Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ысынбарлыҡҡа әйләнгән аманат
Ысынбарлыҡҡа әйләнгән аманатҺуңғы йылдарҙа һәр төбәктә халыҡ үҙ шәжәрәһен өйрәнә, нәҫел-нәсәбен барлай, өҙөлгән туғанлыҡ ептәрен ялғарға тырыша. Был хаҡта ваҡытлы матбуғатта күп яҙыла, радио һәм телевидение тапшырыуҙарында даими телгә алына. Бер ҡараһаң, Интернет киң ҡулланыу алған заманда йәшәгәс, был эш менән шөғөлләнеү әллә ни ауырлыҡ та тыуҙырмай кеүек, сөнки кемде эҙләйһең, шуны табырға була тиергә лә мөмкин. Әммә ошо изге эште концепцияға һалып, еренә еткереп башҡарыу – ай-һай еңелдән түгел, минеңсә. Нимә генә тимә, архив документтарын барларға, тәртипкә килтерергә, туған-тыумасаның исемлеген даими тулыландырып торорға кәрәк. Йәнә лә бер көндә, бер айҙа башҡарып сыға торған хеҙмәт түгел был.

Тыуған төйәгем – Дәүләкән районының Мәкәш ауылы хаҡында күптәрҙең мәғлүмәт туплауын ишетеп кенә түгел, күреп беләм. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, тарихи факттарҙы йыйыусылар араһында фантазерҙар ҙа, ерлекһеҙ мәғлүмәт йыйыусылар ҙа етерлек. Яңыраҡ ҡулға килеп эләккән бер ҡулъяҙманы ҡарап сығып, шаҡ ҡаттым: бөтөнләй раҫланылмаған, дөрөҫлөккә тап килмәгән материалдарҙы автор ҡайҙан алды икән, тип аптыраным. Етмәһә, китапты туплаусы Мәкәш ауылы кешеһе лә түгел, әйтерһең, ул телефон аша имеш-мимеш яҙып ултырған. Бындай йыйынтыҡтың сыҡҡанынан сыҡмағаны артыҡ! Үҙҙәрен тарихсы тип иғлан итеп, күптәрҙең туҙға яҙмаған шәжәрәләр яҙыуы хаҡында мәҙәниәт бүлегендә эшләүсе булараҡ та шаһит булғаным бар ине. Киләсәк быуынға нигеҙле факттар урынына “әкиәт” ҡалдырабыҙ булып сыға түгелме?! Быны шуның өсөн яҙам: мөмкин тиклем ерлекһеҙ мәғлүмәттәрҙең киң таралыуына юл ҡуйырға ярамай.
Ә бына ауылдашым Клара Хәмиҙуллинаның “Дәүләкән районы Мәкәш ауылының тарихы һәм тулы шәжәрәһе” тигән китабы ысын мәғәнәһендә ихтирам уятты. Һөнәре буйынса юғары белемле иҡтисадсы бөгөн хаҡлы ялда, ул һуңғы алты-ете йылын ошо йыйынтыҡты туплауға бағышлаған. Яҙмаларының тәүге битендә бына ул нимә тип әйтә: “Кеше торған ерен һайлаһа ла, тыуған ерен һайлай алмай. Ошо ике тормош бағанаһы минең осраҡта бер бөтөн булды. Үҙемдең дә, тормош иптәшемдең дә тамырҙары Мәкәш менән бәйләнгән. Балаларыбыҙ ҙа ошонда өйләнешеп, ауылыбыҙҙың тоҡомон дауам итә. Мәкәш ауылы беҙҙең ғаилә өсөн ерҙең кендегенә әйләнгән, ете быуын олатайҙарыбыҙ ошо тупраҡта ята. Аллаһ тарафынан бирелгән бер ниғмәттер тип ҡабул итәм быны”.
“Мир печати” нәшриәтендә әлегә 250 данала ғына сыҡҡан китапта ауылыбыҙ тарихы буйынса бик бай мәғлүмәт тупланған. Иң беренсе шуны билдәләп китергә кәрәк: автор 1816, 1834, 1859 йылғы “Ревизские сказки” документтарын, тарихсы Ә. Әсфәндиәровтың “Западные башкиры”, “Башкирские тарханы”, “Аулы Мензялинских башкир”, А. Камаловтың “Атайсал”, Ш. Иҫәнғоловтың “Урта быуаттарҙан”, Ғ. Шәйәхмәтовтың “Мы потомки Капая”, Ю. Аҫылғужиндың, Т. Йосоповтың. Т. Салауашлиҙың “Западные башкиры” тигән китаптарын, Бәләбәй ҡалаһының 250 йыллығына ҡарата сыҡҡан баҫманы, Польша походы материалдарын, тотош Башҡортостан тарихын ентекле өйрәнгән, Мәкәш ауылына ҡағылышлы һәр мәғлүмәтте китап өсөн йыйған. Һөҙөмтәлә шәжәрәһендә Мәкәшкә күрше Ҡоръятмаҫ, Ташлы, Алға, Горчаки, Ахун, Таштүбә һәм башҡа ауылдар хаҡында ла факттар бар. Шунһыҙ булмай ҙа, сөнки халыҡ аралашып, туғанлашып, ҡоҙа-ҡоҙағый булышып йәшәй. Мәкәш ауылының ете нәҫеленең тулы шәжәрәһе өс йөҙгә яҡын битлек китаптың өстән бер өлөшөн алып тора.
Урман, Иҫергәп, Араҡай, Типтәр, Сыуаш, Таймаҫ, Әбделмән нәҫелдәре биш быуатҡа яҡын инде үҙ-ара ҡатнашып көн итә. Шәжәрәгә күҙ һалһаң аптырап та ҡуяһың. Әйтерһең, бөтөн ауылың һиңә туған! Тарихсы Рим Янғужиндың эҙләнеүҙәренә лә туҡтала автор. Шуныһы ҡыҙыҡлы: ауылға исем биргән Мәкәш Айытҡолов – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең олатаһының олатаһының олатаһы (Мәкәш, Ханҡай, Ғәбделкәрим, Мөхәммәткәрим, Мөхәммәтсадиҡ, Сафа, Мостафа). Әйткәндәй, Мәкәшкә осрашыуға килгәнендә, Мостай ағай ошо хаҡта әйткәйне, тик ул йылдарҙа был мәғлүмәт шаяртыу, тамашасыға яҡыныраҡ булырға тырышыу кеүек ҡабул ителде булһа кәрәк. Китапҡа уның Мәкәштә сығыш яһаған саҡтағы фотоһы ла ингән. Йыйынтыҡта шулай уҡ һәр нәҫелдең ниндәй ырыуға ҡарауы хаҡында ла әйтелә: Мәкәштә Юрматы, Табын, Мырҙалар, Мең, Ҡобау мең, Ҡаңлы, Көҙәйҙәр вариҫтары төйәкләнгән. Клара Мөхәмәҙиә ҡыҙы китапҡа мәғлүмәттәрҙе туплап ҡына ҡалмаған, анализ да яһаған. Шуның менән баҫма уҡыусыға уңайлыҡ тыуҙыра.
Йыйынтыҡта халыҡ араһында йәшәгән легендаларға, бәйәндәргә лә күп урын бирелгән. “Ҡарый мулла ҡиссаһы”, ”Хикмәтле Ғәйниә әбей тураһында хикәйәт”, “Шәмсинур әбей тураһында хикәйәт”, Фәррәхетдин Абзалов, Сәғит Садиҡов бабайҙарҙың, 1930—1960 йылғы йәштәрҙең таҡмаҡтары, төбәктең шағирҙары Рәмил Фәйзуллин, Гөлшат Саматова, Олеся Әхмәтрәхимова, Юнир Ғилмановтың шиғырҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыла. Фольклор материалға ҙур иғтибар биргән йыйынтыҡта колхозлашыу йылдары, беренсе игенселәр, баҡсасылар, тракторсылар, колхоз рәйестәре хаҡында яҙылған. Топонимикаға ҡағылышлы бүлектә төбәктең ер-һыу атамалары барлап сығыла. Түбәләрҙең, яландарҙың, шишмә-күлдәрҙең, йылғаларҙың, юл-һуҡмаҡтарҙың, ҡыуаҡ-урмандарҙың исемен йәшерәк быуындың белмәүе лә ихтимал. Быға аптырарға ла түгел, сөнки өлкәндәр арабыҙҙан киткән һайын халыҡ телендә йөрөгән атамалар ҙа юҡҡа сыға бара. Был яҡтан китапта тирә-йүнебеҙҙәге барлыҡ исемдәр ҙә телгә алынған. Хатта бөткән ауыл, утарҙар ҙа күрһәтелгән. Мәкәштә генә йәшәгән юрауҙар, һынамыштарға ҡыҙыҡһыныу уята. Шәхси архивтарҙан, ауыл халҡынан тупланған фотоларҙа – шул уҡ ауыл тарихы.
Китаптың баш һүҙендә автор: “Был эшемде мин тормош иптәшем Мирзаһирҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым. Мәкәштең тарихын тергеҙеү уның тормошҡа ашырылмаған бер хыялы һәм аманаты ине”, — тип яҙа. Башта Жданов исемендәге, аҙаҡ “Колос” итеп үҙгәртелгән колхозға 26 йыл етәкселек иткән Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Миңзаһир Ғәзим улы Хәмиҙуллиндың исеме республика матбуғатын оҙаҡ йылдар алдырыусыларға таныштыр әле. Маҡтаулы рәйес етәкселегендәге хужалыҡ хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә тәжрибә уртаҡлашҡан мәҡәләләр йыш сыға торғайны. Заманыбыҙҙың атаҡлы ҡурайсыһы Азат Айытҡоловты Мәкәшкә саҡырып, ул ҡурайсылар түңәрәге ойоштороп ебәргәйне. Хәҙер инде унда шөғөлләнгән балалар үҙҙәре башҡаларға ҡурай серҙәрен аса. Әйткәндәй, Миңзаһир Ғәзим улының балалары аталарының вафатынан һуң уның исемендәге асыҡ ҡурайсылар конкурсы уҙғарҙы. Унда ла Өфөнән билдәле ҡурайсылар ҡатнашҡайны. Үҙе эшләгән осорҙа ауылда бик күп уңайлыҡтар тыуҙырыуға өлгәшкән шәхес ине Миңзаһир Хәмиҙуллин: юлдар, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт һарайы, мәсет, оҫтаханалар, фермалар, автогараж, контора, магазиндар төҙөлдө. Вафат булыр алдынан ул хаж ҡылырға ла өлгөргәйне, ә бына ауыл шәжәрәһен тергеҙеү теләге бойомға ашмай ҡалған. Ҡатыны Клара Мөхәмәҙиә ҡыҙының, уның аманатына тоғро ҡалып, ҙур хеҙмәтте йырып сығыуы хуплауға лайыҡ. Төбәгебеҙ өсөн сауаплы оло эш башҡарылған. Хыялдан тыуған аманат бөгөн ысынбарлыҡҡа әйләнгән. Ауылыбыҙ тарихының нигеҙ таштары барланып, уҙған йылдар, бөгөнгөбөҙ тергеҙелгән. Әлбиттә, шәжәрә китабы бының менән генә тамамланмай. Тормош дауам итә. Иманым камил: йыйынтыҡ нәшер ителгән арала әллә күпме сабый донъяға килгәндер әле. Уларын инде һәр нәҫел, быуын, ғаилә үҙ шәжәрәһенә үҙе теркәр!
Лариса АБДУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә