саҡ беренсе урында булырға тейеш.
— Табип — ғәҙәти кеше. Уның да яратҡан, мауыҡҡан шөғөлө барҙыр. Эштән буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?
Салауат Мырҙағолов:
— Табип эше — ҙур тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ талап иткән хеҙмәт ул, ләкин үҙеңдең һаулығың хаҡында ла оноторға ярамай. Медицина хеҙмәткәрҙәре йыш ҡына үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, ғәйәт ҙур эмоциональ көсөргәнеш кисерә. Пациент һауыҡмаһа йәки үлеп ҡалһа, хирург етди психологик тетрәнеүгә дусар ителә. Бынан тыш, хирургтарҙы йыш ҡына шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә лә эшкә саҡыртып алалар. Операция бер нисә сәғәт дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт аяғүрә торорға, эшеңде яҡшы башҡарырға кәрәк. Төнгө дежурлыҡ, операциялар, көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт еңелдән түгел, әлбиттә. Дөрөҫ ойошторолған ял көс-дәрт бирә.
Эштән буш ваҡытты күңел һәм үҫеш өсөн файҙалы итеп үткәрергә тырышам. Элегерәк бейеү менән етди шөғөлләндем. Һуңғы осорҙа китап уҡыйым, Интернеттан файҙалы мәғлүмәт менән танышам. Күп уҡыйым, сөнки китап яңынан-яңы, ҡыҙыҡлы донъя аса, һүҙ ҡеүәһен байыта. Күптән түгел генә Габриэль Гарсия Маркестың “Йөҙ йыллыҡ яңғыҙлыҡ”, “Полковникка берәү ҙә яҙмай” тигән китаптарын уҡыным. “Яратҡан шөғөл өсөн буш ваҡыт таба алмайым” тигәндәр менән килешмәйем. Маҡсат ҡуйған, ниндәй ҙә булһа эш менән мауыҡҡан кеше, ҡағиҙә булараҡ, ваҡыттың ҡәҙерен белә, уны бушҡа сарыфламай.
— Ауыл дауаханаһында биш йыллыҡ стаж өсөн дәүләт һеҙгә аҡса түләй. Бәхет миллионда түгел икән, нимәлә һуң?
Светлана Шахбанова:
— Бәхет — ул иң элек туғандарҙың, яҡындарҙың имен-һау булыуында. Быны мин табип булараҡ әйтәм. Кешеләрҙе дауалауым, сәләмәтлектәрен тергеҙергә ярҙам итеүем менән бәхетлемен. Аҡсаны эшләргә мөмкин, ул бөгөн бар, иртәгә юҡ, ә һаулыҡты һатып алып булмай.
Денис Шафиҡов:
— Һәләтемде тормошҡа ашырыу мөмкинлеге, һөнәремдең әһәмиәте — минең өсөн төп бәхет. Тормошта үҙ урынын тапҡан, яҡын кешеһе менән тойғоларын уртаҡлаша алған кеше бик бәхетле.
— “Ауыл табибы” программаһы, һеҙҙеңсә, ауылда кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итерме? Белгестәр биш йылдан ауылды ташлап китмәһен өсөн нимә эшләргә?
Ленар Хажиев:
— Минеңсә, биш йылға бер миллион биреү урынына ауыл табиптарының эш хаҡын арттырһалар, яҡшыраҡ булыр ине. Оҙаҡ йылдар эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, бер ниндәй ҙә өҫтәмә түләү алмаған хеҙмәттәштәрем йәл. Студент йылдарында уҡ тыуған яғыма ҡайтырға хыяллана инем. Миллион алыу мөмкинлеге минең өсөн һәйбәт яңылыҡ булды.
Гөлиә Төхбәтуллина:
— Программа һөҙөмтәлерәк булһын өсөн уны бер нисә йылға оҙайтырға кәрәктер. Файҙаһы әле үк тойола. Беҙ аҡса өсөн генә түгел, иң элек һөнәри тәжрибә алыу маҡсатынан килдек. Был һәр табиптың эшмәкәрлегендә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Йәш белгестәр иң ҙур ҡеүәтте тәшкил итә. Үҙәк район дауаханаһы хакимиәте, йәш белгестәр дәүләтебеҙ медицина хеҙмәткәрҙәре алдына ҡуйған алдынғы идеяларҙы тормошҡа ашырыр, тип ышана.
“Алда һеҙҙе ҡыҙыҡлы һәм мөһим эш көтә. Һеҙ әле йәш белгес, тәжрибә туплау бурысы тора. Маҡсатығыҙға мотлаҡ өлгәшерһегеҙ. Һорау бирергә тартынмағыҙ, киләсәккә ҡыйыу ҡарағыҙ. Һынатмаҫһығыҙ, табип тигән абруйлы исемгә тап төшөрмәҫһегеҙ тип өмөтләнәм. Йәш коллегаларыма уңыштар теләйем”, — тине “ауыл табип”тарына мөрәжәғәт итеп, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының баш табибы С. Ғайсин.
С. ИСМӘҒИЛЕВА,
А. ФӘТХИЕВА,
Ю. ҠОТОПОВА
яҙып алды.
Ҡыйғы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872