Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был донъяның өс ғәмәле
Тормош шартлылыҡтарҙан тора тигән әйтем менән килешәһегеҙме? Миңә ҡалһа, тап шулай. Иҫбатлап ҡарайыҡ.

Оло ғына түгел, бик оло йәштәге танышым бар. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаған күркәм ҡатын – билдәле шәхес, өс бала әсәһе, бәхетле өләсәй, оҫта хужабикә. Тормош иптәше фани донъяны ташлап киткәнгә ике тиҫтә йыл самаһы булыр, мәгәр һәр осрашҡан һайын апайҙың сикһеҙ йылылыҡ, хөрмәт менән ирен иҫкә алыуы, бәхетле минуттарын хәтерләп, ҙур кинәнес кисереүе хайран итә. Бына ҡайҙа ул ысын мөхәббәт! Был тойғоно кисереү өсөн, күрәһең, йәш төшөнсәһе бөтөнләй мөһим түгел. Йөрәктә йәшәгән яҡты хәтирәләргә яратҡан кешеһеҙ үткәргән йылдар ҙа кәртә була алмай (ысын тойғоларға, ғөмүмән, ҡаршылыҡ юҡ), улар – фани донъяның ҡәҙимге шартлылығы ғына...
Шулай ҙа мөхәббәттең шартлы төшөнсә икәненә инанам. Тағы бер таныш хаҡында бәйән итмәксемен. Иҫ китерлек сибәрлеге, буй-һыны менән әллә ни айырылмаған ҡәҙимге уҙамандың артынан әллә нисә йыл буйы “яратам” тип йәбешеп йөрөгән ике һөйгәне бар ине. Өлгөр егет тегеһен дә, быныһын да тойғоларының “сафлығына” ышандыра алған, күрәһең: ике ҡыҙ ҙа “ул мине генә ярата” тигән инаныу менән йәшәне. Заман шарттарынан сығып, бәлки, бәғзе берәүҙәр егеттең фатиры, затлы машинаһы бар тип уйлайҙыр? Яңылышаһығыҙ! Йомартлығы менән әллә ни маҡтана алмаған уҙаман ябай ойошмала эшләй һәм уртаса эш хаҡы ала, бер кемгә лә, әлбиттә, “алтын тау” вәғәҙә итмәй. Ҡыҙҙарҙың икеһен дә көнләшеп ҡыйырһытҡаны ла мәғлүм. Иллә-мәгәр, бер нигә ҡарамаҫтан, ошо кеше – мөхәббәт объекты. Егетте “бүлешеп”, илай-ҡайғыра торғас, теге ике ҡыҙҙың береһенең түҙеме шартлап һынды һәм “өйләнәм” тип буш вәғәҙәләр менән туйындырған егетте ташларға мәжбүр булды. Егет, ялбарып, уның артынан әллә нисә ай йөрөнө, тынғылыҡ тапманы-тапмауын, әммә икенсе ҡыҙҙы ла ташламаны, һөҙөмтәлә, үс итеп, бер-ике ай эсендә сабырырағы менән туй әтмәләп ташланы. Бындай мөнәсәбәт – шулай уҡ мөхәббәт, кем өсөндөр был – булырға тейешле хәл, ҡәҙимге күренеш. Ҡыҫҡаһы, мөхәббәт – шартлы тойғо, әҙәм заты үҙ талабынан, тойомлауынан сығып ғашиҡ була. “Силәгенә күрә – ҡапҡасы” тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит: һәр кем үҙ-ара мөнәсәбәт ҡорорлоҡ, үҙ кимәлендә аралашырлыҡ тиңен эҙләй.
Күптән түгел Рәсәйҙә киң билдәле шәхес, Рәсәйҙең халыҡ артисы Игорь Кваша вафат булды. Дөрөҫөн әйткәндә, йәшерәк быуын вәкиле булараҡ, уның уҙған быуаттың 50-се йылдарынан башлап әлеге көнгә тиклем Мәскәүҙәге данлыҡлы “Современник” театрын ойоштороуға һәм үҫтереүгә индергән баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөшө хаҡында матбуғат аша сығыш яһаусыларҙан ғына уҡып-ишетеп беләм. Иллә-мәгәр, уның һуңғы 15 йыл эсендә телевидение киңлегендәге иң кешелекле программаларҙың береһе – “Көт мине” тапшырыуының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы булғанлығына, замандаштарым кеүек, үҙем шаһит. Әлбиттә, донъяның төрлө тарафында Саҡ менән Суҡ шикелле аҙашҡан кешеләрҙең яҙмыш юлдарын киҫештереү ниәтенән ниндәй ҙур эш башҡарылғанын тапшырыуҙы ойоштороусылар үҙҙәре генә беләлер. Шулай ҙа иплелеге, итәғәтлелеге, кешеләрҙең ҡайғы-шатлығын үҙенекеләй ҡабул итеп, йөрәге аша үткәрә белеүе, һәммәһе өсөн ысын күңелдән янып-көйгән Игорь Владимирович ысын мәғәнәһендә тапшырыуҙың йәненә һәм йәменә әүерелгәйне. Ул ғына түгел, әлеге хаяһыҙ замандың аяуһыҙлығына бирешмәү, кешелектең юғары ҡиммәттәренә тоғролоҡ һаҡлау символы ла ине... Ә хәҙер шартлылыҡ тураһында. Ошо күркәм кешенең алған-алмаған исем-даны хаҡында кемегеҙҙең уйлап ҡарағаны бар? Уға “халыҡ артисы” исемен биреү-бирмәү, мәҫәлән, минеңсә, ҡәҙимге шартлылыҡ, сөнки ул былай ҙа халыҡ артисы, бөйөк шәхес (әйткәндәй, уның рәсми исеме лә бар). Шәхестең миҙал-орден, яңғырауыҡлы шөһрәт көҫәмәгәненә иманым камил: халыҡ хөрмәте күпкә юғарыраҡ. Әйткәндәй, билдәле яңылыҡтар сайтында уның вафаты тураһында хәбәр ҡуйылыу менән бер сәғәт эсендә ике меңгә яҡын комментарий яҙылғайны. Барыһы ла уның яҡты иҫтәлегенә арналған, шәхесте тик яҡшы һүҙ менән генә хәтерләгәндәр. Интернеттың ни тиклем ҙур мәғлүмәти ҡорал икәнлеген аңлағандар бындай ыңғай баһа алыуҙың бик һирәктәргә генә тәтегәнен төшөнәлер.
Хәҙер иһә икенсе ғәмәл тураһында. Көҙ – уңыш йыя торған миҙгел. Тура һәм күсмә мәғәнәһендә. Кемдер республика кимәлендәге юғары исем көҫәй, кемдер башҡа баһалама хаҡында хыяллана. Себеште көҙ һанағандарын үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ. Мәгәр редакцияла йыш ҡына “минең турала мәҡәлә яҙғандар, баҫығыҙ әле” йәки “минең турала яҙмаҫһығыҙмы икән, бик кәрәк ине” тигәнерәк сәйер үтенес менән йөрөгән шәхестәр булғылай. Быны уларҙы яманлау йәки ғәйепләү маҡсатынан түгел, ә халыҡты барыбер алдап булмағанлыҡтан сығып әйтәм. Һорап алған исем дан-шөһрәт өҫтәмәй, ялған ялтырауыҡты халыҡ бер ни тиклем ваҡыттан һуң барыбер онота... “Реклама”, “пиар” төшөнсәләре хөкөм иткән заманда аҡты ҡаранан айырыу, әлбиттә, бик ауыр, әммә халыҡ та һарыҡ түгел бит. Үрҙә телгә алынған Игорь Квашаны ғына алайыҡ – халыҡ өсөн йәшәгән шәхес бик оҙаҡ уның күңелендә һаҡланасаҡ. Ә исем-регалиялар – шартлы төшөнсә.
Ғөмүмән, тормош шартлылыҡтарҙан тора: магазин-баҙарҙағы хаҡтарҙан башлап (кем күпмегә һата ала – төп шарт шул), кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә тиклем. Миҫал өсөн, беҙ эштә һәм өйҙә бөтөнләй бер төрлө була алмайбыҙ, сөнки эш урынының – үҙ ҡағиҙәләре, ғаиләнең үҙ тәртиптәре бар. Ысынбарлыҡҡа яраҡлашырға мәжбүрбеҙ, тик ҡайһы саҡта бәғзеләр шартлылыҡ менән артыҡ мауығып китеп, уға ҙур әһәмиәт биреүсән... Әлбиттә, шартлылыҡ – йәмғиәттең төп ҡанундарының береһе, ул булмаһа, тормошобоҙ күпкә ҡатмарлашыр ине. Шулай ҙа уға буйһонмаған өс төшөнсә бар, ул да булһа – тыуым, үлем һәм ваҡыт. Был өс ғәмәлгә әлегә кешеләрҙең тәьҫир итерлек көсө-әмәле юҡ, шуғалыр ҙа фани донъя – ысынбарлыҡ, ә шартлы төшөнсә түгел.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20