Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхетебеҙ бар беҙҙең!
Бәхетебеҙ бар беҙҙең!– Аллаға шөкөр, өй туйларға ла күп ҡалманы, әле эстә биҙәкләү эштәре дауам итә. Киләсәктә һәр кемдең үҙ мөйөшө буласаҡ, балалар айырыуса ҡыуана, – тип беҙҙе әле төҙөлөш эштәре барған өйгә әйҙүкләне хужабикә Зөһрә. – Күреп сығығыҙ йортобоҙҙо, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты, туғандар, дуҫтар ярҙамында ошондай мөһабәт йортто күтәрҙек.
Ысынлап та, Яңы Күл ауылындағы ике ҡатлы был йорт әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора, заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып эшләнгәс, хас әкиәттәге батша йортон хәтерләтә. Әйткәндәй, проектты Зөһрә менән Илшат үҙҙәре уйлаған. Улар 1995 йылда ғаилә ҡора, бер-бер артлы балалары донъяға килә. Атай нигеҙендә лә уларға тар булмай, ҡәйнәһе лә киленен үҙ ҡыҙылай ҡабул итә. Әммә йәш ғаилә үҙ мөйөшөн булдырырға ҡарар итә һәм 2009 йылда Илшат атай нигеҙенә күрше урындан ер участкаһы һатып ала. Тәүҙә нигеҙен һалалар, яйлап буралыҡ ағас йүнләйҙәр. Өмә үткәреп, туғандары ярҙамы менән бер-ике йылда өй туйларға ла хыяллана йәштәр. Әммә әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе бәкәлгә һуға. Төҙөлөш бер аҙға туҡталып ҡала.
– Ғаиләбеҙҙе “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” маҡсатлы программаһына индереүҙәрен һөйөнсөләнеләр. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы, – ти Зөһрә шатлығын йәшерә алмай. – Бер миллионға яҡын аҡсаны беҙҙең иҫәпкә күсереү менән төҙөлөш яңынан тергеҙелде. Дәүләтебеҙгә йәштәрҙең мәнфәғәтен уйлап эш иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ.
Бәхетебеҙ бар беҙҙең!Ауылды йәмләп ултырған күркәм йорт 160 квадрат метр майҙанды биләй. Бында халыҡ күптән инде “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙалана, утын әҙерләйһе түгел. Шуға ла йәштәр аҡсаны тик төҙөлөшкә генә тотоноп, өйҙө иркен һәм ҙур итеп төҙөүҙән ҡурҡмаған. “Ҡала тормошонан һис тә ҡалышмаясаҡ беҙҙең йортобоҙ, газы ла, һыуы ла, сантехникаһы ла буласаҡ”, – ти улар. Бында рәхәтләнеп баҡса үҫтерергә лә, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрарға мөмкинлек бар. Ә йорт хужаһы Илшат шәхси хужалығын бынамын итеп тота, мал аҫрағас, үҙенең тракторында бесәнен дә әҙерләй, ауылдаштарына ла ярҙамлаша.
Илшат ауыл мәҙәниәт һарайында газ операторы булып эшләй, ә Зөһрә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә бүлек мөдире вазифаһын башҡара. Балалары ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, мәктәптә, колледжда яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй. Шәмсетдиновтар эштә лә һынатмай, ауылдаштары араһында ла абруй ҡаҙанған ғаилә.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Ауылда Зөһрә менән Илшат Шәмсетдиновтар ингән программа сиктәрендә бер нисә йәш ғаилә торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә өлгәшкән. Йәштәр ауылға ҡайтҡас, тимәк, уның киләсәге бар, ауылда тормош һүнмәйәсәк әле.
С. Ғәлимйәнов.
Нуриман районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә