Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡыҙыҡлы проекттар бар
Ҡыҙыҡлы проекттар барЕтеҙ метробустарҙа елдерәһе ине!

Ай үҫәһен көн үҫкән тигәндәй, баш ҡалабыҙ ҙа күҙгә күренеп үҙгәрә, үҫә, матурлығы менән үҙенә күптәрҙе тарта. Бер нисә йыл Өфөгә аяҡ баҫмаған кешенең хатта таныш урамдарҙы, йорттарҙы таба алмай албырғап ҡалыуы бар. Йәнгә тейгән тығындар, машиналарҙың көнө буйы геүләгән тауышы, көндәлек ығы-зығы ла тыуған ҡалабыҙға булған һөйөүҙе һүрә лә, һүндерә лә алмай.

Урамдарҙы киңәйтеү, водителдәр һәм пассажирҙар өсөн уңайлыҡ тыуҙырыу йәһәтенән башланған эштең оҙаҡҡа һуҙылыуы һәм һаман да осо-ҡырыйы күренмәүе халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы сер түгел, әммә “башланған эштең бөткән эш” булыуы, бындай ҡырҡа үҙгәрештәрһеҙ имен, уңайлы мөхит булдырыу мөмкин түгеллеге бәхәс тыуҙырмай.
Йәй баштарында Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов журналистар менән осрашыуҙа баш ҡаланың үҫеш перспективалары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт килтергәйне. Төркиәлә Башҡортостан көндәрен үткәреү барышында Хөкүмәт делегацияһы Истанбул ҡалаһының инфраструктураһын өйрәнгән. Унда ла, Өфөләге кеүек, юлдарҙа ҙур тығындар мәсьәләһе киҫкен тора. Метро, трамвай, автобус та был көсөргәнешле хәлде йомшарта алмағас, метробус төҙөү проектын тормошҡа ашыралар. Өҫтөнлөктәре ифрат күп. Тиҙлеге — сәғәтенә 60-80 километр. Трассалар буйынса хәрәкәт иткәндә интервал минут ярымдан да артмай. Линиялар юлдар, сиселеш төйөндәре менән киҫешмәй. Һөҙөмтәлә улар юлда тығын тыуҙырыусы “маршрутка”ларҙы баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарған. Юғары тиҙлекле трамвай йәки метробус хәрәкәтен яйға һалыу метро төҙөүгә ҡарағанда өс-биш тапҡырға арзаныраҡҡа төшә.
Белеүебеҙсә, Өфөлә метро төҙөүҙән баш тартырға мәжбүр булғайнылар, сөнки үтә ҡиммәткә төшә һәм эшләүе ҡатмарлы. Хәҙерге ваҡытта баш ҡаланың транспорт инфраструктураһын үҫтереү маҡсатында хәрәкәт хәүефһеҙлеген һәм экологик торошон тәьмин итәсәк метробус хәрәкәтен булдырыу ҡарала.
Тәүге төп линияны Салауат Юлаев проспекты эргәләп айырымланған һыҙат буйынса Кооператив яланынан Интернациональ урамына тиклем һуҙыу күҙаллана. Төҙөлөштөң икенсе сиратын Кооператив яланынан аэропортҡа тиклем дауам итеү тәҡдим ителә. Өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе сираты ла планлаштырыла. Өфө — Дим, Өфө — Шакша, Өфө — Нуғай маршруттары халыҡтың транспорт хеҙмәтенә ихтыяжын тулыһынса тиерлек ҡәнәғәтләндерәсәк. Өҫтәүенә метробус хәрәкәтен Сипайлово, Инорс биҫтәләрендә, баш ҡаланың үҙәк өлөшөндә ойоштороу мөмкин тип иҫәпләйҙәр Өфө ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығында.
Электр транспортының, шул иҫәптән трамвайҙың, пассажирҙар ташыу күләмен арттырыуын, хәүефһеҙ булыуын иҫәпкә алып, Өфө ҡала хакимиәте төньяҡ һәм көньяҡ райондарҙы тоташтырыусы трамвай линияһын үткәреү тураһындағы мәсьәләгә ҡайтырға тәҡдим итә, шулай уҡ шәп йөрөүсе трамвай хәрәкәтен ойоштороу ҙа планлаштырыла.
Әлбиттә, барыһы ла финанс мөмкинлектәренә бәйле. Өҫтәүенә ҡышҡы осорҙа метробус трассаларын таҙартыу мәсьәләһе лә етди һорау тыуҙыра. Көньяҡ илдәрҙә проект уңышлы тормошҡа ашырылған, Европала ла был йәһәттән эш бара. Баш ҡалала ер өҫтө метроһын төҙөү тураһындағы мәсьәләне хәл итеү өсөн сит ил тәжрибәһе ентекләп өйрәнеләсәк. Проект алды һәм уны әҙерләү эше кәм тигәндә ике йылға һуҙыласаҡ, ә ер өҫтө метроһын төҙөү яҡынса 2014 йылда башланыуы ихтимал. Бөгөндән үк елдән етеҙ метробустарҙа елдерәһе ине лә, бындай тауҙай ҡатмарлы эштең йәһәт кенә башҡарылмауын аңлап, сабырлыҡ менән көтәһе генә ҡала беҙгә.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә