Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъя буйлап... велосипедта
Донъя буйлап... велосипедтаБарыһы ла ҡеүәтле ҙур ил тарҡалғандан һуң башлана. Һуғыш-ҡыйралыш осоронда, аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөргән илдә лә бындай бәлә күҙәтелмәгәндер. Айҙар буйы йыуынмаған, өҫ-башы ҡатҡан, танауҙары өҙлөкһөҙ елем еҫкәүҙән төләп, ярылып бөткән, ҡан тамырҙары бысраҡ энәләр менән тишкеләнгән, үҙҙәре лә, ҡараштары ла ҡырағайлана төшкән балаларҙың проблемаһы тормошобоҙға ташҡын булып килеп инде.

Йөрәктәре тупаҫланған, йәшәүҙән арыған ун өс йәшлек үҫмерҙәрҙе йылмайтыу, тормошҡа ҡайтарыу теләге менән эшкә тотонғандар араһында “Пилигрим республикаһы” ла була. Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы иң йылы диңгеҙ яры буйында ярты миллион халыҡ йәшәгән Мариуполь ҡалаһы бик күп берәҙәктең “хаҡлы ял итеү” урынына әүерелә. Канализация һәм подвалдағы “дөйөм ятаҡ”тар ҡуйынына күпме ҡасҡын, етем-еһер һәм берәҙәкте һыйындырғандыр, әйтеүе ауыр. Баҙар, ер аҫты юлдары, магазиндар, төнгө клубтар, вокзалдар уларҙың хакимлығына күсә. Үҙҙәрен “йәмәғәт санитарҙары” тип иҫәпләгән малай-шалай ҡулдарынан килгән бөтә нәмәне лә эшләй: урлаша, һуғыша, талай, эсә, наркотикка эйәләшә һәм бик күптәрҙе үҙ артынан эйәртә...
...”Пилигрим” фонды президенты Геннадий Мохненконың журналистар менән осрашыуҙа һүҙҙе тап ошо хәтирәләрҙән — абруйлы ойошманың нисек барлыҡҡа килеүенән башлауы күп һорауҙарыбыҙға төплө яуап булып яңғыраны. Уҡыусыларыбыҙҙың хәтеренә төшөрөп китәйек: “Етемһеҙ донъя — етемһеҙ Рәсәй” тип аталған Бөтә Рәсәй велоуҙышында ҡатнашыусылар яңыраҡ беҙҙең төбәккә лә һуғылды. Украинаның ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалған һәм етемлеккә дусар булған балалары үҙҙәрен ғаилә ҡосағына ҡайтарған яңы ата-әсәләре менән донъя буйлап сәйәхәткә сыҡҡан. Илдә сабыйҙарҙы уллыҡҡа, тәрбиәгә алыуҙы яҡлауға кешеләрҙең иғтибарын көсәйтеүгә, мөнәсәбәтен яҡшыртыуға йүнәлтелгән сәйәхәт бер нисә этаптан тороп, ете йыл дауамында барасаҡ. Велосипедсылар 4150 саҡрым юл үтергә лә өлгөргән.
Донъя буйлап... велосипедта— Башҡортостанда үҙебеҙгә теләктәш, фекерҙәш дуҫтар табыуыбыҙға шатбыҙ. Өфөгә инер алдынан күперҙә флагтар болғап, гөлләмәләр менән ҡаршылаған халыҡты күргәс, арыу-талыу ҙа онотолдо, кәйеф тә күтәрелде. Икмәк-тоҙ, телеңде йоторлоҡ бәлештәр менән ҡаршылауығыҙға, өс йондоҙло яҡшы ҡунаҡханаға урынлаштырыуығыҙға өмөт тә итмәгәйнек. Бына әле малайҙарҙың “тағы бер көнгә генә Өфөлә ҡалайыҡ” тип өгөтләргә тырышыуы ла юҡҡа түгел. Әммә юлға ҡуҙғалырға кәрәк, сөнки һеҙҙең таулы, урманлы төбәк аша үтеү өсөн ҙур ихтыяр көсө, ваҡыт кәрәк буласаҡ. Өҫтәүенә беҙҙе яңы уҡыу йылының башланыуы ашыҡтыра.
— Киләсәктә сәйәхәтте Екатеринбург—Ҡурған—Омск-Новосибирск—Ленинск-Кузнецкий—Абакан—Иркутск—Улан-Удэ, Чита—Петропавловск—Камчатка маршруты буйлап дауам итәсәкбеҙ. Аҙаҡ Европа, Төньяҡ Америкаға юл тоторға ниәтләйбеҙ, — тине Геннадий Мохненко.
Тәү ҡарашҡа сәйер тойолған акцияның мәрхәмәтле, изге, туң күңелдәрҙе лә йылытырлыҡ мөғжизәгә эйә булыуы таң ҡалдыра. Көн буйы саң-туҙан йотоп, күҙгә тулған ҡомдо ары-бире һөрткөләп, гөжләп торған машиналар ағымында юғалып ҡалмау өсөн физик көстән дә бигерәк рухи ныҡлыҡ, тауҙай ҙур теләк кәрәктер.
31 баланы тәрбиәгә алып, уларҙы кеше итеү, ҙур тормошҡа ышаныслы аяҡҡа баҫтырыу уйы менән янып йәшәгән Геннадий нужа “һурпаһын” эскәндәрҙең хәлен бөтәһенән дә яҡшыраҡ аңлай. Һәр сабый “Хәйерле иртә, әсәй! Хәйерле иртә, атай!” — тип йоҡоһонан уянырға, үҙенең донъяла иң бәхетле, наҙлы, һөйөп туя алмаған бала икәнлеген тойорға тейеш. Илдә бер етемгә бер меңдән ашыу хеҙмәткә һәләтле кеше тура килгәндә, ни өсөн беҙ уларҙы атай-әсәйле итә алмайбыҙ? “Балалар йорто” тигән сирҡаныс һүҙҙең тарихта ғына ҡалып, ҡасан да булһа бөтөнләй онотолоуына ышанғы килә...” Быныһы — ишле ғаилә башлығының күптәнге оло хыялы.
Ошо велоуҙышта уллыҡҡа алған балалары менән ҡатнашҡан Евгений Исаевтың ғибрәтле лә, аяныслы ла яҙмышы, ирҙәрсә ныҡ холоҡ-фиғеле, тыныс тормошта һирәк осраусы батырлығы барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Бына егерме йыл инде ул СПИД сиренә ҡаршы көрәшеп йәшәй. Бындай сир менән йәшәүҙең сикһеҙ ҡатмарлы булыуын йәшермәй. Әммә кеше аңында ҡалыплашҡан, бөтә тормош ҡанундарын юҡҡа сығарған етди аҙым яһарға йөрьәт итә. Үҙен ярты һүҙҙән аңлаған Светлана исемле ҡыҙға өйләнә. Тәүге балаларының үле тыуыуы ла йәшәүҙән ваз кисергә мәжбүр итмәй. Киреһенсә, ул гонаһтарын юйыр, үҙенең юҡҡа ғына яҡты донъяға килмәүен раҫлар өсөн, хәләл ефете менән кәңәшләшеп, балалар йортонан ВИЧ-инфекциялы, өҫтәүенә туберкулез менән сирле Саша исемле ҡыҙҙы тәрбиәгә ала. Исаевтарҙың тормошо ошо киҫкен боролоштан һуң тамырынан үҙгәрә: һау-сәләмәт ике балалары донъяға килә, йәнә төрлө сиргә дусар алты баланы уллыҡҡа алалар. Иҫ киткес хәүефле лә, маҡтаулы ла хеҙмәтте күрмәү мөмкин түгел.
Тәүҙәрәк төрлө ғәйбәттән, имеш-мимештән йөрәккә ҡан һауһа ла, Исаевтар, йәшәү өсөн ныҡышмалы көрәшеп, халыҡ араһында ҙур ихтирам яулай. Былтыр улар Украинала “Халыҡ геройы” исеменә лайыҡ булған.
Үҙенсәлекле, оло ғаилә өсөн иркен, күркәм йорт һалына башлауы ла шатлыҡлы. Украина властары ҡарауһыҙ ҡалған, етем балаларҙы тәрбиәгә алыусы ғаиләләргә йөҙ менән боролдо, матди ярҙам да тос, тип билдәләне ҡунаҡтар.
“Башинформ” агентлығындағы иҫтәлекле осрашыуҙа республикабыҙҙағы ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған, етем балаларҙы йылы ҡосағына һыйындырған ғаилә башлыҡтары, ошо ҡатмарлы социаль мәсьәләләр солғанышында йәшәүсе, үҙҙәренең тынғыһыҙ хеҙмәтенән йәм-тәм табыусы профессионалдарҙың ҡатнашыуы теләктәрҙең уртаҡлығын раҫланы: ғүмерҙең татлы миҙгеле — бала саҡ ҡояшлы, мөхәббәтле, таяныслы булһын. Йәш сәйәхәтселәрҙең берҙәмлеккә ынтылышы көслө, юл аҙабы ла уларҙы һис ҡурҡытмай, бары тәгәрмәстәр генә сыҙаһын!
Динә АРЫҪЛАНОВА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә