Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдар оҙон булһа булһын...
Юлдар оҙон булһа булһын...1984 йылдың апреле. Иҫке Монасип урта мәктәбенең яңы төҙөлгән ашханаһына өҫтәл, ултырғыс һәм башҡа йыһаз алып ҡайтыу өсөн “Ҡыҙыл таң” колхозынан йөк машинаһы һорап алып, Өфөгә юлландыҡ. Ул ваҡытта Бөрйәндән Стәрлетамаҡҡа берҙән-бер юл бар ине. Унан яҙғы бысраҡта йөрөүе айырыуса ауыр була торғайны.
Брәтәк ауылында йәшәүсе Әбдрәхим ағайымдарҙа туҡтап китергә булдыҡ. Ҡунаҡсыл хужабикә Рауза еңгәй самауырҙы ҡайната һалып: “Йәгеҙ, юлсылар, табынға рәхим итегеҙ. Ҡупшы егет, һин төпкә үт, ә шоферығыҙ ситтән ултырһа ла ярар”, — тип беҙҙе көлдөрөп тә алды, сөнки өҫ кейеменә бер бөртөк кер ҡунмаған ҡупшы егет — шоферыбыҙ Зәки Вәлиев, ә өҫтөндәге майлы кейемдәрен алыштырып та тормай юлға сыҡҡан кеше колхозыбыҙҙың баш инженеры вазифаһын башҡарыусы Фәтих Шәрипов ине.
Башҡа ваҡыттарҙа ла юлһыҙ йәки бөтөнләй йөрөгөһөҙ урындарҙы йөк менән үтә алмай, тәгәрмәстәренә сынйыр беркеткәндә лә, Зәки, ниндәй хәйлә менәндер, өҫ-башын бысраҡтан һаҡлап ҡала белә ине.
Ишле ғаиләлә иң оло бала булараҡ, ҡул араһына иртә инә Зәки. Һуғыш михнәттәренән, яраларынан һаулығын бик иртә юғалтҡан атаһынан ағас һәм тимер эштәренә бәләкәйҙән өйрәнә.
Ауыл мәктәбенән һуң Зәки Таштимер һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, шофер һөнәрен үҙләштерә.
Эш башлап китеүе ауырға тура килһә лә, йәш механизатор үҙ бурысын оло сыҙамлылыҡ менән башҡара. Ул ваҡыттарҙа колхозда гараждар йылытылмай. Үҙенә беркетелгән иҫке “Беларусь” тракторының аҫтына ҡышҡы һыуыҡтарҙа иртә таңдан ут яғып, моторҙы йылытып, ҡабыҙып алғансы, байтаҡ ҡына ваҡыт уҙа.
Совет Армияһындағы хеҙмәтенең һуңғы ярты йылында сиҙәм ерҙәрендә уңыш йыйыу эшендә ҡатнашып, Ҡаҙаҡ ССР-ы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Хәрби хеҙмәтен тултырғас, Зәки Шәмсетдин улы туған колхозына ҡайтып, оҙаҡ йылдар шоферлыҡ эшен башҡара. Уға беркетелгән техника һәр ваҡыт таҙа, төҙөк. Ауыл техникаһын ныҡлы белгән кеше булараҡ, бер нисә йыл механик булып та эшләй.
Ғаиләһендә лә бәхетле Зәки Шәмсетдин улы. Үҙе кеүек йәштән үк колхозда тырышып эшләгән Нәби ауылы ҡыҙы Гөлсирә менән 42 йыл татыу йәшәп, биш ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Өлкәндәре Роза район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй, ауырыуҙарға иғтибарлылығы, итәғәтлелеге менән абруй ҡаҙанған. Икенсе ҡыҙҙары Фәнүзә Нәби ауылында донъя көтә, балалар үҫтерә. Учалыла сәнғәт училищеһын, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның музыка факультетын тамамлаған Гөлназдары Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Резеда ла уның юлын һайланы — Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем ала. Рая БДУ-ның филология һәм журналистика факультетында ситтән тороп уҡый.
Зәки Шәмсетдин улына күптән түгел 60 йәш тулды. Халыҡ-ара өлкәндәр көнө тирәһендә булды ул. Әммә был байрам тантанаһында етәкселәр 40 йылға яҡын ғүмерен туған хужалығын үҫтереүгә арнаған хеҙмәт ветеранын иҫкә алманы. Бөтөрөлөүгә дусар ителгән “Ҡыҙыл таң” хужалығында заманында көсөн, ваҡытын йәлләмәй, оло маҡтауға, ихтирамға, иғтибарға лайыҡ кешеләрҙең йәштәргә үрнәк булырлыҡ хеҙмәт дандары ниңә онотола? Бөтә донъяны баҫып алған битарафлыҡтың бер сағылышы түгелме был?!
Сәлих ДӘҮЛӘТБИРҘИН,
һуғыш, хеҙмәт һәм
мәғариф ветераны.
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡандракүлгә 300-гә яҡын аҡҡош төшкән

Ҡандракүлгә 300-гә яҡын аҡҡош төшкән 22.10.2026 // Йәмғиәт

Ҡоштар йылы яҡҡа китергә әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Владимир Путин Башҡортостан спортсыһын бүләкләне

Владимир Путин Башҡортостан спортсыһын бүләкләне 22.10.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы етәксеһе билдәле булды

Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының яңы етәксеһе билдәле булды 22.10.2026 // Йәмғиәт

Яңы рәйес ойошманың 30-сы сираттан тыш конференцияһында һайланды....

Тотош уҡырға 2

Силәбе өлкәһендә баҡсасы ғәйәт ҙур ҡабаҡтар үҫтергән

Силәбе өлкәһендә баҡсасы ғәйәт ҙур ҡабаҡтар үҫтергән 21.10.2026 // Йәмғиәт

Красноармейский округынан Марина Уфимцева «АгроГиганттар-2026» халыҡ-ара конкурсы призеры исемен ......

Тотош уҡырға 1

Яҡташыбыҙ «Әбйәлил районының яугир-геройы» миҙалы менән бүләкләнгән

Яҡташыбыҙ «Әбйәлил районының яугир-геройы» миҙалы менән бүләкләнгән 21.10.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ «Әбйәлил районының яугир-геройы» миҙалы менән бүләкләнгән...

Тотош уҡырға 1

Республикала ағас эшкәртеү һәм шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре легалләштерелә

Республикала ағас эшкәртеү һәм шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре легалләштерелә 20.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ағас эшкәртеү һәм шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәткәрҙәре легалләштерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана
Башҡортостандан МХО яугиренең ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған

Башҡортостандан МХО яугиренең ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған 20.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан МХО яугиренең ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған...

Тотош уҡырға 3

Хөкүмәт 2027 йылда байрам һәм ял көндәрен раҫланы

Хөкүмәт 2027 йылда байрам һәм ял көндәрен раҫланы 20.10.2026 // Йәмғиәт

Яңы йыл каникулдары 11 көн – 2026 йылдың 31 декабренән 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк....

Тотош уҡырға 6

Өфө ҡыҙы Сеулда уҙған гүзәллек конкурсында еңеү яуланы

Өфө ҡыҙы Сеулда уҙған гүзәллек конкурсында еңеү яуланы 20.10.2026 // Йәмғиәт

13-18 октябрҙә Сеулда Азия континенты моделдәре араһында Miss Asia Awards-2026 халыҡ-ара модель ......

Тотош уҡырға 3

Баш ҡалала йылға навигацияһын ябыу көнө билдәләнде

Баш ҡалала йылға навигацияһын ябыу көнө билдәләнде 20.10.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалала йылға навигацияһын ябыу көнө билдәләнде...

Тотош уҡырға 5

Республикала нисә кешенең грипп һәм ОРВИ йоҡтороуы билдәле булды

Республикала нисә кешенең грипп һәм ОРВИ йоҡтороуы билдәле булды 19.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һуңғы аҙнала 18 меңгә яҡын кеше ОРВИ, грипп һәм COVID-19 йоҡторған. ......

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә