Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Артылғанда яңы үрҙәргә
Артылғанда яңы үрҙәргә“Башҡортостан” телерадиокомпанияһына мин 1989 йылдың сентябрендә эш башланым, һәм яҙмыш тигәнең бик күп билдәле, хатта бөйөк кешеләр менән осраштырҙы. Уларҙы исемләп һанай башлаһаң, һис шикһеҙ, байтаҡ ваҡытты алыр ине.

Башҡортостан телевидениеһын һәм радиоһын унан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмаҫтай шәхес — Рәмис Дәүләтбаев — был мәлдә билдәле журналист та, күренекле етәксе лә түгел ине әле. Фәҡәт Мәскәү дәүләт университетын тамамлап, әле яңы ғына эш башлап торған ябай егет ине. Тышҡы ҡиәфәте менән дә үҙе һайлаған һөнәр эйәһенә оҡшап тора — модалағы джинсы, “МГУ” тигән яҙыулы футболка, беләктәр терһәккәсә һыҙылған, сәс бөҙрә, “текә” күҙлек. Холоҡ-фиғеле лә хас журналистарса — тынғыһыҙ, ҡыҙыҡһыныусан, урыны-урыны менән яндырай ҙа. Үҙен борсоған күренештәргә ҡарап, фекер туплап йөрөй-йөрөй ҙә бар ғәләм алдында тураһын әйтеп һала. Был “фаш ҡылыуҙар”, ғәҙәттә, аҙналыҡ йыйылыштарҙа була. Хатта ярайһы уҡ абруйлы һаналған шәхестәр — өлкән иптәштәр менән дә бәхәскә инергә күп һорамаҫ, сөнки һәр нәмәгә — үҙ фекере, үҙ баһаһы. Ни тиһәң дә, егерме алты йәшлек егеттең тормош тәжрибәһе байтаҡ. Интернатта ла йәшәгән, машинист булып та эшләгән, армияла ла хеҙмәт иткән, Өфөлә, Мәскәүҙә уҡыған. Әрмелә комсорг, уҡығанда студенттар отряды командиры булған. Ҡыҫҡаһы, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә ярайһы уҡ күп күргән. Йәшлек ауанлығы ла бар. Бүтәндәр әйтергә ҡыймаған кәмселектәр тураһында дөрөҫөн ярып һала ла ҡуя. Бәлки, илде дер һелкеткән үҙгәртеп ҡороуҙың да шауҡымы булғандыр.
Тиҫтерҙәр булғас, Рәмис менән тиҙ үк дуҫлашып киттек. Шунда Мәләүез егетенең байтаҡ яңы сифаттары асылды. Беренсенән, ғәжәйеп ғәҙел, кеше йәнле икән. Йылдар үтә килә бихисап тапҡыр инанғаным булды уға.
1990 йылдың апрель аҙағы. Рәмис ҡайҙандыр ашығып ҡайтып инде. Төҫө ҡасҡан, ашығып әйберҙәр йыя башланы:
— Бөрйәнде һыу баҫҡан! Иҙел буйында йәшәгән халыҡты ситкә күсереп яталар, ти. “Аҡ тирмә”лә кейем йыялар, аҡса бирергә уйлағайным да, алманылар...
Ил төкөрһә — күл була. Бәләгә тарыусыларға ярҙам итергә ашыҡтыҡ. Һөнәрҙәштәр менән бергәләп ярайһы уҡ яңы әйберҙәребеҙҙе — пинжәк-салбар, күлдәк, курткаларҙы йыйып, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайына алып килдек. Кеҫәләренә ҡағыҙ яҙып һалдыҡ: “Бөрйәндәргә Өфөләге ҡәрҙәштәрегеҙҙән”.
Рәмис Рәжәп улына ҡағылышлы бындай хәлдәрҙе бихисап килтерергә булыр ине. Ҡул ярҙамын да, һүҙ ярҙамын да йәлләмәне. Кәңәштәрен дә әйтә килде, тәнҡитен дә ҡыҙғанманы. Ярылып ятҡан етешһеҙлектәреңде күрһә, бәғзе ваҡыт хәтереңде ҡалдырғансы әйтеп ташлай. Әммә бындай тәнҡит үҙ һөҙөмтәһен бик тиҙ бирә, сөнки ул раҫ, онотолмай, һинең мәнфәғәтеңдә яңғыраған әсе хәҡиҡәт. “Дуҫ — илатып, дошман йыуатып әйтер”, тиҙәр бындай осраҡта.
Тәүге йылдарҙа уҡ Рәмистең ойоштороу, лидерлыҡ һәләте асыҡланды. Булдыҡлы һәм тырыш һөнәрҙәшебеҙ хеҙмәт баҫҡысы буйлап ярайһы уҡ етеҙ күтәрелә башланы. Бер нисә йыл эсендә ябай хәбәрсенән ижади берекмә етәксеһенә, унан “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы директоры урынбаҫары, радиотапшырыуҙар студияһы директоры (1994 йыл) дәрәжәһенә тиклем үҫте. Шул уҡ мәлдә етди аналитик тапшырыуҙар алып барҙы, үҙенең һөнәри сифаттарын үҫтерә-үҫтерә, журналист булараҡ та камиллашыуын дауам итте. Етәксе тәү сиратта үҙе өлгө булырға тейеш тигән ҡанунды тота килде. Йәнә биш йылдан һуң киләсәге өмөтлө йәш етәксене телевидениеға директор итеп тәғәйенләнеләр.
Даими рәүештә ижади эҙләнгән, фекерҙәштәр тупланған коллектив ҡына бөгөнгө дәғүәселек көрәшендә еңеп сығырға һәләтле. Ә был өлкәлә үҙенсәлекле локомотив ролен, әлбиттә, беренсе етәксе уйнай. Рәмис Рәжәп улы башланғысында йәки хуплауында радио һәм телевидениела яңынан-яңы проекттар хасил булды. Мәҫәлән, “Гәлсәр һандуғас”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Арҡайым”, “Алтын мираҫ”, “Тарих яҙыр инем ташына”, “Сатраш” һәм бүтән мауыҡтырғыс тапшырыуҙар эфирға сыҡты. Улар тамашасылар даирәһендә киң танылыу табып, өр-яңы программалар өсөн үҙенсәлекле нигеҙ ташына әйләнде. Заманында дәүләт телерадиотапшырыуҙар комитетының рәйесе булған Салауат Әмирхан улы Килдин башлаған эште дауам итеп, Рәмис Рәжәп улы “Тамыр” балалар телестудияһын асыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалды. Бында күренекле журналист Луиза Фархшатованың фиҙаҡәр хеҙмәтен айырым атап үтеү фарыздыр. Бөгөн “Тамыр” — республикала ғына түгел, ә Рәсәйҙә лә тиңе булмаған үҙенсәлекле каналдарҙың береһе.
Ғөмүмән, Рәмис Рәжәп улы “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнгәс (2000 йылдың сентябре), өр-яңы үҫеш дәүере башланды. Ойошманың матди-техник нигеҙе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тулыһынса яңыртылды. Бына ошо урында һөнәрҙәшебеҙҙең йәнә бер аҫыл сифатын телгә алыу кәрәк — бөхтәлек. Телеүҙәк бинаһында булған һәр кем тәү сиратта бындағы тәртипкә, таҙалыҡҡа, матурлыҡҡа иғтибар итә. Иҙәндәрҙә затлы кафель, зауыҡлы йыһаз, диуарҙар — мәрмәрҙән, бөтә ерҙә гөлдәр үҫә. Студиялар, эш бүлмәләре заман талаптарына ярашлы ҡулайлаштырылған. Хеҙмәткәрҙәр өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Ойошманы үҫтереү концепцияһына ярашлы, автомобилдәр паркы яңыртылды, телевидение һәм радио өсөн ҡеүәтле заманса ҡорамалдар һатып алынды. Әйткәндәй, әсе телле бәғзе берәүҙәр тарафынан инде “сал һаҡаллы төҙөлөш” тип нарыҡланған “Беренсе аппарат-студия комплексы” нәҡ Рәмис Дәүләтбаев етәкселегендә төҙөлөп бөттө. Бөгөн ул — заманса йыһазландырылған телестудия, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының нигеҙе. Булдыҡлы һәм дәртле етәксе тырышлығында өс өр-яңы радиоканал, атап әйткәндә, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” һәм “Спутник 107 ФМ” барлыҡҡа килде. Ошо ваҡиғаның тарихи әһәмиәтен инҡар итеү мөмкин түгел — был милли мәҙәниәтте, киң мәғлүмәт сараларын үҫтереүҙең яңы баҫҡысы ине. Билдәле булыуынса, барыһын да кадрҙар хәл итә. ДТРК нигеҙендә район-ҡалаларҙа эшләгән һөнәрҙәштәребеҙ, шулай уҡ үҙ хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн махсус курстар ойошторолдо. Әлеге көндә телеүҙәктә асылған мәктәп-студия ла ошо уҡ йүнәлештә баһалап бөткөһөҙ изге эштәр атҡара. Һәләтле йәштәр — хәбәрселәр, режиссерҙар, техник хеҙмәткәрҙәр Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалаларында уҡытыла.
— Беҙ республикабыҙҙың элекке етәксеһе Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ихлас ярҙамын даими тойоп эшләнек. Мәҫәлән, киң күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу, бик ҡиммәтле техник ҡорамалдарҙы һатып алыу, студияларҙы йыһазландырыу хөкүмәтебеҙҙең булышлығынан тыш мөмкин булмаҫ ине, — ти Рәмис Дәүләтбаев. — Бөгөнгө Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, шулай уҡ миңә ҡәҙәр телерадиокомпанияны етәкләгән барлыҡ директорҙарға, шул иҫәптән Салауат Килдинға, Даларис Ғабдуллинға рәхмәтлемен. Компанияны үҫтереүҙә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Рәмис Рәжәп улы — компанияның һәр өлкәһендәге технологик нескәлектәрҙе яҡшы белгән профессионал, ул яңы проекттарҙы уйлағанда һәм ғәмәлгә индергәндә шәхсән үҙе ҡатнаша, һәр ижади хеҙмәткәрҙе тейешле урынға тәғәйенләп, уның белем-һәләтен тулыһынса файҙаланыуға өлгәшә. Кәрәк саҡта эшлекле дәғүәләрен дә, йылы һүҙен дә йәлләмәй торған кәңәшсе ул. Шуға ла телевидение һәм радио коллективын берләштергән был оло бинала һәр саҡ татыу ғаиләгә генә хас йылы, ихлас кәйеф хөкөм һөрә. Иң мөһиме: сифатлы һәм заманса телерадиотапшырыуҙар етештергән компания донъяның һәм Рәсәйҙең медиа-даирәһендә тейешле танылыу тапты. Бөгөн “Башҡортостан” ДТРК-һы Рәсәйҙең иң уңышлы эшләп килгән алдынғы компаниялары рәтендә. Ойошма федераль, төбәк-ара, республика кимәлендәге бихисап наградаға лайыҡ булды, халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа еңеп сыҡты. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй “ТЭФИ-Регион” милли телевидениеһы премияһы, “Злата Прага”, “Менеджер-2006” Рәсәй конкурсы дипломдары һәм башҡа мәртәбәле диплом-премиялар — шуларҙың бер өлөшө генә.
Рәмис Рәжәп улының оҙайлы намыҫлы хеҙмәте Бөтә Рәсәй дәүләт радиотелевидениеһы компанияһының, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, республикабыҙ Хөкүмәтенең, Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары менән баһаланды. Былтыр Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев радио һәм телевидение тармағын үҫтереүҙәге ҙур уңыштары өсөн Рәмис Рәжәп улын II дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн” орден миҙалы менән бүләкләне. Ләкин иң юғары баһа, әлбиттә, күп һанлы телетамашасыларҙың һәм радио тыңлаусыларҙың рәхмәт һүҙҙәре. Йылдың-йылы уларҙың һаны арта бара. Башҡортостанда ғына түгел, күрше республика, өлкәләрҙә лә тотороҡло аудиториябыҙ бар, беҙҙең тапшырыуҙарҙы Интернет аша ер йөҙөнөң теләһә ҡайһы нөктәһендә тыңларға мөмкин.
Рәмис Рәжәп улы шулай уҡ бынамын тигән ғаилә башлығы. Хәләл ефете — медицина фәндәре кандидаты, табип-иммунолог Гөлшат Әхмәт ҡыҙы менән Рафаэль исемле ул тәрбиәләйҙәр.
Оло байрамы — 50 йәшлек алтын юбилейы менән ҡотлап, Рәмис Рәжәп улына ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете, яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.
Нияз АЛСЫНБАЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 0

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 0

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 0

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 0

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 0

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә