Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хакимдар китһә лә, халыҡ ҡала
Хакимдар китһә лә, халыҡ ҡалаҒүмер юлыңдың оҙаҡҡа тартылыуында ла үҙенә күрә йәм һәм тәм бар. Һәр дәүер алдына үҙ осоро ҡуйған маҡсаттар менән йәшәй, ошо йылдарҙа сыҡҡан йырҙарҙы йырлай, мәңгелек рухи ҡиммәттәрҙе онотоп ебәрә лә йәнә хәтеренә төшөрә, рәсми идеялары хаҡлы тип ҡабул итеп йәшәй ҙә, күңеле ҡалғас, таянысты бүтән тарафтарҙан, уйына инеп тә сыҡмаған мөхиттән эҙләй башлай. Кеше ғүмере, шағир һүҙҙәренә һылтанып әйткәндә, юғалтыуҙар менән һағыштарҙан ғына тормай икән, йылдар һине йәшенле ямғыры менән дә, йән иреткес тыныс шәфәҡтәре менән дә оҙата бара.

Утыҙ йыл әүәл ил етәкселегенең дә иң юғары түбәһендә тәхет хужаһы алмашынды. Етмеш алтыһы тулыуға бер ай самаһы ҡалды тигәндә, Леонид Брежнев баҡыйлыҡҡа күсте. Ғарифулла олатайым ғүмер һуҡмағын төйнәгәндә лә шул йәшкә еткәйне. Ҡулында батшалар һәм императорҙарҙың хыялына инмәгән хакимлыҡты тотҡан генераль секретарь менән һары таңдан ҡараңғығаса колхоз эшендә һөйрәлеп йөрөгән бер ауыл кешеһен ҡушарлап хәтерләп ултырыуымдың әҙәпһеҙлек икәнен белеп торам. Ғүмер көҙөнөң ҡыраулы миҙгелдәренә етмәһәләр ҙә, хаким да, колхозсы ла ил тарихының төрлө осорҙарын берҙәй кисергән. Һуғыштан алдағы аҙ ғына ҡалҡынып алыу, яу осоро, өмөт менән өмөтһөҙлөк бергә үрелеп барған илленсе-алтмышынсы йылдар... Ҡуйы ҡара ҡашлы, һомғол кәүҙәле, йөҙөнән йылмайыу китмәгән һәм власть эйәренә ултырып өлгөргән Леонид Ильичты ауыр эш һәм юҡсыллыҡтан эйелгән ҡарт менән артабан йәнәш ҡуймайыҡ. Көсәнеү тарихи хәҡиҡәткә көс килтерә.
СССР-ҙың ете тиҫтәлек тарихы үҙ эсенә бихисап етәксене һыйҙырып өлгөргән. Ләкин Брежнев йәше менән Ленин тирәһендә формалашҡан һәм социалистик ҡоролошҡа уның күҙе менән ҡараған “ололар гвардияһына” инмәй ҡалды. Брежнев менән атты, берсә һоло биреп, икенсе ҡарауға ауыҙлығын ҡайыра тартып, тәүҙә — Иосиф Сталин, унан ҡала Никита Хрущев етәкләп барған. Мәғлүмдер, хакимлыҡ үрҙәренә үрмәләү өсөн һине бүтән, көслөрәк, хакимдарҙың мотлаҡ ҡамытлауы кәрәк.
Леонид Брежневтың ил етәксеһе булыу тарихы 1982 йылдың көҙөндә тамамланды. Утыҙ йыл тарих өсөн ҡараш етмәҫ ара ла түгел, шуға күрә ул осорҙағы ғәмәлдәр, бойомға ашмай ҡалған пландар хәтер һандығының әле лә өҫкө ҡатында ғына ята. Сәйәси телгә килеп ингән “волюнтаризм”, “субъективизм” кеүек төшөнсәләрҙе Хрущевтың исеме һәм уның етәкселек стиле менән бәйләһәләр, Брежнев осоро “торғонлоҡ”, диссиденттар хәрәкәте, Варшава договоры дәүләттәре ғәскәрҙәренең Чехословакиялағы инҡилапты баҫтырыуы һәм Афғанстанға баҫып инеү булып тарихта ҡалды.
Властың иң юғары баҫҡысына күтәрелгәндә, Леонид Ильичҡа 58 йәш ине. Әгәр уны Хоҙайҙан ҡала икенсе урынды биләүсе илаһи йән итеп ҡарамағанда, Брежнев һуғышты фирҡә функционеры булып үткәргән һәм һуғыштан аҙаҡҡы йылдарҙа ҡағыла-һуғыла үргә үрмәләгән уртаҡул эшмәкәр булып күҙ алдына баҫа. Тарихсыларҙың береһе яҙғанса: “Брежнев партия етәксеһе өсөн зарури берҙән-бер талантҡа эйә. Ул — етәкселек итеү, йәғни һис бер йәһәттән дә белгес булмай тороп, һәр мәсьәләләр буйынса дөйөм күрһәтмәләр биреү”. Әгәр инде был ир-арыҫландың кешелек сифаттарына иғтибар иткәндә, замандаштары уны асыҡ йөҙлө, дуҫ-таныштарын һис ҡасан да онотмаған шәхес тип хәтерләй. Брежневтың Хрущевты властан ебәреү өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашыуын иҫәпкә алмағанда, ул артабан низағлы тарихтарға йәлеп ителмәгән. Дөрөҫөрәге, етәкселек итеүсе ареопагта Брежнев күпселек өсөн уңай фигура булған, сөнки сама менән прогрессивлыҡ һәм шунса сама консерваторлыҡ — һәр аҙымын үлсәп яһай торған сәйәсмәндәргә хас сифат. Хрущевтың баймабашлығынан арыған ил өсөн етәкселек стиленең тотороҡло һәм тыныс булыуы номенклатура хеҙмәткәрҙәренә ҡурҡмай-өркмәй эшләргә, ә ябай халыҡҡа барына хуш булып, алдағы өмөттән яҙмай йәшәргә форсат биргән. Мәғлүмдер, ошо тотороҡлолоҡҡа демократ-тарихсылар һәм шундай уҡ публицистар торараҡ “торғонлоҡ” тигән мөһөр баҫты, шуға күрә Леонид Брежнев беренсе секретарь һәм генсек вазифаһын үткәргән егерме бер йыл ваҡыт ил иҡтисадының үҫеүҙән туҡтаған осоро тип баһаланды.
Генераль секретарь алтмышынсы йылдарҙа дәүләттә төп фигура һаналһа ла, Леонид Ильич илгә яңғыҙы ғына етәкселек итмәне, әлбиттә. Уның үҙе ҡулында фирҡәнең теҙгене булһа, Алексей Косыгин хөкүмәттә, Николай Подгорный Юғары Совет президиумында үҙ йүнәлеше өсөн тулыһынса яуап бирҙе.
1965 йылда, Брежневтың иң юғары вазифаға килеүенә бер йыл үтеүгә, хужалыҡ реформаһы иғлан ителде. Маҡсаты етештереүсәнле хеҙмәт өсөн дәртләндереү стимулдары табып, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы производствоһын йәнләндереү ине. Һуңыраҡ уны “Косыгин реформаһы” тип атанылар, сөнки күптән көтөлгән үҙгәрештәрҙе Алексей Николаевичтың исеме менән бәйләү тәбиғи ине. Был һәр саҡ етди, тыйнаҡ һәм эшлекле кешене йәмғиәттә ихлас хөрмәт иттеләр. 1969 йылда, “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булараҡ, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатынан әлеге реформаның тәүге һөҙөмтәләре тураһында очерк та яҙып баҫтырғайным.
Леонид Ильичтың шәхесен йөмлә һайын телгә алмай, фекерҙе артабан дауам иткәндә, иҡтисадта һәм көнитмештә хәл түбәндәгесәрәк булып китте. Административ социализм, ҡәтғи планлаштырыла торған хужалыҡ идеологияға ҡоролған иҡтисад сәйәсәте һәм хоҡуҡ шарттарында хосуси милектең хасил булыуы мөмкин түгел ине. Тимәк, хужалыҡ итеү реформаһы ла формаль төҫ алды. Хәйер, партия дисциплинаһына башкөллө буйһоноп өйрәнгән Косыгин үҙе дәртләндергән реформаны аҙағынаса еткереү өсөн ихтыяр күрһәтә алманы. Бригада подряды һәм ябай хеҙмәт кешеләренең иленә ярҙам итергә һәм шул уҡ ваҡытта үҙен дә хәстәрләргә тигән бүтән ихлас ынтылыштары бюрократия һәм партократияның һүҙ бутҡаһында сәсәп тонсоҡто. Йәл, әммә байтаҡ ваҡыт үткәс тә ижтимағи үҫеште тотҡарлаусы төп сәбәптәр һаҡланып ҡала.
Ауыл ерендә көсәйә барыусы көрсөккә бирешмәү ниәте менән, власть ауыл хужалығына күпләп аҡса бүлә башланы. Уны комплекслы механизациялау һәм химиялаштырыу программалары нәҡ Брежнев хакимлыҡ иткән йылдарҙа хасил булды. Ләкин, ныҡлап нигеҙләнмәгән һәм бойомға ашырыу механизмдары эшләнмәгән программалар ғәмәлдә ҡағыҙҙа ғына ҡалды. Колхоздар дәүләт ярҙамы менән көн күрҙе, ә иҫәпһеҙ-һанһыҙ үрсеп киткән совхоздар илде икмәк менән тәьмин итә алманы. Һәр хәлдә, Леонид Ильич власта булған осорҙоң башынан ахырына тиклем илебеҙ игенде ситтән һатып алды һәм уның күләме йылына 40 миллион тоннаға барып етте. “Рәсәйҙе икмәк һатып алыу хәленә еткереү өсөн ниндәй етәксе булырға кәрәк икән”, — тигән уҫал һүҙҙәрҙе Бөйөк Британияның элекке премьер-министры Уинстон Черчилль, бәлки, шәхсән Брежневҡа төбәгәндер, әммә хәҡиҡәттең әселеге бынан ғына кәмемәй. Брежнев дәүерендә “магазинға дефицит сығарғандар” йәки “буфетта сосиска бирәләр” кеүек хәбәрҙәрҙең кешеләрҙе эшен ташлап сиратҡа баҫырға мәжбүр итеүен аңлау сит илдәр халҡына мөмкин булмағандыр. Фәндә был күренештәр “тауарға ҡытлыҡ” тип кенә атала. Колбаса, ит, бүтән төрлө аҙыҡ-түлек эҙләп Мәскәүгә йөрөүҙәр, карточка, тоталь дефицит — былар барыһы ла хужалыҡты ойоштора белмәү һөҙөмтәһе. Леонид Ильич, сәләмәтлегенең ныҡ хөртәйеүе сәбәпле, илдәге ысынбарлыҡты баһалай белмәгән саҡта “Аҙыҡ-түлек программаһы” килеп сыҡты. Әгәр ул бойомға аша ҡалһа, 1990 йылға совет кешеләре магазиндарҙа ризыҡтың муллығына иҫәп тота ала ине. Ләкин был программаһының да ҡағыҙҙа ғына ҡаласағын, утопия икәнлеген күптәр аңлаһа ла, быны өҙөп кенә әйтергә йөрьәт итеүселәр һирәк булды. Әйтелһә лә, ул һүҙҙәр ишетелмәне. Килтерелгән миҫалдар һеҙгә “Өҫтөнлөклө милли проекттар” тип аталыусы матур хыялдарҙы хәтерләтмәйме?
Яҡындан күреп-белгән кешеләр, Леонид Брежнев ҡупшы костюмдарҙы, һунарҙы, балыҡ тотоуҙы, “Мальборо” сигаретын, автомобилдәрҙе, дөрөҫөрәге, уларҙа йән-фарман йөрөүҙе ярата ине, тип хәтерләр булды. Ул хакимлыҡ иткән тиҫтәләрсә йыл эсендә Совет дәүләте ифрат күп сәйәси ваҡиғаларҙы, мажаралы хәлдәрҙе, драматизм менән мөлдөрәмә тулы мәлдәрҙе кисергән. Коллектив етәкселек тип иғлан ителә килһә лә, ил башында барыбер, хакимлыҡ теҙгендәрен йыйып тотоп, бер кеше — Леонид Ильич Брежнев торған. Уның мәрхүм булыуы власҡа тәүҙә Юрий Андроповҡа, Константин Черненкоға һәм, ахыр килеп, Михаил Горбачевҡа юл асҡан, әммә был эшмәкәрҙәр етәкселектә торған дәүер — икенсе тарих. Ғибрәт алырлыҡ тарих.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20