Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге — тәүге урында
Владивосток ҡалаһында АТЭС илдәре етәкселәренең саммиты үтеүе, Германия канцлеры Ангела Меркелдең Грецияны евро зонаһында ҡалдырырға тырышыуы, Украина президенты Виктор Януковичҡа ҡарата оппозицияның “сюрприз” әҙерләүе үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғалары булғандыр.
Ҡытай ярҙамына өмөт итеп…
АТЭС илдәре етәкселәренең саммитын Рәсәй тәүге тапҡыр үҙендә ҡабул итте. Азия — Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенә Австралия, Бруней, Вьетнам, Гонконг, Индонезия, Ҡытай, Канада, Малайзия, Мексика, Яңы Зеландия, Папуа-Яңы Гвинея, Перу, АҠШ, Сингапур, Тайвань, Таиланд, Филиппин, Чили, Корея, Япония һәм Рәсәй инә. Был илдәрҙә 2,5 миллиардтан ашыу кеше йәшәй. Саммитта донъя илдәренең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, сауҙа-инвестиция тармағын либералләштереү, төбәк иҡтисады интеграцияһы, транспорт системаһын үҫтереү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Шулар араһынан аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тәү сиратта торҙо тиһәң, һис арттырыу булмаҫ. БМО мәғлүмәттәре буйынса, әле донъяла 925 миллион кеше аслыҡтан интегә, туйғансы ашай алмай. Шуларҙың 580 миллионы Азия — Тымыҡ океан төбәгендә йәшәй. Алдан күҙаллауҙар буйынса, 2050 йылға Ер шары халҡы — 9 миллиардҡа, ә аҙыҡ-түлеккә ихтыяж, бөгөнгө менән сағыштырғанда, 70–100 процентҡа үҫәсәк. Ә игенгә ихтыяж 2,1 миллиард тоннанан 3 миллиард тоннаға тиклем артасаҡ. Тимәк, икмәк етештереүҙе лә йылдан-йыл арттыра барырға кәрәк. Тик нисек итеп? Әлбиттә, алдынғы технологиялар ҡулланып ҡына. Бының өсөн ауыл хужалығына инвестициялар йәлеп итеү мөһим. Был йәһәттән һәр илдең үҙ үҫеш стратегияһы һәм планы бар. Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, 2020 йылға илебеҙ сит илгә иген һатыуҙы ике тапҡырға арттырасаҡ.
— Әле илебеҙҙең йылына 15–20 миллион тонна иген һатырлыҡ мөмкинлеге бар. 2020 йылға йылына 120–125 миллион тонна (әле 75–85 миллион тонна самаһы) иген етештереп, шуның 30–35 миллионын экспортҡа оҙатасаҡбыҙ, — тине Владимир Владимирович, саммитта сығыш яһап.
Ун-егерме йылға алға ҡарап, план ҡороп йәшәү һәйбәт, әлбиттә. Тик илебеҙ етәксеһенең был һүҙҙәре буш хыял ғына булып ҡалмаһа ярай ҙа. 2030 йылғаса Рәсәй үҙен үҙе туйындыра алһа ла бик хуп. Илебеҙҙең ауыл хужалығы үҫешенә күҙ һалһаң, ирекһеҙҙән шулай уйларға мәжбүр булаһың. Ауыл хужалығындағы үҫеш 2020 йылда — 1,5, 2030 йылға 0,9 процент ҡына буласаҡ. Ә 1961 йылда был күрһәткес 2,5 процент булған. Һандарға аңлатма биреп тороу кәрәкмәйҙер.
Саммитта Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Ху Цзиньтао менән осрашып, ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мәсьәләһе хаҡында килеште. Осрашыу барышында донъя иҡтисадының һаман да көрсөктән сыға алмауы хаҡында ла һүҙ булды, был йәһәттән Ҡытай үҙ иңенә ауыр йөк алырға – донъя иҡтисадын ”һаҙлыҡ”тан һөйрәп сығарырға әҙер икәнлеген белдерҙе. Тик быға көсө етерме — әйтеүе ауыр. АҠШ-та һайлауға әҙерлек менән бәйле саммитҡа Барак Обама килә алманы һәм уның урынына Дәүләт секретары Хиллари Клинтон ҡатнашты. Ул ханым күп кенә ил етәкселәре, шул иҫәптән Владимир Путин менән осрашып, был төбәктәрҙә АҠШ-тың йоғонтоһо ҙур икәнлеген күрһәтергә тырышты. ЕС илдәре саммитынан айырмалы рәүештә, көрсөк хаҡында әллә ни һүҙ ҡуйыртманылар. Ә бына Рәсәйҙең саммитҡа етди әҙерләнгәнен билдәләмәй үтмәнеләр. Сара һуңында берлектәге декларация ҡабул ителде. Киләһе саммит 2013 йылда Индонезияла үтәсәк.
Меркель — “ҡотҡарыусы”
АТЭС илдәре етәкселәре донъя кимәлендәге глобаль проблемаларҙы тикшергән мәлдә, ЕС илдәре етәкселәре Грецияны евро зонаһында ҡалдырыу-ҡалдырмау хаҡында бәхәс ҡуйыртты. Был ил 2010 йылда уҡ финанс ҡыйынлығы кисерә башлап, көрсөккә килеп терәлгәйне. Етәкселектә лә алмаштырып ҡаранылар, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәне. Әле Германия Грецияны дефолттан йолоп алып ҡалырға маташа. Үткән аҙнала Ангела Меркель, ниндәй генә ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Греция евро зонаһында ҡалырға тейеш, тип сығыш яһаны. Бер уйлап ҡараһаң, Меркель дөрөҫ әйтә, Греция артынса үҙ илдәренең иҡтисадын ҡотҡарам тип Италия, Испания кеүек илдәр ҙә евро зонаһынан сыға башлаһа, берҙәм Европа валютаһының ҡәбергә инеп ятыуына ла күп ҡалмаясаҡ. Ә Грецияға килгәндә, был ил үҙ тарихында төрлө кимәлдәге ауырлыҡтарҙан үҙ алдына сыҡҡаны ла юҡ шикелле. Һуңғы биш-алты быуатҡа күҙ һалһаң, илде йә Франция, йә Бөйөк Британия, йә Германия, йә башҡалар “ҡотҡара” килә. Был юлы, моғайын, гректарҙы немецтар “һаҙлыҡ”тан һөйрәп сығарыр. Тик бының өсөн Грецияға 2015 йылға тиклем бюджет сығымдарын 11,5 миллиард евроға тиклем ҡыҫҡартырға тура киләсәк. Германия шундай шарт менән генә Грецияға аҡсалата ярҙам вәғәҙәләй.
Януковичты ла Тимошенко яҙмышы көтәме?
Украина президенты Виктор Янукович элекке премьер-министр Юлия Тимошенконы төрмәгә ултыртҡас, оппозициянан ҡотолдом тип шатланғандыр инде. Тик был оҙаҡҡа бармаҫҡа уйлай. Көнбайыш һәм АҠШ йоғонтоһона бирелгән оппозиция вәкилдәре Виктор Януковичтың президентлыҡ мөҙҙәте бөткәнен дә (2015 йыл) көтөп тормайынса, уны хөкөмгә тарттырмаҡсы. Улар Януковичты илдә кеше хоҡуҡтарын тупаҫ боҙоуҙа (оппозиция фекеренсә, урыҫ теле тураһында закон ҡабул ителеүе, сәйәси эҙәрлекләүҙәр быға нигеҙ булып тора), Харьков килешеүе төҙөгән ваҡытта ил мәнфәғәтен ҡайғыртып эш итмәүҙә (ялыуҙар 16 бүлектән тора) ғәйепләй. Билдәле булыуынса, Харьков килешеүенә ярашлы, Рәсәй Украинаға һатҡан газ хаҡын арзанайтыу өсөн Ҡара диңгеҙ флотының Ҡырымда булыу ваҡытын 2017 йылдан 2042 йылға тиклем оҙайтыуға өлгәшкәйне. Оппозиция вәкилдәре, был килешеү илдең Конституцияһына ҡаршы килә, тип бара. Улар әле үк Януковичты Европа судына биреү менән янай. Киләсәктә Украина етәксеһенең үҙен дә Тимошенко яҙмышы көтмәйме икән?
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872