– Аллаға шөкөр, өй туйларға ла күп ҡалманы, әле эстә биҙәкләү эштәре дауам итә. Киләсәктә һәр кемдең үҙ мөйөшө буласаҡ, балалар айырыуса ҡыуана, – тип беҙҙе әле төҙөлөш эштәре барған өйгә әйҙүкләне хужабикә Зөһрә. – Күреп сығығыҙ йортобоҙҙо, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты, туғандар, дуҫтар ярҙамында ошондай мөһабәт йортто күтәрҙек.
Ысынлап та, Яңы Күл ауылындағы ике ҡатлы был йорт әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора, заманса төҙөлөш материалдары ҡулланып эшләнгәс, хас әкиәттәге батша йортон хәтерләтә. Әйткәндәй, проектты Зөһрә менән Илшат үҙҙәре уйлаған. Улар 1995 йылда ғаилә ҡора, бер-бер артлы балалары донъяға килә. Атай нигеҙендә лә уларға тар булмай, ҡәйнәһе лә киленен үҙ ҡыҙылай ҡабул итә. Әммә йәш ғаилә үҙ мөйөшөн булдырырға ҡарар итә һәм 2009 йылда Илшат атай нигеҙенә күрше урындан ер участкаһы һатып ала. Тәүҙә нигеҙен һалалар, яйлап буралыҡ ағас йүнләйҙәр. Өмә үткәреп, туғандары ярҙамы менән бер-ике йылда өй туйларға ла хыяллана йәштәр. Әммә әлеге лә баяғы аҡса мәсьәләһе бәкәлгә һуға. Төҙөлөш бер аҙға туҡталып ҡала.
– Ғаиләбеҙҙе “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” маҡсатлы программаһына индереүҙәрен һөйөнсөләнеләр. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы, – ти Зөһрә шатлығын йәшерә алмай. – Бер миллионға яҡын аҡсаны беҙҙең иҫәпкә күсереү менән төҙөлөш яңынан тергеҙелде. Дәүләтебеҙгә йәштәрҙең мәнфәғәтен уйлап эш иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ.
Ауылды йәмләп ултырған күркәм йорт 160 квадрат метр майҙанды биләй. Бында халыҡ күптән инде “зәңгәр яғыулыҡ” менән файҙалана, утын әҙерләйһе түгел. Шуға ла йәштәр аҡсаны тик төҙөлөшкә генә тотоноп, өйҙө иркен һәм ҙур итеп төҙөүҙән ҡурҡмаған. “Ҡала тормошонан һис тә ҡалышмаясаҡ беҙҙең йортобоҙ, газы ла, һыуы ла, сантехникаһы ла буласаҡ”, – ти улар. Бында рәхәтләнеп баҡса үҫтерергә лә, ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрарға мөмкинлек бар. Ә йорт хужаһы Илшат шәхси хужалығын бынамын итеп тота, мал аҫрағас, үҙенең тракторында бесәнен дә әҙерләй, ауылдаштарына ла ярҙамлаша.
Илшат ауыл мәҙәниәт һарайында газ операторы булып эшләй, ә Зөһрә халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә бүлек мөдире вазифаһын башҡара. Балалары ла ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, мәктәптә, колледжда яҡшы билдәләргә генә уҡып йөрөй. Шәмсетдиновтар эштә лә һынатмай, ауылдаштары араһында ла абруй ҡаҙанған ғаилә.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Ауылда Зөһрә менән Илшат Шәмсетдиновтар ингән программа сиктәрендә бер нисә йәш ғаилә торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә өлгәшкән. Йәштәр ауылға ҡайтҡас, тимәк, уның киләсәге бар, ауылда тормош һүнмәйәсәк әле.
С. Ғәлимйәнов.
Нуриман районы.